Ирәүәндән (ревень) компот
Беҙҙең баҡсаларҙа үҫкән ирәүән һыуыҡтан ҡурҡмай. Май урталарында уҡ уның итләс, эре һабаҡтары өлгөрөп етә. Ирәүән витаминдарға, минералдарға, антиоксиданттарға бик бай булған ашарға яраҡлы үҫемлек.
Ирәүән күреү һәләтен, тирене яҡшырта, һөйәктәрҙе нығыта, баш мейеһенең нейрондарын һаҡлай.
Ирәүәндән ялҡытҡыс оҙон ҡыштан һуң талсыҡҡан организмға файҙалы әллә күпме диетик ашамлыҡтар әҙерләргә мөмкин.
Әскелтем тәме булған ирәүәнде балалар баҡсалағы түтәлдән өҙөп алып, ҡабығын әрсеп, шул килеш кенә лә ашарға мөмкиндәр.
Ирәүәндән бик тәмле компот ҡайнатырға мөмкин. Был әскелтем компот аппетитты күтәрә, аш һеңдереүҙе яҡшырта, организмды витаминдар менән байыта, һыуһынды ҡандыра.
Был компотты әҙерләү ҙә бик ябай.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]- 2 л һыу
- Ярты килограмм самаһы ирәүән һабаҡтары
- 5-6 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- Тәменсә йөҙөм, лимон (йәки лимон кислотаһы) һәм боҙ.
Әҙерләү
Таҙартылған һәм шаҡмаҡлап туралған ирәүән һабаҡтарын 2 л һыуға һалып, 5-6 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәп, 5 минут ҡайнатырға.
Компот ултырып һыуынғас, уға тәм өсөн йөҙөм, лимон, боҙ өҫтәп ебәрергә мөмкин.
Был компотты яҙ һәм йәй мәлендә генә түгел, ә витаминдар сығанағы булараҡ ҡышҡа әҙерләп ҡалдырырға ла була.