Исламғолова Сәлимә Таштимер ҡыҙы

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Исламғолова Сәлимә Таштимер ҡыҙы (7.03.1952 йыл, Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы) — Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Исламғолова Сәлимә Таштимер ҡыҙы 1952 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған.

1959 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбенең 1-се класына уҡырға бара. Был мәктәптең 4-се класын бөткәс, 5-се класҡа Иҫке Собханғол урта мәктәбенә уҡырға бара. 1969 йылда урта мәктәпте тамамлай.

Ошо уҡ йылды Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1974 йылда институтты уңышлы тамамлап, йүнәлтмә буйынса Байназар урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә.

1973 йылда Байназар ауылы егете Исламғолов Әнүәр Әбүзәр улы менән ғаилә ҡоралар. Татыу ғаиләлә биш бала үҫә. Һәр береһенә һөнәр алыуҙа ярҙам итеп, белем биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

Сәлимә Таштимер ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙыу. Бер урында, Байназар урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләп, 38 йыл хеҙмәт стажы менән 2012 йылда хаҡлы ялға сыға. Сәлимә Исламғолованы ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа берҙәй яратып, хөрмәт итеп тора. Уҡыусылар менән дәрестәрҙән тыш төрлө түңәрәктәр алып бара. Уның уҡыусылары район, республика олимпиадаларында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһын етәкләй. Бер нисә саҡырылышта район һәм ауыл советы депутаты итеп һайлана. Әлеге көндә Байназар ауылында йәшәй, хеҙмәт ветераны.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә]

  • II дәрәжә «Әсәлек даны» миҙалы (1980 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (15.06.1995 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты (05.01.2004)
  • Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре (25.10. 2005)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

  • «Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының данлы ҡыҙҙары», 2017.453500 РБ г. Белорецк, ул.50 лет Октября,55/1