Эстәлеккә күсергә

Исемең ни аңлата?

Викидәреслек проектынан

Зубаржат Суфьянова

Минең исемем Зөбәржәт.Был исемде миңә абыстай оләсәйем ҡушҡан. Ә яратмай инем был исемде, хатта егеттәргә икенсе исем әйтә лә китә инем Шулайтып минең исемдәр хатта күбәйеп китте. Ярай әле Мостай ағайыбыҙ "Ай тотолған төндә " трагедияһын яҙҙы һәм минең исем реабитацияланды. Модаға инеп китте. Һеңлемә "Таңсулпан " драмаһынан исемде яратып ҡуштырҙым. Мәрхүм һеңлемдең исеме Гөлбәзир ине. Абҙаҡта Сибай театры "Салауат "ты ҡуйған төндә тыуғайны туғаным, Салауаттың ҡатыны Гөлбәзирҙең исемен ҡуштырҙы әртис Ҡәйүм Хөсәйенов ағайым. Иң бәләкәй ҡустым Мирзахан ине.Ул инде ауылыбыҙҙың мөәзине исеме. Бына ниндәй данлы матур исемдәр ҡушҡандар беҙҙең ғаиләлә. Был традиция әле лә дауам итә. Әнүәр, Тимур, Сабир. Самира минең ейән бүләләрҙең исеме. Ә инде минең исемгә килгәндә, хәҙер яратам инде.Урыҫ араһында йәшәһәм дә, урыҫ балаларын уҡытһам да бе ваҡытта ла исемде боҙорға рөхсәт итмәнем. Ыҙалай ыҙалай бер өйрәнеп алалар ҙа ғүмер буйв онотмайҙар өлкән ағайҙар. Мин уларҙыҡын бутап бөтәм, әулар үҙҙәре төҙәтеп ҡуялар ҙа минекен дөп - дөрөҫ әйтеп өндәшәләр. Шуға ла рәхмәт одәсәйемә ошо ҡатмарлы исем өсөн.

Аиша Юсупова

Мин үҙ исемемде яратманым, әбейҙәр исеме ҡушҡандар тип ояла инем.Йәшерәк саҡта алыштырырға кәрәк булған да бит, шул комплекс ғүмер буйы оҙатып йөрөнө.Исемем нимә аңлатҡанын беләм.

Вазифа Сайфуллина

Мин дә исҽмҽмдҽ яратмай инҽм؛ Донъяла булмаған исҽмдҽ ҡушҡанһығыҙ тип әсәйҽмдҽ аптырата торғайным؛ Тик әсәйҽм؛ минҽң хужалығым булманы исҽм атарға؛ ана ҡартәсәйҽң ҡушты тинҽ؛ Шунан бҽр ваҡыт күршҽ ауылға ҡунаҡҡа барҙым؛ ҡыҙҙар мҽнән уйнап йөрөһәк؛ бҽр әбҽй эргәмә килҽп торҙола ؛ аһ һин минҽң аҙашым икәндә баһа тҽйсҽ؛ Мин аптырап киттҽм؛ шундай өлкән кҽшҽ Вазифа исҽмлҽ булғас؛ ул боронғо исҽм икән ؛ ундай исҽмдәр бар икән тип тынысландым؛

Ҡыҙымдың исҽмҽ Гүзәл؛ Бҽҙ үҙҽбҽҙ ҡушманыҡ؛ мин роддомдан ҡайтыуға ҡайнымдарҙан тҽлҽграмма килҽп төшкән؛ Гүзәл ҽйәнсәрҽбҽҙ мн ҡотлайбыҙ тип؛ эй иптәшҽм пыран заран килдҽ؛ аҙым һайын шул исҽм тип؛ ә мин уларҙыҡы закон тип ؛ св о рожд яҙҙыртым

Раиса Узянбаева

Исем есемгә тап килә,тиҙәр.Бәлки,исем хужаһы ла,үҙ исеменең мәғәнәһен аҡларға тырышып,шундай характер,сифатҡа эйә булып китәлер.Минең исемемдең ғәрәпсәнән тәржемәһе-башлыҡ,етәксе.Мәктәптә уҡығанда отряд,дружина советы председателе,комсорг,юғары уҡыу йортонда бер нисә йыл староста,ә хеҙмәт йылдарымда класс етәксеһе,мәктәп ,мәктәп-ара методик берекмәләр етәксеһе булыуҙан уҙа алманым.Әммә бер ҙә үкенмәйем.

Лейсан Юсупова Минең исемем Ләйсән. Әсәйемдең (Нажиә Игеҙйәнованың) китабы геройы исеменә тап килеүе осраҡлы түгел.

Шулай ҙа ҡыҙыҡ : мин үҙемдән йәшкә олораҡ Ләйсәндәрҙе белмәйем. Бер ҡасан да Ләйсән инәй, Ләйсән әбей , тип өндәшергә тура килмәне. Тарихсы булараҡ архивтарҙа эшләргә тура килде студент саҡтан уҡ, "Ревизские сказки" уҡыным, бер ҡайҙа ла был исем осраманы.

Тимәк , исем боронғо түгел. Йәки онотолоп , 20 быуатта ғына тергеҙелгән...

https://vk.com/club36676061?w=wall-36676061_264518