Эстәлеккә күсергә

Иләк (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Иләк.
  1. Алтын бишек, төбө тишек.
  2. Әлли-бәлли бер бишек,
    Ул бишектә мең тишек.
  3. Бер соҡорҙа мең соҡор.
  4. Үҙе бер, күҙе мең.
  5. Бер ауыҙлы, мең күҙле.
  6. Түңәрәк ялан, аҫты буран.
  7. Бикә бите сәп-сәп итә,
    Эсендәге ҡойолоп китә.
  8. Бите тишек Бикә
    Бейегән һайын ҡар һибә.
  9. Урманда бөккән,
    Өйҙә теккән,
    Үҙе өр-яңы —
    Тишелеп бөткән.
  10. Урманда киҫтем,
    Юлда бөктөм,
    Өйгә ҡайтып тектем,
    Уртаһында лөп-лөп.
  11. Урманға барҙым — бөктөм,
    Өйгә ҡайттым — тектем,
    Сит-ситтәре түәй-түәй,
    Урталары иһаһай!
  12. Сите сәпе-сөпө,
    Уртаһы иһаһай!
  13. Яп-яңы һауыт — тишелеп бөткән.
  14. Үҙе өр-яңы,
    Үҙенең төбө тишек.