Иген, икмәк (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ҡырҡтылар мине,
Йолҡтолар мине,
Бәйләнеләр мине,
Элделәр мине.
Туҡманылар мине,
Утҡа-һыуға һалдылар,
Тағы күтәреп алдылар,
Бысаҡ менән ярҙылар. - Бәүелә-бәүелә үҫтем,
Эйелә-бөгөлә күстем,
Бураға инеп боҫтом,
Алдығыҙға төштөм.
Иген баҫыуы
- Йылға түгел — тулҡынлана.
- Оҙаҡ-оҙаҡ,
Юлға тоҙаҡ.