Эстәлеккә күсергә

Исемдәре ил үткәнен сағылдыра

Викидәреслек проектынан

Ырғыҙлы ауылы тарихы һәм ер-һыу атамалары тураһында Ырғыҙлы мәктәбенең хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы Әсеғолов Тимерйән Рамаҙан улы (1925, Бөрйән районы Ҡотан ауылы — Ырғыҙлы ауылы) яҙмалары ("Таң" газетаһынан)

Ырғыҙлы ауылы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.

Пугачев (Боғасы) тауы

[үҙгәртергә]

Ҙур-ҙур тулҡындарға оҡшаған тау теҙмәләренең береһе, рудниктәр янында гына осрай торған отвалға оҡшап, Ырғыҙлы ауылы янында гына өҙөлөп ҡала. Тауҙың был урыны нишләптер башҡа тау биттәре кеүек урманлы түгел, яланғас, шуға күрәлер ҙә уны «Лысая гора» тип йөрөтәләр.

Ул исем уға, күрәһең, күптән түгел бирелгәндер, сөнки оло кешеләрҙең һөйләүҙәренә ҡарағанда, үл таү элек Боғасы тип аталған һәм уның тарихе 1773—1775 йылдарҙағы Пугачев восстаниеһенә барып тоташа. Был хаҡта халыҡ телендә легенда ла бар.

1773 йылдың октябрь айының бер. көнөндә ошо тау башына, Пугачев яуының атаманы Хлопу ш а етәкселегендә, баш күтәргән крәҫтпәндәрҙән торған ҙур булмаған отряд килеп туҡтала. Улар аҫга, Ырғыҙлы йылғаһы ярында 1754 йылда граф Карл фон Сиверс тарафынан төҙөлгән баҡыр иретеү заводын күрәләр. Аҙ һанлы завод һаҡсыларын ҡурҡытыу ниәте менән Хлопуша үҙҙәре менән алып килгән берҙән-бер туптан заводҡа төбәп атырға ҡуша. һаҡсылар, тау башындағы яуҙы Пугачев ғәскәре тип уйлап, Хлопүшаға ,һуғышһыҙ бирелә. Ә Пугачев иһә был заводҡа мең ярымлыҡ ғәскәре менән һуңғараҡ килә.

Башынан туп атҡан ошо тауҙы Пугачев (Боғасы) тауы тип йөрөтә башлайҙар.

Ҡарагеше тауы

[үҙгәртергә]

Боғасы тауына ҡаршы тауҙың Ҡарагеше тип аталыуы ла ошо ук ваҡиғаларға бәйле, тип һөйләйҙәр. Ырғыҙлы йылғаһына төҙөлгән һәм Иваново-Вознесенск тип аталған баҡыр иретеү заводына Пугачев яуы көнсығыштан килеп ингән. Уны эҙәрләп, көньяҡтан батша һалдаттары килгән. Улар завод асыҡ күренеп торған ошо тау башына килеп туҡтайҙар.

Ул заманда әбей батша тарафынан баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу өсөн төҙөлгән махсус ғәскәр ҡара кейемдә булыу сәбәпле, ул һалдаттарҙан тауҙың башы ҡап-ҡара булып күренгән. Шунын өсөн дә уны Ҡарагеше тип атағандар.

Ғәскәрҙәр араһында һан яғынан тигеҙлек булмау сәбәпле, улар араһында туранан-тура бәрелеш булмай. Шулай ҙа бер яуҙың икенсе яуға тоҫҡап туптан, мушкет- мылтыҡтан һәм пугачевсылар яғынан уҡтан атышыуҙар булған. Шуға күрә лә ул атышыуҙан һуң күп йылдар үткәс тә ошо тирәләге ағас - олондарынан уҡ - һаҙаҡтары, туп йәҙрәләре табыла торған булған. Туп йәҙрәләре әле лә табыла.

Березняк

[үҙгәртергә]

Боғасы тауы итәгендә Березняк тип аталған бер урын бар. Ентекләберәк ҡараһаң, бында ниңдәйҙер ҡоролмаларҙың эҙҙәрен күрергә була. 1919 йылда Колгаҡ армияһы Ҡыҙыл Армия тарафынан ҡыйратылғас, уның һалдаттары йәшеренеү өсөн Бөрйән урмандарына ашығалар. Улар йәшеренеп кенә ятмайҙар, урындағы власть етәкселәрен үлтерәләр, халыҡты баш күтәрергә өндәйҙәр.

Пороховушка аҡланы

[үҙгәртергә]

Бындай болаларҙы баҫтырыу ниәте менән урындағы власть башлыҡтары Боғасы тауы итәгендә, ҡарағай урманы эсендәге бәләкәй генә бер аҡланда ҡорал һаҡлағыс төҙөтәләр һәм унда ҡорал килтертәләр. Уға сит кешеләр үтеп инмәһен өсөн, уны түңәрәтеп соҡор ҡаҙыталар.

Соҡорҙоң тышында һаҡсылар йәшәү өсөн төҙөлгән өй, уның ҡаршыһында һаҡсы вышкаһы бар ине. Был ҡорал һаҡлағысты ете ҡыҙылармеец көнөн дә, төнөн дә алмашлап, пулемет ҡуйылған шул вышкала һаҡлағандар.

Унда дары һаҡлана имеш тигән хәбәр буйынса ул урынды «Пороховушка» тип атайҙар һәм хәҙер ҙә ошолай атап йөрөтөлә.

Хәҙер ҡара4ай урманы эсендәге был бәләкәй генә аҡланды юл киҫеп үтә. Ошо юлдан үткән саҡта түңәрәтеп соҡор менән уратып алынған, элекке ҡорал һаҡлағыстарҙың эҙе — ҙур ғына соҡорҙо күрәһең. Ул, үткән дәһшәтле көндәрҙең шаһите булып, әлдә лә һаҡлана.