Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улы

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улы (1. 01.1947 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) —Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улы 1947 йылдың 1-се ғинуарында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

1955 йылда Байназар урта мәктәбенең 1-се класына уҡырға төшөп, 1966 йылда 11-се синыфын тамамлай.

Уҡыу осоронда мәктәптең йәмғиәт эштәрендә актив ҡатнаша. Мәктәп комсомол ойошмаһы секретары була. Ул ваҡытта комсомол зше гөрләп тора, комсомолецтәр янып, дәртләнеп эшләй. Ул етәкләгән комсомол ойошмаһы ВЛКСМ - дың Өлкә Комитеты Почет Грамотаһы (23. 06. 1965 йыл) менән бүләкләнә.

Урта мәктәпте тамамлағас, райондың «Ағиҙел» колхозында комсокомитет секретары булып эшләй башлай. Бында ла һынатмай алдынғы комсомолец. ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Алтын башаҡ» знагы менән (9 март 1969 йыл) бүләкләнә.

Р. Иманғолов 1966 –1968 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә хеҙмәт дәресенән уҡыта.

1968 – 1970 йылдарҙа «Ағиҙел» колхозында комсокомитет секретары булып эшләй. Өлгөлө хеҙмәте өсөн В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыллығына сыҡҡан юбилей миҙалы бирелә.

1970 йылдың сентябренән 1972 авгусына тиклем Силәбе ҡалаһындағы Совет – партия мәктәбендә уҡый.

1972 йылдың сентябренән 1975 йылдың октябренә тиклем «Ағиҙел» колхозында партком секретары булып эшләй.

1975 йылдан 1980 йылдың майына тиклем Байназар урта мәктәбендә технология дәрестәре алып бара. Ошо осорҙағы хеҙмәте РСФСР Мәғариф Министрлығының Дипломы (1980), Башҡорт АССР-ы Мәғариф Министрлығының Почет грамотаһы (7 сентябрь 1979 йыл) менән баһалана .

1980 – 2003 йылдарҙа «Ағиҙел» колхозында партком секретары, баш агрономы, профком председателе булып эшләй. Был осорҙа «Ағиҙел» колхозы районда иң күп ит, һөт, иген етештереүсе хужалыҡҡа әйләнә. Мәҫәлән, 1989 йылда колхоздың йыллыҡ отчетында күрһәтелеүенсә, «Ағиҙел» колхозында 400-ҙән артыҡ йылҡы малы, 985 һауын һыйыры, 3437 баш һыйыр малы була. Байназар ауылында ғына ике ферма була, унда меңдән артыҡ мал була. Хужалыҡтың 1980 га һөрөнтө ере, 760 га сабынлығы була. Йыл һайын игендән тотороҡло уңыш алына, һыйыр малдары көр була, ауырлығын 400 кг-дан арттырып хөкүмәткә тапшырыла. Шуға ла ул йылдарҙа 915 – 960 мең һумлыҡ йыллыҡ табыш алына. Был уңышта партком секретары, баш агроном булып эшләгән Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улының да өлөшө ҙур була. Колхоз бер-нисә йыл рәттән райкомдың күсмә Ҡыҙыл Байрағын үҙ ҡулдарында тота.

1984 йылда «Ағиҙел» колхозы Бөтә Россия ярышында еңеп сыға. Уға РСФСР Министрҙар Советы һәм ВЦСПС-тың күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла.

2003 йылдың март айынан 2008 йылдың авгусына тиклем Байназар урта мәктәбендә технология дәрестәренән уҡыта. Ошо осорҙағы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Почет грамотаһы (8 ноябрь 2005 йыл) менән баһалана.

2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы хеҙмәттәре өсөн ошо исемдәге миҙал менән бүләкләнә (7 октябрь 2003 йыл, №16366).

Рафаэль Фазлетдин улы мәктәптә эшләгән осорҙа балаларға технология дәрестәре алып барыу менән бер рәттән, түңәрәктәр эшен дә йәнләндереп ебәрә. Уҡыусылар был түңәрәктәрҙә төрлө сувенирҙар, мәктәпкә кәрәкле инвентарҙар: парта, өҫтәл, ултырғыс эшләү серҙәренә өйрәнә. Уҡыусылар эшләгән сувенирҙар район, республика һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, Почет грамоталары, Дипломдар менән бүләкләнә.

Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улы - Хеҙмәт ветераны.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә]

  • ВЛКСМ Өлкә Комитетының Почет Грамотаһы (23. 06. 1965 йыл)
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Алтын башаҡ» билдәһе менән (9 март 1969 йыл)
  • “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы (4 апрель 1970 йыл)
  • РСФСР Мәғариф Министрлығының Дипломы (1980)
  • Башҡорт АССР-ы Мәғариф Министрлығының Почет грамотаһы (7 сентябрь 1979 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Почет грамотаһы (8 ноябрь 2005 йыл)
  • “2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән (7 октябрь 2003 йыл, №16366).