Эстәлеккә күсергә

Ирәүәндән (ревень) бәлеш

Викидәреслек проектынан

Ирәүәндән (ревень) әҙ калориялы тәмле бәлеш бешерергә була. Әскелтем генә тәме булған ирәүәндән эслек тәме менән алма иҙмәһен хәтерләтә.

Ингредиенттары

[үҙгәртергә]
  • 300 г ирәүәндең итләс һабаҡтары
  • 1,5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо йәки шәкәр пудраһы
  • 250 г маргарин йәки аҡ май
  • 3 дана йомортҡа
  • 2 стакан он
  • Ярты балғалаҡ сода
  • 200 г ҡаймаҡ

Бәлештең ҡамырын баҫыу:

2 йомортҡаны һытып, шәкәр өҫтәп күперткәнсе туҡырға.

Килеп сыҡҡан массаға аш содаһын, ҡаймаҡты һәм иретелгән маргаринды өҫтәп, яҡшылап болғатырға.

Аҙаҡ он һалып үҙләнгәнсе яҡшылап ҡамыр баҫырға.

Бәлештең эслеген әҙерләү:

Ирәүәндең йәш итләс һабаҡтарын йыуырға, әрсеп таҙартырға һәм ваҡлап турарға.

Ҡайнап торған һыу ҡойоп, бешекләп алырға. Иләк аша үткәрергә йәки блендер ярҙамында бутҡа хәленә килтерергә.

Тәм өсөн шәкәр сиробы йәки шәкәр пудраһы өҫтәргә.

Бәлеште бешереү:

Ҡамырҙы йәйергә лә, майланған табаға ситтәре бер аҙ сығып торорлоҡ итеп һалырға.

Өҫтөнә эслекте тигеҙ генә итеп йәйеп һалырға.

Бәлештең өҫтөн ҡалған ҡамыр менән матурлап биҙәргә.

Алдан 180 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала, өҫтө ҡыҙарғансы 30 минут самаһы бешереп алырға.