Эстәлеккә күсергә

Иммунитетты нығытыу

Викидәреслек проектынан

Иммунитетты нығытыу

Ҡанда гемоглобин кимәлен күтәреү иммунитетҡа ыңғай тәьҫир итә. Тағы ла туҡланыу рационында йәшелсә-емеш күп булырға тейеш. Улар витаминдарға һәм антиоксиданттарға бай. Кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, ҡабаҡ һәм йәшел һуған, укроп, сельдерей иммунитетты нығытыу өсөн айырыуса файҙалы. Алма, цитрустар, банан, киви, гранат, киптерелгән һәм туңдырылған еләктәр яҡшы. Организмға шулай уҡ аҡһымдар һәм майлы кислоталар (омега – 3, омега – 6) ҙа кәрәк. Улар диңгеҙ балығында һәм борсаҡ менән фасолдә күп.

Шифалы эсемлек

[үҙгәртергә]

Уны әҙерләү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы ике кишер, бер сөгөлдөр, бер-ике ҡалаҡ бал, ике ҡалаҡ йөҙөм һәм күрәгә кәрәк. Кишер менән сөгөлдөрҙө таҙартып, кишерҙе түңәрәкләп, сөгөлдөрҙө шаҡмаҡлап турарға һәм кәстрүлгә һалып, өҫтөн әҙерәк кенә ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойорға. Талғын утта әҙер булғансы ҡайнатырға (40–50 минут). Әҙер булғас, һыуын һөҙөп, таҙа кәстрүлгә ҡойоп, йөҙөм менән күрәгә өҫтәргә һәм утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 5 минут тирәһе бешерергә. Йәнә һөҙөргә һәм бал ҡушып, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Был эсемлекте ололар һалҡын килеш эсә ала, ә балаларға йылытып бирергә кәрәк. Бер ай дауамында көнөнә бер стаканды өскә бүлеп өс тапҡыр эсергә.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә]