Эстәлеккә күсергә

Исмәғил Ғөбәйҙулла улы Яманаев. "Үкенерлек түгел үткәндәр" китабы

Викидәреслек проектынан
Үкенерлек түгел үткәндәр...
Автор: Исмәғил Яманаев
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: башҡортса.
НӘШЕР.: 2015. СЫҒАНАҠ: – Сибай: Сибай ҡала типографияһы,  

1 Исмәғил Яманаев. Үкенерлек түгел үткәндәр... – Сибай: Сибай ҡала типографияһы, 2015 йыл. -162 б.

Оло тормош юлы үткән Исмәғил Яманаевтың “Үкенерлек түгел үткәндәр…” исемле был йыйынтығында төрлө йылдарҙа яҙылған мәҡәләләре һәм шиғырҙары индерелде. Унда заман һулышында ҡайнаған тормоштоң ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы, шул уҡ ваҡытта фәһемле лә, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та күренештәре күңел хистәрен йылыта, байыта. Уның ижадында ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫ-иштәренә ихтирам һәм хөрмәт тойғолары ла ят түгел. Йыйынтыҡты китап уҡыусылар йылы ҡабул итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Баш һүҙ

[үҙгәртергә]

Атайым Исмәғил Ғөбәйҙулла улы Яманаев Бөрйән районы Түбәнге Нөгөш ауылында 1928 йылдың 25 октябрендә донъяға килә. Иң беренсе мәҡәләһе 1961 йылда баҫылып сыға. Ә инде ҡулынан ҡәләм төшөрмәүенә быйыл 54 йыл тулды. Быйылғы Әҙәбиәт йылында атайыма тағы ла ижади уңыштар теләйем. Шулай уҡ атайымдың ғүмер буйына яҙған мәҡәләләрен, шиғырҙарын бер йыйынтыҡҡа тупланым.

Ә иң ҡыуаныслыһы минең ҡәҙерлеләрем атайым менән әсәйемдең бергә йәшәүҙәренә быйыл 60 йыл булды. Ғүмер миҙгелегеҙ, күркәм байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, тыу-ған йортобоҙҙоң утын һүндермәй һау-сәләмәт оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ.

Һеҙҙең күркәм юбилейығыҙға ҡыҙың Гөлнара, кейәүең Баязит, ейәнсәрҙәрегеҙ Элиза һәм Яҙгөл Байназаровтарҙан ғаилә бүләгебеҙ – “Үкенерлек түгел үткәндәр…” китабы. Гөлнара Яманаева-Байназарова.

Автор тураһында ҡәләмдәштәре

[үҙгәртергә]

Һоҡланырлыҡ ғүмер юлдары

[үҙгәртергә]

Х. Ҡурамшин. 1998 й, 28 июль №77.

Заповедник етәкселәре үҙҙәренең ветерандарын бер ваҡытта ла онотмай. Исмәғил Яманаевтың фиҙаҡәр хеҙмәтен иҫкә алып, заповедник етәкселеге уға өй һәм һарай төҙөтөп биреп ныҡ ҡыуандырҙы. Ауылдаштары ла хөрмәт итеп тора. Шуға ла улар уны 5 мәртәбә ауыл Советына депутат итеп һайлап оло ышаныс күрһәтте. Исмәғил Ғөбәйҙулла улы һәр ваҡыт ауылдаштарының ышанысын аҡлап килде.

Ә инде 40 йылдан ашыу ҡулынан ҡәләм төшөрмәй яҙған фәһемле мәҡәләләре, шиғырҙары район гәзитендә генә түгел, республика матбуғатында ла әлдән-әлгә донъя күреп тора. И. Яманаев төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе булып, ҡиммәтле бүләктәр алғаны бар.

Уйлап ҡараһаң, Исмәғил ағайҙың 40 йыл буйына яҙған мәҡәләләрен бергә йыйһаң, үҙе бер китап булыр ине. Ләкин Исмәғил ағай дан артынан ҡыуған кеше түгел, уға бөгөнгөһө ҡиммәтле! Күңел даръяларының һайыҡмауын, ҡәләменең тутыҡмауын теләйем ҡәләмдәшкә!

Һоҡланырлыҡ та шул

[үҙгәртергә]

З.Толомғужин, яҙыусы 1998 й. 18 июль №82

Ғүмерен намыҫлы хеҙмәттә үткәргән шәхес, минең яҡташым Яманаев Исмәғил Ғөбәйҙулла улы – ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу тәбиғәтле кеше. Бөтә район мәнфәғәтен ҡайғыртып ҡәләм тибрәтте ул.

Етәксе ҡыҫымына ла бирешмәне, һәр саҡ дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте халыҡ мәнфәғәтен яҡланы. Ә халҡын ҡайғыртҡан оло йөрәкле кеше генә хәбәрсе була ала. Үҙенең сабыр холҡо менән һәр саҡ рух күтәренкелеген һаҡланы, өҫтөн булды.

Өлгөлө лә, бәхетле лә Исмәғил ағайға һоҡланырлыҡ та шул, сөнки донъялағы өс бәхетте лә хеҙмәттә лә, коллективта ла һәм шәхси тормошонда ла татып йәшәй.

Ғаилә бәхете

[үҙгәртергә]

Д. Аллабирҙин, уҡытыусы 2008 й. 16 ноябрь №130

Исмәғил һәм Зәйтүнә Яманаевтарҙың ғаилә бәхетенә күптәр көнләшерлек. Күптән түгел улар алтын туйҙарын билдәләне. Мәҙәниәт йортонда матур итеп үткәрелгән ошо байрамда ауылдаштарының: “Исмәғил ағайҙың кешелеклеге, мәрхәмәтлеге, инсафлы, кеселекле, ярҙамсыл булыуына һоҡланабыҙ, киләсәктә лә ошо матур сифаттар һеҙҙең ғүмер буйына йәнәшә барһын, ә изгелегегеҙ мең сауаптар булып, әйләнеп ҡайтһын һеҙгә”, – тип теләнеләр.

Ә инде бөтөн гәзит уҡыусылар һеҙҙең мәҡәләләрегеҙҙе уҡып, янған йөрәктәренә дауа, буш күңелдәренә йыуаныс, рухи күтәренкелек, ҡылған яҙыҡ эштәре өсөн үкенес, яҡшы эштәре өсөн кинәнес хистәре кисерәләр.

Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә! Киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булһын. Артабан да Зәйтүнә инәй менән бергә иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхетле тиң ғүмер кисерергә һеҙгә Хоҙай насип итһен!

Ҡартлыҡ бәхете ишле

[үҙгәртергә]

Т. Сәйфетдинова 2013 й. 12 ноябрь №190

Исмәғил Яманаев оҙаҡ йылдар район гәзитенә тоғролоҡ һаҡлаған ауыл хәбәрселәренең береһе. Замана ауырлығы арҡаһында уҡыу ғына эләкмәгән ағайға, белем алған булһа, бына тигән яҙыусы сығыр ине унан. Уның мәҡәләләрен, шиғырҙарын гәзит уҡыусылар яратып ҡабул итә. Яҙғандары тарихи йылъяҙмаларға торошлоҡ итеүе менән дә әһәмиәтле. Күргән-кисергәндәрен бер епкә теҙеп, шул осорҙағы тарихты ла тергеҙеп бара уҙаман.

Эй, Хоҙайым, бирер бәхетеңдең

Күберәген ҡалдыр ҡартлыҡҡа – тигән шиғыр юлдары, ысынлап та бик тәрән мәғәнәле.

Йәш саҡта, һаулыҡ шәп саҡта дуҫ-иштәр, хеҙмәттәштәр араһында ғүмер гөрләп үтә. Шуға олоғайған көндә нығыраҡ кәрәктер ул бәхет тигәнең. Был йәһәттән дә өлөшлө Исмәғил ағай – ишле балаларының һәр ҡайһыһы “атай”, тип йән ятып тора, эргәһендә ғүмерлек пары – Зәйтүнәһе бар.

Ейән-ейәнсәрҙәр хәстәрен, һөйөүен тойоп, донъя именлегенә шөкөр ҡылып ҡына йәшәрлек шул. Йәш сағын ишле ғаилә хәстәрендә үткәргәнгә хаҡлы рәүештә урыны түрҙә юбилярҙың бөгөн, ҡартлыҡ бәхете лә ишле. Яҙҙары сәскәле, көҙҙәре емешле Яманаевтарҙың.

Яҡшы иҫтәлектәргә бай Исмәғил ағай

[үҙгәртергә]

Ә. Шәрипов, “Шүлгән-Таш” ҡурсакулығы хеҙмәткәрҙәре“Таң” гәзите, №149, 24 декабрь 2009 йыл.

Оло ихтирамға лайыҡ булған хеҙмәт ветерандары бихисап “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында. Әммә улар араһында Исмәғил Ғөбәйҙулла улы Яманаев айырым урын алып тора.

Бөтә яҡлап килгән кеше ул Исмәғил Ғөбәйҙулла улы. Ҡурсаулыҡта солоҡсо булып эшләгән осорҙа ул үҙ эшенең оҫтаһы булды. 1961 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡурсаулыҡта эшләне. Һәр ваҡыт маҡтаулы йөрөнө. Намыҫлы хеҙмәтенең емеше – министр тарафынан бирелгән “Тәбиғәтте һаҡлау һәм уның байлыҡтарын арттырыу” билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы.

Икенсенән, һәләтле хәбәрсе лә. Бына 50 йыл Исмәғил ағай район гәзите менән бәйләнешен өҙмәй. “Таң” гәзите биттәрендә уның мәҡәләләре даими баҫылып тора. Өсөнсөнән, бынамын тигән ишле ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Зәйтүнә Ахун ҡыҙы менән улар 11 бала (яҙыуы ғына анһат) тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар.

Исмәғил Ғөбәйҙулла улы үҙ тормошонда күпте күргән кеше. Нужа һурпаһыын ҡалаҡлап ҡына түгел, хатта сеүәтәләп тә эскәндер. Ун бер балаһын да аяҡҡа баҫтырыуы еңелдән булмағандыр.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ уның мәҡәләләренә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Унда бит аһ-зар, илау-һыҡтау, үткәндәргә үкенеү юҡ. Исмәғил ағайҙың иҫтәлектәре бары яҡты, сағыу, ғибрәтле һәм йөкмәткеле хәлдәрҙән генә ғибарәт.

Баны ошондай кешеләр тураһында халыҡ шағирә Мостай Кәрим бик тапҡыр әйткән. Ул ошолай яҙа: “ Ауыр холоҡло танышым бар. Ул миңә былай ти: “Һин бик күп яҡшы кешеләрҙе, ҡыуаныслы хәлдәрҙе йыш хәтерләйһең. Минең ғүмеремдә насарлыҡ күп осраны, алама кешеләр, тормош михнәттәре күп булды. Яҡшы кешеләр бик иҫемдә лә юҡ”.

Мин ул кешене яҡшы беләм, бүтәндәрҙән артыҡ яманлыҡ та, йәбер ҙә күрмәне. Хикмәт шундалыр: уның хәтер һандығы гел яман хәлдәрҙе генә йыйған. Шуға күрә яҡшы иҫтәлектәргә урын бик аҙ ҡалған. Әҙәм хәтеренең мөмкинселектәре сикле, берәүҙәр унда изге нәмәләргә урынды мул бирә. Икенселәре киреһенсә эшләй. Һәр кемдең ғүмерендә һағынып һөйләрлек әйберҙәр күп. Кешеләргә шуны һөйләргә кәрәк. Үҙеңә лә яҡшы, тыңлаусыларға ла рәхәт”.

Халыҡ шағирының был һүҙҙәре Исмәғил ағай кеүек кешеләр тураһында. Ысынлап та, Исмәғил ағайҙың хәтер һандығы гел яҡшы хәлдәрҙе генә йыйған һәм бары яҡшы иҫтәлектәрҙән генә тора. Һәр ваҡыт ошолай ихлас бул, күберәк яҙып тор, ҡыуаныслы хәбәрҙәрең уҡыусыларға дәрт өҫтәһен, Исмәғил Ғөбәйҙулла улы!

Исмәғил Яманаев ижады

[үҙгәртергә]

Үткән ғүмер-аҡҡан һыу

[үҙгәртергә]

Кеше олоғайған һайын үткән йәшлек ғүмеренә йышыраҡ байҡау яһайҙыр, уйҙары менән бала саҡ дәүеренә сәйәхәт ҡылалыр. Мәктәпкәсә һәм мәктәп йылдарында бергә уйнап, бергә уҡып йөрөгән дуҫтар, иптәштәр әле лә күҙ алдында торған кеүек. Ә инде ауылыбыҙҙың хөрмәткә лайыҡлы, эшһөйәр ир-уҙамандарҙы, апай-еңгәйҙәр, инәй-бабайҙарҙы, беҙгә белем биргән уҡытыусыларҙы оноторға мөмкинме һуң?

Бына Хоҙай ғүмер биргәс, мин дә һиҙенсе тиҫтәне тултырҙым. Шөкөр, ошо оҙайлы ғүмер эсендә үҙем иҫ белгәндән алып донъяның ҡыйынлыҡтарын да, рәхәтлектәрен дә татырға тура килде.

Мин үҙем Бөрйән районының Түбәнге Нөгөш ауылында тыуһам да, яҙмыш елдәре элекке Йомағужа ауылына (хәҙерге Мәләүез районының Кәшәлә ауылы) алып килгән. Уның үҙ сәбәптәре бар. Билдәле булыуынса, 1930-1931 йылдарҙа коллективлаштырыу осоро була. Беҙҙең тирәләге 5 ауыл: Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш, Түбәнге Нөгөш, Ҡалғаһау, Кәшәлә ауылы халҡы бергә берләшә һәм “Ҡыҙыл байраҡ” промколхозы тип атала. Бына ошо яңы ойошторолған хужалыҡҡа заманына күрә белемле һәм беренсе комсомол ағзаһы булараҡ 24 йәшлек минең атайҙы – Иҫәнбаев Ғөбәйҙулланы рәйес итеп һайлайҙар.

Колхоз малсылыҡ, игенселек, кустарсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Әммә айырым хужалыҡтан ҡапыл ғына берләшеү ҡайһы берәүҙәргә оҡшап та етмәгәндер:тырышып эшләп йөрөгән минең атайҙың өҫтөнән, төрлө бәләләр яғып, район етәкселәренә ялыу яҙалар, төрмә менән янайҙар. Әлбиттә, тәжрибәһеҙ йәш кешене был тетрәндерә һәм ул был нахаҡ бәләнән ҡотолоу юлын эҙләй. Ахырҙа, 1932 йылда, 26 йәшлек кенә сағында, һуңғы ҡарарға килеп, үҙен-үҙе атып үлтерә. Бына шулай ошаҡсылар, хөсөтсөләр арҡаһында йәш рәйес золом ҡорбанына әйләнә.

Был ваҡытта миңә 3 кенә йәш була. Атайҙы хәтерләмәйем, ә әсәйгә 20 генә йәш. Башта яҙып үтеүемсә, Кәшәлә ауылына барып сығыу тарихы шул: әсәйем ошо ауыл кешеһе Яманаев Ғәләүетдин исемле кешегә тормошҡа сыға.

Кәшәлә ауылын күҙ алдына килтерәм: Нөгөш йылғаһы яры башында ғына бер рәт булып теҙелеп ултырған урам, ҡабыҡ, тыранса менән ябылған бәләкәй генә өйҙәр. . .

Ә ауылдың тәбиғәте бик хозур: көнсығыштан-Үтәмеш, көнбайышта-Кибез, көньяҡтан-Ҡаршы-тау, төньяҡтан Масаҡ, Аҡһыйыр тауҙары уратып алған. Иген сәсеү өсөн яландары, бесән әҙерләү өсөн болон-туғайҙары, мал көтөү өсөн көтөүлектәре етерлек бында. Ә Нөгөш йылғаһы һуң!Үрге ағымында ул тау-таш ярып, тулҡындарын ҡаяларға бәреп ярһыған аттай ауыл осона ағып етә лә, тынып ҡала.

Ауылдың осонан-осона ярҙары киң, тәрән, һыу инерлек, ат йөҙҙөрөрлөк шымып ҡына аҡҡан ағым хасил була. Ҡаяташтар араһынан ағып төшкән һал ағыҙыусылар ауыл яғына ишкәктәрен ишмәй генә килеп туҡтайҙар. Ә ауылдан бер саҡырым тирәһе түбәндә, төнъяҡтан балыҡҡа бай Кәшәлә йылғаһы, көньяҡтан Ағуя йылғаһы Нөгөш ағымына ҡушылып юлдарын дауам итә.

Кәшәлә ауылы 1934 йылда Бөрйән районынан айырылып, элекке Йомағужа (Хәҙерге Мәләүез) районына ҡушыла һәм хәҙерге көндә Нөгөш быуаһы аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылы “Ҡыҙыл Урал” исемен йөрөткән колхозға ағза булып инәләр һәм 1936 йылда күрше Сауҡа утары менән айырым “Кәшәлә” колхозы ойошторола.

Мин бер ваҡиғаны һис тә онотмайым. Ололар һөйләүе буйынса, аслыҡтан шешенеп, бер ғаиләлә ике малай бер юлы үлгән. Малайҙар менән шул өйҙөң тәҙрәһенән барып ҡарап йөрөгәнем иҫтә ҡалған. Ауылда 10-15-ләгән малай менән бергә үҫтек. Беҙҙең күршелә ялан яғынан күсеп килгән бер ғаилә йәшәй ине. Хужа кеше урмансы (объездчик) булып эшләй. Уларҙың ике улы бар, олоһо Зәкир, бәләкәйе Таһир минең менән йәштәш. Беҙҙең ғаиләләр ҡатнашып йәшәне. Уларҙың ике малайынан тыш ике ҡыҙы ла бар ине. Беҙ уның һылыуын бәүетә торғайныҡ. Таһирҙарҙың ғаиләһе Кәшәләлә 3 йыл торғандан һуң Түбәнге Таш ауылына кире ҡайтты.

Беҙ бәләкәй саҡта сәңгелдәккә һалып әүерәтеп бәүеткән ҡыҙыҡай, ваҡыт үткәс, минең менән 53 йыл бергә донъя йөгөн тартҡан ғүмерлек юлдашыма әүерелде. Уның менән 11 бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырып, ғаилә усағын һүндермәй, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан көн.

Ҡайһы бер кешеләр минән ҡатыным менән ҡайҙа, ҡасан танышыуыбыҙ хаҡында һораша. Уның атаһы-Зарипов Ахун, әсәһе Зәғифә ҡәйнәм 1900 йылғы. Заманына күрә уҡымышлы кеше булған ҡайным. Граждандар һуғышы йылдарында карательный отрядтың командиры булып хеҙмәт иткән.

Бөйөк Ватан һуғышында оҙайлы яу юлы үтеп, еңеү яулап, түшенә орден-миҙалдар тағып иленә ҡайтып, һуғыш осоронда емерелгән хужалыҡты тергеҙеүгә күп көс һалған кеше. Колхоз, ауыл Советы рәйесе кеүек яуаплы эштәрҙе намыҫ менән башҡара ул.

1947-1948 йылдарҙа Ырғыҙлы ауылына леспромхозға эшкә килә һәм төрлө райондарҙан эшселәр йыя. Келәт мөдире була, башҡа эштәрҙә лә эшләй.

Әйткәндәй, ҡайным хаҡында мәрхүм Солтанбаев Шәрифйән ағай нисәнселер йылда районыбыҙҙың “Еңеү юлында” гәзитендә фотоһы менән ҙур күләмле мәҡәлә баҫтырғайны. Ҡайным 1983 йылда 83 йәшендә Ырғыҙлы ауылында мәрхүм булды.

Пенсия йәшенә еткәс, тирә-яҡ ауылдарҙа мулла ролен үтәп йөрөнө. Телгә бик бай, йор һүҙле ине. Кәшәләлә урмансы булып эшләгәндә бер бәләнән нисек ҡотолғанын бәйән иткәйне. Эш былай була. Урман эштәрен башҡарыу өсөн урман хужалығы контораһы тын арыш бүлә. Ҡайным уны алып ҡайтып келәткә һала. Эшләгәндәргә норма бирә. Ә эшләй алмаған халыҡ ас, ҡарттар килә лә “Ахун ҡустым, үлтермә инде”, -тип ялбара. Ни эшләһен инде-йәлләп бирә. Өҫтәүенә, ҡомаҡтар, сысҡандар тәләфләй.

Бер мәл ревизия килеп төшә. Байтаҡ арыш тулмай сыға. Эште судҡа сығаралар. Ул ваҡытта закон бик ҡаты була. Ҡомаҡ-сысҡандарҙы эләктерер өсөн күп һанда тәпе ҡуя. Эләккән береһенең тиреһен тунап алып йыйып бара. Судҡа саҡырталар. Суд элекке Воскресенскийҙа (хәҙерге Мәләүез районы) була. Ҡайным теге тиреләрҙе судьяның алдына килтереп һала. ”Гражданин судья, вот они вредители”, -ти. Ас халыҡҡа биргәненән дә танмай. Шулай итеп ҡотолоп ҡала.

1937 йылда минең өсөн ҡыуаныслы хәл булды. Ялан яғында йәшәгән олатайымдарға (атайымдың атаһы) барҙым. Ул ғаиләһе менән колхоз умарталығында эшләй ине. Унда йөрөп йәйҙең үткәне лә һиҙелмәй ҙә ҡалды. Сентябрь айы ла еткән-мине килеп алыусы юҡ. Олатайға көн дә ялбарам, мине алып барып ҡуй тип.

Йәйәүләп юлға сыҡтыҡ. 50 саҡрым араны ике көндә үтеп, ауылға ҡайтып еттек. Был 1937 йылдың 17 сентябрь көнө ине. Яңылыҡ шул-ауылда тәү башлап мәктәп асҡандар. Ауылдың иҫке генә мәсетен мәктәпкә әйләндергәндәр. Уҡытыусы ағайҙы беҙгә фатирға урынлаштырғандар. 15 йәштән түбән 8 йәшкә тиклем 30- лаған бала 1-се синыфҡа барғандар.

Түбәнге Нөгөштән 3 бала килгән. Мин дә уҡырға төштөм. Уҡытыусы Фәтҡуллин Ғимран ағай мине өйҙә лә өйрәтә-нисек тә синыфташтарҙы ҡыуып етергә кәрәк. Үҙем дә тырышам: йыш ҡына әсәйем мәрхүмәнең ап-аҡ итеп ағартып ҡуйған мейесенә сыймаҡлап хәрефтәр теҙәм. Был шөғөл өсөн әсәйҙән эләгә ине. Шулай ҙа мин хәрефтәрҙе төшөнөп бөтөп, синыфташтарҙан алда уларҙы ҡушып уҡырға өйрәндем.

Уҡытыусы ағайҙың әҙәби китаптары ла күп ине. Яңы йылға тиклем уларҙы ла уҡый инем. Шул йыл Әүжән баҙарына барып, миңә өр-яңы пальто, ялтырап торған ботинка, бүрек, сумка алып ҡайттылар. Бындай бәхет атайлы балаларға ла эләкмәне. Уҡытыусы Мәләүез районы Сорғояҙ ауылынан ине. Һуғышта ҡатнашып, яраланып ҡайтып 1946 йылда мәрхүм булып ҡалды.

Икенсе синыфта беҙҙе Мәләүез районы Һарыш ауылынан килгән Мөслимов Ғилметдин ағай уҡытты. Уҡыусыларҙың ҡайһы береһе уның менән тиңдәш ине. Үҙе әҙәбиәткә ғашиҡ кеше булды. Стена гәзите сығарып, уҡыусыларҙы мәҡәләләр, шиғырҙар яҙырға йәлеп итте. Үҙе лә шиғырҙар яҙа ине. Уға яуҙан ҡайтырға насип булманы.

1939-1940 йылда ауылға ике уҡытыусы килде. Смакаев Миңнитдин, Ҡаранаев Вәлитдин. Икеһе лә элекке Йомағужа, хәҙерге Мәләүез районының Аптыраҡ (Көҫәпәй) ауылыныҡылар ине.

Улар агитатор ҙа булды. Спектаклдәр ҙә ҡуйҙырттылар. Үҙҙәре лә пьесса яҙып сәхнәләштерҙе. Миңнитдин ағай ауылдың иң сибәр ҡыҙына өйләнеп, еҙнә булып китте. Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алманы. Вәлитдин ағайҙы ла ошо яҙмыш көткән.

1940-1941 уҡыу йылында беҙгә хәрби кейем кейгән ағай килде. Ул Ғайсин Хәсән исемле уҡытыусы ине. Ул үҙен хәрбиҙәрсә тотто, беҙҙән дә шуны талап итте. Уҡытыусыбыҙ йәмәғәт эштәренең уртаһында булды. Ҡатыны Зөләйха апай гармунда һыҙҙырып уйнай ине. Улар ҡатнашлығында ахриталар гөрләп үтте.

Хәсән ағай беҙгә һуңғы белем биреүсе булды. Артабан - һуғыш. Ағайыбыҙ һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, төрлө яуаплы урындарҙа эшләне.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа беҙҙең тиҫтерҙәр егет ҡорона еткәйне инде. Колхоздың ҡайҙа ауыр эше бар-беҙ алғы планда булдыҡ. Бынан тыш, колхоздарға хөкүмәт тарафынан ағас ҡырҡыу, ташыу планы еткерелә торғайны. Арҡыры ҡул бысҡыһы менән ағас бысып, ат көсө менән эшләнек.

Ишембай-Ермолаевка тимер юлын һалыуҙа өс ай буйы эшләп, носилкалар менән юлға ҡырсынташ ташып түктек. Кистәрен аулаҡ өйҙәргә уйынға йөрөйбөҙ. Шул мәлдә Хөббөниса апай миңә бер ҡыҙҙы димләне. Һеҙҙең тауышығыҙ тап килә, һинең тауышың менән уның тауышы пар, ти. Бер мәл юлайҡан теге ҡыҙ йәшәгән өйгә инеп сыҡтым. Ҡыҙҙы күҙәтәм. Эстән генә “Юҡ, Хөббөниса апай, булмай, уның тауышы матурҙырҙыр ҙа, әммә тауыш менән генә йәшәп булмай. Бигерәк сибек, төҫкә лә не важно”, -тип уйлайым.

Унан инде әрмегә барырға ваҡыт етте. Өс йыл да алты ай Сахалин утрауында һалдат бутҡаһы ашарға тура килде. Әрменән ҡайтҡас, “Ҡыҙыл байраҡ” промартелендә эш башланым. Ағас ҡырҡыу, һалабаш төшөрөү, һал ағыҙыу кеүек эштәрҙең уртаһында ҡайнайым. Үрге Нөгөш бригадаһында бригадир булып та алдым. Йәштәр күп, күңелле.

1955 йылда ҡыуғын менән ағас ағыҙҙыҡ. Ағасты тотоу өсөн Мәләүез районың Смаҡ ауылында канат ҡоролғайны. Канатҡа йыйылған ағасты ҡарап тороу өсөн һаҡсылар ҙа бар. 10 көндә ағастарҙы ағыҙып, канатҡа барып еттек. Аҡса алып бер аҙ байрам иттек.

Шул саҡ мин яр башында 4-5 ҡыҙҙы күреп ҡалдым, улар араһында бер туған һеңлем Миңлегөл дә бар. “Абзый, мин һиңә кәләш күрҙем. Анауы ултырған өйгә бар әле, ул яңғыҙ ғына”, -ти. “Кит, юҡты һөйләп торма. Бынан кәләш һөйрәп йөрөргә минең башҡа тай типмәгән, үҙебеҙҙең Бөрйәндә ҡыҙҙар аҙмы ни”, -тиһәм дә, тегене барып күреп сығырға уйланым.

Һалдат гимнастеркаһын сисмәгәйнем әле. Башта –һалдат фуражкаһы. Көн эҫе булғас, яланаяҡ һеңлем күрһәткән теге өйгә барып индем. “Беҙҙең ҡыҙҙар һеҙҙә сәй эсеп сыҡҡан икән. Миңә лә сәй эсеп сығырға кәңәш бирҙеләр”, - тигән булам. Һөйләшә башлағас, уның 1932 йылда Кәшәлә ауылында тыуғанлығын, балалыҡ дуҫым Таһир менән үҙен сәңгелдәктә бәүетеп йоҡлатҡаныбыҙҙы иҫләнем. Мин уны кис клубҡа саҡырҙым. Ул түңәрәк уртаһында ултырғысҡа ултырған да, тальян гармунда уйнап йәштәрҙе бейетә.

Юл буйында бер ауыл магазинынан тальян гармун һатып алғайным. Фатирҙан барып тегене алып килдек. Гармунды теге ҡыҙға тотторҙом да: “Был гармун минән һиңә бүләк”, -тинем. Бына шунан китте беҙҙең танышыу, күп тә үтмәй, ғүмерлеккә ҡауышыу.

Ҡыуғын начальнигы Ҡаһарманов Абдразаҡ, канат ҡорҙороп ятҡан Әхмәтов Хәлил, кассир Ғәбитов Мансур ағайҙар менән кәңәшләшеп туй йолаһы үткәрҙек. Бөрйәнгә кәләш алып ҡайтыу үҙе бер тарих булды. Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа ат менән ике көндә 75 саҡырым ара юлды үтеп ҡайтып еттек. Юлда теге гармун бик ярап ҡалды. Ял итергә ултырғанда уйнап ебәрһә, күңелдәр күтәрелеп, арыуҙар бөтөп ҡалғандай була. Бына шулай итеп мин кәләшле булдым.

Икебеҙ ҙә билде биштән быуып промартелдә эшләй башланыҡ. Тырышып эшләп Үрге Нөгөштә өй һалдыҡ. Мал, ҡош-ҡорт үрсеттек. Шөкөр, бер-бер артлы балалар донъяға килә торҙо. Үрге Нөгөштә 22 йыл йәшәгәндән һуң, Ғәлиәкбәргә күсеп, шунда 31 йыл йәшәп ятабыҙ. Шөкөр, әле 10 балабыҙ иҫән, һәр береһе үҙаллы тормош юлына баҫты. 15 ейән-ейәнсәребеҙ, 4 бүлә-бүләсәребеҙ йәй айҙарында ҡайтып ярҙам итеп китә.

Ҡатынымдан уңдым тип әйтә алам: донъя көтөүгә ихлас, кеше менән уртаҡ тел таба белә, ҡунаҡсыл, минең үҙемә ҡарата иғтибарлы. Үҙем 30 йыл ҡурсаулыҡта эшләнем, өйҙә һирәк була торғайным. Эштең ауырлығы ҡатын елкәһенә төштө. Донъяны ла, балаларҙы ла ул ҡараны. Ә инде йыр-моңға килгәндә, Хөббөниса апайҙың һүҙҙәре раҫ булды: йәш ваҡытта беҙ икәүебеҙ йырлау өсөн пар булғанбыҙ.

Мәжлестәргә йөрөгәндә, ҡайтҡанда урам буйлап йырлап ҡайтһаҡ, ҡайһы бер кешеләр, бигерәк тә ололар, йырығыҙҙы ишетеп йоҡлай алмай яттыҡ, тип әйтәләр ине. Был маҡтаныу түгел, шаһиттар һүҙе. Хәҙер ҡартайҙыҡ, икебеҙ ҙә өсөнсө төркөм инвалиды. Шулай ҙа бирешергә иҫәп юҡ. Хөкүмәтебеҙ төрлө яҡтан ярҙам ҡулы һуҙып тора. Пенсияларыбыҙҙы арттырып торалар, тик донъялар ғына тыныс булһын. Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, ғүмер бирһен һәр беребеҙгә.

Халыҡ табиптары онотолмай

[үҙгәртергә]

Һәр төбәктең күренекле зыялылары, билдәле шәхестәре була. Мин иҫ белгәндән үк Күгәрсен районы биләмәһендә Шәмиғол хәлфә, Бөрйән районының Мәҡсүт ауылында Хәйретдин һәм Хәбир муллаларҙың йәшәүҙәрен ишетеп белә инем. Унан һуң үҙебеҙҙең райондың Үрге Нөгөш ауылында ла Нәби һәм Уйылдан муллаларҙы ишетеп кенә түгел, күреп үҫтем. Исламбай ауылындағы Шәүәли мулланың күрһәткән кирәмәттәрен кешеләрҙең һөйләүе буйынса иҫ китеп тыңлай инем. Шәмиғол хәлфәнең кешеләрҙе дауалап аяҡҡа баҫтырғанына, күрәҙәлек ҡылғандарына, дауалау ысулдарына, Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән тип әйтәйемме, телһеҙ ҡалған ҡыҙҙың телен элекке хәленә ҡайтарыуына шаһитмын.

Мәҡсүд ауылында тыуып –үҫкән Әсмә һылыуҙың телһеҙ ҡалыуы аяныслы хәл була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, аталары Абдрахман береһенән-береһе ваҡ биш балаһын ҡалдырып ил һаҡларға китә. Камила апайға балаларҙы яңғыҙ үҫтереүе еңелдән булмай. Ашатырға, кейендерергә, уҡытырға кәрәк. Әсмә ғаиләлә иң ҙур бала булараҡ әсәһенә беренсе ярҙамсы. Утынды ла, бесәнде лә бәләкәй сана менән һөйрәп ташыйҙар.

Әсмәнең бер туған ҡустыһы, Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Мөхәмәҙиә Ғәлин бына нимә һөйләй: “1948 йылдар булһа кәрәк. Мин 4-се синыфта уҡый инем. Төшкө сәйҙе эскәс, Ырғыҙлыға уҡырға китергә булдым. Әсмә апайым яҡында ғына бер ҡыу уҫаҡ күреп ҡайттым, шуны тиҙ генә алып киләм, һеҙ бысып, ярып китерһегеҙ”, - тине лә, балта алып, сана һөйрәп утынға китте. Барып етеп, балтаһы менән бер сабыуы булған, апайым ҡарға иҫһеҙ ҡолаған. Бер аҙ ятҡас, иҫ ингән, ҡоро санаһын һөйрәп ҡайтып инде. Нимә булды, тип һораһаҡ, һөйләшә алмай. Әсәйем мәрхүмә табиптарға ла күрһәтеп ҡараны, файҙаһы булманы. Хәбир мулланан да тәрбиәләтеп ҡараныҡ, ул да, был ауырыуҙы шәбәй-тергә минем көстән килмәй, ишеткән-белгән күрәҙәселәргә, муллаларға алып йөрөгөҙ, тине. Шулай итеп апайым 2-3 ай өйҙә һөйләшә алмай ятты.

Әсмә һылыуҙың бәхетенә, Шәмиғол хәлфәнең дауалау сеанстары үткәреүе, кешеләрҙең барып шәбәйеп ҡайтыуҙары тураһында хәбәр ишетелә. Әсәһе Камила апай хәлфәгә барыусылар менән Әсмәне лә эйәртеп ебәрә һәм бер дауалау курсы үтеү менән уның теле асылып, һөйләшеп алып китә. Тотлоғоңҡорап һөйләшһә лә, уның ҡыуанысының сиге булмай, хәлфә тағы ла килергә ҡуша. Әсмә һылыу тағы ла барып күренә. Ошо барғандан һуң элекке хәленә ҡайта, таҙа, матур итеп һөйләшә башлай. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында ҡыҙы ҡарамағында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ҡустыһы Мөхәмәҙиә һөйләй: “Ағасты сапҡанда берәй нәмә күренмәнеме, тип һорағайныҡ, ағасҡа сабыуым булды, бер йөнтәҫ нәмә килеп ҡосаҡланы, шунан иҫһеҙ ҡолағанмын ”, - ти.

Дамир Аллабирҙиндың ”Таң ” гәзитендә (2013 йыл, 19 март, №32) “Уйылдан мулла ”тигән баш аҫтында сыҡҡан мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙемдең Уйылдан мулла тураһында белгәндәремде бер аҙ яҙырға булдым. Уйылдан мулланың атаһы Мөхәмәҙиә, уның атаһы Мөхәмәтғәзи, әсәһе Сәғиҙә була. Мөхәмәҙиә олатай әсәйемдең әсәһе Сәхипьямал өләсәйем менән бер туғандар. Әсәйем Уйылдан мулла менән ике туғандар ине.

Мөхәмәҙиә олатайҙың тәүге ҡатынының исеме Мәфрүзә, Уйылдан бабай уларҙың баш балалары була. Унан һуң ҡыҙҙары Шәмсиямал, улдары Йосоп донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы , Йосоп улдарына енме бисурамы эйәләп ауырый. Ҡыш көнө аттарын мәкегә һыу эсерергә алып бағанда, Йосоп бабайҙы башы менән мәкегә тығып ҡуйғандар, тип һөйләне әсәйем.

Мәфрүзә өләсәй донъя ҡуйғас, олатай Фатима исемле ҡатынға өйләнә, унан ҡыҙҙары Өммөгөлсөм тыуа. Тик бәхет бер киреләнһә, алдына сығармай бит ул, Фатима өләсәй ҙә йәшләй генә гүр эйәһе була. Олатай был юлы Ғәлиәкбәр ауылынан Бәлхизә исемле өләсәйҙе алып ҡайта. Унан Мөхәмәтғәриф исемле улдары тыуа.

Олатай егәрле була. Донъяһы етеш, мал-тыуары күп, урманда солоҡ ҡорттары, ишек алдында умарталары тулып ултыра ине, тиҙәр. Эш тә күп, боронғо йола буйынсалыр инде, олатай Бәлхизә өләсәй өҫтөнән Ҡалғаһыу ауылынан Мәҙинә өләсәйҙе алып ҡайта һәм Ишбикә, Бүләкбикә ҡыҙҙарына ғүмер бүләк итәләр.

Мин олатайҙы ла, һуңғы ике әбейен дә күреп үҫтем. Олатай 1939 йылда вафат булды. Бәлхизә өләсәйҙән тыуған Мөхәмәтғариф ағай ҙа Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алманы. Мәҙинә өләсәйҙән тыуған Ишбикә генә иҫән, хәҙер ул 78 йәштә, Үрге Нөгөштә йәшәй. Мөхәмәҙиә олатайҙың ете балаһынан берәү генә тере. Бына ошондай абруйлы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән Уйылдан бабайҙы атаһы Мөхәмәҙиә олатай уҡытып, белемле итергә тырышҡандыр ҙа инде. Артабан Дамир Аллабирҙин үҙенең яҙмаһында Уйылдан мулла тураһында ысынбарлыҡты бәйән иткән.

Ысынлап та, медицина фәндәре кандидаты, ғалим Варис Зыяҡай улы Ғүмәров Үрге Нөгөшкә табип-муллаға килгәндә, мин Үрге Нөгөштә йәшәй инем (1971 йыл булһа кәрәк). Ғалим менән табип-мулла 3 көн эсендә бер-береһе менән яҡын туғандар кеүек булып киттеләр, хатта яҡындағы болондарҙа дарыу үләндәре ҡарап йөрөнөләр. Һуңынан ғалим халыҡты йыйып, медицина темаһына әңгәмә үткәрҙе, һорауҙарға яуаптар, файҙалы кәңәштәр бирҙе, табип-мулла тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.

Йылан саҡҡан кешене дауаларлыҡ дарыу медицинала әле табылмаған. Ә табип-мулла, арбау юлы менән кешеләҙе саҡҡан йыландарҙан ҡотҡарған( арбағанда саҡҡан йылан эргәләренә килеп йән биргән). Уйылдан мулланы ярты Башҡортостан белә ине, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Беҙ ҡапсыҡта ятмаған кеүек, табип –мулланың да исеме тирә-яҡҡа тарала.

Бер ваҡыт Мәләүез районының Боһорман тигән урыҫ ауылынан бер ҡатын мулланы ишетеп ҡала, ауырыған ҡыҙын арбаға ултыртып, Үрге Нөгөшкә тура юлдан килеп сыға. Мулла ҡыҙҙы тәрбиәләгәс, ауырыуҙың хәле бер аҙ арыулана төшә. Ҡатын күп уйлап тормай, ҡыҙын тейәп тағы ла Үрге Нөгөшкә табан юлға сыға. Тик табип-мулла өйҙә булмай сыға. Ишембай районының Кәбәс ауылына ҡыҙына ҡунаҡҡа киткән була. Ҡатын юғалып ҡалмай юл һорашып, ҡағыҙға һыҙҙырып ала ла, тағы юлға сыға. Ә ара алыҫ тау-таш, таныш булмаған ҡара урмандар аша 35 саҡрым барырға. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, ҡатын табип-мулланы табып, ҡыҙын тәрбиәләтеп алып ҡайта. Килеп-ҡайтыуы менән бергә барлығы 200 саҡырым юл үтә. Мосолмандар булмаһалар ҙа, уларҙы өмөт тигән нәмә рухландыра, шәбәйеүҙәренә көс өҫтәй. Һуңынан ишетеүемсә, ул ҡыҙ үҫеп етеп тормошҡа сыға . Бындай хәл үҙебеҙҙең ғаиләлә лә булды. Өсөнсө синыфта уҡып йөрөгән ҡыҙыбыҙ ҡапыл ғына ауырып китте. Мин Ғәлиәкбәргә килеп фельдшер Шәкирә Ғәбитованы алып ҡайттым. Уның яңы ғына эш башлаған мәле. Ҡулынан килгәнсе тырыша, тәрбиәләй ҡыҙыбыҙҙы, әммә ҡыҙҙың температураһы аҙ ғына төшөп тора ла кире күтәрелә. Шәкирә аптырауға ҡалды. Баланың эргәһенән китмәй, ҡыҙыбыҙҙың хәле мөшкөл.

Шул ваҡыт Шәкирә: “Ағай, әллә теге мулла бабайҙан тәрбиәләтеп ҡарайыҡмы?”- тимәһенме. Мин табип-муллаға барып һөйләнем. Ул миңә: “Һуң һин врач килтергәнһең түгелме? ”-тип төрттөргәндәй әйтеп ҡуйҙы. Күрәһең тәүҙә үк үҙенә әйтмәгәнгә үпкәләгәндер.

Шәкирә мине тағы ла Ғәлиәкбәргә дарыуға ебәрҙе. Ноябрь айы, Нөгөштөң боҙо туңмағайны. Ҡараңғы төндә тау аша Ғәлиәкбәргә килеп етеп, фельдшер Мәрйәм апай Яҡупованың (хәҙер мәрхүм) фатирының ишеген шаҡыным. Хәлде асыҡлағас, Мәрйәм апай медпунктты асып, Шәкирә һораған дарыуҙарҙы бирҙе.

Мин ҡайтырға сыҡтым, төн ҡараңғы. Ҡалыу мороно тигән ергә еттем. Нөгөш буйынан киттем. Ҡапыл фонарь менән яҡтыртҡандай алдағы юлым һәм тирә-яғым яҡтырып китте. Мин һиҫкәнеп ҡуйҙым, ай яҡтыһы төшкәнме икән әллә тип, һауаға ҡараным. Юҡ, һауала ҡара болоттар йөҙә. Юлды дауам итәм. Аһыллы яланына еткәйнем, тағы ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Минең башта төрлө уйҙар сыуала. Кешеләрҙең Арыҡтай яланында ен-пәрейҙәр күреүҙәрен ишеткәнем бар. Әллә Арыҡтай ене эйәреп киләме тип, атымды ҡыҙыулата төштөм. Һарыҡ алып ҡасҡан тауын менеп, Ҡотан тауына еткәс, йөрәк әҙ генә тынысланды. Ни тиһәң дә, ауыл яҡын.

Тауҙы төшөп, Бәккән йылғаһын сығып, 20 метр самаһы барһаң, ауыл уттары күренә башлай. Бәккән йылғаһының күпере бар, күперҙе үткәндә ат тояғының тауышы әллә ҡайҙа алыҫҡа ишетелеп тора. Күперҙән үтеп байтаҡ ер уҙғас, күперҙән сығып килгән ат тояҡтарының тауышы ишетелде. Әллә берәйһе минең арттан киләме икән тип, байтаҡ туҡтап торҙом, тик бер нәмә лә күренмәне, тауыш-тын юҡ. Был тиген нәмә түгелдер тип, атымды шәп ҡыуып, ауыл яғына елдерҙем.

Мин ҡайтып ингәндә таңғы 4 тирәһе ине. Өйгә инһәм Уйылдан мулла ҡыҙыбыҙҙы өшкөрөп тәрбиәләй, Шәкирә лә бергә. Мулланың баланы өшкөрөүен иғтибар менән ҡарап ултырҙым. Ул доғаһын уҡый ҙа, баланың баштарынан, биттәренән һыйпай, тирә-яғына өргөләп ала, унан һуң баланың кейеменең төймәләрен ысҡындырып, ҡулдарын алмаш-тилмәш ҡуйынына тыға.

Ул эшен бөткәс, юлдағы хәлде һөйләнем. “Юҡҡа хафаланғанһың, улым, һин бит изге юлда йөрөйһөң, Аллаһы Тәғәлә һиңә юлдаш итеп Хызыр Ильяс бабайҙы ебәргән, һинең юлыңды шул яҡтыртып килгән”, - тине. Ҡыҙ иҫһеҙ ята, мулла-табип иртәгә килергә һүҙ биреп, ҡайтып китте. Иртәгәһенә төрлө ысулдар менән тәрбиәләй башланы: әрем, артыш яндырып ыҫлай, өҫтөнән дә өшкөрөп доғаларын уҡый. Шулай кискә тиклем.

Мулланы сәйгә саҡырҙыҡ. “Иншаллаһ, шәбәйеп китер, Алла бирһә”, - тине ул сәйгә ултырғас. Иҫһеҙ ятҡан бала башын күтәрҙе лә: “Әсәй, минең дә сәй эскем килә”, - тимәһенме. Уйылдан мулла йылмайып ҡыҙыма ҡараны ла: “Ҡуҙғалмай ғына ятып тор, балам, иртәгә тороп йөрөй башларһың”, - тине. Бына мөғжизә! Шунан башлап ҡыҙыбыҙ Гөлдәр шәбәйҙе лә китте. Әле лә иҫән-һау, Вәхит кейәүебеҙ менән биш балаға ғүмер бирҙеләр. Ике ейәнгә, бер ейәнсәргә өләсәй-олатай булыу бәхетенә иреште улар.

Бына шулай, табип-мулланың иҫ киткес дауалау ысулдарына, хәл өҫтөндә ятҡан баланы аяҡҡа баҫтырыуына шаһит булдым мин һәм тәүҙә уҡ уға мөрәжәғәт итмәүемә үкенес белдерҙем. Ни тиһәң дә, беҙҙең быуынды ул ваҡытта 60 йылдан ашыуыраҡ марксизм-ленинизм идеялары менән тәрбиәләнеләр бит. Үҙем коммунист булмаһам да, икеләнеү тойғоһо бар ине.

Бынан башҡа ла муллаға әмәлләнгән, сихырланған кешеләр йыш мөрәжәғәт иттеләр. Шуларҙың берәүһе үҙебеҙҙең ауыл кешеһе, табип-мулланың ике туған ҡустыһы( Миңнулла тип атайыҡ) Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, ялан яғында бер ҡатын менән таныша, тик күңеле тартмай ташлап ҡайтып китә. Ә теге ҡатын быға үсләшеп сихырлата. Миңнулла ауырый башлай һәм сихырланғанын үҙе лә аңлай. Беҙ һал менән ялан яғына сыҡһаҡ, теге ҡатын: “Миңнулла нисек йәшәй? Өйләндеме? Ауырымаймы?” - тигән һорауҙарын яуҙыра башлай. Шунда уҡ уның Миңнулланы сихырлатҡанын аңларға була ине.

Миңнулла көслө ауырый башлай, ашамай-эсмәй, ҡаҡ һөйәккә ҡала. Ул табип-муллаға мөрәжәғәт итергә була. “Ағай, үлтермә, мине сихырланылар”, - тип асығын һөйләп бирә. Мулла иғтибар менән тыңлай. “Ярай, сихырҙы тау-ташҡа ҡайтарырмын”, - ти. “Юҡ, кем сихырлаған, үҙенә төшһөн ”, - тип ныҡыша Миңнулла. Мулла тәрбиәләгәс, ул яйлап арыулана башлай, ә теге сихырсы ҡатында бер нәмә лә юҡ. Ҡатындың еткән улы бар ине, шул улы ауырый башлай. Сихыр аймылыш төшә. Ул малай кибеп-ҡатып шешекләп мәрхүм була.

Миңнулла бабай шәбәйеп аяҡҡа баҫа. Хәҙер өйләнеп, донъя көтөргә кәрәк. Күрше ауылда ире һуғышта үлеп ҡалған Ғилминур исемле ҡатын йәшәй, балалары юҡ. Миңнулла шул ҡатынға барып, үҙенең эс серҙәрен сисә, киләсәктә бергә йәшәү дәрте менән яна. Ғилминур ыңғайламай, тәҡдимде кире ҡаға. Миңнулла бабай башлаған эште ташлап ҡуя торған кеше түгел ине, ни тиһәң дә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Дон йылғаларын кисеп, фашистар менән алышҡан кеше.

Ғилминурға тағы бара, үҙенең мөхәббәт утында яныуҙарын бәйән итә. Юҡ, ризалыҡ ала алмай. Миңнулла бабай табип-мулла ағаһына хәлде һөйләп бирә. Мулла ҡустыһының ут эсендә янғанын аңлай һәм сәй өшкөрөп бирә. Миңнулла өшкөртөлгән сәйҙе ике туған һылыуына биреп, Ғилминурға эсереүен үтенә. Һеңлеһе яйын тура килтереп, сәйҙе эсерә. Шул көндән башлап Ғилминур икенсе кешегә әйләнә. Быға тиклем тәҡдименә риза булмай йөрөгән Ғилминурҙың йөрәгендә Миңнуллаға мөхәббәт уттары ҡабына.

Миңнулла бабайҙың хыялдары тормошҡа ашты, бәхетле оҙон ғүмер үтеп, 4 ҡыҙға, 3 улға йәшәү бәхете бүләк иттеләр улар. Табип-мулланың бына шундай көс-ҡөҙрәте булғанына инандым мин.

Табип-мулланың улы Рәсүл тураһында ла бер аҙ яҙып китмәһәм , яҙыҡ булыр. Рәсүл бәләкәйҙән атаһының доғаларын, тәрбиәүи ысулдарын тыңлап, күреп үҫә. Атаһы гүр эйәһе булып ҡалғас, уның эшен дауам итә. Йәшерәк саҡта баҙнатһыҙыраҡ була, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ғына ихласлап халыҡты дауаларға тотона. Уның дауалау ысулдары, килгән ауырыуҙарҙың һауығып ҡайтыуҙары тирә-яҡҡа тиҙ тарала. Ҡыш көндәре Ғәлиәкбәргә тиклем машина менән килһәләр, ҡалған юлды ат яллап барырҙар ине.

Быуындан быуынға күсә килгән ғилемлек Рәсул мулланың улы Фитратҡа ла күсә. Ул да атаһы йоғонтоһонда дингә ылыға һәм ошо изге эште быуындан быуынға еткереү маҡсатында, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә дини белем алып сыҡты. Әлеге көндә Фитрат тыуған йортонда олатаһы һәм атаһы рухына аяттар бағышлап, белгән ғилеме менән ауылдаштарына тәрбиә, өгөт-нәсихәттәрен бирә. Киләсәктә уның да олатаһы Уйылдан мулла, атаһы Рәсүл мулла кеүек киң билдәле табип-мулла булырына шик юҡ.

Йәмле Нөгөш буйҙары

[үҙгәртергә]

Урал армыттарын ярып ағып ятҡан Оло Нөгөш йылғаһы Белорет районының Исмаҡай ауылынан алыҫ булмаған ерҙә шишмә булып ҡына башлана. Юл ыңғайында үҙенә ҡушылған ваҡ шишмәләр –Ҡоҙаш, Брәтәк, Хажы, Ғәлиәкбәр ауылынан 2 саҡырым үрҙәрәк Кесе Нөгөш йылғаһы ҡушылғас, ҙур ғына йылға хасил була. Ғәлиәкбәрҙән түбән Егәйен, Аһыллы, Бәккән йылғаларын ҡушып алып, Үрге Нөгөш ауылын үтеп китә һәм Үшә, Күжә, Кәрлек, Бәҙрәш йылғаларын үҙенә ҡушып, Кәшәлә ауылын үтеп китә.

Кәшәләнән түбән ҙур ғына Кәшәлә йылғаһы, Ағуя, Ташэлгән, Икебаш, Аҡтамаҡ, Күперле, Көмбәләкле (ҙурлығы менән Нөгөш йылғаһынан ҡала 2-се урын алалыр), Үрек йылғаһы Нөгөш һыуһаҡлағысынан 10-15 саҡырым үрҙә ҡоя. Нөгөш йылғаһының быуғыны Үрек йылғаһының буйына ла күп кенә кимәлдә һыу ташҡыны булдырған.

Нөгөш һыуһаҡлағысы өс ҙур ауылды урындарынан күсереп, Нөгөштө быуып, урынына диңгеҙ яһап ҡуйыуҙан ғибәрәт. Быуаның түбән яғында тау-таш ҡаялар ҙа, эре йылғалар ҙа юҡ. Һыу тын ғына аға. Әбет ауылы тәңгәлендә элекке Воскресенский районының Хлебодаровка ауылы аша ҙур ғына Өҫкәнеш йылғаһы ҡоя. Элек был йылғанан төрлө ҡалаларға утын әҙерләп ағыҙҙылар.

Әлбиттә, был һанап үткән йылғаларҙан башҡа исемле һәм исемдәре билгеһеҙ тиҫтәләгән ваҡ шишмәләр Нөгөшкә килеп ҡушылып, уның һыуын тулыландыралар. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең ”Мәңгелек урман” тигән китабында революцияға тиклем Нөгөш буйы урмандарына Лапшин баяр хакимлек иткән тип яҙа. Ул Нөгөш йылғаһын “Норош” тип тасуирлаған.

Нөгөш йылғаһы буйында халыҡ телендә Лапшин утары тигән ер бар. Ул Бикташ ауылынан 7-8 саҡырым түбәндә, әле лә нигеҙ таштары беленеп ята, тиҙәр. Ноғман Мусин яҙыуынса, Лапшин баярға урман ҡырҡыу, ташыу, ағасты ағыҙып Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына еткереү өсөн бик күп эшселәр кәрәк була. Тирә-яҡ ауылдарҙан бик күп эшселәр йыйыла. Яҡын тирәнән генә түгел, ишеткәндәр ҡырҙан да киләләр.

Лапшиндың биләмәләре Оло Нөгөш буйында ғына түгел, Кесе Нөгөш буйҙарында ла булған. 1958 йылда Кесе Нөгөш буйынан Брәтәк ауылына китеп барған юлдашым Мөхәмәт бабай Күлбаев (мәрхүм), сереп үҙәктәре генә ултырған ҡарағай сайырҙарын күрһәтеп, бына былар Лапшин баярҙың эшкәрткән билдәләре инде, тип һөйләгәйне. Тимәк, ул Кесе Нөгөштән Оло Нөгөшкә ағас ағыҙып төшөргән.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алда, мин иҫ белгәндән алып, йыл һайын Нөгөштән ҡыуғын үтә торғайны. Һал өҫтөндә таҡтанан эшләнгән будкалар, иң алда ҡыйығына ҡыҙыл флаг эленгән контора, унан магазин. Ҡыуғынсыларға палаткала йоҡларға тура килә ине. Ауылға яҡыная башлағас, кешенән фатир һорап, йылы өйҙә йоҡлайҙар. Ауылдан түбәнләгәс тә шулай итәләр ине. Магазиндарында аҙыҡ-түлектең төрлөһө бар. Һыуланып, өшөп ҡайтһалар, йылыныр өсөн норма менән араҡыһы ла һатыла ине. Тауарҙы Стәрлетамаҡтан ташыйҙар. Ағас бик күп, хатта түмәр умарталарҙан да йыуандары бар.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бындай ҙур ҡыуғындар булманы. Һуғыштан һуң, 1948-1949 йылдар булһа кәрәк, иректән мәхрүм ителгән граждандар ағас ҡыуҙылар. Араларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине.

Ағас ағыҙыу “Ҡыҙыл Байраҡ” промартеле дәүерендә лә дауам итте. 1955-1961 йылдарҙа промартель хеҙмәт итеп ҡайтҡан йәш көстәр менән тулыландырылды. Һалабаш төшөрөп, ҡап-септә һуғыу кеүек эштәр менән бер рәттән ағас ҡырҡыу, ташыу эштәре лә киң йәйелдерелде. Ағасты һал менән менән генә алып сығып бөтөп булмай , боҙ китеп һыу ярҙарына ҡайта башлау менән, 25-30 кубометр ҡарағай ағасын биш ҡушма итеп һал бәйләп , өҫтөнә 2500-3000 ауырлығындағы йөк тейәп (ҡап-септә) ағалар һалсылар. Уны Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларына алып барып еткереп, тапшырып ҡайтыуҙарына, ҡалған эшсе көсө менән ташылған ағасты һыуға төшөрөп, ҡыуғын юлда була ине. Һалсылар ҡайтыу менән өҫтәлмә көс итеп ҡыуғынға ебәрелә.

Шулай итеп, 7 йыл рәттән (1955-1961 йылдар) тиҫтәләсә мең кубометр ҡарағай, уҫаҡ, һалабашҡа төшөрөлгән һөйән (йүкә) Нөгөш тамағынан өҫтәрәк ҡанат ҡуйылып туҡтатыла ине. Ҡанат ҡуйыуға бер бригада алдан китә. Уға старший итеп, йыл һайын тигәндәй, һуғыш ветераны, мәрхүм Әхмәтов Хәлил бабайҙы тәғәйенләйҙәр ине. Ҡыуғын начальниктары Әбдразаҡ Ҡаһарманов, Мансур Ғәбитов, Әхмәҙинур Әминев, Рафиҡ Хәлитов, Сәйфулла Әхтәмов, Шәкир Ишмөхәмәтовтар (барыһы ла мәрхүмдәр) үҙҙәренә яуаплылыҡ алып, ағасты төрлө ойошмаларға һатып, теүәл отчет биреп торҙолар.

Эйе, Нөгөш һыуы иң осһоҙ йөк транспорты булып һаналды. 1950-1954 йылдарҙа ҡыш ҡап тейәп ат менән Стәрлетамаҡҡа йөрөгәндәр, ҡайтҡанда промартелгә тауар тейәгәндәр. Ялан яғына сыҡҡас, ағасты урлау осраҡтары була торғайны. Еңелерәктәрен тал араһына индереп йәшерәләр. Ҡыуғынды алып барып еткергәс, мул ғына аҡса, өҫкә кейем-һалым алып, байрам итеп тә ала торғайныҡ.

Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҙа булғыланы. Үрге Нөгөш ауылы егете Әҡсән Иҫәнаманов мәрхүмдең хеҙмәттән ҡайтҡан йылы ине. Аҡ костюм-салбар, аяғына аҡ туфли кейеп алған һомғол буйлы егет ҡарап тороуға түрә кешене хәтерләтә. Туҡталышыбыҙ Мәләүез районының Смаҡ ауылында. Ауылдан 2 саҡырым алыҫлыҡта һөтсөлөк фермаһы урынлашҡан. Бер көн элек Әҡсән һауынсылар менән танышып, киноға ла барып ҡайтҡан. Икенсе көндө беҙҙе лә ҡоторта. Шулай итеп, йыйылышып һауынсылар янына киттек. Әҡсән ҡыҙҙар янына инеп китте лә кире сыҡты. Һеҙ берегеҙ ҙә күренмәгеҙ, йәшенегеҙ, хәҙер ферма мөдире килергә тейеш, тиҙәр.

Ферма мөдире, иртә тора алмайһығыҙ, тип ҡыҙҙарҙы киноға сығармай икән. Мин уның менән үҙем һөйләшәм әле, ти. Беҙ ҡырғараҡ барып йәшенеп, һауынсылар өйөн күҙәтәбеҙ. Оло йәштәге бер кеше өйгә инеп китте. Әҡсән ферма мөдире менән үҙен таныштыра: “Мин райком комсомолында йәштәр эше буйынса эшләйем. Уларҙың эш һәм йәшәү шарттарын ҡарайым, һауынсылар араһында социалистик ярыштар үткәреләме –юҡмы , культуралы ял итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Әле һауынсы ҡыҙҙарҙан һорағайным, һеҙ уларҙы кино ҡарауҙан да мәхрүм итәһегеҙ икән. Был эшең хаҡында райком алдында отчет бирерһең” , -ти.

Теге ферма мөдире ҡаушап китеп: “Ней, улым, эште олоға ебәрмәйек инде. Ҡыҙҙарҙы ебәрмәйем тип тормайым мин. Иртәнге һауынға тора алмайҙар. Барһалар, иртә торһондар”, - тип аҡлана икән. Шулай итеп, ҡыҙҙар киноға сыҡтылар. Иртәгәһенә кемдер ферма мөдиренең ҡолағына төшөргән. Был хәбәрҙе ишеткәс, ферма мөдире урынында ултырып түҙмәй, сәсен йолҡҡан имеш, тип һөйләнеләр.

Алда яҙып үтеүемсә, Нөгөш йылғаһы осһоҙ йөк ташыу транспорты һаналды. Ул ваҡытта хәҙерге текниканың бөртөгө лә юҡ ине. Борон-борондан ҡыуғын һал менән шөғөлләнгәндәр. Бөйөк Ватан һуғышынан алда һал менән аҡҡандарын хәтерләйем. Ауыл тапҡырынан ҡурай уйнап, йырлап аға торғайнылар. Кәшәлә ауылы тәңгәлендә Нөгөш тоноҡ, тын ғына аға. Һалсыларҙы барлыҡ ауыл халҡы яр башына сығып оҙатып ҡалыр ине.

Ватан һуғышы йылдарында ла был эш дауам итте. Ир-ат яуға китеп бөткәс, эшсе көс етешмәгәс, үҫмер ҡыҙҙар ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, алғы ишкәккә торҙолар. Ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып тип, тип әйтеүем дә раҫ: йылғаның боҙо китеп, һыу бер аҙ ярҙарына ҡайтҡас, ярһыу аттай тулҡынланып аҡҡан йылғала 2500-3000 тонна йөк тейәлгән һал менән идара иттеләр. Әгәр ҙә техника менән аварияға осраһаң, юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәмәү арҡаһында килеп сыға, ә һалсыларҙы уҡытмайҙар. Уларға махсус курстар юҡ. Уларға бик иғтиарлы булыу һәм һал юлын белеү мотлаҡ ине. Шөкөр, һалдары туҙып, тауарҙары аҡҡан тигән хәбәр ишеткәнем булманы.

Ә ялан яғына сыҡҡансы күпме ҡурҡыныс урындар бар. Ғәлиәкбәр ауылынан Ҡалыу мороно тигән ергә еткәнсе (Үрге Нөгөштән өҫтә) ишкәкселәргә тын алырға ла ваҡыт булмай. Әсебар тамағы, Сусҡаморон, Өйрәкташ ҡаяларына ныҡ ҡыҫтай, алдан алмаһаң, ҡаяға бәрелеп, селпәрәмә килеүең дә мөмкин. Шуның өсөн был араны ике һал кешеһе (дүрт кеше) ҡайтауыллап алған осраҡтар ҙа була торғайны. Аръяғы Кәшәлә ауылына тиклем төҙәм, әллә ни ҡурҡыныс урындар юҡ. Кәшәлә ауылының түбән яғында тағы ла ҡурҡынысыраҡ урындар бик күп.

Икебаш тигән тауға тиклем был араны ла ҡайтауыллап аға торғайнылар. Бында һаҡ эш итергә кәрәк. Артҡы ишкәктәге кеше алғы ишкәксе ни бойора, шуны эшләргә тейеш. Яңылыш һуғып хата ебәрһәң, көтөлмәгән хәлгә тарыуың мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышынан алда мәрхүм булған оҫта һалсы Әминев Ғилман бабайҙы Ғәлиәкбәр ауылының оло быуын кешеләре әле лә хәтерләйҙер. Ул артҡы ишкәксе менән артына әйләнеп ҡарамай ғына идара иткән. Башына кейгән таҡыяһын ҡайһы яҡҡа ҡырын һалып кейә, артҡы ишкәксе шул яҡҡа һуҡҡан, тиҙәр. Нөгөш буйында үҫеп, әлеге көндә иҫәндәре Нөгөш буйының ҡурҡыныс урындарын, һал буйында нисә таш булыуын, уларҙан нисек имен-аман үтеүҙәрен хәтерләйҙәрҙер.

Мин үҙем дә 10 йәштән артҡы ишкәк һуғып сыҡҡанымды хәтерләйем. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡоро утын әҙерләп, яурын менән һыуға һөйрәп төшөрөп, кәшмәкләп яланға алып сығып, картуфҡа алмаштырып, 40 саҡырым араны күтәреп үтеүҙәр әле лә онотолмай. Шуның өсөн һәр бер ҡая-таш, һәр бөгөл күҙ алдымда торған кеүек. Тик, үкенескә ҡаршы, 1975 йылдан һуң Нөгөш буйынан һал менән төшөү мөмкинлеге булманы.

Нөгөш буйында ауылдар бик һирәк урынлашҡан. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәрҙән түбән Үрге Нөгөштән һуң Нөгөш быуаһына тиклем ауылдар юҡ. Элек ҙур ғына булған Түбәнге Нөгөш менән Кәшәлә ауылы халҡы ла төрлөһө төрлө яҡҡа күсеп китеп бөттөләр.

Йылғаның һул яғы Ғәлиәкбәрҙән түбән Егәйен тамағынан Вадраш йылғаһы тамағына тиклем 37 саҡырым “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы биләмәһе Түбән яғы Мәләүез Милли парк биләмәһе. Нөгөш быуаһына тиклем йылғаның уң яғы ла Мәләүез ерҙәре.

Йылға буйының хозур тәбиғәте, иҫтәлекле урындары бик күп. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәрҙән түбән Әсебар тамағы тигән ерҙән бик күп ағып барып сабынлыҡ үтәһең, 3 саҡырымдай үткәс, әйләнеп килеп, кире Әсебар тәңгәленә Сусҡаморон тигән урынға етәһең. Шул тәңгәлдән аша ғына төшһәң, күп булһа 100-150 метр ара булыр, унан түбән Өйрәкташ ҡаяһы. Ул да үҙәккә оҡшаш, күккә ашып тора. Мөғжизәгә оҡшаш ҡаяның аҫты тәрән, сөм, балыҡ күп. Нөгөш буйынан үткән туристар унда туҡтамай китмәйҙәр.

Кәшәлә ауылынан түбән Үрге үткәл тигән мөғжизәле урын бар. Ул да үрҙә яҙылған Әсебар, Сусҡаморонға оҡшаш, әммә был урын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Бында ла урап, йылғаның уң яғынан ағаһың. 3-4 саҡырым аҡҡас, кире үткәл (был бәләкәй генә утрауҙы хәтерләтә) тәңгәленә етәһең. Был яғы Һөймәҫ тип атала. Ҡая тәпәш кенә, өҫтөнә ҡарағайҙар үҫкән. Әгәр ҙә шул ҡарағайҙар булмаһа ҡая аша йылғаның бер яҡ ярынан таш бәрһәң, икенсе яҡ ярға барып төшөр ине.

Үткәл ҡаяһын яҙа башлағас, тағы бер ҡыҙыҡ иҫкә килеп төштө. 1964 йылда ҡатыным менән ялан яҡтарын күреп ҡайтырға уйланыҡ. Мәләүез районы колхоздарының береһенең Үрге Нөгөштә ағастары бар. Минең ауылдашым, йәшлек дуҫым Иҫәнов Таштимер (Бөрйән урман хужалығында, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында ла эшләне) шул ағастар өсөн яуаплы. Минең ағастарҙы һаллап алып сыҡ, аҡсаһын алып сығыу менән түләйбеҙ, тине. Нурый менән һалды бәйләп бөттөк тә, иртәгәһенә ағып та киттек.

Мин алғы ишкәктә, Нурый еҙнә артта, ярҙамға минең ҡатын. Артҡы ишкәксе йүнләп һуҡмай, анекдоттар һөйләп көлдөрөп тик килә. Үткәл ҡаяһына яҡынлашабыҙ. Шаршы башында бер таш бар. Шул ташты ярыш ҡына үтмәһәң, аҫта ҡая ҡурҡыныс. Нурый еҙнәгә, һыртҡа һуғыңҡырап кил, тип алдан иҫкәртһәм дә тыңламаны. Һалдың артын көслө ағым бороп аҫҡа төшөрҙө, ал яҡ теге ташҡа менеп китте, һал ултырҙы. Нурый еҙнәм юл тоҡсайын алды ла, “чукынсын” тине лә, һалдан төштө лә китте. Татар милләтенән ине ул. Мин асыуланып ҡысҡырғас, кире менде. Һалды киренән йүнәтеп, ағасты юғалтмай алып барып еткерҙек. Шунан аҙаҡ был ташты Чукынсын ташы тип атап йөрөтәләр.

Һөймәҫ тип атап йөрөгән урын да һалсыларҙы бик борсоуға һала. Был урында өс арал бар, һыу ташҡан ваҡытта иң өҫкө аралдан йырлап үтәһең, һыу ҡайта башлаһа, икенсе урта аралды ла еңел үтеп була. Ә бына һыу ярҙарына ҡайтып бөткәс, өсөнсө аралға (иң аҫҡы) көн ҡала. Бында йыр ҡайғыһы юҡ. Аҫта ҡая, уны үтеп бөткәнсе барлыҡ көсөңдө, энергияңды түгәһең.

Һөймәҫ аралынан һуң Инсеғол ҡаяһы. Бейек ҡая. Был ҡаяла оҫҡон, ҡыр һуғаны үҫә. Туҡтап оҫҡон йыйып ала торғайныҡ. Был ҡаяның тарихи исеме лә билдәле. Элек Инсеғол исемле йәш егет оҫҡон йыйғанда осоп үлгән тип һөйләйҙәр. Инсеғол ҡаяһын үтеп китеү менән һалсыларҙы күккә олғашҡан, үрелеп ҡараһаң таҡыяң төшөрлөк, башы яланғас ҡая ҡаршы ала. Уны Яҙыулы ҡая тип тә, Ҡашҡа айғыр тип тә атағандар. Яҙыулы ҡая тип атауҙарына ышаныуы ҡыйын. Ысынлап та, ҡаялағы биҙәктәр төрки хәрефтәргә оҡшаш. Бәлки, ташҡа мүк үҫкәндер ҙә шулай тойолалыр.

Ә Ҡашка айғыр тигән исеме билгеле. Элек ялан яғынан килеп йөрөгән йылҡы өйөрҙәренең àйғырҙары талашып китеп, бер ҡашҡа айғыр ҡаяның башынан осоп үлгән, тигән легенда йөрөй. Ҡашҡа айғыр ҡаяһын үтеп, тын алырға ла өлгөрмәйһең , алда элек-электән ҡурҡыныс яғы менән даны таралған Әйкәй, арҡыры ҡаялар ҡаршы ала. Әйкәй тулҡыны бик көслө, һал өҫтөнә менә. Ишкәкте тулҡын өҫтөнә ҡуйып өлгөрһәң өлгөрөп ҡалаһың, аҫта иң ҡурҡынысы -Арҡыры ҡая. Был ҡаяның исеме есеменә тап килгән. Әйкәй шаршыһына төшөп тә өлгөрмәйһең, ҡаяға һуғылаһың. Имен генә үтермен тимә. Элек-электән был урында һал туҙҙырғандар, һыуға аҡҡандар.

Әйкәй менән арҡыры ҡаяны үткәс, иркен тын алып ҡалаһың. Аръяғында Нөгөш быуаһына тиклем әллә ни ҡурҡыныс урындар юҡ. Ә мөғжизәле урындар бар. Ҡыҙбикә уяһын үтеп, 2 саҡырым ара үтһәң, элек бер бригада булып йәшәгән Сауҡа утары (хәҙер ул утар ҙа юҡ), унан түбән Күперле йылғаһы. Беҙ уны Ташкүпер тип йөрөтә торғайныҡ. Йылға тау битләүенән уянан аға. Бер урында йылғаны ҡаплап өй иҙәне тиклем ҙур, матур таш ята. Йылға шул күперҙең аҫтынан ағып сығып, һал менән үткәндә әллә ҡайҙан ялтырап күренеп ята. Был урын айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән, шикелле. Был ерҙән башҡа ла мөғжизәле, тарихи урындар бик күп Нөгөш буйында. Уларҙың барыһын да теҙеп яҙыу мөмкин түгел, үҙе бер китаплыҡ.

Ә шулай ҙа, Ялануй тигән ергә еткәс, Нөгөш диңгеҙенең һөҙөмтәләре күренә башлай- һыу быуғыны һал менән ағыусыларҙы туҡтата. Һалсылар ишкәктәрен алдан, арттан алып, һалдың икенсе яҡ ҡабырғаһына ҡуйып, кәмә һымаҡ ишеп төшәләр, йә булмаһа Нөгөш быуаһында йөрөгән катерҙарға тағып, аҡса түләп, Тәргәй ауылына тиклем һөйрәтәләр ине. Ялануйҙан 2 саҡырым тирәһе аҡҡас, әллә ҡайҙан ялтырап Үрек ҡаяһы күренә. Үрек тамағы алыҫтан бәләкәй күренһә лә, яҡынлағас, ҙур Лениндың рәсеме тора. Үҙенең ғумерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, арҡанға бәйләнеп, яп-ялтыр ҡаяға сүкеш-ҡасау менән ырып Ленин һүрәтен төшөргән рәссамдың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исем- шәрифен онотҡанмын.

Үрек йылғаһына килеп еткәс, уның да бер аҙ тарихын яҙайым. Ололар һөйләүе буйынса, ул Ишембай районының Кәбәс ауылынан 10-12 саҡырым тирәһендәге Алатауҙан, Буҙгөл тигән ерҙән сығып ята икән. Байтаҡ аҡҡас, ер аҫтына сумып, 2 саҡырымдай аҡҡандан һуң, кире сығып, ағыуын дауам итә икән. Уның буйында, Кәмбрәк йылғаһы тамағында, бер ҙур ғына урыҫ ауылы бар ине. Нөгөш быуылыуын белгәс, өйҙәрен, кәртә-ҡураларын һаллап, күсеп бөттөләр. Бөйөк Ватан һуғышынан алда Үрек йылғаһында ҙур күләмдә ағас ҡыуалар ине.

Бына шулай яҙмамдың аҙағына яҡынлаштым. Нөгөш быуаһын ҡасан файҙаланыуға тапшырыуҙарын хәтерләмәйем, 1965 йыл тирәһе булһа кәрәк. Был мәҡәләмде яҙғанда ауылдың оло быуын кешеләре менән һөйләшеп, белмәгәндәремде һорашып яҙырға тырыштым. Оҙаҡ йылдар урман хужалығында лесничий булып эшләп, хаҡлы ялда булған Ә. Әминев, Ә. Күлбаев, М. Байғазин ярҙам иттеләр. Эйе, Нөгөш йылғаһын һалда, кәмәлә үткән кешеләр Нөгөш буйының хозур, гүзәл тәбиғәтенә, мөғжизәле урындарына һоҡланып, күңелдәренә мәңге онотолмаҫ иҫтәлектәр, хәтирәләр алыр.

Бәндәне яҙмыш йөрөтә йәки “Быҙауы менән һыйырым бар, мине кәләш итеп алып ҡайт”

[үҙгәртергә]

Үткән быуаттың 1949-1950 йылдарында Бөйөк Ватан һуғышы емереклектәре, аслыҡ, яланғаслыҡтың эҙемтәләре бөтмәгәйне әле. Колхоз ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләйбеҙ. Үгеҙ егеп һабан һөрөү, һыйыр менеп ер тырматыуҙар артта ҡалды, йылҡы малдары үрсей башланы. Беҙ ҙә егет ҡорона индек. Бригадирҙың рөхсәте менән колхозда булған аттарҙы бүлешеп алдыҡ. Көн һайын үҙеңә беркетелгән атты егеп, эшкә бараһың. Бушҡа түгел, хеҙмәт көнө яҙалар. Әммә ул таяҡтан беҙгә файҙа юҡ. Ә шулай ҙа ат менән эшләүе күңелле. Миңә беркетелгән бейәнең ҡушаматы Костя ине. Уны урман һаҡсыһы Константин Колегановтан һатып алғайнылар. Ул ваҡытта үҙеңә ат тоторға рөхсәт булманы, ә колхоз атын үҙебеҙҙке һымаҡ күреп тәрбиәләнек.

Күп эштәр башҡарырға тура килде ул бейә менән. Ул ваҡытта колхозға бүрәнә ташыу планы еткерелә торғайны. Бер нисә мәртәбә Күркәтауға барылды. Тырыш хайуан булды- кубометр ярым йыуанлыҡтағы бүрәнәләрҙе йомарлатып (аяғын бергә баҫып) беректереп тырышып-тырмашып үрҙәрҙе алып сыға ине. 1949 йылдар булһа кәрәк, Кәшәлә ауылына геологтар килде, бер ир һәм ике ҡатын-ҡыҙ. Улар ҡаяларҙы тишеп таш ташыйҙар, таштарын йәшниктәргә тултыралар. Таштарҙы оло юлға Ишембай районының Ҡолғана ауылына сығарырға кәрәк. Үҙҙәренең аттары юҡ, колхоз рәйесенән ярҙам һорағандар. Колхоз рәйесе миңә бейәне егеп, Ҡолғанаға таштарҙы алып барырға бойорҙо.

Кәшәлә ауылынан Үрге Нөгөшкә 12 саҡырым, Үрге Нөгөштән Ҡалғаһау ауылына 15 саҡырым, тинеләр. Үрге Нөгөштән 30 саҡырым юл үтеп, Кәбәс ауылына килеп еттем. Ҡолғана ауылына тағы ла 15 саҡырым , тигәстәр, барып етеп булмаҫ , тип, Кәбәс ауылында йоҡларға булдым. Ауыл ситендәрәк бер өйгә инеп фатир һораным. Өй хужабикәһе 65-70 тирәһендәге мөләйем генә инәй, тағы ла бер йәш ҡатын (инәйҙең исемен Хәсбиямал, йәш ҡатындың исемен Әлифә тип атайыҡ) ҡаршы алды. “Йоҡларһың, улым, Шәфиғулла өйҙә юҡ, икәү генә йәшәйбеҙ. Ҡайһы яҡтан, ниндәй ауылдан, ни эш башҡарып йөрөйһөң?” –тип һорауҙарын яуҙыра ғына инәй.

Ятып йоҡланым да, иртә үк тороп бейәмде алып килдем, теге инәй иртәнге намаҙын уҡый ине. Тышаулы бейәм әллә ни алыҫ китмәгән. Атымды егеп юлға сығайым тип йөрөһәм, теге инәй: “Улым, яҡында ғына килендең йыйған 10 күбә бесәне ултыра, шуны ғына барып өйөп килегеҙ әле, мал туҙҙыра”, - ти. Мин ни әйтергә белмәйем. Уның менән булышһам, һуңлайым. Миңә Ҡолғанаға тиклем 15 саҡырым юл үтер кәрәк. Ҡолғананан Әбей батша юлынан Маҡарға, Маҡарҙан Көҙән ауылына төшөп өләсәйемдәрҙә ятҡан оло һеңлемде алып ҡайтырға кәрәк. Юҡ, булмай, инәй, тип әйтергә намыҫым етмәне. Бер һүҙһеҙ фатирға индереп, сәй эсереп йоҡлатты бит. Һуңлаһам, һуңлармын, бармай, булдыра алмайым, тип, таштарҙы бушаттым да, һәнәк-арҡандарын арбаға һалып, инәйҙең килене менән бесәнлеккә юл тоттоҡ.

Тиҙ генә күбәне тарттырып алғас, Әлифәне кәбән башына мендерҙем. Эште теүәлләгәс, арбаға бер аҙ ғына бесән һалып алдым да, ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Ҡайтып килгәндә Әлифә: “Быҙауы менән һыйырым бар, мине кәләш итеп алып ҡайт”- ти. “Ни һөйләйһең, һин бит ир ҡатыны. Кеше бәхетенә ҡаршы төшөргә минең хаҡым юҡ. Ирең ҡайҙа эшләй?”- тип һорайым. “Колхозда инде, әлеге көндә Стәрлетамаҡта хисапсылар курсында уҡып йөрөй”. “Ә ни өсөн унан китергә уйланығыҙ?”. “Ирем әллә ни насар кеше түгел, әсәһе менән борсаҡ бешмәй, яратмайым”, - ти. “Бер әбейгә нисек тә ярарға тырыш, аулаҡ, этке-төрткө юҡ. Минең дә әсәйем бар. Әле ул йәп-йәш, өҫтәүенә, 3 һеңлем бар. Бер әбейгә ярамағас, минең әсәйем менән 3 һеңлем менән килешеп йәшәүең икеле”, - тинем. Шулай һөйләшеп ҡайтып та еттек. Инәй ни эшләргә белмәй, рәхмәттәрен уҡып, сәй эсереп оҙатты. Тик Әлифә генә моңһоу ҡарашы менән күңелһеҙ генә оҙатып ҡалды. Уның тәҡдимен хупламаған өсөндөр инде, тигән һығымтаға килдем.

Ҡолғана ауылына килеп еткәс, геологтарҙың йыйған таштарын үҙҙәре әйткән фатирға (Нәғим бабайға ) ҡалдырҙым да, оло юл буйлап Маҡар яғына ҡуҙғалдым. Был юлдан тәүге үтеүем. Сентябрь айы. Ҡолғананан һуң, байтаҡ юл үткәс, Алатау тауы башлана. Ул тау бейек тә, оҙон да. Костя бейәһен йәлләйем- дағаһы юҡ, аяғына саҡ баҫа, үҙем йәйәүләйем. Тауҙы сыҡтым, ҡайһы ерҙә кис булып ҡараңғы төшә башлағандыр, хәтерләмәйем. Ни булһа ла, Маҡарға етергә, тип уйлайым. Байтаҡ араны ҡараңғыла үткәс, ниһәйәт, бер ҙур ауылға еткәнемде аңланым. Тоноҡ ҡына булып уттар емелдәй. Фатир һорарға бер танышым да юҡ. Ауылдан ситтә атымды туғарҙым да, арбаны арҡанлап ҡуйҙым. Үҙем арбаға яттым. Сентябрь кисе һалҡын, өҫтә йоҡа ғына бер һырма, аҫҡа түшәһәң, ябынырға юҡ. Шулай байтаҡ ятҡас, ауылды моңға күмеп “Шоморт” көйө яңғыраны. Гармунға ҡушылып бер ҡатын-ҡыҙ үҙәкте өҙөрлөк итеп йырлап ебәрҙе.

Өй артында шомортом

Яндарында бөрлөгән

Һине һөйәм, һине көтәм,

Һин бит минең бер генәм.

Ниндәй сихри моңло тауыш! Бар бит донъяла бәхетле парҙар, тип көнләшеп ҡуйҙым. Йоҡо ҡайҙа ул, арбала арҡанлы торған бейә ерҙең ҡыртышын айырып көйшәгән була. Мин тәрән уйҙарға сумдым-ошо көндә Кәбәс ауылындағы Хәсбиямал инәй менән килене Әлифә ни эшләйҙәр икән? Килешеп кенә йәшәп китһәләр ярар ине. “Шоморт” көйөн йырлаусы ҡыҙ менән сағыштырып ҡарайым, аралары күк менән ер кеүек тойола. Йырлаған ҡыҙҙың шатлығы эсенә һыймай, тышҡа бәреп сығып, йыһанға таралһа, Әлифә ут йотоп ята. “Иптәшем әллә ни насар кеше түгел“ тигәйне бит, өсәү ара уртаҡ тел табып , бәхетле йәшәрҙәр әле, тип уйлап тынысландым.

Шунан атымды арбаның икенсе яғына сығарып бәйләнем. Төн урталары етәлер, сәғәт булмағас, ҡайҙан беләһең инде. Үҙем уйлайым, их, Көҙән ауылына юл белһәм, бында өшөп-туңып ятмаҫ инем. Төн уртаһында ҡайҙа бараһың, өләсәйемдең йылы өйөндә матур төштәр күреп йоҡлаған булыр инем. Шулай бер ятып, бер тороп йөрөй торғас, ауылдан әтәс тауыштары ишетелә башланы. Таң нурҙары ергә үҙенең яҡтыһын тарата. Иншалла, күбенә түҙгәс, әҙенә түҙермен тип , тегеләй- былай йүгереп хәрәкәтләнеп алғас, саҡ ҡына йылынғандай булдым. Көткәнгә көн оҙаҡ, көндәшлегә төн оҙаҡ, тигән мәҡәлде иҫемә төшөрөп, үҙемде көндәш хөкөмөнә ҡуйып, ниһәйәт, таңды аттырҙым. Яҡтырыу менән минең яҡҡа бер кеше килә. Оло ғына ағай булып сыҡты. “Нишләп бында ятаһың? Ауыл осонда ғына йәшәйем, барып фатир һорап, йылы өйҙә йоҡлаһаң ни була?”-ти. “Булды инде, ағай, таныштар булмағанға ҡыйманым шул. Изге һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ миңә Көҙән ауылына юл өйрәтегеҙ, юлын белһәм, мин ошонда ғазапланып ятмаҫ инем“ -тинем . Ағай кеше ентекләп юлды өйрәтте. Маҡарҙан сыҡҡас, күп тә бармай, һулға боролаһың икән. Нисә саҡырымдыр, ҡояш ҡыҙып ҡалҡыуға мин Көҙән ауылында инем. Өләсәйемдәргә барып төштөм. Улар картуф ҡаҙалар ине. Һеңлем мине күргәс, һикереп-һикереп төштө. “Абзый, мине алып ҡайтырға килдеңме? Һағындым, хәҙер ҡайтырға сығайыҡ”, - ти. Картуф ҡаҙғанда төрлө формалағы картуфтарҙы йыйып барған (ҡайһылары бесәйгә оҡшаған), шуларҙы алып ҡайтайыҡ, тип, тоҡҡа тултырып арбаға һала башланы. Өләсәйем: “Бөгөн йоҡла, улым”, - тип күпме өгөтләһә лә, мин ҡайтырҙан башҡаны белмәнем, ни тиһәң дә, Костя колхоз бейәһе бит. Һуңлаһам, һүҙ тейер тип уйланым.

Көҙән ауылынан Балтайорт утарына килеп йоҡланыҡ та, иртәгәһенә ауылға ҡайтып еттем. Мин ҡайтыуға геологтар тағы ла таш әҙерләп ҡуйғандар. Бер көн ял иттем, ә иртәгәһенә таштарҙы тейәп, тағы ла юлға сыҡтым. Был юлы Кәбәс ауылында Хәсбиямал инәйҙәргә инмәнем. Был ауылда Ғәлиәкбәр ауылынан әсәйемдең әхирәте Хәйби исемле инәй йәшәй икән, әсәйем, шуны һорашып бар, моғайын, фатир бирер, тигәс, ыңғай шуны һорашып барҙым. Ул инәй ҙә минең кем икәнемде бәйнә-бәйнә һорашып белгәс, фатир бирҙе. Иртәгәһенә атымды егеп юлға сыҡҡанда Хәсбиямал инәй һәм килене йәшәгән өйгә күҙ һалдым. Ишек алдында Әлифә менән тағы бер ир күҙгә салынды, улар ни менәндер шөғөлләнә ине. Мин теге инәйҙең улы Шәрифулла ҡайтҡан икән, тигән һығымтаға килдем. Был юлы ла барыһы ла уңышлы булды. Оло юлдан Маҡар сығып йөрөмәнем. Ҡолғананан кире боролоп, иртәгәһенә ауылға ҡайтып еттем. Колхоз рәйесе маҡтаған булып 8 килограмм тары оно яҙып бирҙе. Ул ваҡытта уныһы ла ярап ҡалды.

1951 йылда ғаиләбеҙ менән Үрге Нөгөш промартеленең бригадирынан бер үгеҙ һорап алып, бар мөлкәтебеҙҙе шуның арбаһына тейәп күсенеп килдек. Бер өй һатып алып, күтәрешкәс, мине әрме сафына саҡырҙылар. Был ваҡытта мин элекке Йомағужа, хәҙерге Күгәрсен район хәрби комиссариатында иҫәптә тора инем. Ауыл халҡы хөрмәтләп оҙатты. Беҙ әсәйем мәрхүмә менән йәйәүләп сығып киттек. Оҙатыусылар араһында әсәйем яғынан 2-3 туған һеңлеләр –Ҡәмәрә, Ҡарлуғас, Илбикә, Саҙиҡа, Гөлсиә һәм башҡалар бар ине. Улар тороп ҡалғас, күңел йомшарып, балауыҙ һығып алғаным да иҫтә.

Шулай итеп, 60 саҡырым алыҫлыҡтағы район үҙәге Йомағужаға йәйәүләп 2 көндә барып еттек. Райондан 21 призывник йөк машинаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһына килеп төштөк. Стәрленән Өфөгә поезд менән оҙаттылар. Ул ваҡытта хеҙмәт үтеү срогы 3 йыл ине. Беҙгә Сахалинда 3 йыл ярым хеҙмәт итергә туа килде. Хеҙмәтте тултырып ҡайтып килгәндә Көҙән ауылына өләсәйемдәргә һуғылдым. Унда ҡунаҡ булғандан һуң, Бәҙретдин ағайым (әсәйемдең ҡустыһы) Фәүзиә еңгәй менән мине оҙатып килделәр. Был 1954 йылдың 4 ноябре ине.

Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһының 37-се йыллығына Үрге Нөгөш ауылында йәшәүселәр өй һайын тиерлек ҡыр ауылдарҙан 2-шәр, 3-әр өйлө атлы ҡунаҡ саҡырғайнылар. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың һөйләшеү буйынса барыһын бергә йыйып, бер хужа һыйлай. Икенсе көнгә –икенсеһе. Шулай итеп, был ҡунаҡтар араһына беҙ ҙә ҡыҫылып киттек. Мине армияға оҙатҡан һылыуҙарҙың ҡайһылары кейәүгә сығып өлгөргән. Нисә һөйләһәң дә, 3 йыл ярым ваҡыт байтаҡ ғүмер бит. Мин ҡунаҡ булып йөрөгәндә 3 туған һеңлем Ҡәмәрә менән һөйләшеп киттек.

- Иҫән генә ҡайттыңмы, ағай? Мин дә тормошҡа сыҡтым, ана, кейәүең ултыра, - тип бәләкәйерәк кәүҙәле, ҙур һоро күҙле бик теремек кенә кешене күрһәтте. -Ҡайһы яҡтан?-тип һорап ҡуйҙым. -Ул беҙгә яҡын ғына Маҡар (Ишембай) районының Кәбәс ауылынан, исеме- Шәфиғулла, - тигәс, иҫкә ҡылт итеп әрме хеҙмәтенән алда Ҡолғанаға геологтарҙың ташын ташып йөрөүҙәр, Кәбәс ауылында Хәсбиямал әбей менән килене Әлифәләрҙә фатирҙа йоҡлау, барып 10 күбә бесәнен өйөп ҡайтып килгәндә Әлифәнең әйткән һүҙҙәре иҫемә төштө. Һис шикһеҙ-ул, Хәсбиямал инәй улының исемен Шәфиғулла тигәйне. Һуңынаныраҡ ул кейәү менән күрешеп, һөйләшергә тура форсат тейҙе. Кәбәс ауылынан, тигәс, мин дә үҙемдең баштан үткәндәрҙе бәйән иттем:

-Ҡолғана ауылынан геологтарҙың ташын ташығанда һеҙҙең өйҙә фатирҙа ҡундым. Һеҙҙең әсәйегеҙ һәм ҡатынығыҙ өйҙә ине, ә һеҙ Стәрлетамаҡта хисапсылар курсында уҡып йөрөнөгөҙ. Ул инәй иҫән-һаумы? Ҡатынығыҙ менән ни өсөн ташлаштығыҙ? - тип һораным. -Әсәйем шөкөр, иҫән әле. Ә ҡатынымдан уңа алманым. Әсәйем менән һыйыша алманылар. Мине ҡырға сығып китергә өндәне, яңғыҙ әсәйемде ташлап ситкә сығып китергә ризалашманым, - ти.

Ул һөйләй, ә мин уның яҙмышын һүҙһеҙ белеп, аңлап торам. Әлифәнең “быҙаулы һыйырым бар, мине кәләш итеп алып ҡайт”, тигән һүҙҙәрен әйтергә телем әйләнмәне. Ҡәмәрә һылыуға ла был турала һөйләп тороуҙы кәрәк тип тапманым. Кем белә, тормош бит ул, бәлки, киренән осрашып йәшәп китерҙәр, ундайҙар донъяла әҙме ни?

Юҡ, осрашманылар улар. Ҡәмәрә менән бик татыу, бәхетле ғүмер иттеләр, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Үрге Нөгөш ауылына ҡунаҡҡа йыш ҡайттылар. Тик ғүмерҙәрҙе һорап, йә булмаһа аҡсаға һатып алып булмай шул. Шәфиғулла кейәү иртәрәк баҡыйлыҡҡа күсте. Унан һуң байтаҡ йылдар ҡыҙы менән йәшәп, Ҡәмәрә лә гүр эйәһе булды. Имандары юлдаш булып, йәндәре йәннәттә булһын.

Ғимран бабай яҙмышы

[үҙгәртергә]

Тыуған ауылымдың аҡһаҡалы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙ ҡанаттары аҫтына һыйындырып, аслыҡтан йолоп алып ҡалған Көҫәпов Ғимран бабай менән уның әбейҙәре – Ғәйниямал һәм Зөһрә өләсәйҙәр тураһында бәйән итмәксемен.

Был ғаиләне мин үҙем иҫ белгәндән алып беләм. Элекке Йомағужа (хәҙер Мәләүез) районының Кәшәлә ауылында бергә йәшәнем. Бәләкәй генә өйгә төкәтмә төкөтөлгән ине, шул төкәтмәлә Ғәйниямал өләсәйҙән булған ҡыҙы Хәйерниса улы һәм ҡыҙы менән бергә торҙолар. Ул инәй элек Ҡотан ауылына тормошҡа сығып, балаларының атаһы баҡыйлыҡҡа күскәс, атай йортона һырылғандыр, сөнки инәй инвалид булды. Оло улдары Шәһивәли ауылда үҙ ғаиләһе менән донъя көтә ине.

Быларҙан тыш, Хәҙисә исемле ҡыҙы һәм Кәбир исемле улы булды. Хәҙисәһе Мәҡсүт ауылында йәшәне. Зөһрә өләсәйҙең 2 улы, 1 ҡыҙы булды. Өҫтәүенә, Кәбир ағай, ялан яғынан килеп, ауылдан 15 саҡырым алыҫлыҡта мал ҡараусыларҙың утарынан Рәхилә исемле бик матур бер ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайтты. Оҙаҡламай, ғаилә ағзалары тағы ла тулыланды: уларҙың мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары донъяға килде. Был хәлдәр барыһы ла һуғыштан алда булды. Көндәш ике өләсәй бик татыу булдылар, бер-береһенә “апай” “һылыу” тип өндәшерҙәр ине.

Йәнә ауылда беҙҙең күрше Әбүбәкир бабайҙың 3 әбейе бар ине. Оло әбейе улы менән башҡа торҙо, бабай 2 әбейе менән бергә йәшәне. Бер әбейенең балалары булманы, кесе әбейенең 4 ҡыҙы бар ине, улар ҙа бик татыу йәшәнеләр.

Бына ошо юлдарҙы яҙғанда, бала саҡтан күңелгә һеңеп ҡалған бер ҡыҙыҡлы ваҡиға иҫкә төштө. Элек атлы ҡунаҡ булыу ғәҙәти хәл ине. Әбүбәкир бабай ҙа ялан яғында йәшәгән (ара 60 километр) бер дуҫын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уның да 2 әбейе бар. Ҡыш көнө Сәләх бабай ике әбейен кашауай санаға ярышлап ултыртып, аттың дилбегәһен тотоп килде. Оло әбейенең исеме Хәкимә, кесеһенеке-Сәйҙә.

Беҙ, малайҙар ундай мәжлестәрҙән ситтә ҡалмайбыҙ, мейес артында ла йәшенеп торабыҙ. Мәжлес ҡыҙа, тәпәндәге әсегән һары бал ҡунаҡтарҙың баштарына сығып, йыр һуҙалар, күрешеү, осрашыу хөрмәтенә бокалдар күтәрәләр. Һуңынан бейеүгә күсәләр. Һәр береһе бейегәс, сират атлы ҡунаҡ Сәләх бабайға етте. Сәләх бабай инәлтеп торманы, оло әбейе Хәкимәнең таҡмағына тыпырҙатып бейей ҙә башланы:

Сонтор ҡара бүрегеңде

Ҡырын һалып кейәһең.

Сәйҙә ҡулы тейҙе ниһә,

Ит буламы һөйәгең.

Был көндәштәрҙең дә бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булыуҙары, татыулыҡ һәм тыныслыҡ менән ғүмер кисереүҙәре аңлашыла. Хәҙер уйлайым да, беҙҙең быуын ҡатындары, ошо өләсәйҙәр кеүек, ата бер, әсә башҡа булған ҙур ғаиләләрҙә лә татыу йәшәне бит. Минән булмаҫ, билләһи, булмаҫ. Татыу йәшәргә, бәлки, боронғо бабайҙарҙың ҡайыш ҡамсыһы ла ярҙам иткәндер. Әммә Ғимран бабайҙың да, Әбүбәкир бабайҙың да ҡамсылары күренмәне.

Ғәйниямал өләсәй тирә-яҡ ер-һыуҙы яҡшы белә ине. Емеш-еләк өлгөргәс, беҙҙе эйәртеп, Аҡ һыйыр, Ерекле төҙ тауҙарына еләккә алып бара, ҡырғараҡ таралышһаҡ, “аҙашып китмәгеҙ” тип киҫәтә ине.

Бына шулай, беҙ ҙә үҫеп, мәктәпкә төштөк. 4 синыфты тамамлауға Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, барлыҡ ауылдаштар менән Ғимран бабайҙың да улдары Шәһивәли һәм Кәбир ил һаҡларға китте. Колхозда төп көс булып ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр ҡалды. Ғимран бабай колхоздың аттарын ҡарай. Беҙ, малайҙар, колхоз малына бесәнгә барабыҙ. Эштән һуң яҡын-тирәнән үҙебеҙҙең малға бесән алып ҡайтабыҙ.

Ғимран бабай ирҙәре фронтҡа киткән һалдат ҡатындарына ихлас ярҙам итә ине. Көндәрҙең береһендә уларҙың ғаиләһендә шатлыҡлы ла, бер аҙ болоҡһоу ҙа ваҡиға булды. 1943 йылдың апрель айы ине. Нөгөш йылғаһының боҙо китеп, һыу ярҙан-ярға һуғылып аға, бындай ваҡытты ҡара ташҡын тип атайҙар. Беҙ, малайҙар, ғәҙәттәгесә, яр башында сыр-сыу килеп шаярабыҙ. Ағастарҙың төбө-тамыры менән аҡҡанын күҙәтәбеҙ.

Эңер төшөп килә, шул ваҡыт аръяҡтан хәлһеҙ генә ҡысҡырған тауыш ишетелде. Беҙ иғтибар менән тыңлайбыҙ. “Атайыма әйтегеҙ, нисек булһа ла сығып алһын“, - ти. Бабайҙың улы Басир йүгереп инеп атаһына әйтте. Шул ваҡыт кем икәнен таныныҡ, ул Кәбир ағай ине. Сығып алырға кәмә юҡ. Бабай беҙгә ишек алдындағы ҡоймаһын һүтеп ташларға ҡушты ла, үҙе кәшмәк бәйләү өсөн һалабаш йүкәһенән арҡан ишә башланы.

Беҙ ҡойманы һүтеп, беребеҙ бер яҡ осонан, икенсебеҙ икенсе осонан тотоп, яурын башына һалып, “һә” тигәнсе Нөгөш ҡырсынына ташыныҡ. Ара алыҫ түгел, күп булһа 100 метр булыр. Ул арала арҡандарын тотоп, бабай килеп етте лә, эшкә тотондо. Ҡоймалаҙы теҙеп кәшмәк яһап бөткәс, арҡан тағып кәшмәкте үрләттек, шулай итмәгәндә, кире сыҡҡанда бик түбәнләп, көслө ағымға, шаршы башына эләгеүе ихтимал.

Бабай ҡулына көрәген алып, белгән доғаларын уҡып, “Ярар, балалар, Хоҙайға тапшырам”, - тине лә, кәшмәкте һыуҙың үрге ағымына ҡарап бороп, көрәге менән шәп итеп ишеп сыға башланы. Беҙ “аһ” итеп ҡарап торабыҙ, ул арала ҡараңғы төшөп, күктән тулған ай нурҙары ярһыу аттай түбәнгә тәгәрәгән тулҡындарҙы яҡтыртҡас, күңелдәргә ҡурҡыныс шом ятты.

Ниһәйәт, бабайыбыҙ бик түбәнләп арғы ярға сығып етте. Арғы яҡ ярҙа ҡырсын юҡ, һыуҙың ситенән алып әрәмәлек, кәшмәкте үрләтер мөмкинлеге юҡ. Бабайыбыҙ улын ултыртып алды ла, кире ярға юл тотто. Ул шул тиклем ҡыҙыу һәм тилбер хәрәкәт итә. Шулай итмәһә, ҡаты ағым шаршы башына барып эләкһәң, аңлашыла ни менән бөтөрө.

Беҙ малайҙар, яр буйынан йүгереп түбәнләйбеҙ. Тегеләр шаршы башына етмәҫ элек ярға яҡынланылар. “Арҡанды тотоғоҙ”, - тип ҡысҡырҙы бабай һәм арҡанды ярға ырғытты. Беҙ, малайҙар, арҡанды һөйрәп сығарып ҡуйҙыҡ. Кәбир ағай ауыр яраланып госпиталдә ятҡан булған да, ҡайтарып торғандар икән. Шул тиклем йонсоу: ҡоро һөйәк тә тире. Һәргәй ауылы менән Кәшәлә ауылы араһы 60 саҡырым, арала бер ауыл да юҡ, кеше булмаған утарҙарҙа йоҡлап, 3 көн ҡайттым тип, һөйләне ул. Был ваҡытта ауылда бер ир-ат юҡ. Ғимран бабай шундай ҡурҡыныс аҙымға бармаһа, ниндәй һәләкәт көтәр ине икән? Бала өсөн йәнен фиҙа ҡылған атай булараҡ, ошо ҡурҡыныс аҙымға барғандыр инде.

Яҙыуымса, ауырыу Кәбир ағайҙы өйҙә бик яҡшы тәрбиәләнеләр. Ваҡ мал һуйып, тиреһенә урап, көн дә мунса индереп, кәзә һауып, һөтөн эсереп, булған яҡшыраҡ ризыҡтарын ашатып-эсереп, аяҡҡа баҫтырып алдылар. Тик Кәбир ағай оҙаҡ тора алманы. Хәрби комиссариат саҡыртҡас, ғаиләһен, һөйөклө кәләшен, “атай” тип өҙөлөп йөрөгән ҡурсаҡтай ҡыҙын ҡалдырып, тағы ла фронтҡа юллана. Шул китеүҙән тыуған төйәгенә кире әйләнеп ҡайтмай, “үлде” тигән ҡара ҡағыҙы ғына килә.

Оло улы Шәһивәлиҙең дә хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында сәләм алалар. Билдәле, был ваҡытта фашистар менән алыш дауам итә, һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй, колхоз етәкселәре лә йыш алмашына. Колхоздың булған малын-мөлкәтен, контораһын 2-се бригадаға күсерәләр. Йәштәр шунда барып эшләй. Эшкә яраҡлы, ғаиләле ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре бер звено булып, ауылда иген утап, ураҡ урып, бесән эшләйҙәр.

Тормош ауырлаша, әммә һәр кем йәшәргә, дошманды еңер өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Бригадаға бүленеп бирелгән аттар ҡорсаңғы ауырыуынан үлеп бөттөләр. Эш үгеҙ-һыйырҙарға ҡалды. Ҡышҡы бурандар сығып, ҡарҙар яуһа, үгеҙҙәр менән юл ярып булмай. 2-се бригадаға тиклем 20 саҡырым ара, шулай ҙа әмәле табыла, саңғы кейеп бәләкәй сана һөйрәп, бейек-бейек тауҙар артылып, ялан яғынан ашарлыҡ ризыҡ алып ҡайта инек.

Бындай ауырлыҡ бигерәк тә Ғимран бабайға төшә ине. Уның ғаиләһендә 10 йән эйәһе, үҙе 11-се, уларҙы нисек тә яҙға тиклем үлтермәй аҫырап ҡыш сығарырға кәрәк. Яҙға ризыҡ була: балтырған, әтлек, һарына, йәйен еләк-емеш, муйыл, балан, мышар һ. б. Ғимран бабай, балаларын үлтермәҫ өсөн барлыҡ көсөн-тырышлығын һалды. Урмандан ҡыуыш йүкә ағастары алып ҡайтып, эшкәртеп, мунса яғып киптереп, бик матур итеп әсетке күнәге, айран батманы, көрәк, ялғаш кеүек кәрәкле әйберҙәр эшләп, йәш әбейе Зөһрә өләсәй менән саңғы кейеп, санаға тауарҙарын тейәп, һөйрәп сығып китерҙәр, тауарҙарын тын игенгә, картуфҡа ла алмаштырып алып ҡайтырҙар ине. Ғимран бабай үҙ ауылының патриоты булды, йор һүҙле ине. Ялан яғындағы кешеләр “Ғимран ағай, шул Кәшәләлә йонсоп йәшәйһегеҙ, ялан яғына күсеп сығығыҙ”, - тиҙәр икән. Ғимран бабай уларға:“Беҙҙең өсөн ҡайғырмағыҙ, 10 метр ҡар яуһа ла, беҙҙең ат өҫтә”, - ти икән, саңғыны ишаралай, йәнәһе.

Шулай йәшәп ятҡанда, уларҙың ғаиләһенә оло ҡайғы килә. Сираттағы сәфәргә Зөһрә өләсәй яңғыҙы юллана. Тауарҙарын ашамлыҡҡа алмаштырып, кире ҡайтырға сыға. Күрше Сауҡа утарына 4 саҡырым ара ҡалғас, көслө һепертмә буран сығып китеп, ґур күперле яланында юлдарҙы һылап һала. Зөһрә өләсәй юлдан аҙаша, кис тә була. Шул төндә инәй туңып үлә. Ғимран бабай әбейен Сауҡа утарына алып килеп ерләй. Ул йылдарҙа бер Ғимран бабай түгел, барлыҡ халыҡ шулай ғазапланды.

Һуғыш тамамланғас та, донъялар рәтләнмәне әле. Һуғышта емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙеү өсөн тағы ла күп көс һалырға тура килә. Илдә аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә.

Бына ошо йылдарҙа Мәҡсүд ауылында йәшәгән ҡыҙы Хәлиҙә апай 3 балаһы менән Ғимран бабайҙың ғаиләһенә килеп ҡушыла. Был ваҡытта уның иптәше Хәниф еҙнәй ил һаҡлауҙан ҡайтмағайны әле. Бабай уның балаларын да үҙ ҡанаты аҫтына алды. Хәйерниса инәйҙең улы менән ҡыҙы үҙҙәрен ҡарайҙар ине инде. Улы имән бағана ултыртып, ҡойма һуғып, башын ҡабыҡ менән ябып, өй ишараһы эшләп, әсәһен алып, башҡа йәшәй башланылар. Кәбир ағайҙың кәләше, ағайҙың үлем хәбәре килгәс, үҙҙәренең ялан яғына ҡыҙы менән ҡайтып китте.

Оҙаҡламай Хәлиҙә апайҙың тормош иптәше ил һаҡлауҙан ҡайтып төштө, ҡайтыу менән ихласлап эшкә тотондо. Бик оҫта кеше ине ул, нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә. Беҙ уның урмандан өйәңке ағасы (уҫаҡтың бер төрө) алып ҡайтып, төрлө ҙурлыҡта сеүәтәләр, табаҡтар, туҫтаҡтар эшләүен күҙәтә торғайныҡ. Шул тиклем матур, әйтерһең, станоктан сыҡҡан сувенир кеүек. Уның эсен бәләкәй генә ҡулдан эшләнгән ҡулайлама – өңгөс йышҡылар менән эш итеүе еңел түгел. Ул шул тауарҙарҙы ялан яғына алып сыға ине. Шул табаҡтың, туҫтаҡтың эсен тултырып тын иген бирәләр икән. Игенде тирмәнгә тарттырып алып ҡайта, рәхәтләнеп икмәк ашайҙар.

Беҙ малайҙар менән урманға барып табаҡлыҡ алып ҡайтып, эшләргә һөйләштек. Яҡын тирәлә өйәңке ағасы юҡ, ул тик Күжә буйында үҫә. Әйткән һүҙ-атҡан уҡ: әҙерләндек тә, балта-бысҡыларыбыҙҙы, бер кислек аҙыҡ-түлек алып, юлдаштарым Әлимғол, Батыр, Ринаттар менән саңғы-саналарыбыҙҙы алып юлға сыҡтыҡ. Күжә буйынан 4 саҡырым самаһы барғас, өйәңке ағастары осрай башланы. Беҙ берәүһен һайлап йыҡтыҡ, ваҡ киҫәктәргә бысып, уртаға ярып, эстәрен балта менән сабып, соҡоп (өйәңке ағасы йомшаҡ, ярылмай) һөйрәп алып ҡайтыуға еңеләйтәбеҙ. Шул урында ут яғып, төн үткәрҙек, иртәгәһенә төштән һуң ҡайтырға сыҡтыҡ.

Түбәнге Нөгөштә (бөткән ауыл) кордон бар, бер урман һаҡсыһы йәшәй. Ул беҙҙең ауылдан Йәрмөхәмәт исемле кеше ине. Юл-Нөгөш буйынан. Кордондан бер ҡатын сыҡты ла :“Ҡустылар, тороп тороғоҙ”, - ти. Беҙ, ни булды икән, тип торҙоҡ. Килеп етте лә, ҡустылар көн кисләгән бит, әйҙәгеҙ, йоҡлап ҡайтығыҙ, ти. “Юҡ, 4 саҡырым ергә ҡайтып етербеҙ әле”, - тибеҙ. “Әйҙәгеҙ, ит һалғанбыҙ, асыҡҡанһығыҙҙыр, ашап, ял итеп ҡайтырһығыҙ”, - тигәс, беҙ ризалаштыҡ. Саналарҙы Нөгөш буйында ҡалдырайыҡ, тиһәк, “Әйҙә, өй янына алып барығыҙ, яҡын бит”, - ти теге апай. Саналарҙы һөйрәп барҙыҡ. Ашап-эсеп, ятып йоҡланыҡ, иртәнсәк тороп, ҡайтайыҡ, тиһәк, беҙҙең табаҡлыҡ ағастарыбыҙ юҡ, санаһы менән беҙҙең ауылдаш урман һаҡсыбыҙ келәткә индереп бикләп ҡуйған.

Беҙ Йәрмөхәмәткә инәлә башланыҡ- бер төп өйәңке менән урман кәмерме, йәнәһе. “Ана, шәм һымаҡ ҡарағайҙарҙы урлап, күпме һал ағыҙып һаталар, бик тә шәп булһаң, шуларҙы тот”, -тибеҙ. Батыр күҙ йәшен түгеп тормай, ул ҡаты, иркенерәк һөйләшә, сөнки Йәрмөхәмәт уның 3-сө быуын ағаһы ине. Бирмәне. “Иртәгәнән һуңға Фәтхелислам бабай килә, аҡсағыҙҙы алып килеп, билет яҙҙырып алырһығыҙ ҙа, шунан табаҡлыҡтарығыҙҙы алып ҡайтырһығыҙ”, - тине. Фәтхелислам бабай Үрге Нөгөштә йәшәгән объездчик икән. Беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда һөйләшәбеҙ. Беҙҙән байтаҡҡа кесе Ришат Әлимғолға бәйләнә: “Ыңғай ҡайтҡанда, бер нәмә лә булмай ине. Һин, әйҙә, йоҡлаһаҡ, йоҡлайыҡ та ҡуяйыҡ, тип ризалаштың. Боронғоларҙың “Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә” тигәндәре дөрөҫ. Бер киҫәк болан ите ашамағандан үлмәҫ инек әле!

Беҙ шулай һөйләшә- һөйләшә ҡайтып етеп барғанда, Ғимран бабай осраны. Беҙ оҙаҡлағас, хафаланып, “Һеҙгә берәй хәл булдымы икән әллә, тип, ҡаршы сыҡтым”, -ти. Сөнки минең юлдаштарымдың берәүһе Батыр- улы, Әлимғол менән Ринат ейәндәре ине. Беҙ хәлде һөйләп бирҙек. Бер көн ял иттек тә, әйткән көнгә барырға булдыҡ. Билетҡа түләргә аҡса ҡайҙа ул, колхозда бушҡа эшләп йөрөгән кешенең ниндәй аҡсаһы булһын? Әсәйҙәрҙең бер һыйырҙан тамсылап йыйған бер йомғаҡ майын алып китергә йыйындыҡ. Әлимғол әйтә: “Беҙҙең һыйыр булмағас, май юҡ”, - ти. Әсәһе: “Бер биш стакан тоҙ алып кит”, - ти.

Шулай итеп, барып еттек тә, өйгә инһәк, ысынлап та, объездчик ҡарт килгән икән, табаҡ тултырып, һөйәкләп болан ите ашап ултыралар. “ Бына ошолар инде, Күжә буйында бер төп өйәңке ағасын йығып, шуны алып ҡайтып барғандарында, тотоп, табаҡлыҡтарын келәткә индереп бикләнек”, - ти, хужаһына ярамһаҡланып. “Ярар, протокол яҙма, билет алһындар, аҡсағыҙ бармы?” - ти объездчик. “Аҡса юҡ, бабай, берәр йомғаҡ май алып килдек”, - тибеҙ. Әлимғол: “Беҙҙең һыйыр юҡ, 5 стакан тоҙ алып килдем”, - ти. Бабай полевой сумкаһынан бер ҡағыҙ алды ла, арлы-бирле сыймаҡлап яҙып бирҙе лә, килтергән нәмәләрегеҙҙе ҡалдырығыҙ, тип бойорҙо. Беҙ эстән уларҙың шундай ауыр ваҡытта бер төп өйәңке ағасы өсөн ыҙалатыуҙарына, ҡомһоҙлоҡтарына нәфрәтләнһәк тә, күңелдән рәхмәт әйтеп, саналарыбыҙҙы һөйрәп ҡайтып киттек. Шунан һуң күп ваҡыт та үтмәне, урман һаҡсыһы Йәрмөхәмәт болан атып тотолоп, штрафҡа юлыҡты. Эшенән дә ҡолаҡ ҡаҡты. Был хәбәрҙе ишеткәс, беҙҙең тиктормаҫ Ришат, беҙҙең рәнйеш ебәрмәгәндер, беҙҙе күпме ыҙалатты, тине.

Шулай итеп, беҙ ҙә табаҡ, туҫтаҡ эшләп ҡараныҡ, тик Хәниф еҙнәнекенә еткереү ҡайҙа? Уның һауыттары янында күпкә ҡайтыш, урын-еренә еткереп эшләнмәгәйне. Ялан яғына алып сығып, үткәрә алмай ыҙаландыҡ. Хәниф еҙнәй ғаиләһе менән үҙенең тыуған ауылы Мәҡсүткә ҡайтып, донъя ҡороп, матур итеп олоғайғансы йәшәп, донъя ҡуйҙы. Тормош юлдашы Хәлиҙә апай ҙа мәрхүмә инде. Ә инде Ғимран бабайға килгәндә, ул бер үҙенең балаларын ғына ҡайғыртманы. Ауылда йәшәгән фронтовик ҡатындарына, уларҙың балаларына ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булды.

Шул ауыр ваҡыттарҙағы бер ваҡиға һис тә иҫтән сыҡмай. Яҙ, боҙҙар китеп, һыу ҡайтҡас, Нөгөштән һал ағыҙыу кәсепкә әйләнә торғайны. Ғимран бабай ҙа тик ятмай, һыуға яурыны менән һөйрәп ташып, һал бәйләй. Кемгә нимә кәрәк, һалға ултырып сығаһың да, йомошоңдо йомошлап, йәйәүләп ҡайтаһың. Беҙ, 7-8 малай һәм ҡыҙҙар, Ғимран бабайҙың һалына ултырып сыҡтыҡ та, ҡайтып киләбеҙ. Барыбыҙ ҙа сәсеүгә картуф орлоғо күтәргәнбеҙ. Ара алыҫ ине - 40 саҡырым. Икебаш тигән тау аҫтында ял итергә ултырҙыҡ. Ғимран бабай тоғонан көлгә күмеп бешергән ярты икмәген алып һәр беребеҙгә өлөш сығарҙы. Тамаҡ ялғап алғас, бер ҡыҙ: “Әйләнде-сәйләнде, ауыҙ морон майланды, күҙ күрҙе, тамаҡ туйманы”, - тимәһенме. Ҡалғандар эстәрен тотоп көлөргә тотондолар. Ғимран бабай: “Туймаһаң да, хәл юҡ инде, ҡыҙым, башҡа икмәк юҡ, ҡайтып етергә 10 саҡырым ғына ара ҡалды”, -тине. Беҙ тағы ла юлыбыҙҙы дауам иттек.

Бына шулай, Ғимран бабайҙың балаларына, ғөмүмән, ауыл халҡына ҡылған изгелектәре ул заманда йәшәгән хәҙерге тере кешеләрҙең йөрәктәрендә һаҡланалыр. Бабайҙың үҙенән алда оло әбейе баҡыйлыҡҡа күсте. Ул улы, килене ҡарамағында булды, бик яҡшы тәрбиәләнеләр. Ҡартайып, үҙенең тыуған төйәгендә ҡәҙерләп ерләнде. Хәҙер ул ауылда, атай-олатайҙар төйәген яңғыҙ ҡалдырмай, хәтер- саҙаҡаларын доға ҡылдырып, аяттар бағышлап, Ғимран бабайҙың вариҫы- ейәне Ришат йәшәй. (Исемдәр үҙгәртеп алынды)

Һис онотолмай үткәндәр

[үҙгәртергә]

Уйҙар һис кенә лә тынғы бирмәй. Йәшәү дәүеремдәге шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла, мажаралы ла, шулай уҡ көлкөлө лә хәл-ваҡиғалар кисә генә булып үткән һымаҡ. Мин был яҙмамда ғаиләм менән Үрге Нөгөш ауылында 22 йыл йәшәү осоромда күргән-кисергәндәремде бәйән итмәксемен . Мин 1954 йылда әрме хеҙмәтен үтәп, ауылға ҡайтканда элекке “Ҡыҙыл Байраҡ” промартеленең Үрге Нөгөш бригадаһында эштәр көйлө генә бара ине. 1954-1955 йылдарҙа эшселәр һаны йәштәр менән тулыландырылды. Әрме хеҙмәтенән ҡайткан егеттәр-Йосоп, Сәғиҙулла Аҫылғужиндар, Сабир, Басир Толомғужиндар, Әбдрәхим Бикишев, Ишмөхәмәт Көҫәпов, Тимербулат Юламанов, Әҡсән Иҫәнаманов, Бәҙретдин, Кәлимулла Иҫәнғужиндар ағас ҡырҡыу, һалабаш төшөрөү, сайыр ағыҙыу, һал ағыҙыу кеүек ауыр эштәрҙә ал-ял белмәй эшләне.

Һуғыш ветерандары Мөхәмәҙулла, Хабрахман, Ҡунаҡбай Аҫылғужиндар, Ғәле Толомғужин, Тимерғәле Хатаповтар кеүек абруйлы кешеләре йәштәргә өлгө булып йәшәнеләр. Ғиниәтулла, Уйылдан Аҫылғужиндар, Ғәббәс, Шәйхислам Иҫәнамановтар, Исҡужа Юламанов бабайҙар ниндәй ҡатмарлы замандарҙа ла дин юлынан тайпылманы, биш ваҡыт намаҙҙарын ҡалдырманы. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен үткәреп, ауылыбыҙҙың ҡото булып йәшәнеләр һәм ауыл халҡын дин юлына әйҙәнеләр. Тик, ҡыҙғансҡа ҡаршы, мин үрҙә телгә алып киткән кешеләрҙең береһе лә был яҡты донъяла юҡтар инде.

1955-1960 йылдарҙа промартелдең эше гөрләп барҙы. 1955 йылда һалабаш төшөрөү осоро хәтерҙә ныҡ һаҡлана. Был эш сезонлы- июндең 10-нан июлдең 10-на тиклем. Ошо арала эште ҡыҙыу тотмағанда, һалабаш йәбешеүҙән планды үтәй алмау ҡурҡынысы бар. Шуның өсөн Үрге Нөгөшкә яҡын ерҙән делянка алып, ике ауыл йәштәрен бергә ҡушып, Нөгөш буйында Аҡтау аҫты тигән ерҙә яттыҡ. Күбеһе 7-8-се синыфты бөткән генә ҡыҙҙар-егеттәр. Һалабаш төшөрөү ваҡыты етә, уны һыу буйына ташыуҙы тиҙләтергә кәрәк.

Ғәле Толомғужин, Хабрахман Аҫылғужин, Ғәлиәкбәрҙән Сәлимгәрәй ағай Байморатов таң һыҙыла башлау менән аттарын егеп, делянкаға ашығалар. Иртән йөрөү хәйерле, сөнки эҫе төшә башлаһа, күгәүендәр аттарҙы ыҙалата. Тағы ла шуныһы : һалабаш ҡояшта оҙаҡ ятһа, кибә, уны тиҙерәк һыуға батырыу яғын ҡарарға кәрәк. Шуның өсөн иртәле-кисле эште ыратып ҡалырға тырышалар. Ә йәштәр, көнө буйы эшләп арыуҙарына ҡарамаҫтан, төнө буйы Йосоп Аҫылғужиндың (мәрхүм) ҡурай көйөнә бейеп, йәш малайҙар төрлө шағараҡтар ҡороп, шаярып сығалар ине.

Үрҙә телгә алып киткән һуғыш ветерандары эштең уртаһында ҡайнаны. Ҡыш икешәр ат егеп ағас ташынылар, ҡап, септә тейәп Стәрлетамаҡҡа барып промартелгә аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ тауарҙар тейәп ҡайталар ине. Һуғыш ветераны Мөхәмәҙулла бабай Аҫылғужин йыл әйләнәһенә промартелдең аттарын ҡараны. Йәй бушаған арала ҡайын туҙынан дегет ҡайната ине.

Ҡунаҡбай ағай Аҫылғужин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 7 йыл Алыҫ Көнсығышта Камчатка ярымутрауында хеҙмәт итеп ҡайтты. Төрлө етәксе урындарҙа, һуңынан “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләне. Тимерғәле ағай Хатапов бригадир, урмансы, һатыусы булып та эшләне. 1960 йылда промартелдәр бөтөрөлдө. Ике ауыл халҡын “Фрунзе” колхозына (Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк) ҡуштылар. Әммә унда ла халыҡ өсөн файҙа булманы. Эш юҡ. Күп тә үтмәй, ауыл халҡын Хоҙай яҙмышына тапшырып, айырып ташланылар. Унан инде халыҡ эш эҙләп, төрлө тарафтарға күсенеп китергә мәжбүр булды. Ауылда оло йәштәге ҡарттар һәм һуғыш ветерандары ғына ҡалды. Уларҙың һәр береһенең үҙ маҡсаты, үҙ шөғөлө бар ине.

Исҡужа бабай Юламанов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында урмансы булып эшләгән. Үҙенең бик күп солоҡ күстәре һәм ишек алды баҡсаһында түмәр умарталары тулып ултыра ине. Сәй эсергә ултырһалар, солоҡ балын батманы менән эргәһенә ултыртып ҡуйыр ине. Өс малайы бал ашауға шәп булғандыр, күрәһең, һауытта бал бөтһә, батмандан өҫтәп һалып тора.

Ғәле бабай Толомғужиндың да солоҡ күстәре, түмәр умарталары күп ине. Бал күп. Һитә балын бойҙайҙан эшләнгән ҡурлы тәпәнгә һалып ебәрһәң, иртәнсәк һалһаң-кискә, кис һалһаң иртәнсәккә өлгөрә. Беҙ Нөгөш яры башында күрше булып йәшәнек. Бер көн иртәнсәк барһам, Ғәле бабай һыу буйында ултыра, эргәһендә бал батманы. Кәрәҙле балды һыуға һала ла, таяҡ менән төпкә этә. Бал һыуға бата, әммә аҡмай. “Бабай, нимә эшләйһең?”, - тип һорайым. “Инәйеңә йән көйҙө, бар нәмәне тәпәнгә һалырға йыбана бит”, - ти. Асыҡланыуынса, инәй кистән балды һалып ҡуймаған булған.

Үрге Нөгөштә бындай ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды инде ул. Хатапов Тимерғәле ағай һатыусы булып эшләгәнендә, райпо идараһы май, йомортҡа йыйырға план еткергән. Халыҡ тиҙ арала был планды үтәгән, сөнки алмашҡа сәй һәм башҡа тауар бирелә ине. Йомортҡа йыйылды, әммә алып барып тапшырыу өсөн ылау юҡ. Йомортҡа иҫкерә, ағайыбыҙ нимә эшләйбеҙ тип, лавка комиссияһы ағзаларына кәңәш итә. Кәңәшләшкәндән һуң, списать итергә булалар. Акт яҙалар, әммә йомортҡаны ташларға ашыҡмайҙар. Ир-аттар магазиндан араҡы алалар ҙа, йомортҡаны биҙрәләп бешереп, байрам итәләр. Әлбиттә, был төркөмдә мин дә бар инем. Һуңынан нимә булды тиһегеҙме? Райпонан ревизия килеп төштө. Списать ителгән йомортҡаның актын “Үҙ көсөндә түгел” тип таба һәм йомортҡаның хаҡын түләргә ҡушалар. Һуңынан ағайыбыҙ байрамда кемдәр ҡатнашҡан, шуларҙан аҡса йыйып ҡотолоп ҡалды.

Аҫылғужин Хабрахман тураһында ла йылы хәтирәләр һаҡлана. Ул Бөйөк Ватан һуғышынан тәүгеләрҙән булып ҡулбашынан яраланып, тыуған ауылына ҡайта. Яралары уңалып та бөтмәй, ҡулынан килгәнсе, артелдә эшләй башлай. Бик тилбер, тиктормаҫ, егәрле кеше була ул. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ашау наҡыҫ. Ағай кеше бәләкәс санаһына ит, май тейәп ялан яғына иген йүнләп алып ҡайтырға юллана. Юлы уңа. Ул 50 килоға яҡын тын иген таба. Ул ваҡытта ялан яғында йәшәгән ағаһы ярҙам итә. Мәләүез районының Ҡотлобулат ауылында ағаһында йоҡлай ҙа, тәүге әтәс ҡысҡырыу менән юлға сыға. Ул ауылдан Үрге Нөгөшкә тиклем 60 саҡырымдан күп ара. Етмәһә, ул яҡтарҙа тауҙар бейек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыр йөк менән, төн урталарында өйөнә ҡайтып инә. Был хәбәргә ҡайһы бер кешеләрҙең ышанмауҙары ла мөмкин, әммә булған хәл.

Промартелдәр бөтөрөлгәс, Хабрахман ағай райпо идараһына эшкә урынлаша. Ике ат менән Үрге Нөгөш магазинына тауар ташый. Бик тырышып эшләне ул. Бында эшләгәндә лә уның тапҡыр әйтелгән һүҙҙәрен халыҡ һаман да онотмай. Эш былай була. Ул араҡы тейәп ҡайтып килә икән. Юлда осраған кешеләргә араҡы һата. Ә буш шешәләрҙе йәшниккә ултыртып ала.

Яҙ. Нөгөш һыуы әллә ни ҡайтып та өлгөрмәгән, Үрге Нөгөш менән Ғәлиәкбәр араһында Ҡалыу морононоң кисеүе тәрән була. Хабрахман ағай пар ат егелгән арба менән, күп уйлап тормай кисергә төшә. Һыу уртаһына етә башлағас, тегенең буш шешәләре күпсеп аға башлай. Шул ваҡыт яр буйында берәү балыҡ ҡармаҡлап тора икән. Ул аҡҡан шешәләрҙе күреп: “Хабрахман ағай, араҡыларың аға”-тип ҡысҡыра. Ә ағайҙың иҫе китмәй генә: “Аҡһын, барҙыҡы аға”, -тип яуаплай.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та улар еңгәй менән бик матур, татыу ғүмер иттеләр. Ауылда беренселәрҙән булып “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булды, Үрге Нөгөш ауылында иң өлгөлө ғаилә башлығы, еңгәй менән ике улына, бер ҡыҙына яҡшы тәрбиә, белем биреп уҡытып сығарып, үҙаллы тормош юлына баҫтырҙылар. Оло улдары Фәйзрахман уҡытыусы һөнәрен һайланы. Әлеге көндә Мораҙым ауылында донъя көтәләр, килен дә уҡытыусы.

Хабрахман ағайҙың “барҙыҡы аға” тигән һүҙе хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡабатланды. Еңгәй мәрхүмә ҡаҙ көтөргә ярата ине. Йыл һайын өс оя ҡаҙы себештәр баҫтырып сығара. Алдан сығарғанын эргәләрендә, Нөгөш йылғаһына яҡын туғайҙа йөрөтәләр. Әммә, ҡаҙҙарҙың үҙҙәрен генә түгел, еңгәй баҡырсаға әсегән һитә балы һалып, ағайҙы ла себештәрҙе көтөргә сығара.

Бер көн шулай тәмәке көйрәтеп, әсегән балды тәмләп йөрөй торғас, ағай ятып торорға була, ул арала күҙҙәр йомола башлай, ҡарауһыҙ ҡалған аталы-инәле ҡаҙҙар себештәрен эйәртеп һыуға төшәләр ҙә, түбәнләп ағып китәләр. Ағайыбыҙ уянып тороп ҡараһа, ҡаҙҙар күренмәй. Еңгәй ағайҙың тетмәкәйен тетә икән. Бында ла уның яуап әҙер:“Барҙыҡы аға. Әле ике оя сыға бит”, - тип еңгәйҙе тынысландырырға тырыша икән. Бына шулай, мин үрҙә телгә алып киткән мәрхүмдәрҙең рухтарынан көлөргә уйламайым, әммә уларҙың эскерһеҙ үткән ғүмер юлдарын иҫкә алыуымды берәү ҙә ғәйепләмәҫ, тип уйлайым.

Башта яҙып үтеүемсә, иң оло ҡарттар тураһында ла яҙып китмәү яҙыҡ булыр. Аҫылғужин Ғиниәтулла олатай мәзин булған. Һуғыш ваҡытында үҙенең һыйырын егеп Петровский баҙарына күнәк, көрәк алып барып һатып, аҙыҡ-түлек алып ҡайта торғайны. Ураҙа, ҡорбан ғәйеттәрендә оҙон аҡ күлдәген кейеп, еңдәрен һыҙғанып, ауылдағы ир-аттарҙы байрам сәйенә саҡырыр ине. 83 йәшендә лә һау-таҙа ине. 1959 йылда ат егеп урманға барып, фажиғәле вафат булды. Уйылдан бабайҙың ҡапҡаһынан ат, дуға өҙөлмәне, ишеткән, күргән ерҙәрҙән дауаланырға киләләр ине.

Ғәббәс бабай Иҫәнаманов батша армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Урмансы булып эшләгән, тапҡыр, йор һүҙле кеше ине. Шәйхислам бабай ҙа урмансы булып эшләгән, оҫта йырсы ине. Йыйылыш булһа, мәсет алдына килеп бер ҡысҡырһа, бәләкәй ауыл халҡы ишетә лә, тиҙ генә йыйыла ине. Бына ошондай изге күңелле оло быуын кешеләре менән аралашып йәшәргә насип булды миңә.

Эйе, был яҙған кешеләрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре Үрге Нөгөштә лә һәм башҡа тарафтарға ла һибелгәндәр. Ошо мәҡәләне уҡығас, уларҙы яҡты донъяға тыуҙырып йәшәү бәхете бүләк иткән яҡындарын хөрмәтләп иҫкә алырҙар, тигән өмөттә ҡалам.

Тылда ла барҙы һуғыш

[үҙгәртергә]

1943 йылдар булһа кәрәк. Гитлер Германияһы менән илебеҙ араһында барған һуғыштың иге-сиге күренмәй әле. Ир-аттар һуғышҡа китеп бөтһә лә, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр колхоздың төрлө эштәрендә тырышып эшләйбеҙ. Ҡыш малдарҙы иҫән-һау сығарһаҡ, яҙғы сәсеү, утау, унан һуң бесәне етә. Ҡыҫҡаһы, береһе артынан икенсеһе өлгөрөп тора.

Колхоз рәйестәре лә йыш алмашынды. Үҙебеҙҙең колхоз рәйесе һуғышҡа алынғас, райком ике кешене килтереп ҡуйып ҡараны, әммә файҙаһыҙ. Колхоздың булған ғына байлығына сумалар ҙа, һыпыртыу яғын ҡарайҙар. Үҙебеҙҙең бер фронтовик яраланып ҡайтып эш башлағайны, һауыҡҡас тағы ла фронтҡа оҙаттылар. Фронттан яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙе йә бригадир, йә ферма мөдире һымағыраҡ яуаплы эшкә ҡуйыу тәртибе булды. Ул эште алып бара аламы-юҡмы уныһын халыҡтан һорамайҙар.

Беҙҙә лә шулай хәл булды. Бер фронтовикты ферма мөдире итеп ҡуйҙылар. Әммә ул ышанысты аҡламаны. Үҙенең тәүге ҡатынын айырып, икенсегә өйләнде. Колхоздың иң шәп һары аты бар ине. Шуны егеп, загсҡа теркәләбеҙ тип, район үҙәгенә сығып китәләр. Әммә, юл уңышһыҙ була, бер ауылда атты юғалталар. Ҡыҫҡаһы, урлайҙар. Сәсән телле сая ҡыҙҙар уларға арнап шаян таҡмаҡ сығарып та ҡуялар:

Һимеҙ болан атабыҙ тип,

Ябыҡ болан атҡандар.

Загсҡа теркәләбеҙ тип,

Һары атты юғалтҡандар.

Был таҡмаҡты ишеткән кешеләр әле лә һөйләп көлөп алалар. Мин бөтә фронтовиктарҙы түбәнһетергә йыйынмайым. Улар биргән анттарына тоғро ҡалып ил һаҡлап, тыуған ерҙәренә ҡайттылар һәм емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙеүгә күп көс һалдылар.

Мәҡәләмдең башында яҙғанымса, 1943 йылға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. 1943 йылда колхоздың хәле үтә насар түгел ине әле. Малсылыҡ та арыу ғына табыш килтерә, йылҡы малдары, эш аттары етерлек, баҫыуҙарҙа сәселгән игендәр ҙә мул ғына уңыш вәғәҙә итә. Тик эшсе көстәр етешмәй. Бесән мәле килеп етте. Йәш үҫмерҙәр ауылдан ҡырҙараҡ, олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар (беҙҙең әсәйҙәр) ауыл тирәһендәрәк эшләйҙәр. Йәштәр звеноһына кәбән ҡойоусы Көҫәпов Ғимран бабай ауылдан аҙыҡ-түлек ташый. Бесән эше миҙгелле эш- ауылға ҡайтмайбыҙ.

Бер мәл аяҡҡа кейгән сабата тишелеп, кейергә яраҡһыҙ булып ҡалды. Ғимран бабайға сабата үрә торған шөшлө алып кил тип әйтеп ҡайтарҙыҡ. Ул беҙҙең һорауҙы ҡәнәғәтләндерҙе. Сабата үреү өсөн ваҡ ҡына йүкәләр етерлек. Кис күп итеп ут яғабыҙ ҙа, ут яҡтыһында сабата үреп кейәбеҙ. Ҡыҙҙар ҙа, сабата үреп бирегеҙ әле, тип инәләләр. Беҙ Ишмөхәмәт Көҫәпов менән уларға сабата үрәбеҙ. Бушҡа түгел, еләк йыйып ашатырһығыҙ, тибеҙ.

Шулай итеп, бесән әҙерләүҙе лә тамамланыҡ. Хәҙер сәскән игенде урып-йыйып, әрәм-шәрәм итмәй генә фронтҡа оҙатырға кәрәк. Тап ошо мәлдә, һуғышҡа тиклем бригадир булып эшләгән оло ғына кеше, Йосоп бабай ҡайтып төштө һәм райком бойороғо буйынса колхоз рәйесе вазифаһын атҡара башланы. Колхозсылар менән дөйөм йыйылыштар үткәрә, кәңәшләшә, фронт хәлдәрен һөйләй: “Сталинград йүнәлешендә беҙҙең ғәскәрҙәр немец фашистарын тар-мар итеп, сигенергә мәжбүр иттеләр. Фронтҡа ит-май, икмәк кәрәк. Шуның өсөн тырышып эшләйек. Сәселгән игенде юғалтыуһыҙ йыйып алайыҡ, фашистарҙың көндәре һанаулы ҡалды, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ”, - тип тамамланы һүҙен.

Йыйлыштан һуң тағы ла дәртләнеп, нәфрәтләнеп эшкә тотондоҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар ураҡҡа төштө, көлтә ташыу өсөн редован (бейек, сөм итеп эшләнгән арба, көлтә ташыу өсөн яраҡлаштырылған) менән көлтә ташыйбыҙ һәм ригелә (башы ябылған, игенде ҡорола һаҡлау, һуҡтырыу өсөн ҡулайлама) кәбән итеп өйәбеҙ. Ауыл яҡын булһа ла ҡайтмайбыҙ, колхоз рәйесе Йосоп бабай ашыҡтыра. Ямғырҙар башланмаҫтан алда өлгөрөп ҡалайыҡ, ти. Шул маҡсат менән йылы аш ойошторҙо, колхоздың бер бәләкәй генә танаһын да һуйырға рөхсәт итте. Бәҙриямал инәй Иҫәнбаева ашнаҡсы, ә завстоловой һуғышҡа ярамаған Умырғәле исемле ағай ине. Умырғәле ағай ауылдан икмәк бешертеп алып килә.

Бәҙриямал инәй таң менән аш бешерә лә, төнгә тиклем арып эшләгән йәш-елкенсәк үҫмерҙәргә “подьем” иғлан итеп, ашарға саҡыра. Ашағандан һуң мәтрүшкә үләне һалып, ҡаты сәй эсерә. Тағы ла эш башлана.

Эш күп. Ураҡ тамамланһа ла, көлтәләрҙе ике редован менән ташып өлгөртөп булмай. Бойҙайҙы һуҡтырғанда ла эшсе көсө күп кәрәк. Ҙур цистернаға 4 ағас ҡулайлаштырып, 4 атҡа ҡамыт кейҙереп (постромка) ишелгән арҡандың бер яҡ осон ҡамыттың ҡолаҡ бауына бәйләйһең. Иген һуҡтырғанда иген һуҡтырғыстың барабаны ҡайыш ярҙамында бәйләнә (яҫы, ҡалын брезент ҡайыш) ҡайыш туҡтауһыҙ әйләнһен һәм аттарҙы бер тигеҙ тартһын өсөн, бер кеше уртаға баҫып, сыбыртҡыһын болғап торорға тейеш. Ярай, уныһына 5-6 –сы синыфта уҡыған малайҙар ҙа бара. Бер кеше кәбәндән көлтә ырғыта, икенсеһе көлтәне бәйләгән бауҙы сисеп, барабанға тыҡҡан кешегә самалап биреп тора. Барабандан төшкән һаламды ике яҡлап ҡул тырмаһы менән бер аҙ алып бара һәм тағы ла ике кеше алып китә.

Өйөлгән һаламды ат менән таҡтанан эшләнгән ҡулайлама ярҙамында алыҫҡараҡ алып барып эҫкерт итеп өйәләр. Иген елгәргес менән иген таҙарталар. Ҡыҫҡаһы, тын алырға ла ваҡыт юҡ. Ошондай ҡайнап торған эш ваҡытында эшкә аяҡ салыусылар ҙа булды. Колхозлашыу осоронда оҙаҡ ҡына колхозға инмәй йөрөгән Кинйәғол исемле оло ғына кеше, ашнаҡсы инәйҙе мыҫҡыллап :

Колхоз еңгә һинме ни,

Ыумас ыуаһыңмы ни?

Ғариза биреп кергәйнегеҙ,

Артыңды ыуаһыңмы ни, - тип әйтеп көлгән.

Бер көн төшкө ашҡа ултырғайныҡ,  әлеге Кинйәғол ашап бөттө лә,  тағы һамаҡлай башланы:

Ала ҡарға, ҡара ҡарға,

Ҡыу ҡарағай башында.

Ике ярма, өс бәрәңге

Ысталауай ашында.

Быны ишеткәс, һуғышта һыңар аяғын ҡалдырып ҡайтып, икенсе бригаданан килеп весовщик булып эшләп йөрөгән Мазһар ағай түҙмәне: “Ҡәбәхәт, илебеҙ халҡы дошманды тиҙерәк еңеү өсөн ал-ял белмәй тир түгә, беҙҙең ғәскәрҙәр һәр бер аҙым еребеҙ өсөн ҡан түгәләр, ҡорбан булалар, ә һин бында эшләгән кешенең рухын төшөрөп, ҡотҡо таратып ятаһың. Был ҡара эштәрең өсөн яуап бирерһең”, - тине лә, Кинйәғолдоң боғаҙына йәбеште. Әүрәү араһына һелтәне лә, тегенең осаһын ҡайыҙлай башланы. Ырҙында булған бар кеше Кинйәғолдоң был ҡылығын хурланы. Мазһар ағайҙың Кинйәғолға ҡарата нәфрәтләнеп шул аҙымға барыуын хупланы.

Колхоз рәйесе Йосоп бабай ҙа Мазһар ағайҙы ҡеүәтләгәндәй итеп ҡарап тора. Был мажараны ҡарап торған үҫмерҙәргә ҡыҙыҡ тойолғандыр инде, шунда уҡ түбәндәге юлдар ижад ителде:

Автобус килә һыҙғырып,

Суйын юлын ҡыҙҙырып,

Мазһар Кинйәғолдо һүтә

Әүрәүҙәргә туҙҙырып.

Йосоп бабай ымлап тора:

Нығыраҡ бир елкәгә.

Мазһар Кинйәғолдо дауалай,

Һырындырып веялкаға.

Ошонан аҙаҡ Кинйәғол да ипкә-һапҡа ҡалды, Мазһар ағай яуапҡа тарттырайыҡ тиһә лә, Йосоп бабай: “Ҡуй, ярамай, балалары, ғаиләһе бар бит, аңлағандыр”, - тип ҡаршы төштө. Йосоп бабай ундай кеше түгел ине. Кеше менән матур мөғәләмә итте, ҡурҡытырҙай итеп тамаҡ ярып ҡысҡырып йөрөүен хәтерләмәйем. Уның яратҡан бер һүҙе иҫтә ҡалған-“ посмотрим”.

- Йосоп бабай, баҙарға сығып ҡайтырға ат рөхсәт ит әле.

- Игенде йыйып алып бөтәйек тә, посмотрим.

- Тирмәнгә он тарттырырға барырға ат кәрәк ине.

- Эште бөткәс, посмотрим.

Уның ошо “посмотрим” һүҙен ҡыҙыҡ күреп, юҡ-бар йомош менән мөрәжәғәт итеүсе йәштәр ҙә булды. Ул биргән вәғәҙәһен һуңлап булһа ла үтәне. Эйе, ул йылда мажаралы ла, ҡыҙғаныс та ваҡиғалар менән урып-йыйыу эштәрен көндәр аяҙ торғанда тамамлап ҡуйҙыҡ. Йәш үҫмерҙәр бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем арыу-талыу белмәй эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, төнө буйы уйнап-көлөп шиғыр юлдары һәм таҡмаҡтар ижад итеп мәж килделәр. Завстоловой Умырғәле ағайға ла сәнскеле төртмә таҡмаҡ эләкте. Бына ул юлдар:

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң Исеме Умырғәле.

Завстоловой булдым, тиеп,

Икмәкте умырма әле.

Ул йылы уңыш арыу ғына булды. Хөкүмәт тарафынан бирелгән иген тапшырыу планын үтәп, колхозсыларға ла хеҙмәт көнөнә ҡарап әҙ булһа ла бүленде. Быға колхоз рәйесе Йосоп бабайҙың колхозсылар араһында аңлатыу эштәре алып барыуы һәм яҡшы ойоштороуы һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Уның халыҡ менән яҡшы мөғәләмә итеүе лә, һис шикһеҙ ярҙам иткәндер.

1944 йылда колхоз аттарында ҡорсаңғы ауырыуы таралып, улар үлә башланы. Эш үгеҙҙәр, һыйырҙар менән башҡарылды. Йосоп бабай киренән һуғышҡа алынды, колхоздың хәле мөшкөлләнә башланы. Малдарҙы икенсе бригадаға күсерҙеләр. Яңы рәйес үҙенең талаптары менән эш итә башланы.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәнек- үгеҙ егеп һабан һөрҙөк, һыйыр егеп тырматтыҡ. Ҡыш көндәре юл ҡалғанда, бәләкәй сана менән колхоз малына бесәнен дә, йылаһын да һөйрәп ташыныҡ. Үҙебеҙҙең хужалыҡта булған бер һыйырға һалынған ит-май йөкләмәһен үҙебеҙҙең ауыҙҙан өҙөп фронтҡа ебәрҙек. Һәм ғорурлыҡ менән әйтә алам: беҙ, һуғыш осоро балалары һәм һалдат ҡатындары- инәй, апай, еңгәләр, шулай уҡ фронтҡа яраҡһыҙ ҡалған ҡарттар, дошманды еңеүгә тос өлөш индерҙек. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла эштең уртаһында ҡайнаныҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Еңеүҙең 68-се йылын ҡаршы алғанда һалдатка әсәйҙәр генә түгел, беҙҙең замандаштарҙың да күптәре баҡыйлыҡҡа күсеп, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалдылар.

Ошоноң менән яҙмамды тамамлап, мәрхүмдәрҙең йәндәре йәннәттә булыуын, ә ҡалған замандаштарға иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс ғүмер теләйем. Йырлы-моңло йәшлегемде һағынам

Был мәҡәләмде яҙырҙан алда минең күңелде бер уй биләп алды. Беренсеһе: “Яҙ, яҙ, һеҙҙең быуындың хәҙерге заман йәштәренә әйтер һүҙҙәре, бирер кәңәштәре күп бит, һеҙҙең йәшлегегеҙ ауыр йылдарға тура килде. Йәштәр уны уҡып, бәлки фәһем алырҙар, кәңәштәрегеҙгә ҡолаҡ һалырҙар”, - тиһә, икенсеһе: “Юҡ менән маташма, хәҙерге йәштәр барыбер ышанмаҫтар, күрәләтә арттырып яҙған”, - тиерҙәр тине.

Шулай ҙа беренсе уй тағы ла : “Һинең йәшлегеңдә бергә үҫкән ауылдаштарың, үҙең менән бер ауылда ла, районыбыҙҙың башҡа ауылдарында ла байтаҡ бит. Һиңә ышанмаһалар, улар шаһит булыр”, - тигәс, ысын күңелдән шатланып ҡуйҙым. Ысынлап та, тиңдәштәремдән үҙем менән бер ауылда беҙгә килен булып төшкән апалы-һеңлеле Фатима һәм Ғәйшә Нәҙершиналар, шулай уҡ апалы-һеңлеле Зифа, Баныу Ишбаевалар һәм Ишбикә Күсәповалар (ҡыҙ фамилиялары), Мәҡсүд ауылында Миңлеғол Нәҙершин, Ишмөхәмәт Күсәпов, Ғәҙелгәрәйҙә Сабир Зөбәйеров, Ҡотанда Шәмсинур Ғәлләмова, Ағиҙел поселогында Мәрйәм Йәнғәлина апайҙар йәшәй.

Мин үҙем Бөрйән районында тыуһам да, 62 йәшемдең 18 йылы элекке Йомағужа районының Кәшәлә ауылында үтте. Ғәмһеҙ үткән бала саҡ, мәктәп йылдары, йәшлек хәтирәләре әле лә йөрәк түрендә һаҡлана. Газета уҡыусыларға аңлайышлыраҡ булһын өсөн, Кәшәлә ауылы тураһында әйтеп китеүҙе кәрәк тип һанайым. Ул беҙҙең Оло Нөгөш буйында Ғәлиәкбәрҙән 25 саҡырым түбәндә тәбиғәттең иң гүзәл ерендә урынлашҡан ҙур ғына ауыл ине. Элек ул Бөрйән районы составында булған . Утыҙ дүртенсе, утыҙ бишенсе йылдарҙа айырылып сығып, Йомағужа районына ҡушылған һәм күрше “Сауҡа” утары менән бер колхозға берләшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ул ауыл бөттө. Унда тик бер урман һаҡсыһы ғына йәшәй. Шулай итеп, был ауыл халҡы элек-электән Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш ауылдары халҡы менән ҡыҙ бирешеп, килен төшөрөшөп, аралашып йәшәгәндәр.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, минең тиҫтерҙәр дүтенсе класты бөткәйне. Беҙ һуғыштың нимә икәнен тарих дәрестәрендә үткәс, үҙебеҙсә күҙ алдына килтерәбеҙ, бәхәсләшәбеҙ. Бик уҡығы килһә лә, беҙгә артабан уҡырға мөмкинселек булманы. Ауылда башланғыс мәктәп кенә, ете йыллыҡ ауылдан 45 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан хәҙерге Нөгөш быуаһы аҫтында ҡалған Үрге Таш тигән ауылда ине.

Һуғыш башланыуҙың тәүге көндәренән үк ауылдан типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәр дошман менән алышырға яу яландарына китте. Клхоздағы иң яҡшы аттарҙы ла һуғышҡа алып киттеләр. Колхозда эшсе көстәр етешмәй. Беҙ, кисә мәктәп партаһында ултырған уҡыусылар колхозға ҡулдан килгәнсе ярҙам итә башланыҡ. Бигерәк тә бесән осоронда саба алмаһаҡ та йыйыу ҙа, күбә тарттырыу ҙа, кәбән ҡойоусыларға һалҡын шишмә һыуы менән айран алып килеү ҙә беҙгә йөкмәтелгәйне.

Һуғыштың икенсе йылында инде ауылдағы ир-егеттәр бөтәһе лә һуғышҡа китеп бөткәс, колхозда төп көс булып ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, әлеге шул минең тиҫтерҙәр ҡалды. Яҙғы сәсеү тамамланып, утау эштәре бөткәс, бесәнгә әҙерлек башланды. Беҙҙе звенолорға бүлеп, ауылдан ҡырҙараҡ сабынлыҡҡа ебәрҙеләр. Ә оло ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарт-ҡоро ирҙәр ауылға яҡыныраҡ ерҙә эшләне. Беҙҙең йәштәгеләр ике звеноға бүленеп, бер үк ерҙә эшләйбеҙ.

Шул ваҡыттағы бер көлкөлө ваҡиға һаман да иҫтән сыҡмай. Бер көн кискә табан, кәбән ҡойоусыбыҙ Ғимран бабай арбаһына бер кәзә тейәп килеп төштө. Кисләтеп килгәс, кәзәне һуйырға өлгөрә алманы. Иртәнсәк тороп ашағас, Ғимран бабай беҙгә: “Һеҙ, ваҡ сыбыр бесән сабырға сығығыҙ. Ә һеҙ, ике Гөлсөм, эсәк йыуырһығыҙ, мин хәҙер кәзәне һуям”, - тине.

Гөлсөмдәр беҙҙең звеноводтар ине, улар икеһе лә көс-дәрттәре ташып торған еткән ҡыҙҙар ине. Ярар, тинек тә, салғыларыбыҙҙы күтәреп, бесән сабырға сығып киттек. Төшкә тиклем бесән сабып ҡайтһаҡ, кәзә ите өлөштәргә бүленгән: ҡайһылары ҙур, ҡайһылары уртасараҡ, ҡайһылары бәләкәй. Звеновод апайҙарыбыҙ ҡыуыш төбөндә серем итеп яталар, бабайыбыҙ һәнәктәр йүнәтә. “Иттәрегеҙҙе алығыҙ”, тигән әмер бирелеүгә, беҙ ваҡ –сыбырҙар, йүгерешеп барып ҙур киҫәктәргә үреләбеҙ. “Тороп тороғоҙ, үҙем алып бирәм”, - ти бабайыбыҙ. Беҙгә, бәләкәйҙәргә, иң бәләкәй киҫәктәрҙе, беҙҙән олораҡтарға-уртаса, иң ололарға иң ҙур киҫәктәрҙе тотторғас, беҙ ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ. “Беҙ ҙә бит уларҙан бакуй яҙмайбыҙ, нишләп беҙгә бәләкәй”, - тиеүгә ул: “Оялмайһығыҙмы, оло кеше ыңғайына һорарға”, - тип ҡысҡырғас ҡына, беҙ үҙ киҫәктәребеҙгә ризалашып таралыштыҡ.

Итте бешереп ашағас күңелдәр күтәрелеп китте. Кис ҡыуыш янына ут яғып, беҙ звеновод апайҙарға нисегерәк итеп берәй көлкөлө таҡмаҡ сығарыу тураһында баш вата башланыҡ. Башҡа малайҙар ятып йоҡлап бөттө. Беҙ Ишмөхәмәт менән (ул хәҙер Мәҡсүт ауылында йәшәй) түбәндәге юлдарҙы әтмәләп тә ҡуйҙыҡ:

Ваҡ-сыбыр балалар,

Бесән саба барығыҙ.

Ике Гөлсөм звеновод

Эсәк йыуа ҡалығыҙ.

Аҡ кәзәне һалдылар,

Ботон бәйләп салдылар. Ике Гөлсөм звеновод Эсәк йыуа ҡалдылар. Итте бүлеп һалдылар ҙа

Татлы йоҡоға талдылар.

Прогульщик булһалар ҙа

Итте артыҡ алдылар.

Беҙ быны яҙып апайҙарҙың кеҫәләренә һалып ҡуйҙыҡ. Улар иртәнсәк алып уҡып, беҙгә асыулана биреп тә ҡуйҙылар. Беҙ рәхәтләнеп көләбеҙ, ғәйеплеләрҙе лә шунда уҡ таптылар. Мин мәктәптә уҡығанда мәктәп стена газетаһына һирәкләп шундай сәнскеле юлдар яҙа инем. Йылдар үткәс кенә, мин был итте бүлеп биреүҙең мәғәнәһен аңланым. Тәүге өйрәнсек йылда, оло кешеләр һымаҡ киң итеп алдырып саба алмағанға беҙгә өлөш кәмерәк булған икән. Ул ваҡытта беҙҙән балалыҡ аҡылы китмәгән булған шул.

1943 йылда беҙҙең тиҫтерҙәргә тағы ла яуаплыраҡ эштәр ышанып тапшыра башланылар. Ат-үгеҙҙәр егеп, һабан һөрәбеҙ, һыйыр егеп ер тырматабыҙ. Эштең береһен бөтөүгә, икенсеһе етеп кенә тора. Ә хәлдәр һаман киҫкенләшә бара. Ашау-эсеүгә наҡыҫ. Тағы ла бесән ваҡыты килеп етте. Йәштәр тағы ла ауылдан ҡырға киттек. Һәр бер звенонан берәр ҡыҙҙы еләк йыйырға, әтлек, һарына ҡаҙырға ебәрәбеҙ. Шунһыҙ ашарға еткереп булмай. Ауылдан ҡатыҡ-һөт килеп тора. Икмәк тигән оло ризыҡ бик һирәк эләгә. Ара-тирә килолап һоло йәки арыш көрпәһе бирәләр. Уныһын ыумас, өйрә ишараһы бешерәбеҙ. Тамаҡ ас булһа ла бик тырышып эшләйбеҙ. Хәҙер беҙҙең тиҫтерҙәр ҙә аңлап эш итә башланы, һуғыш ваҡытынан алда ир еткерҙе беҙҙе.

1944 йылдың февраль айҙарында булһа кәрәк, беҙҙе Кананикольск леспромхозының Күркәтау урман участкаһына ағас ҡырҡыуға ебәрҙеләр. Ағас ташыусылар бесән тейәп оло юлдан китергә булғас, беҙ ике үҫмер малай, ике ҡыҙ һәм бишенсебеҙ ҡолағы ишетмәгән Абдрахман бабай саңғы менән, туранан-тураға өс көндә эш урынына барып еттек. Иртәгәһенә диләнкәгә барып, ағас ауҙара башланыҡ. Шул ваҡытта мастер килеп сыҡты ла, беҙҙән ҡайһы райондан, ҡайһы колхоздан, нисәнсе йылғыһығыҙ, тип һораша башланы. Беҙ йүнләп русса белмәйбеҙ. Бабайыбыҙ ишетмәй. Беҙ йәштәрҙе әйткәс, мастер беҙгә ҡарап торҙо ла: “Хәҙер үк ҡайтып китегеҙ. Мин һеҙгә ағас ҡырҡырға рөхсәт итмәйем, йәшегеҙ етмәгән, ҡартығыҙ бер нәмә лә ишетмәй, берәй ҡаза булһа, мин һеҙҙең өсөн яуап бирә алмайым”, - тип беҙҙе ҡыуып ҡайтарҙы.

Ысынлап та, ул ваҡытта беҙгә ун алты йәш тә тулмағайны. Ул ваҡытта колхозда беҙҙән олораҡтар ҙа бар ине инде. Ләкин улар колхоз етәкселәренең йылы ҡанаты аҫтына һыйынғайны шул. Шулай итеп, беҙ ағас ташыусыларға юл төҙәтеп йөрөп ҡайттыҡ. Үҫеп егет ҡорона етә башлағас та, был Күркәтау юлдарын күп тапарға тура килде беҙгә. Шуларҙың бер-икәүһенә туҡталмау мөмкин түгел.

Хәтерҙән сыҡҡан, нисәнсе йылдар ине. Бөтә Йомағужа районы йәштәре ҡарағай йәйегенән ҡыуыш яһап, эш өҫтөндә ятабыҙ (Зифа апай Ишбаева, Миңлеғол Нәҙершиндар менән бергә булдыҡ). Солоҡ йыуанлыҡ ҡарағайҙарҙы ҡул бысҡыһы менән йығып тураҡлайбыҙ. Беҙгә, урманда үҫкән кешеләргә, әллә ни ҡурҡыныс түгел. Ә бына ялан яғынан килгән йәш ҡыҙҙар ағас төбөнә барырға ла ҡурҡалар. Көндөҙ эшләп арыуға ҡарамаҫтан, кис беҙҙең бригадир (мәрхүм Тимерғәле ағай Әхтәмов) моңло итеп ҡурайын һыҙҙырып ебәрә. Мин ҡушылып йырлап ебәрһәм, бөтә йәштәр беҙҙең ҡыуыш янына йыйыла. Китә уйын-көлкө, бейеүҙәр. . . Шулай итеп, күңелле генә эшләп йөрөгәндә, ҡапыл көндәр боҙолоп, ямырҙар яуа башланы. Йәйек ҡыуыштарҙан һыу үтә. Етмәһә, бер төндә ҡар яуып ҡалып ҡуйҙы. Шул ваҡытта ялан яҡ ҡыҙҙарының уйынлы – ысынлы йырлаған бер йыры әле лә ҡолаҡ төбөндә ишетелеп торған һымаҡ.

Килдек инде, күрҙек инде

Күркәтау тигәндәрен.

Ата-инәй белмәй инде

Бала ни күргәндәрен.

Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең колхозға һалынған 200 кубометр планды 11 көндә ҡырҡып, ҡайтып киттек. Шул уҡ йылдың ҡышында беҙҙе тағы ла ағас тартыуға ебәрҙеләр. Биш кеше инек. Күркәтау поселогында ҙур барак, буйы 30, арҡырыға 10 метр рәте булғандыр. 5-6 сыуалы бар. Беҙ шунда ятып йөрөйбөҙ. Барак эт бәйләһәң торғоһоҙ һыуыҡ. Йомағужа районыныҡылар менән бергә Зианчура, Бөрйән районы-ныҡылар ҙа шунда. Эштән ҡайтаһың, нисек бешеренергә, кейем-һалымды нисек киптерергә белмәй аптырайһың. Етмәһә, саҡ йоҡоға китһәк, беҙҙең райондан килгән вәкил менән участка начальнигы баракка инеп, халыҡты уята ла башлай: “Давай эшкә”.

Сәғәт булмағас ваҡыттың күпме икәнен дә белгән юҡ. Арлы-бирле тамаҡ ялғап алабыҙ ҙа аттарҙы егеп, эшкә сығып китәбеҙ. Ара алыҫ ҡына диләнкәнән ағас тейәп, бер рейс яһайбыҙ. Һаман таң атмай, аяҡтарҙа сабата, өҫтә иҫке-моҫҡо һырма. Һыуыҡ үҙәктәргә үтә. Ә түрәләргә нимә - тиҙерәк район планын үтәтеп премия алһа булды. Бына шундай шарттарҙа эшләп ҡайттыҡ беҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланды. Колхоз ныҡ бөлгөнлөккә төшкәйне. Колхозда булған аттар ҡорсаңғы ауырыуы төшөп үлеп бөткәйне. Ерҙе үгеҙ егеп һөрәһең, тырматыуына һыйыр егеп сығаһың. Сәсеүгә орлоҡто 80 саҡырымда ятҡан Мәләүездән йөкләп ташыла, үҫтереп алған ғына иген тулыһынса хөкүмәткә тапшырыла. Колхозсыларға бер нәмә лә ҡалмай. Шулай булһа ла, ауылдаштарым күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, фашистарҙы еңеү рухы менән эшләнеләр.

1948 йыл булһа кәрәк, Ишембай-Ермолаевка тимер юлын төҙөүҙе удар төҙөлөш тип иғлан иттеләр. Был эште лә райондарға бүлеп бирҙеләр. Ул ваҡытта Ишембайҙан Ермолаевкаға тиклем арала халыҡ ҡайнап торҙо. Беҙҙең район Мәләүез ҡалаһы тирәһендә эшләне. Бына ошонда йәштәрҙең тырышып эшләүҙәрен ысын мәғәнәһендә батырлыҡҡа тиңләр инем мин. Юл эшендә бер ниндәй техника әҫәре күренмәй, бүленгән участкала йәштәр ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнаша. Юлға носилкалар менән тупраҡ, ҡырсынташ түгәбеҙ. Ат, арба егеп ташыусылар ҙа бар. Ашап-эсеүҙең наҡыҫлығын һөйләп тораһы ла юҡ. Бында үрҙә телгә алынған Фатима, Ғәйшә Нәҙершина, Зифа, Баныу Ишбаева, Мәрйәм Йәнғәлина, Шәмсинур Ғәлләмова апайҙар ҡатнаштылар.

Ғөмүмән, ул йылдарҙа ниндәй генә ауыр эштәр булмаһын, минең тиҫтерҙәр ҡатнашмаған эш булманы. Ә инде аҡса тигән нәмәне ишетмәнек тә, күрмәнек тә. Ул ваҡытта йәштәрҙең эшкә егәрлелеге, уйын-көлкөгә ихласлығы таң ҡалдыра.

Үрге Нөгөш менән беҙҙең ауыл араһында ат юлы юҡ, йәштәр саңғы менән килеп, беҙҙең ауылда спектакль, концерт номерҙары менән сығыш яһап йөрөгәндәре әле лә хәтерҙә (ара 12саҡырым). Беҙ ҙә –ауыл йәштәре Октябрь, Май байрамдарында тубыҡтан ҡар кисеп, 25 саҡрымда ятҡан Ғәлиәкбәргә уйынға килә тоғайныҡ. Бында Үрге Нөгөш, Ҡолғаһау, Кәбәс ауылы йәштәре лә йыйыла торғайны. Ул ваҡытта башҡа ауылдарҙа йәштәр аҙ, клуб булмағас, йыйылышып уйнау күңелле булғандыр инде. Байрам алдынан доклад, спектакль, концерттан һуң милли уйындар башлана торғайны.

Ул ваҡытта клуб мөдире булып Ғәбитов Шакир эшләне. Уның йәштәрҙе ойоштороу һәләте бар ине, шуның менән бергә ул оҫта ҡурайсы ла булды. Ауылда бер генә кешелә (мәрхүм Күлбаев Рәжәптә) тальян гармун бар. Бына ҡурайсылар Шәкир Ғәбитов менән Йосоп Аҫылғужиндар алмашлап ҡурай уйнайҙар. Ҡурай менән гармунды берәмләп бейегәндә генә файҙаланабыҙ. Ахритаға- таҡмаҡ. Йәштәр түңәрәк яһап төшөп китәләр. Беҙҙең уйынға төшмәгәнде күреп, төрттөрөп таҡмаҡлап ебәрәләр.

Имәндең бөрөләре,

Килһәләр ҙә уйнамайҙар

Халыҡтың эреләре.

Уларға ҡаршы таҡмаҡлап беҙ ҙә уйынға төшөп китәбеҙ:

Имән бөрөләнмәҫкә,

Аяғыбыҙҙа сабата

Ниңә эреләнмәҫкә.

Ысынлап та, беҙҙең аяҡтарҙа шытырҙап торған өр-яңы сабата. Беҙ уйынға кейер өсөн алып килә торғайныҡ. Хәҙер осрашҡанда беҙ шул ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, көлөшөп алабыҙ. Ғәлиәкбәрҙән Сынтимер, Мөхтәр, Зиннур, Әхмәҙинур (мәрхүм) Әминевтар, Рафиҡ Хәлитов (мәрхүм), Әхмәт Күлбаев, Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан Әбдразаҡ Ҡаһарманов, Сәлимгәрәй Байморатов, йәштәрҙән Нурғәле Йәғәфәров, Сабир Ғәлиев, ҡыҙҙарҙан апалы-һеңлеле Ғәйшә, Рауза Биккинина, апалы-һеңлеле Ғәзимә, Ғәйниә Ҡаһармановалар, Кәримә Сабитова, Һәҙиә Хөснөтдинова, Факиһа Ғәбитова, Йомабикә, Йомаһолтан Йәғәфәровалар, Үрге Нөгөштән апалы-һеңлеле Зәйнәп, Сәмәрә Аҫылғужина, Зөләйха, Фатиха Юламанова, Бибиниса, Ҡанифа Әхмәтова, Һандуғас, Зәғифә Аҫылғужиналар эштә лә, уйын-көлкөлә лә алдынғылыҡ бирмәнеләр.

Шуныһы ҡыуаныслы: нисәмә ауылдан йыйылған йәштәр араһында бер ниндәй тауыш-тын булманы, бер-беребеҙҙе ихлас ихтирам иттек. Ә ҡыҙҙар шул тиклем инсафлы, тәртипле ине. Булған кейемдәрен тәрбиәләп кейеп, сәс толомдарын матур итеп үреп йөрөнөләр. Ул ваҡытта сәстәрен тунатып, салбар кейеп йөрөгән ҡыҙҙар булманы. Шулай йәшәп ятҡанда беҙҙең ауыл халҡы ла төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша башлағас, беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән Үрге Нөгөш ауылына күсеп ҡайттыҡ.

1951 йыл армияға алынып, 1954 йыл хеҙмәтемде тамамлап ҡайттым. Ул ваҡытта ла донъялар рәтләнеп бөтмәгәйне әле. Миңә бер аҙ промартелдә агент (бригадир) вазифаһын башҡарырға тура килде. Бына ошо эштә лә йәштәрҙең тырышлығына, беҙәмлегенә, эш һөйөүсәнлегенә хайран ҡала инем. Ул ваҡытта төп эш һалабаш һалыу, ағас әҙерләү, һал ағыҙыу, ҡап, септә һуғыу ине. Йәш кенә ҡыҙҙар төн ауышҡансы ҡап һуғып, нормаларын ике тапҡырға арттырып үтәйҙәр ине. Һалға әҙерлек апрель айынан башлана. Бөтә йәштәр ауылдан ҡырҙа утарҙа ятып эшләйҙәр ине. Һал бәйләүгә арҡан ишәләр. Ҡар аҫтынан ҡалған ағастарҙы ҡарҙан таҙарталар. Унан һуң һал бәйләп, уны ағыҙып Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларына тиклем алып баралар. Һал өҫтөнә ике-өс тонна ауырлығындағы ҡап, септә тейәлә.

Ә һалабаш төшөрөү - уны һыҙырыу ваҡыты үҙе бер йыйын һымаҡ була торғайны. Йәштәр көндөҙ ал-ял белмәй эшләп арыуҙарына ҡарамаҫтан, кис шау-гөр килеп, уйын-көлкө ойоштороп ебәрәләр. Төрлө мәҙәктәр, көләмәстәр һөйләйҙәр. Ә иртәгәһенә - тағы ла эшкә.

Бына шулай эшләне һәм йәшәне беҙҙең замандаштар. Тик уларҙың байтаҡтары беҙҙең аранан ваҡытһыҙ китеп бөттө. Әммә ҡалғандарға онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙылар. Эйе, ул ваҡыттарҙан һуң күпме йылдар үтте, күпме һыуҙар аҡты. Хәҙер беҙҙең замандаштар бер нисә быуын бала үҫтереп, олатай-өләсәй булып бөткәндәр. Ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләшәләр.

Хәҙерге тормош менән ул ваҡыттағыны сағыштырып ҡараһаң, айымаһы ер менән күк араһы. Әлеге ҡытлыҡ булыуға ҡарамаҫтан, тормошобоҙ күпкә яҡшырҙы, хөкүмәтебеҙ әле берәүҙе лә ас итмәй, ваҡытлыса илгә килгән ҡытлыҡҡа сабыр итергә кәрәк. Һүҙемде йомғаҡлап, йәштәргә шуны әйтмәксе булам: үрҙә яҙып үтеүемсә, беҙҙең быуын күпте күрҙе. Шулай булһа ла бер ғаиләләй булып ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡты һәм Гитлер Германияһын еңеүгә тос өлөш индерҙе. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын. Бының өсөн һеҙгә тырышып эшләргә, бер-берегеҙҙе ихтирам итергә, татыу йәшәргә, оло быуындың эштәрен лайыҡлы дауам итергә кәрәк.

Быуындан-быуынға күсә изгелек

[үҙгәртергә]

1941 йылдың сентябрь аҙаҡтары ине. Шәһиҙә инәйем беҙгә килеп, әсәйемә: “Килен, ошо улыңды миңә иптәшкә биреп тор әле. Мин Шүлгәнгә барып, балаларымды күреп ҡайтайым”, - тигәс, әсәйем бер һүҙһеҙ риза булды. Ә минең ҡыуанысымдың иге-сиге юҡ. Бала кешегә донъя гиҙеп ҡайтыу үҙе ни тора. Шул көнө үк юлға әҙерләнә башланыҡ һәм иртә менән юлға сыҡтыҡ.

Кәшәлә ауылынан Түбәнге Нөгөшкә тиклем биш саҡырым, Нөгөш аша сыҡмай ғына барып була. Түбәнге Нөгөштән үрҙә Күжә тамағынан Нөгөштө кисеп сығырға кәрәк. Былай ҙа тәрән кисеү, быҫҡаҡлап яуып торған ямғыр һыуы өҫтәлгәс, ҡып-ҡыҙыл булып ажғырып ята. Инәйем йылғаға ҡарап торҙо ла: “Әллә, балам, кире боролайыҡмы, ағып китмәбеҙме?”, - тип ҡуйҙы.

Минең һис тә кире боролғо килмәй. “ Инәй, аҡмайбыҙ, боролмайыҡ, - тим. -Ярай, Хоҙай үҙе ярҙам бирһен, тәүәкәлләйек”, -тине һәм үҙе ағымдың өҫ яғынан, мине аҫ яҡҡа ҡуйып етәкләшеп һыуға төштөк. Йылға уртаһына етә башлағас, ҡаты ағым инәйемдең биленән һуҡты, ә мин һыуҙа күпсеп ағып барам, инәйем мине ҡулынан ысҡындырмай. Хызыр Ильяс юлдаш бул, ярҙам бир Хоҙайым, тип теләй-теләй ярға иҫән-һау сығып еттек.

Артабан юлыбыҙҙы Күжә буйынан дауам итәбеҙ. Түбәнге Күжә йәйләүендә Ҡотан, Мәҡсүт фермалары көтөүселәре, һауынсылары ята ине. Унда инеп тамаҡ ялғап алдыҡ та артабан киттек. Йылғаны гел генә буйлап барһаң, бер нисә саҡырымдар үтергә тура килер ине. Афарин, беҙҙең боронғо ата-бабаларға, туранан-тура, тауҙар аша тоҫмаллап һуҡмаҡ ярып, күпме юлды ҡыҫҡартҡандар.

Түбәнге Күжәнән Үрге Күжә йәйләүе (Ҡушйылға тамағы) 6 саҡырым рәте. Бында Шүлгән фермаһы биләмәләре. Иншалла, тине инәйем, хәҙер был яғына юл матур, 10 саҡырым тирәһе генә булыр тигәс, минең күңелем күтәрелеп китте, арыуҙы ла, асығыуҙы ла оноттом. Юл Ҡушйылға йылғаһы буйлап бара. Байтаҡ ара үткәс, бер ҙур яланға килеп сыҡтыҡ. Бына был ялан-Ҡушйылға башы, ана, алдағы тау Аҡҡашҡатауы була, шуны менеп төшһәк, алла бирһә, Шүлгәнгә етәбеҙ, тине инәйем. Мин унан алда тау үренә йүгереп менәм дә, бик күп барғас, уны көтөп торам. Шулай итеп тау түбәһенән аҫҡа төшә башланыҡ.

Ауылға барып ингәс, урамдың уртаһындараҡ урынлашҡан бер өйгә боролдоҡ. Ҡарағай бүрәнәнән һалынған күркәм генә өй. Баҡсаһында 30-40 түмәр умарта теҙелеп ултыра. Беҙҙе шул умарталар араһында йөрөгән ап-аҡ һаҡаллы Шаһийән бабай ҡаршы алды. Ул Шәһиҙә инәйемдең кейәүе, ә ҡыҙы Йомабикә инәй, 4 улдары бар. Арып килеп бал менән сәй эсеп алғандан һуң кәйефтәр күтәрелеп китте. 10 йәшлек улдары Мөхәмәт менән ишек алдына сыҡтыҡ. Шул ваҡытта оло улдары Ҡазихан ағай һыбай атта, эйәренә тоҡтар артмаҡлап ҡайтып төштө. Ҡайҙа барҙың, тип һорайым. Мин Баштиренән почта ташыйым, тип яуапланы ул.

Мин был ғаилә менән үҙем иҫ белгәндән бирле танышмын. Йомабикә инәйҙең атаһы Сибәғәт бабайҙың туғанлыҡ тамырҙары бар, Яманаевтар затынан ине. Улар Кәшәләгә һәр ваҡыт ҡунаҡҡа килеп йөрөнөләр, ә Ҡазихан ағай ҡыш көндәре саңғы менән бер үҙе килә ине.

Беҙ Ғәҙелгәрәйҙә бер аҙна тирәһе ҡунаҡ булдыҡ. Бер көн Ҡазихан ағай почтаға китте. Бабай миңә: “Әйҙә, улым, минең солоҡтарҙы ҡарап ҡайтайыҡ”, - тине. Атын эйәрләп, батмандарын һәм солоҡ ҡарау өсөн кәрәк-яраҡтар (кирәм, әркәтәү, ләңге) аҫып урманға йүнәлдек. Солоҡ ҡарағайы төбөнә барып туҡтағас, ул етеҙ генә солоҡҡа үрмәләп менеп тә китте. Мин аҫтан балта, төтөнлөк, батмандарҙы әркәтәүгә бәйләп оҙаттым. Ул солоҡтан ҙур батманды тултырып бал төшөрҙө. Был минең йәш саҡта юнған үҙемдең юнмам, бик баллай, бер ваҡытта ла ҡортһоҙ ултырмай, тигәне әле лә хәтерҙә. Ул көндө беҙ тағы ла бер солоҡ ҡарап, ике батман бал алып ҡайттыҡ.

Беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт етте. Килгән юлыбыҙҙан иҫән-һау ҡайтып еттек. Күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалды. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көҙөндә үк йәш үҫмерҙәргә шундай яуаплы эштәр тапшырғандар. 14 йәше лә тулмаған Ҡазихан ағай Ишморатовтың икенсе ауылдан почта ташыуын әле лә йыш ҡына иҫкә алам. Был минең Ғәҙелгәрәйгә тәүге сәфәрем ине.

Ул ваҡытта “ШүлгәнТаш” ҡурсаулығында 30 йылдан артыҡ эшләп, Ғәҙелгәрәй ауылын аҙна һайын тапармын тигән уй башыма ла инеп сыҡмағайны. Әммә минең хеҙмәт юлым Ғәҙелгәрәй, Ырғыҙлы ауылдары менән бәйле. Ғәҙелгәрәйҙә күп оло кешеләр менән танышып, дуҫлашып бөттөм. Шуларҙың береһе- Байегетов Хәйбулла бабай, 1912 йылғы ине, 2000 йылда 88 йәшендә донъя ҡуйҙы. Бик егәрле, теремек, 80 йәшендә лә малайҙарҙан алда йөрөп бесән саба торғайны. Ауылда ғына түгел, шул яҡтарҙа мулла булып та йөрөнө. Телгә бай, йор һүҙле, уның менән йыш ҡына әңгәмәләшеп ултырырға тура килде. Бер ваҡыт үрҙә телгә алынған Шаһийән бабай тураһында ла һорап ҡуйҙым. Ул ҙур теләк менән түбәндәгеләрҙе бәйән итте.

-Бик оҫта солоҡсо ине ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда колхоздың 40-50-ләп түмәр умарта ултыртылған баҡсаһы бар ине. Ул шуларҙы ҡараны, ауылдаштар һуғышҡа китеп бөткәс, комиссия менән солоҡтарҙы иҫәпкә алып, шул солоҡтарҙы таҙартып, күс ҡундырып, комиссия менән балын йыйып алып колхозға тапшыра торғайны. Үҙенең дә солоҡтары күп булды.

Бер ваҡыт шундай ҡыҙыҡлы ваҡиға булды. Мин малай ғына инем әле. Ҡотан менән беҙҙең ауыл араһында Шаһийән ағай ҡарағай башында ағастың башын осороп йөрөгән. Шул ваҡытта Ҡотан яғынан бер кеше арбалы ат менән килә һәм ҡарағай башындағы кешене күреп хайран ҡала. Был әҙәм затынан түгелдер, тип атын ҡыҙыулата. Ул атайымдарға фатирға төшөп йөрөүсе буяу, энә, тараҡ һ. б. нәмәләр һатыусы (ҡырҡтартмасы тип әйтә торғайнылар) танышы ине. Килеп төшә лә был юлдағы хәлде атайыма һөйләй. Мин уның кеше икәненә ышанмайым, ендер ул, ти.

Атайым: “Юҡ, ул беҙҙең ауылдыҡы, Шаһийән”, - ти. Теге һаман ышанмай икән. Атайым миңә Шаһийән ағайҙы саҡырып килтерергә ҡушты. Улар күрешеп, хәл-әхеүәл белешкәс, төп мәсьәләгә күсәләр. Теге ят кеше Шаһийән ағайҙан кисә мин ағас башында күргән кеше ысынлап та һин инеңме, тип һорай. Эйе, мин инем, ти Шаһийән ағай. Улай булғас, әйҙә, мин ҡарап торам, һин менеп ҡарағай башын бөгөн дә осор, ти. Әйҙә, бәхәсләшәбеҙ, әгәр ҙә осора алһаң, бына ошо еләнде бирәм, ти һаман ышанып етмәйерәк. Шунан урманға китәләр.

Теге кеше үҙе һайлап бер ҡарағайҙы күрһәтә. Атайым да, мин дә ҡарап торабыҙ. Шаһийән ағай ағас башына бик йылдам ғына менеп етте, билбауынан балтаһын алып, эшкә тотондо. Теге әҙәм аптырап, шаҡ ҡатып тора. Ә Шаһийән ағай, күп ваҡыт та үтмәне, ағастың башын тумырып, осороп та ебәрҙе. Үҙе биленә арҡан тағып менгәйне, шунан бер йоҡағыраҡ таш ҡарап, арҡанға бәйләгеҙ әле, тине. Арҡанға бер яҫы ғына таш табып бәйләнек. Ул таш ниңә кәрәк, тип һорай теге ағай. Ағас үҙәгенә ямғыр һыуы үтеп, серемәһен өсөн. Ә башын осорһаң, ағас йыуан булып үҫә, киләсәктә солоҡ итеп юнабыҙ. Таш менән үҙәген ҡаплап ҡуйырға кәрәк, ти Шаһийән ағай. Арҡан менән ташты тартып алды ла, ҡарағайҙың башына һалды һәм өҫтөнә баҫып, ике аяғын алмаш-тилмәш баҫып бейеп башланы.

Теге кешенең аптырауын күрһәгеҙ! Ҡайтҡас, сәй табыны янында теге ағайға үҙенең бик затлы, матур еләнен бирҙе. Ә Шаһийән ағай ҙур туҙҙан яһалған тырыз менән солоҡ балын күстәнәс итеп бирҙе. Бына шулай, тирә-яҡта даны таралған солоҡсо ине Шаһийән ағай, - тип һөйләне Хәйбулла бабай һәм һүҙен дауам итеп – ә бына һеҙҙең хужағыҙ Петров солоҡсолоҡ тураһында китап яҙған икән. Унда Шаһийән ағайҙың исеме телгә алынмаған. Үҙе юҡтың күҙе юҡ, тиҙәр шул. Уның ғаиләһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аслыҡтан ҡотолоп ҡалыу өсөн сит ерҙәргә күсенеп киткәйне. Әгәр ҙә малайҙары ауылда йәшәһә, Петровҡа атаһы тураһында һәйләрҙәр ине, Шаһийән ағай ҙа тарихҡа инеп ҡалыр ине, -тип тамамланы хикәйәтен.

Һуғыштың тәүге йылдарында хәлле генә йәшәгән Шаһийән бабай ғаиләһе оло юғалтыу кисерә. 1943 йыл аҙағында ҡапыл ғына ауырып китеп, йорт хужаһы 76 йәшендә донъя ҡуя. Ғаиләлә иң оло бала булараҡ, Ҡазихан ағай әсәһенә оло терәк. Үҙенән кесе өс туғанын аҫырау, башҡа йорт эштәрен башҡарыу уның иңенә төшә. Ауылдаштар аслыҡҡа түҙмәй төрлө тарафтарға күсенә башлайҙар. 1945 йылда Ҡазихан ағай Ырғыҙлы урман участкаһына эшкә урынлаша. Унан леспромхоздың Төйтәләнде тигән утарҙа урынлашҡан участкаһына күсерәләр. Бында леспромхоздың эшселәре дөйөм ятаҡтарҙа ятып эшләй. Әсәһе Йомабикә инәй шул ятаҡтарҙа ут яға, йыйыштырыусы булып эшләй. Был ваҡытта Ҡазихан ағайҙың ҡустыһы Мөхәммәт тә әсәһенә ярҙамлаша, үгеҙ егеп ятаҡтарға утын ташый.

Шулай итеп ғаилә аслыҡтан ҡотолоп, тере ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, леспромхоздар ҙа хәлләнә башлай, төрлө райондарҙан йәштәр эшкә килә. Ҡана йылғаһы буйында ҡасаба үҫеп сыға, уға Каней тип исем бирәләр. Ҡазихан ағайҙар ҙа ғаиләһе менән шунда күсә. Ҡазихан ағай ҙа, ҡустыһы Мөхәммәт тә үҙ яртыларын ошо ҡасабала таба. Шөкөр, улар әле лә оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, балалар үҫтерәләр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарын күрәләр. Улар мин башта телгә алған оләсәләре Шәһиҙә инәйҙе лә онотмай. Инәй кесе ҡыҙын ерләгәс, яңғыҙ ҡала. Уны ла үҙҙәренә алып ҡайтып тәрбиәләйҙәр. 1961 йыл Ишморатовтар Ағиҙел ҡасабаһына күсеп килә. Ҡазихан ағай күп йылдар урман эшендә эшләп, ҙур тәжрибә туплай. Урман мастеры, ОРС начальнигы булып оҙаҡ йылдар эшләй ул.

Ҡазихан ағай күптән хаҡлы ялда инде. Ялдамын тип ул тик ултырмай, ихлас күңел менән дин ғилемдәрен өйрәнә, йәштәргә өгөт- нәсихәт бирә. Ҡөрьән сүрәләрен яттан белә. Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатырға, никах, исем ҡушыу кеүек йолаларға һәр ваҡыт уны саҡыралар.

Ҡазихан ағайҙың тағы ла бер изге шөғөлөн яҙмай ҡалдырһам, хилаф булыр. Быйыл илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләне. “Таң” гәзите Бөйөк Еңеүгә арналған материалдарға конкурс иғлан иткәйне. Ҡазихан ағай ҙа был конкурста әүҙем ҡатнашты. Уның “Аттар көттөк Морат туғайында” мәҡәләһен уҡығас, ирекһеҙҙән күҙҙән йәштәр сыҡты. Шулай уҡ “Ҡояш та һүрәнәйҙе” тигән мәҡәләһе лә уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмағандыр. “Ағиҙелдә аҡ пароход” тип исемләнгән материалын ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Уны тыныс ҡына уҡыуы мөмкин түгел ине. Ҡазихан ағай ер-һыу атамаларына ла битараф түгел.

Мин унан: “Нишләп ошо тиклем ижади һәләтең була тророп, элегерәк ҡәләмгә тотонманың?”- тип һорап ҡуйҙым. Ул : “Элек эштән бушап булманы, хәҙер ваҡыт бар, әммә күҙҙәрем насарайҙы, рәхмәт ейәнсәремә, минең һөйләгәндәремде ҡағыҙға төшөрөп бирә”, - ти ул. Бына шулай, ҡәләмгә һуң ғына тотонһа ла, Ҡазихан ағай иң ҡәҙерле, кәрәкле, тос һүҙҙәре менән халыҡ күңеленә үтеп инде. Бикләнеп ятҡан хазинаға тиңләйем мин уны. Яҙмамды тамамлап, Ҡазихан ағайға иҫәнлек-һаулыҡ, Рәүмәнә еңгәй менән тиң йәшәп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелектәрен күреп, тыныс ҡартлыҡ кисереүҙәрен теләйем.

Яңылышҡан шул атай

[үҙгәртергә]

Бәләкәй генә өйҙәң эсендә етеле шәм яна. Буйҙан-буйға һалынған урындыҡ. Өй хужаһы сәй эсте лә, сәғәт 9 тулыуға, колхоз идараһына барам тип, ашығып сығып китте. Ҡара-ҡаршы һалынған өйҙөң соланында (уртала) ике һунар мылтығы күҙенә салынғас, мылтыҡтарҙы тотоп идараға түгел, һарайға юл тотто. Күптән уйлап йөрөгән уйын атҡарыр өсөн яһаулы, әҙер һунар мылтыҡтары ҡулайлы була идара рәйесенә.

Өс оло һәм бер кесе малай урындыҡта сыр-сыу килеп шаяра. Ошо ваҡыт аяғына ҡуңалтаҡ быймаһын эләктереп хужа килеп инә: “Уф, Ҡанифа, үҙ-үҙемде һәләк иттем бит”, - тип урындыҡҡа ауа. Ике мылтыҡтан яраланған күкрәк һәм эстән, кендек аҫтынан субырлап ҡан ҡойола. Ул арала хужабикә өйҙән сығып йүгерә. Күрше-күләнгә хәбәр итә. Халыҡ йыйылып китә. Ул ваҡытта Василий исемле фельдшер эшләгән була. Уға ла хәбәр итәләр. Әлбиттә, ул ҡулынан килгән тәүге ярҙамды күрһәтә. Әммә ауыр яраны дауаларға уның көсөнән килмәй. Яралыны дауаханаға оҙатырға ҡайҙа ул ваҡытта “тиҙ ярҙам” машинаһы. Шулай итеп, иртәнсәк атылынған кеше бер тәүлеккә яҡын ятып йән бирә. Йән биргәнсә һөйләшеп ята, үҙенең хилаф эш ҡылғанына үкенә. Яралары һыҙлауына түҙмәй, бөгөнгө ятыуҙарым 10 йылдай булды, тип зарлана һәм васыяттарын әйтә.

Был ваҡиға 1932 йылдың 17 ғинуарында була. Шулай итеп, уның баҡыйлыҡҡа күсеп, Ғәлиәкбәр зыяратында ерләнеүенә 82 йыл тулып та киткән. Был фажиғәнең үҙ сәбәптәре булған. Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе тарих уҡытыусыһы Сабитов Хәмит ағайҙың (хәҙер мәрхүм) “Таң” гәзитендә (1989 йыл, 8 апрель, № 43) “Тыуған ауылым минең” тигән баш аҫтында сыҡҡан мәҡәләһенән аңлашыла. Бына ниҙәр яҙа ул: “1931 йылдың аҙағына тиклем ауыл халҡы үҙаллы кустарсылыҡ менән шөғөлләнә. Шул йылда ауылда коллектив хужалыҡ барлыҡҡа килә, йәғни “Ҡыҙыл Байраҡ” промколхозы ойошторола. Ауылда партия һәм комсомол ойошмалары барлыҡҡа килә. Беренсе булып комсомолецтар һәм коммунистар сафына Ғәфүр Сәғитов, Батыр Ғәлиәкбәров, Мөхәммәт Бикешев, Аллабирҙе Ишмөхәмәтов, Нәжметдин Әминев, Әхмәҙей Хөснөтдинов, Әхмәҙулла Ғәбитов, Ғөбәйҙулла Иҫәнбаевтарҙы (ул минең атайым була) һайлайҙар. Партия ойошмаһы секретары булып Усман Йәғәфәров эшләй”.

Ошо урында атайымдың автобиаграфияһы менән таныштырып китеү урынлы булыр тип уйлайым. Ул 1906 йылда районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе Түбәнге Нөгөш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атайымдың атаһы Ниғмәтулла олатай йәшләй генә донъя ҡуя. Етем ҡалған олатайым йәшләй генә ялан яғына сығып китеп, урыҫ байҙарында хеҙмәтсе булып йөрөй. Егет ҡорона еткәс, Үргеташ ауылы ҡыҙы (хәҙер Нөгөш быуаһы аҫтында ҡалды) Ғәфиә өләсәйгә өйләнә һәм үҙенең Бөрйәненә алып ҡайта. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Минең атайым бик теремек, отҡор, уҡыуға һәләтле бала була. Олатайым уның ошо сифаттарын белеп-күреп, хәҙерге Мәләүез районының Танып (Арыҫлан) ауылына Ғариф хәҙрәткә уҡырға бирә. Егет ҡорона еткәс, заманына күрә ярайһы ғына белемле кеше була.

Промколхоз ойошторолғанда кандидаттарҙың һәр береһен энәһенән-ебенә тиклем тикшерәләр: социаль сығышы, туғандары араһында хөкөмгә тарттырылыусылар юҡмы, шулай уҡ белем кимәленә лә иғтибар биргәндәр. Бына ошо ҡапшауҙарҙы үтеп бөткәс, Иҫәнбаев Ғөбәйҙулла иң яҡшы кандидат тип табыла. Шулай итеп, хужалыҡҡа 5 ауыл халҡы берләшә. Хәҙерге көндә бөткән ауылдар Ҡалғаһау, Түбәнге Нөгөш, Кәшәлә (1934 йылдан Йомағужаға ҡалды), Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауылдары инә. Әлбиттә, ғүмер буйына айырым хужалыҡ булып йәшәгән халыҡ ҡапыл ғына яңы закондарға, яңы талаптарға өйрәнеп тә, бойһоноп та бөтмәгәндер.

26 йәшлек тәжрибәһеҙ йәш кешегә биш ауыл халҡы менән эшләүе еңел булмағандыр. 30-сы йылдарҙа башланған сәйәси елдәр, ҡара болоттар ҡуйырғандан-ҡуйыра. Ауыҙыңдан ниндәй һүҙ сығыуын шымсылар һағалап ҡына йөрөй. 31-се йылдың йәйе ямғырлы була. Малдарға бесән наҡыҫ. Йәш рәйескә яла яғып, һиңә 10 йыл төрмә, тип ҡурҡытыу осраҡтары йыш була. Бына ошондай ҡыҫымдарға түҙмәй, үҙен-үҙе ҡорбан итеүгә барып етә. Был ваҡытта ғаилә Түбәнге Нөгөш ауылынан күсеп килеп, Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Мөхәмәт бабайҙың ҡара-ҡаршы һалынған өйөнөң бер яғында фатирҙа йәшәгән.

Башта яҙып үтеүемсә, һунар мылтыҡтары йорт хужаһы Мөхәмәт бабайҙыҡы булған. Мөхәмәт бабай ул көндә һунарға бармай, бесәнгә киткән була. Ул мылтыҡтар иҫке, дары менән яһалған булалар. Мылтыҡ көбәген кәрәкле ергә төбәгәндә, уның сирткешенә бау бәйләп, осон аяҡтарының баш бармағына бәйләй. Бармаҡ менән сирткеште тартҡас, шартлау хасил була. Ул килеп инеп урындыҡҡа ауғанда, урындыҡ буйлап ғәмһеҙ уйнап йөрөгән өс малайҙың береһе - Әхмәт Күлбаев, икенсеһе - Сынтимер Әминев, өсөнсөһө мин булғанмын. Сынтимер менән Әхмәт 80 йәштәрен түңәрәкләп, баҡыйлыҡҡа күстеләр. Йәндәре йәннәттә булһын. Ысын дуҫтар ине.

Мин үҙем ир еткәс тә атайымды тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алыусы замандаштары ла булды. Мәҫәлән, Күлбаев Мөхәмәт бабай һөйләүҙәренән: “Ғөбәйҙулла ябай халыҡ менән уртаҡ тел табыға тырышты. Белеме лә бар ине. Ул эшләгәндә мин ферма мөдире инем. Малдар ярыу тамағы тигән ерҙә ҡышланылар. Дөрөҫ, бесән самалы булды. Ул малдар ҡыш сыға алмай үлеп бөтөрҙәр тип ҡурҡҡан. Әммә бер баш малды ла үлтермәй ҡыш сығарҙыҡ. Март айы башланғас та йыла ашаттыҡ”.

1964 йылда хәрби билеттарҙы алыштырырға комис-сариатҡа саҡырттылар. Унда мин бер кеше менән осраштым. Мәҡсүт ауылынан да билет алыштырырға килгәйнеләр. Мәҡсүт кешеләрен эҙләп йөрөп, бер өйҙөң ишеген шаҡыным. Инһәм, мәҡсүттәр шунда. Өй хужаһы оҙон буйлы, ҡаҡса ғына кәүҙәле, ауырыуы йөҙөнә сыҡҡан бер ағай.

Иҫәнлек- һаулыҡ һорашып ултырғайным, был ағай миңә ҡарап ултырҙы ла: -Энекәш, һеҙ Ғәлиәкбәр яғынанмы әллә? - тип һорап ҡуйҙы. - Эйе, Үрге Нөгөштән, -тинем. - Һорауым шул, мин һеҙҙе бер кешегә оҡшатам. Күптән мәрхүм булған Иҫәнбаев Ғөбәйҙулланың улы түгелме һеҙ? - тап өҫтөнә баҫтығыҙ, атай булғас оҡшағанмындыр инде. Һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ, -тим.

Ағайҙың йөҙө асылып китте. - Мин Йәғәфәров Усман булам. Һеҙҙең атайығыҙ эшләгәндә мин райкомда эшләй инем. Ғәлиәкбәргә эш менән йыш йөрөргә тура килде. Шулай тигәс, мин әсәйемдең һөйләгәндәрен хәтерләнем. Бына кем икән мин сабый саҡта беҙгә килеп, атайым менән кәңәшләшеп йөрөгән кеше. -Атайың бик уҡымышлы, ғәҙел кеше булды. Әгәр ҙә шундай юлға бармаһа, әллә ниндәй ҙур урындарға күтәрелер ине. Сабырһыҙланып, үҙен-үҙе һәләк итте. Йәш кешене ҡыҫымға алыу, төрлө янауҙар, бигерәк тә йөрәгендә йөрөткән 10 йыл төрмә тигән уйҙары уға тынғылыҡ бирмәгәндер. Ней бер ваҡытта ла миңә кәңәш итмәне.

Был ағай оҙаҡ йылдар район китапханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡайны. Мин уға рәхмәттәр әйтеп, хушлашып сығып киттем. Белемле, ваҡытында яңы тормошҡа ынтылған комсомол ағзаһы Ғәбитов Әхмәҙулла ағайҙың хәтерләүҙәренән: Атайың үлгәндә миңә 16 йәш ине. Ауыл Советында секретарь вазифаһын башҡара инем. Әлбиттә, йәш айырмаһы ҙур булһа ла, эш буйынса уны яҡшы белә инем. Уның ҡәберен беләм, үҙеңде алып барып күрһәтермен, - тигәйне, әммә ул да ҡапыл ғына донъя ҡуйҙы. Ошо көндә лә атайымдың ҡәберен белмәйем. Ул ваҡытта кем бура бурап, баш осона ҡәбер ташы ҡуйһын- ҡәбере ер менән тигеҙләнгәндер инде. Шөкөр, уны йыш иҫкә алам, уға бағышлап аяттар уҡытам, хәйер-саҙаҡалар таратам-сауаптары насип булһын.

Миңә атайымдың төҫөн фотонан ғына күрергә тура килде. Шул йылдарҙа (Баштире) Кейекбай ауылынан Ҡолоҡов Хөснөтдин тигән ағай менән икәүһен Стәрлетамаҡ ҡалаһына 21 айлыҡ курсҡа ебәрәләр. Шунда икәүһе бергә төшкән фотоһын алып ҡайта. Икеһенең дә өҫтәрендә-гимнастерка, билдәрен ҡайыш менән быуғандар, аяҡтарында- итек, яланбаш инеләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул фотоны һаҡлай алманым. Атайымдың туғандары алып киткәндәр.

Хөснөтдин ағайҙың яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле. Ул ил халҡының азатлығы өсөн көрәшеп, батырҙарса һәләк була. Тормош иптәше Ғәйшә инәй, улдары Хәсән менән Хөсәйен дә, ишетеүем буйынса, был яҡты донъяла юҡтар инде- урындары ожмах түрендә булһын.

Тағы ла шул: атайымдың яҙған васыятары Ҡөрьән китабының биттәре араһында була. Унда нимәләр яҙа һуң? Үҙенең өҫтөнә сүп өйгән кешеләрҙең исемдәрен теркәй. Әсәйем мәрхүмәгә : “Мин вафат булғас, тормошҡа сыҡмай тормаҫһың, сыҡһаң, Ғәләүетдингә сыҡ (Ғәләүетдин Кәшәлә ауылыныҡы). Ул етемлекте күреп үҫте, шулай булғас, атайһыҙ ҡалған улыбыҙҙы (йәнәһе, мине) ҡыйырһытмаҫ. Мине ғәфү ит”, - тип яҙа. Бына шулай тамамлана уның ҡыҫҡа ғына ғүмере. Уның шундай фажиғәле үлемен, яҙған васыяттарын ишетеп мәктәп йылдарында баласаҡ әрнеүҙәрен йөрәк аша үткәреп, шиғыр юлдары ижад иткәнем әле лә иҫтә. Бына ул:

Их, Мөхәмәт бабай, йәшермәгәнһең

Мылтыҡтарыңдың икеһен дә.

Минең атай шул мылтыҡтарҙан атылған

Ғинуарҙың ун етеһендә.

Их, һин, атай, яңылышҡанһың-

Аҡылдарың бөткән башыңда.

Үҙ-үҙеңде ҡорбан иткәнһең бит

Егерме алты ғына йәшеңдә. . .

Ә мин уның йәшәгәненән өс тапҡыр күберәк йәшәгәнмен.

Артабанғы яҙмыш Кәшәлә ауылы менән бәйле. Әсәйем, атайымдың васыятын үтәп, Ғәләүетдин ағайға тормошҡа сыға. Ул ваҡытта миңә ике йәш ярым ғына була. Ә шулай ҙа күсереп алып ҡайтҡанын саҡ ҡына хәтерләйем. Кәшәләлә һуғышҡа тиклем 4-се синыфты тамамланым. Атай мәрхүм дөрөҫ фаразлаған: үгәй атай мине бер ҙә үгәйһетмәне. Тырнағы менән дә сирткәнен хәтерләмәйем. Уҡыған йылдарҙа атайлы балаларға ҡарағанда ла матурыраҡ кейендерҙеләр. Үҙем дә тырыштым. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтте-рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һуғышҡа китеп, еңеү яулап ҡайтып, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙеүгә күп көс һалды. 1992 йылда 78 йәшендә мәрхүм булып ҡалды-ауыр тупрағы еңел булһын. Әле өс ҡыҙы иҫән-һау, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, тәрбиәләп, уҡытып донъя көтәләр. Шуныһы үкенесле: ҡәһәрле һуғыш арҡаһында уҡыу мөмкинлеге теймәне. Шулай булһа ла үкенмәйем. Оло йәшкә етеп, балалар үҫтереп, донъя көтөп ятҡан көн.

Тик иҫләргә ҡалды үткәндәр

[үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығынан Ағиҙел буйы филиалы айырылып “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы тип үҙгәртелде. Мин унда өс тиҫтә йыл тәбиғәт һағында торғанмын икән. Инде хәҙер 25 йыл хаҡлы ялдамын. Ҡалай тиҙ үтә был ғүмер. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, барлап ултырһаң, кисәгеләй генә тойола.

Эйе, шул дәүерҙә бергә эшләгән иптәштәрҙең күбеһе гүр эйәһе инде. Ләкин улар төҫ-ҡиәфәттәре, эшләгән эштәре менән һаман да күҙ алдында. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Хәлитов Әбделхай ағай менән 20 йыл бергә эщләнек. Ул Нөгөш урмансылығында өлкән күҙәтеүсе (лесотехник) вазифаһын башҡарҙы. Тыныс холоҡло, баҫалҡы, хеҙмәткәрҙәргә ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта талапсан да булды. Биләмәлә солоҡ таҙартыу, яҙлы-көҙлө ревизия үткәреү унан башҡа үтмәне. Һуғыш яралары тынғы бирмәү сәбәпле, солоҡҡа менә алмаһа ла, ерҙән тороп солоҡсоларға кәңәштәр бирә ине.

Урманда эштә булғанда иртәнсәк иртә тороп аш бешереп, сәй ҡайнағас ҡына беҙҙе үҙенең балаларылай итеп уятыр ине. Ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ Әбделхәй ағай оҙайлы ауырыуҙан һуң, 1991 йылда (70 йәшендә) баҡыйлыҡҡа күсте. Әлбиттә, яуырын башында йөрөткән мина ярсыҡтары һаулығын ҡаҡшатыуға, һис шикһеҙ булышлыҡ иткәндер.

Миңнеәхмәт Байғазин, Әнүәр Дилмөхәмәтовтар менән 20 йыл бергә эшләнек. Улар мыҡты кәүҙәле, һау-сәләмәт, оҫта солоҡсолар булдылар. Икеһе ике характерлы: Әнүәр эште ҡабаланып, тиҙерәк эшләп бөтөргә тырышһа, Миңнеәхмәт яйлап, ҡырҡ тапҡыр үлсәп кенә башлай. Эшләгән эше сифатлы була. Улар эштең уртаһында ҡайнанылар. Әнүәр арыу-талыу белмәй урманда ағас әҙерләү эшендә йөрөнө. “Урал” бысҡыһы һәр ваҡыт уның ҡулында булды. Ул ваҡыттарҙа хәҙерге кеүек техника юҡ. Ҡыш айҙарында Ырғыҙлылағы контораға тураға йөрөүгә юл өҙөлә. 100 саҡырым юл үтеп, район үҙәге аша ат менән бара инек, ә туранан Ғәҙелгәрәйгә тиклем 25 саҡырым. Әнүәр саңғы менән ай һайын тиерлек эш хаҡы алыуға бара ине. Ҡурсаулыҡта төҙөлөш эштәре лә күп булды. Ырғыҙлыға йәки Ғәҙелгәрәйгә эшкә саҡырһалар, ағай, һин оло кеше, обходтарға күҙ-ҡолаҡ булып ҡал, тип, мине ҡалдыра торғайнылар. Шөкөр, был ҡустылар әле иҫән-һау, гөрләтеп донъя көтәләр. Миңнеәхмәт өс йылдан һигеҙенсе тиҫтәһен түңәрәкләй, Әнүәр яңыраҡ һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлай башланы.

Үрге Нөгөштән Ҡунаҡбай ағай Аҫылғужин, Әҡсән Иҫәнаманов, Бәҙретдин Иҫәнғужин, Кәшәләнән Сабир Зөбәйеров менән дә байтаҡ йылдар бергә эшләргә тура килде. Барыһы ла мәрхүмдәр инде.

Кәшәләнән Таштимер Иҫәнов менән дә бергә тир түктек. Ул иҫән, Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Минең тиңдәш. Уға ла 86 йәш тулды. Урге Нөгөштән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, боронғо солоҡсо Толомғужин Ғәле бабайҙы һәм уның улы Сабир Ғәлиевты телгә алмай китһәм, рухтарын рәнйетермен тип уйлайым. Улар яҙҙан көҙгә тиклем солоҡтар йүнәтеп, яңыларын юнып, солоҡ күстәрен ишәйтеүгә ҙур өлөш индерҙеләр.

Башта яҙып үткәнемсә, өс тиҫтә йыл йәшәү дәүеремдә ҡыҙыҡлы ла, мажаралы ла, ҡот осҡос минуттар ҙа булды. Шуларҙың бер нисәүһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.

1962 йыл. Минең эш башлауыма бер йыл ғына. Ғәҙелгәрәй менән Ҡотан ауылдары араһында Балатуҡай тигән ерҙә ҡурсаулыҡтың умарталығы бар. Беҙ шунда эштә ятабыҙ. Бер көн тау башында ағас әҙерләп йөрөйбөҙ. Оло юлға 200 метр тирәһе булыр. Ҡотан яғына арбалы кеше китеп бара. Беҙ уны күрһәк тә, ул беҙҙе һиҙмәне. Күп тә үтмәне, туғайҙа тышап ҡалдырған аттарҙың ҡыңғырауҙары шылтырай башланы. Кемдер аттарҙы баҫтыра. Бер аҙ йөрөгәс, төшкөлөккә ашарға төштөк. Төшһәк, ни күрәбеҙ, Әбделхәй ағайҙың атының муйынында ҡыңғырауы юҡ. Иң шәп ҡыңғырауҙы алып киткәндәр. Ҡыңғырауҙы арба менән үткән кеше сисеп алып киткән тигән һығымтаға килдек һәм өсөбөҙ ҙә аттарҙы һыбай менеп ҡыуа төштөк. Һә тигәнсе артынан барып еттек. Таштимер теге арбалы кешенең алдына сығып уҡ туҡтаны. Ә ул аяҡ кейемен сисеп, арбаһына һуҙылып төшөп ятҡан. Беҙ барып туҡтағас, аптырап ҡалды.

- Нишләп ҡыңғырауҙы урланың, пока не поздно, сығарып бир, хәҙер кәрәгеңде бирәбеҙ, - тип аҡыра Таштимер.

Теге ҡурҡыуынан ҡалтырай башланы.

-Теймәгеҙ инде, Ҡотанда атыма тағырмын тип алғайным.

Беҙ танымаһаҡ та, Әбделхәй ағай уны белә ине. Район хәрби комиссариатында эшләгән кеше булған.

Әбделхәй ағай уға:

-Мин һеҙҙе таныйым бит, шундай почетлы урында эшләгән кешегә һис тә килешкән эш түгел, - тип бер аҙ ҡыҙартып алды.

Советтар Союзы дәүерендә иген урып-һуғыу ваҡытында колхоз-совхоздарға райкомдан уполномоченный тәғәйенләйҙәр ине. Был кеше шул эште атҡарырға, Салауат исемендәге хужалыҡҡа- Ҡотан ауылына китеп барған икән.

Ҡурсаулыҡ ойошторолоуҙың тәүге йылдарында тынғылыҡ булманы. Ҡурсаулыҡ директоры Е. М. Петров райком, райсовет күрһәтмәләрен үтәп кенә барҙы. Бигерәк тә бесән мәле етһә, колхоз-совхоздарға ярҙамға тип һәр ойошмаға план еткерелә ине. Иң элек шул планды үтәйһең, унан ғына контора аттарына, иң һуңынан үҙебеҙҙең хужалыҡтағы малдар өсөн бесән эшләү рөхсәт ителде.

1964 йыл. Әбделхай Хәлитов, Ҡунаҡбай Аҫылғужин ағайҙар менән Ғәҙелгәрәй ауылынан алыҫ түгел ҡурсаулыҡ биләмәһенең Күлйорт тигән ерендә райком бойороғон үтәйбеҙ. Ул йыл бик ямғырлы булды. Бер барып, бер ҡайтып, ҡояш ҡыҙыу төшһә, бакуйҙы әйләндереп киптереп, кәбәндәргә ултырттыҡ та, ҡайтырға булдыҡ. Ғәҙелгәрәйҙә сәй эсеп алғас, ҡайтырға тип сыҡһаҡ, ҡапыл ҡара болоттар килеп сығып, йәшенләп ямғыр яуа башланы. Күнәкләп ҡоямы ни, урамдан гөрләүектәр аға.

Ямғыр бер сәғәткә яҡын ҡойҙо ла, ниһәйәт ҡояш күренде. Ағайҙар: “Иртәгә ҡайтырбыҙ, көслө ямғырҙан һуң юл һурыҡһын, бысраҡтыр”, - тиһәләр ҙә мин түҙмәнем. Атымды егеп, ҡайтырға сыҡтым. Ағайҙар тороп ҡалды. Ҡартүлгәнгә еткәс, Күжә йылғаһын аша сығырға кәрәк. Йылғаның һыуы ҡап-ҡара, ярына һыймай, туғайға сығып, ҡайһы бер ағасты тамырынан ҡумшытып ағыҙа. Арбала бер ниндәй йөк юҡ. Күп уйлап тормай, арбаға баҫып алдым да кисеүгә төштөм. Йылғаның урталығына еткәйнем, көслө ағым арбаны бороп алып, ағыҙып алып китте.

Аттың тояҡтары һыу төбөнә теймәй. Арба аҫта, һыу арба өҫтөнән аға, мин арбаға йәбешеп ултырғанмын. Ағабыҙ. Башҡа ҡапыл ҡурҡыныс уй төштө: “Бөттөм. Баш һау булһа, арба менән ат табылыр, үҙем иҫән ҡалһам ине”, -тим. 60-70 метр тирәһе шулай ағып барғандан һуң, бер боролошта арба әрәмәлеккә эләгеп ағыуҙан туҡтаны. Ул арала атым да аяғына баҫты. Арбаны арҡан менән ағасҡа тарттыра бәйләп, билдән һыу эсендә атымды көскә туғарып алдым. Абайлап ҡараһам, арбамдың алғы тәгәрмәсе һурылып ағып киткән. Ауылға һыбай ҡайтып киттем. Үҙем уйлайым, бына бит, ағайҙарҙың һүҙен тыңламай ҡайтып китеү нимәгә килтерҙе. Кисеүҙә арбаға таш тейәп сыҡҡанда ла, һыу арбаны бороп ағыҙып алып китә алмаҫ ине. Ҡайтып еткәс, Нөгөш йылғаһы аша атымды ҡыуып сығарҙым. Үҙемде кәмә менән алып сыҡтылар. Ике көн үткәс, алғы тәгәрмәсте аҫып алып, һыбай барып, арбаны ла алып ҡайтырға тура килде.

Эйе, ул дәүерҙә кеше үҙ эшенә намыҫлы, яуаплы ҡараны. Конторанан ниндәй эшкә саҡырһалар ҙа, йылдың ҡайһы миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, һылтаулап бармай ҡалманыҡ. Ҡорт баҙынан умарталарҙы сығарыу булһынмы, йә булмаһа икенсе эшме- барып еттек. Нисәнсе йылдар булғандыр инде, хәтерләмәйем, апрель айы ине. Әбделхәй ағай: “Эшкә саҡыралар, нисек барабыҙ? Тураға барһаҡ, Нөгөштө кәмә менән сығырбыҙ, ә Күжәне сығырға аптыраңҡырайым”, - тип кәңәш итә.

Эйе, Күжә йылғаһы бик ярһыу, аттай атылып аға, унда ағас йығып, баҫма һалып булмай. Йыҡҡан бер ағасты ағыҙып ала ла китә. Уйлай торғас, Әбделхәй ағай әмәлен тапты. Үрге Нөгөштә ҡоро бүрәнәләр йыйып кәшмәк эшләнек тә, ишкәктәр ҡуйып ағып та киттек. Күжә йылғаһын үтеп, элекке бөткән ауыл Түбәнге Нөгөштә кәшмәкте ҡалдырҙыҡ. Шунан Күжәне һул яҡта, Баҙраш йылғаһын уң яҡта ҡалдырып, ике йылға араһынан кварталды бүлеп юнылған сәп буйлап барабыҙ.

Әбделхай Хәлитов, Миңнеәхмәт Байғазин, Сабир Ғәлиев, Әҡсән Иҫәнаманов һәм ошо юлдарҙың авторы барғанда ҡыҙыҡ хәлгә осраныҡ. Элек Баҙраш башында Мәҡсүт йәйләүе булған икән. Утар урынына барып етһәк, айыу ҡаҙынып нимәлер ашай. Беҙ яҡынлайбыҙ, ул беҙҙе һиҙмәй. Әҡсән ҡулына күҫәк алды ла айыуҙы баҫтыра башланы. Айыу йонсоу ғына, йүгерергә хәле юҡ. Әҡсән инде ҡыуып еттем генә тигәндә, айыу Баҙраш йылғаһына барып төшөп, урманға инеп юғалды.

Юнылған сәп буйлап 6-7 саҡырым барғанбыҙҙыр, Ҡушйылға башына, ҡурсаулыҡтың ҡортсолоғо урынлашҡан ергә килеп төштөк. Унан Ғәҙелгәрәйгә тиклем 4 саҡырым ҡала. Борон ата-бабаларыбыҙ йәйләүҙе ҡайҙа һайларға белгән. Баҙраш буйы мал йөрөтөү өсөн иркен, баҫҡынсыларҙан һаҡланыуға ышыҡ ер. Солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнгәндәр. Бер Баҙраш башында ғына 7-8 солоҡ бер-береһенә яҡын ғына ултыра. Күбеһендә ҡорт күстәре гөжләй ине. Беҙҙе лесхоз ере менән ҡурсаулыҡтың араһын киңәйтеп ботарға (ара 6 м) саҡырғандар икән.

Йәнә Шүлгән мәмерйәһе эргәһендә ҡорт баҙы эшләп ятҡанда булған бер ҡыҙыҡ ваҡиға һис тә онотолмай. Нөгөш лесничествоһынан Әбделхай Хәлитов, Ҡунаҡбай Аҫылғужин, Сабир Ғәлиев (өсәүһе лә мәрхүм) һәм мин, Ағиҙел буйы урмансылығынан Ҡазихан, Зәки Мостафиндар, Сәғит, Сабит Сәғитовтар (барыһы ла мәрхүмдәр) эшләйбеҙ. Улар ярты яғына, беҙ ярты яғына имәндән ҡойма һуғып, ярышып эшләйбеҙ.

Ҡурсаулыҡ төҙөгән бер фатирҙа беҙ-нөгөштәр, икенсе фатирҙа- Ағиҙел буйы урмансылығыныҡылар. Ҡарауылсы булып эшләгән Федор Соломонов әбейе менән беҙҙең фатирҙа йәшәй ине. Бер төн уларҙың һарыҡтарын айыу һуҡҡан. Эҙләп тапҡас, йәне сыҡмай ятҡан ике һарығын салған. Иртәнсәк ҡайтты ла: “Ҡустылар, ике һарыҡты бысаҡлап киттем. Шикләнмәһәгеҙ, алып ҡайтып, һуйып, бешереп ашағыҙ”, -тине. Һарыҡтың ите һимеҙ, татлы булды. Беҙҙең менән бергә Ивни Вәхит улы Шафиҡов та бар. Ул Мәскәүҙә уҡып йөрөгәнендә ҡурсаулыҡҡа ҡортсолоҡ буйынса практикаға ҡайтҡайны. Шафиҡов һуңынан беҙҙең Ағиҙел буйы филиалында ғилми хеҙмәткәр, директор вазифаларында эшләне. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Әлеге көндә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Ҡорт баҙы эшләгәндә тағы бер ҡыҙыҡлы ваҡиға булды.

1968 йыл. Ағиҙел буйы филиалы ойошторолоуының 10 йыллыҡ юбилейына арнап “Коллектив тырыша” тигән баш аҫтында район гәзитендә минең мәҡәләм баҫылып сыҡты. Ул ваҡытта филиал начальнигы булып Ырғыҙлынан Самохин Георгий Ефимович (мәрхүм) эшләй ине. Юбилейҙы билдәләп үтәйек, тип Аҡбулат ауылына алып китте (мәмерйәнән 2 саҡырым алыҫлыҡта). Унда магазин бар. Самохин беҙҙе яҡшы ғына һыйлап алды. Байтаҡ ултырғас, ҡайтырға сыҡтыҡ. Байрам байрам инде, бер иптәшебеҙ ауырайып китеп, ҡайтып етә алмай, туғайҙа ятып ҡалды. Ҡараңғы төшкәс, уянып киткән дә, башы әйләнеп китеп Аҡбулат яғына киткән. Ул яҡта ла үҙебеҙҙең йәшәгән мөхиткә оҡшамаған ер булғас, ҡысҡыра башлаған. Аҡбулат кешеләре фонарь тотоп, тауыш сыҡҡан яҡҡа киләләр икән. Тегеләр яҡыная башлағас, беҙҙең иптәш үҙен танытырға теләптер инде: “Браконьерҙар, балыҡ һөҙөргә йөрөйһөгөҙмө, хәҙер протокол төҙөйөм”, - тип ҡысҡыра икән. Бына шундай ҡыҙыҡ хәлдәр булғылай торғайны.

Эйе, ул ваҡытта эшләгән иптәштәр, хәҙерге ветерандар, бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалды. Уларға иҫәнлек- һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Мәрхүмдәрҙең йәндәре йәннәттә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.

Һоҡланғыс шәхес ине

[үҙгәртергә]

Ауылыбыҙҙың һуғыш ветераны Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы тураһында яҙып үтмәксемен. Үҙенең ғүмерен, белемен тыуған иленә, тыуған халҡына бағышлап, халыҡ күңелендә һаҡланған яҡты шәхес ул. Ул 1927 йылдың 24 апрелендә Ишембай районының Оло Кәбәс ауылында (бөткән ауыл) тыуа. Ғаилә Ғәлиәкбәр ауылына күсеп килә. Абдулхаҡтың атаһы Абдрахман дини белемле була. Ул ауылда ғәрәпсә балалар уҡыта. Уның ике ҡатыны була. “Беҙ бер ғаиләлә 13 йән йәшәнек”, тип хәтерләр ине Абдулхаҡ ағай. Абдрахман бабайҙың ҡатындарының исемдәре Хәҙисә һәм Бүләкбикә ине. Уларҙы мин дә белә инем. Улар ҡартынан ҡалып, байтаҡ йәшәп донъя ҡуйҙылар.

Абдулхаҡ ағай 1935 йыл Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1942-1943 йылдарҙа Ҡалғаһау башланғыс мәктәбенә уҡытыусы була, 1943 йылда Үрге Нөгөш мәктәбенә эшкә ебәрелә. Үрге Нөгөштә уҡытҡанында йәштәрҙе ойоштороп, Кәшәлә ауылына килеп концерт менән сығыш яһауҙары хәтерҙә.

Ул Темәс педучилищеһына ситтән тороп уҡырға ингәйне, ләкин ҡәһәрле һуғыш арҡаһында уҡыуы өҙөлөп ҡала. Абдулхаҡ ағай 1944 йылдың көҙөндә фронтҡа алына. Өфөләге 28-се яуға әҙерләү полкында артиллерислыҡҡа әҙерлек үткәс, 1945 йылдың майында Көнсығыш фронтҡа оҙатыла. Пруссиянан күсерелгән 39-сы армияның 5-се гвардия корпусы, 9-сы гвардия дивизияһы, 54-се гвардия полкының артиллерия батареяһында дүрт Бөрйән егете: Абдулхаҡ Ҡаһармановтың ауылдаштары Йыһанур менән Кәлимулла Әминевтар, Монасип ауылынан Сәлих Дәүләтбирҙин бергә хеҙмәт итәләр.

Абдулхаҡ Ҡаһармановҡа оҙаҡ хеҙмәт итергә тура килмәй, уны икенсе орудиеға күсерәләр. Монголияла бер ай самаһы әҙерлек һыҙығында торғандан һуң, япондарға ҡаршы һуғыш башланыр алдынан уны 4-се орудие наводчигы итеп тәғәйенләйҙәр. Япондарҙың Холун Аршинский тигән нығытылған районын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ошо һуғышта һул аяғына снаряд ярсығы тейеп яраланып, хәрби госпиталгә эләгә һәм 10 ай дауалана. Һауығып, кире үҙенең батареяһына ҡайтҡас, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Ошо һуғышта ауылдашы Кәлимулла Әминев яу яланында ятып ҡала. Ул хеҙмәт иткән полк һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. Япондар еңелгәндән һуң, Ҡытайҙа һуғышта ҡатнашып, Лядунь ярымутрауына килеп етеп, яугир һуғыш юлын Дайрен ҡалаһында тамамлай. Порт-Артур ҡалаһында кесе командирҙар әҙерләү курсында уҡып сығып, сержант званиеһы ала. Абулхаҡ Ҡаһармановҡа 7 йыл хеҙмәт итеп, 1951 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була.

Һуғыштан һуң ныҡлап уҡытыусылыҡ эшенә тотона. 1952 йылда Темәс педучилищеһын тамамлап, ҡулына диплом ала. Уҡытыу эше менән бергә ул агитатор-пропагандист була. Уның хеҙмәте юғары баһалана. 1957 йылда уға районда тәүгеләрҙән булып “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. 1958 йылда уны Тимер башланғыс мәктәбенә директор итеп эшкә ебәрәләр. Ул ваҡытта партия ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләнде, баш тартып булманы. Унан һуң ул тағы ла тыуған ауылына (1963 йылда) ҡайтып яратҡан шөғөлөн дауам итә.

Һәр ваҡыт үҙенә маҡсат ҡуйып һәм уға ирешеп йәшәгән уҡытыусыла юғары белем алыу теләге тыуа. 1962 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1967 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай.

Артабанғы хеҙмәт йылдары уның етәкселек менән бәйле: Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә директор, Ғәлиәкбәр ауыл советы рәйесе вазифаларын башҡара. Алыштырғыһыҙ депутат булып та ауылдаштарына хеҙмәт итә. Тап ошо йылдарҙа уҡытыусының тынғыһыҙ тырыш хеҙмәте баһалана, уға “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ләкин уның иң тырыш, иң лайыҡлы хеҙмәт емеше ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгәндәлер. Төрлө мөһим сараларҙы ыңғай хәл итеү һәм ауыл активистәре менән кәңәшләшеп эшләү эшенә яҡшы йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Ул саҡта йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләне. Иптәштәр суды, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ирекле дружина, халыҡ контроленең эштәре ҡаты контролдә тотто, дөрөҫ ойоштора белде. Йәмәғәт тәртибен боҙоусыларға ваҡытында сара күрелде, һәр сессия һайын даими комиссия рәйестәренең отчеты тыңланды. Эшләгән кешене күрә лә, баһалай ҙа белде.

Өмәләр ойоштороп һәм башҡа күмәк көс менән эш эшләгәндә ул үҙе алдан йөрөр ине. 1985 йыл ауылға электр линияһы үткәреү өсөн Яңы Мөсәттән алып трасса ботарға тура килде. Беҙ бер бригада Яңы Мөсәттең Баҙал тауынан башланыҡ. Абдулхаҡ ағай алдан йөрөй. Баҙал тауының башына сыҡҡанса 6 саҡырым юлда имән, йыла, саған ағастарын һ. б таҙартып барҙыҡ. Шулай бер көн Абдулхаҡ ағай район үҙәгенә бензин йүнләргә китте. Ул эш кейемендә: аяғында һаҙ итеге, өҫтөндә - штормовка, билендә - ҡайышҡа үткәреп ҡынға тығылған бысаҡ. Шул килеш райсоветҡа барып ингән. Унда район хужаһы лесхоз директорына шылтыратып, бензин бирергә фарман бирә. Әммә лесхоз директоры юҡтан башҡаны белмәгән кеше булып сыға. Шулай ҙа ныҡышмалыҡ күрһәтеп, лесхоз директорының артынан ҡалмай. Был кешенән ҡотолоп булмаҫын аңлаған директор, ҡайҙалыр шылтыратып, бензин табып биреп ҡайтара.

Абдулхаҡ Ҡаһарманов бер ваҡытта ла кабинетында ултырырға яратманы. Ул осорҙа ауылда техниканың эҙе лә юҡ, юлдар ҡойо, батҡаҡ ине. Бөтә эштәр ат көсө менән генә башҡарыла. Урамдар ҙа үтеп булмаҫлыҡ батҡаҡ. Шулай бер көн дөйөм йыйылыш үткәреп, өмә ойоштороп, урамдарға ҡырсын-таш түшәргә, бигерәк тә үтеп булмаҫлыҡ урындарға эре ҡая таштарын түшәп рәтләп алырға тәҡдим итте. Был тәҡдимде халыҡ дәррәү күтәреп алды. Иртәгәһенә кемдең аты, арбаһы бар, бөтәһе лә эшкә йәлеп ителде. Эргәләге эре ҡая таштарын лом менән аҡтарып торалар, икенселәре арбаға тейәп алып килеп урамдың батҡаҡ урындарына бушатып китәләр. Шулай итеп, был эште бөтә ауыл халҡы көсө менән 2 көндә башҡарып сыҡтыҡ. Юлдар бер аҙ тәртипкә килде.

Юлға таш түшәгәндән һуң, ул ваҡыттағы райком секретары Аллаяров самолет менән Өфөнән ҡайтып килгән икән. Самолет беҙҙең ауыл өҫтөнән оса. Аҫҡа ҡараһа, урамда ап-аҡ таштар ялтырап ята икән. Аллаяров аптырауға ҡалған да шылтырата икән: - Ҡаһарманов, һин ни эш гөрләтеп ятаһың унда? Урамығыҙға ап-аҡ таш түшәлгән, әллә Ишембай яғынан техника ялланыңмы?”Юҡ, халыҡ көсө менән”, - тип яуап биргән Ҡаһарманов.

Абдулхаҡ ағайҙың 50 йылға яҡын хеҙмәт стажынан күренеүенсә, уның бөтә ғүмере тиерлек етәкселек һәм йәш быуынға белем биреүгә бағышлана. Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһенә ҡараған һуғыш ветерандарыбыҙҙың иң һуңғыһы булған Абдулхаҡ ағай 2007 йылдың 21 майында оҙаҡ ауырыуҙан һуң мәрхүм булып ҡалды. Аллаһы Тәғәлә биргән 80 йыл ғүмерҙе ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, тырышлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡ күңелендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырып яҡты донъя менән хушлашты.

Ул хаҡлы ялға сыҡҡанда ла ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәне. Оҙаҡ йылдар ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡарҙы, үҙенең хужалығында умарта күстәре үрсетеп, тирә-яғын ялт иттереп төҙөкләндереп, балаларының ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәргә насип булды уға. Һөйөклө ҡатыны Зәйнәп менән 56 йыл бергә иңгә-иң терәшеп матур һәм һоҡланғыс тормош юлын үттеләр. Балаларына яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Оло улы Усман медицина институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар район дауаханаһында эшләй. Кәрим менән Хәмиҙә Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, тыуған ауылында эшләйҙәр, Ҡәйүм Хәйбулла районында төпләнеп, уҡытыусы булып эшләй. Төпсөк улдары Рауил дә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ҡыҙы Ғәбиҙә китапхана техникумын тамамланы. Ҡыҫҡаһы, уның тынғыһыҙ холҡо, тырышлығы һаулығы ҡаҡшағанда ла үҙенекен итте. Ул вафатынан алда яҡындарына хан һарайындай өй төҙөп, тыныс күңел менән баҡыйлыҡҡа күсте. Урының ожмах түрендә булһын, ветеран.

ШИҒЫРҘАР * ШИҒЫРҘАР * ШИҒЫРҘАР

[үҙгәртергә]

Яҙҙар етһә

[үҙгәртергә]

Яҙҙар етһә, күңелдәрем менән

Урап ҡайтам алыҫ үткәнгә.

Шөкөр, иҫем дөрөҫ, аҡыл – камил,

Һикһәнемде инде үтһәм дә.

Яҙ һулышы йәнгә дәрт, сәм бирә,

Тирбәлдерә күңел ҡылдарын.

Тулҡынланмау һис тә мөмкин түгел

Тыңлағанда ҡоштар моңдарын.

Кемдәр генә кисермәне икән

Мөхәббәт һәм һөйөү хистәрен.

Шул хыялдар алып сыға ине

Яр башына һәр көн кистәрен.

Йондоҙҙар ҙа күктә күҙ ҡыҫтылар,

Аңлағандай һөйөү һағышын.

Гармун моңдарына ҡушыла ине

Нөгөшөмдөң серле тауышы.

Бар тәбиғәт ерҙә йырлағандай,

Йөрөмәнек бушты бушатып.

Янып-көйөп ихлас йәрҙәр һөйҙөк

Күңелдәргә хушын, оҡшатып.

Йөрөмәнек ул саҡ, хәҙергеләй

Затлы кейемдәргә кейенеп.

Сабаталар менән ут сәсрәтеп

Киске уйындарҙа бейенек.

Мөмкинме һуң бер саҡ онотоуы

Хыялыйҙай йәшлек саҡтарҙы,

Урам буйлап гармун уйнап, йырлап,

Асыуландырғанды ҡарттарҙы.

Дуҫтар менән үтә татыу булдыҡ,

Йөрөмәнек бушҡа бәйләнеп.

Их, дыуамал ошо йәшлегебеҙ

Ҡайтһа ине кире әйләнеп. . .

Ғорур тауҙар

[үҙгәртергә]

Ғорур тауҙар, ҡая таштар араһын

Төйәк иткән Бөрйәнем.

Үҙ биләмәһенә туплаған

Тәбиғәттең бар йәмен.

Күкрәк киреп, ята монарланып

Мәсем, Баҙал, Ҡалыу тауҙары.

Ошо тауҙар араһынан бормосланып аға

Иҙел, Нөгөш, Үҙән, Күжә һыуҙары.

Легендаларҙа һөйләнелә

Инсебикә ташы, Антон ҡаяһы,

Шул ваҡиғаларҙы тыңлағанда

Әрнеп ҡуя йөрәк яраһы.

Сит ил туристарын әсир итә

Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Бөтә донъяға билдәле

Тәбиғәт мөғжизәһе.

Туристар ағымы туҡтамай

Шүлгән мәмерйәһенән.

Мәмерйәне байҡап сыҡҡас,

Нурҙары балҡый рәхмәт йөҙөнән.

Кемдәр генә тарихын белмәй икән

Йылҡысыҡҡан, Ығышма күленең.

Йәм тапмаһағыҙ, килегеҙ

Күтәрелеп ҡайтыр күңелегеҙ.

Солоҡ ҡарағайҙар, күстәр

Бөрйәнебеҙҙең даны.

Американы яуланы

Бөйрәндең солоҡ балы.

Урмандарыбыҙҙа үҫә татлы бал биргән

Йүкә, саған, һомғол ҡарағай . Араларынан үтеүе бер кинәнес,

Кемдәр сирле – уларҙы дауалай.

Ҡышҡы йоҡонан уянып,

Бар тәбиғәт итә тереклек.

Бөрйәнемдең аҫыл хазинаһы

Кәмемәһен, булһын мәңгелек.

Миңнурый һылыуымдың 50 йәше тулыуына арнайым

[үҙгәртергә]

Һиңә арнап шиғыр яҙыр өсөн

Күп китаптар уҡып ҡараным.

Тик тапманым унда йылы һүҙҙәр,

Ҡуй, үҙемсә генә яҙамын…

Ваҡыт арғымағы елдәй етеҙ елә,

Уны тотҡарларға сара юҡ.

Ғүмер тигән иң ҡәҙерле нәмә

Минут һайын кәмей шулай уҡ.

Ошоларҙы бөгөн уйлайым да

Ғүмер үтә тиеп уфтанам.

Әммә, Миңнурыйға 50 тулыуына

Ихлас күңелемдән шатланам.

Үҙең иҫ белгәндән алып

Ошо йәшкә тиклем йөрәгең

Күпме әрнеү-һыҡтау кисерҙе.

Тормош тигән нәмә рәхимһеҙ –

Һиңә үҙ ағыуын эсерҙе.

35 йәшең өҫтөндә генә

Ете бала менән тол ҡалдың.

Шул балаларҙы үҫтергәнсә

Күпме уттар йоттоң, уфтандың.

Балаларың кеше булды,

Һин булдың тылсымлы әсәй.

Ейән-ейәнсәрҙәрең йүгереп йөрөй,

Үҙең булдың өләсәй.

Эш яғына килгәндә һин

Һис һыр бирерлек түгел.

Тура һүҙҙе, ғәҙеллекте

Ярата һинең күңел.

Дөрөҫлөк өсөн көрәштә

Алдырмайһың береһенән дә.

Ошо холоҡ-фиғелең менән

Йәшә, һеңлем, гелән дә.

50 йәшкә еттем, тип бойоҡма һин –

50 йәш ул ғүмер уртаһы.

Йәшәйһең бар, ашайһың бар,

Тик татыма нужа һурпаһы.

Үреләһе үрҙәрҙең күп әле

60, 70, 80, 90-ға .

Һикәлтәле юлдар үтәһең бар,

Риза булып хоҙай ҡушҡанға.

Шул юлдарҙы үткән саҡта, һеңлем,

Ҡайғы хәсрәттәргә юлыҡма.

Ҡалған ғүмерем шатлыҡ менән үтһен, тип

Теләк теләргә һис тә онотма.

50 йәшең менән ҡотлайбыҙ беҙ,

Киләсәгеңдә булһын аҡ юлдар,

Һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ менән бергә

Хоҙай ғүмер бирһен күп йылдар.

Онотолмай Миңлегөл

Һиңә арнап шиғыр яҙам тип ултырҙым,

Килеп сыҡмай, нисек итергә?

Бына шунда инде мин тотондом

Хәтер йомғаҡтарын һүтергә.

12 йәш тулыр-тулмаҫ көйө

Эш башланың промартелдә.

Йүкә саңы йотоп һуҡҡан ҡаптар һанын

Еткерә алмағандыр һиңә бер кем дә.

Леспромхозда ағас ҡырҡҡанда ла

Ауыр эштән йәндәр биҙрәне.

Әммә эшең юғары баһаланды

Почет грамоталары биҙәне.

Эшкә бигерәк тилбер булдың,

Тынғы белмәнең һис тә.

Мамыҡ шәлдең бер эргәһен бөттөң

Һуҡыр шәм менән бер кистә.

Янып-бешеп һин эшләнең,

Арынманың тирҙәрҙән.

Донъя көттөң артығыраҡ

Булыр-булмаҫ ирҙәрҙән.

Хәләл көсөң менән донъя йыйҙың,

Үкенерлек түгел үткәнең.

Донъя мәшәҡәтенә мәшғүл булып,

Һиҙмәй ҡалдың 60-ың еткәнен.


Һин бит, һеңлем, әсәй мәрхүм менән

56 йыл бергә йәшәнең.

Мин аңлайым әсәй рәхмәтенең

Күберәге һиңә төшкәнен.

Ҡотларға тип килдек, һеңлем, һине

60-ыңа аяҡ баҫҡанда.

Йәшә әле тәмле сәйҙәреңде эсеп,

Аяғыңды ныҡ баҫ туҡһанда.

Почта килһә

[үҙгәртергә]

Почта килһә, иң беренсе

“Таң” гәзитен ҡулға алам.

Ниндәй хәбәрҙәр баҫылған, тип

Һәр битенә күҙ һалам.

Гәзит аша белеп ҡалам

Булған яңылыҡтарҙы.

Бүлешә ул һәр кем менән

Ҡайғы һәм шатлыҡтарҙы.


Сәлих Дәүләтбирҙин яҙа

Һуғыш хәтирәләрен.

Тулҡынланып ҡат-ҡат уҡыйым

Яҙған мәҡәләләрен.

Һуғыш, хеҙмәт ветераны,

Ир-уҙаман билгеле,

Фәһемле мәҡәлә авторы –

Гәзитебеҙҙең көҙгөһө.

Абдулла ағай Ваһапов –

Бөрйәндең аҡһаҡалы,

Уның яҙған кәңәштәре

Иғтибарға алмалы.

Дөрөҫ яҙмайҙар, тип борсола

Ер-һыу атамаларын,

Дөрөҫлөккә тап килтереп

Төҙәтә хаталарын.


Әсенеп мөрәжәғәт итә:

Тәртип юҡ, ти, Бөрйәндә.

Эскелек, хулиганлыҡ ҡылыу

Дауам итә бөгөн дә.

Ҡазихан ағай Ишморатов

Дан йырлай Шүлгәненә.

Өгөт-нәсихәттәр бирә

Һәр күргән-белгәненә.

Ер-һыу атамаһын белгән

Төйәгенең вариҫы.

Ташөй, Йылҡысыҡҡандарҙың

Һөйләй бара тарихын.

Аллабирҙин, Фәйзуллиндар,

Марат Муллағоловтар

Байҡай тарих биттәрен.

Тарихты тергеҙеү өсөн

Йәлләмәйҙәр көстәрен.

Гәзитебеҙҙең йөҙөк-ҡашы –

Айһылыу, Таңһылыуҙар.

Гәзитебеҙҙең бәҫен күтәрә

Улар яҙған шиғырҙар.

Яҙған шиғри шәлкемдәре

Йәнде әсир итерлек.

Мөхәбәткә арналғаны

Боҙ ҡатламын тишерлек .

Фотолары менән Ғазин

Биҙәй гәзит биттәрен.

Хеҙмәт уңғандары, ана,

Йәнә януар-кейектәре…

Эш эш булһын тип яналар,

Юлдар уңа, ҡайһылай.

Һәм һөҙөмтәләр билгеле –

“Таң” Мәскәүҙәрҙе яулай.

Оло Еңеү

[үҙгәртергә]

55 йыл элек тынып ҡалды

Илебеҙҙә туптар тауышы.

Онотолмай йылдар үткәндә лә

Ил кисергән әсе яҙмышы.

Аңғармаҫтан баҫып инде дошман

Илебеҙҙең аяҙ күгенә.

Бер ғәйепһеҙ булған кешеләрҙең

Күпме ҡаны ергә түгелә.

Ҡала, ауылдарҙы утҡа тотоп,

Көл һәм күмер итеп киттеләр.

Сабыйҙарҙы штык менән ҡаҙап,

Ҡыҙҙарҙы мәсхәрә иттеләр.

Ошо ваҡыт Ер-әсәбеҙ оран һалды –

Изге яуға саҡырып улдарын.

Үткәрмәҫкә илебеҙ эсенә,

Быуығыҙ, тип, дошман юлдарын. . .

Дошман мәкер. Хыялланды шулай –

Баҫып алырға тип Уралды.

Тылда булғандарға әмер бирҙе,

Етештерергә тиҙ ҡоралды.

Ошо саҡырыуға яуап итеп,

Ир-егеттәр яуға киттеләр.

Дошман еңмәй, ҡайтмайбыҙ тип, улар

Нәфрәтләнеп анттар иттеләр.

Улар урындарын алмаштырҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарт бабайҙар.

Станок артына баҫты, иген икте

Ун ике-ун өс йәшлек малайҙар.

Бала баҡты, һабанын да һөрҙө

Һалдат ҡатындары, инәйҙәр.

Урман ҡырҡты, һал да ағыҙҙылар

Нәфрәтләнеп апай, еңгәйҙәр.

Ғорур булды улар һәм үтәнеләр

Үҙҙәренә төшкән өлөштө.

Ҡайғыһын да, шатлығын да

Улар бергә-бергә бүлеште.

Бишектә сабыйҙар иңрәне,

Мөлдөрәтеп кенә күҙҙәрен.

Күпме тыуыр сабый мәхрүм ҡалды,

Күрә алмай атай йөҙҙәрен.

Дүрт йыл барған ошо һуғыш беҙҙе

Ваҡытынан алда ир итте,

Фронт менән тылдың берҙәмлеге

Еңеүҙәргә беҙҙе килтерҙе.

Һуғыш бөттө, тигән хәбәр булғас,

Ҡайҙа барма – ҡотлау, алҡыштар.

Яу юлдарын үткән яугирҙарҙың

Төрлөһөндә төрлө яҙмыштар.

Киткән саҡта бик күп китте улар,

Парлап-парлап еккән аттарҙа.

Һәм ҡурайҙа “Урал” көйөн уйнап,

Теҙелделәр тигеҙ сафтарға.

Барып инде улар ут эсенә,

Анттарына тоғро ҡалдылар.

Һәр бер аҙым еребеҙ өсөн һуғышып,

Миллиондар башын һалдылар. . .

Беҙҙең ҡаты ҡулдан түҙмәй дошман,

Юлдарын борҙо киреһенә.

Гитлер тигән яуыз телһеҙ ҡалды,

Һыя алманы тиреһенә.

Туптар тынды, әммә тынмай әле

Йөрәктәрҙә әрнеү, һағыштар.

Оҙаҡламай ҡайтыр, ҡайтыр тиеп,

Көнбайышҡа ҡарап бағыштар.

Оҙатып та ҡалды һөйгән йәндәр,

Хәйерле булһын, тип юлдары.

Ә әсәйҙәр күҙ йәштәрен түгеп,

Ҡосаҡланы ғәзиз улдарын. . .


Еңеү ҡорбанһыҙ ҙа булмайҙыр шул

Ер алды күп батыр ирҙәрҙе.

Ҡайтып күрә алманылар улар

Балаларын, Тыуған илдәрен.

Иҫән ҡалғандары берәм-һәрәм

Тыуған ергә ҡайтты ҡыуанып.

Буш ең һәлендереп, һыңар аяҡ менән,

Ҡултыҡ таяҡтарға таянып.

Ҡайтты улар тыуған илдәренә

Зар-интазар булып, талсығып.

Тик күкрәктә генә тынғы бирмәй,

Фашистарҙың мина ярсығы.

Ҡайтҡандар ҙа ауыр кисерҙеләр,

Иңрәштеләр ауыр яранан.

Йөрәктәргә төшкән һыҙланыуҙан

Күптәр китте беҙҙең аранан.

Ветерандар бергә йыйылғандар,

Сафтар һирәк –

Моңһоу ҡараш уларҙа.

Һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер генә

Теләйем мин бөгөн уларға.


Бала саҡ

Кисә кеүек, сыбыҡ атҡа менеп,

Урамдарҙы иңләп елгәнем.

Һиҙмәй ҡалдым ғүмер көҙөнөң

Иң сигенә килеп еткәнмен.

Ағас ҡылыс тотоп, Чапай булып

Уйнаныҡ беҙ иркен урамдарҙа.

Сәкәләшеп, яғалашып ҡай саҡ

Аунаныҡ та инде туҙандарҙа.

Ҡарҙар иреп, ер асылыу менән

Бара инек тауға, йыуаға.

Етәкләшеп бергә төшә инек

Ҡотороп аҡҡан ташҡын йылғаға.

Йыуа уңа, теҙелеп ултыра,

Үҫкән ере генә ҡая-таш.

Аҫта – упҡын, Нөгөш үкереп аға,

Шыуып китһәң – бөттө баш.

Шулай ҙа беҙ ир заты бит –

Ҡурҡыуҙы ла еңәбеҙ.

Ҡосаҡ, ҡосаҡ йыуа йыйып

Өйгә ҡайтып инәбеҙ.

Өйкөм ерек, баҡса төбәгендә

Емеш-еләк уңған ишелеп.

Муйыл баштарынан осоп төшөп,

Ҡайта инек баштар тишелеп.

Мәрйә инәйҙең ҡыяр баҡсаһын да

Утап сыға инек төндәрен.

“Минеке баҡсаны

һеҙ ашаған халералар”, – тип

Әрләнә инек көндәрен.

Һыуҙа балыҡ мәскәүләйбеҙ,

Шаптыр-шоптор һыу кисеп…

Һырлы таштар араһында

Аяҡтар түҙгән нисек.

Утыҙ етенең көҙөндә

Мәктәп ишеген астыҡ.

Уҡытыусыбыҙ алдында

Тигеҙ сафтарға баҫтыҡ…

Егет ҡорона еткәйнек,

Таралыштыҡ “малайҙар”…

Хәҙер атай-олатайҙар

Сал һаҡаллы бабайҙар.

Әсәйем иҫтәлегенә

[үҙгәртергә]

Бала саҡтан сабыр булғанһың һин,

Өмөт өҙмәгәнһең йәшәүҙән.

Байҙар тупһаһында бил бөккәнһең

Һис тә ҡурҡмағанһың эшләүҙән.

Йәш сағыңда ныҡлы булдың, әсәй,

Һис тә зарланманың үткәнгә.

Дүрт балаң менән тороп ҡалдың

Атай яу ҡырына киткәндә.


Ғорур булдың, әсәй, белгертмәнең

Эстәреңдә уттар янғанын.

Көндө төнгә ялғап эш эшләнең,

Хәтеремдә кәбән һалғаның.

Данлы булдың, әсәй, ситләшмәнең

Яуаплы эш тәҡдим иткәндә.

Әхирәттәреңде етәкләнең

Ил өҫтөнә афәт килгәндә.


Тырыш булдың, беҙҙе ас итмәҫкә

Йәйәү китер инең яланға.

Йөкмәп алып ҡайтҡан икмәк тәмен

Татығандай тоям һаман да.

Хәтеремдә, әсәй, көндөҙ эштән

Арып ҡайтыр инең талсығып.

Ә төндәрен сыра яҡтыһында

Киндер иләр инең талпынып.


Ғорур булдың, әсәй, уфтанманың. –

Һин тырыштың көсөң йәлләмәй,

Еңеүгә өлөш индерәм, тип,

Яугирҙәргә бәйләнең ойоҡ-бейәләй.

Һуғыштан һуң, ауыр йылдарҙа ла

Һыр бирмәнең, әсәй, юҡлыҡҡа.

Һинең ише миллионлаған әсәләр

Сығарҙылар инде муллыҡҡа.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та һин, әсәй,

Һис бер ваҡыт тынғы белмәнең.

Дүрт балаңдың һәр береһе өсөн

Өҙгөләнде һинең йөрәгең.

Ғәлиәмде барып күрәм тиеп,

Һин юлланыр инең Мәләүез.

Ай ҙа тормай, кире ҡайтыр инең

Һағындырҙы, тип, Миңнурый – кинйә ҡыҙ.

Төп йортоңдо тағы һағынаһың:

Нишләй икән ҡыҙым Миңлегөл?

Бараһым бар әле Ғәлиәкбәргә

Саҡырғайны улым Исмәғил.

Бына шулай ҡыуанып йөрөгәндә

Өҙөлдө бит һинең ғүмерең.

Күҙ алдынан китмәй һинең һының

Һәм дә ятҡан һинең ҡәберең.

Ғәфү ит һин, әсәй, тере саҡта

Ишетмәнең шиғри юлдарым.

Шул үкенес менән һуғарылып

Уҙа хәҙер һинһеҙ йылдарым.

Йәшәгеләрем килә

[үҙгәртергә]

Үткән ғүмерҙе тиңләйҙәр

Ағып ятҡан һыуҙарға.

Килешәм шул һүҙҙәр менән,

Биреләмен уйҙарға.

Мәңгелеккә тыумағанбыҙ,

Үкенмәйем үткәнгә.

Ғүмер биргән Алла миңә –

Менеп баҫтым һикһәнгә.

Күнәһең инде, күнәһең

Ғумерҙең үтеренә.

Ҡаршы торор әмәлдәр юҡ

Хоҙайҙың әмеренә.

Татыным мин был донъяның

Әсеһен, сөсөһөн дә.

Ҡайғыларын, шатлыҡтарын

Һаҡлай йөрәк түрендә.

Ярҙам булды яҡындарҙан,

Тайғанда тура юлдан.

Бик күптәргә тейгәндер, тим,

Ярҙамым, һәм дә файҙам.

Донъя матур, тормош йәмле,

Артһа артһын йүнселдәр.

Тик уларға ҡарата ла

Табыла бит көнсөлдәр.


Көндәрем дә үтеп торһон

Һаулыҡта һәм шатлыҡта.

Йәшәгеләр килә, эйе,

Бәхетле лә ҡартлыҡта.

Ғәлиәкбәрем

[үҙгәртергә]

Тауҙар ҡуйынында ултыра

Минең тыуған ауылым.

Кисергән ул заманында

Ғәрәсәтен – дауылын.

Көнсығыштан Таҡыясусаҡ,

Көнбайыштан Ҡалыутау,

Көньяғынан Таҡтағышы…

Әйтерһең уралтҡан яу.

Туғайҙарҙа муйыл-балан,

Ҡыҙарып бешә гөлйемеш.

Эргәһенән уралып аға

Көмөш һыулы саф Нөгөш.

Туғайҙары йәшел хәтфә,

Сылтырап аға шишмә.

Шишмәләрҙең буйын биҙәй

Аллы-гөллө сәскәләр.

Ошо сәскәләргә ҡунып

Бал ҡорттары безләшә.

Бөҙрә талдарҙың төбөндә

Йәш ғашиҡтар серләшә.

Тауҙар һаҡта торған кеүек

Ҡышын, яҙын, йәйен, көҙҙәрен

Һаҡлай улар шаңлы тарихтарҙы –

Вәлиди, Мортазиндар эҙҙәрен.

Быуаттар серен һаҡлай ул

Ҡан-тамыр ырыуыма.

Эй, Хоҙай, оҙон ғүмер бир

Тыуған ер, ауылыма.

Изге йәндәр беҙҙән риза түгел

[үҙгәртергә]

Олатайҙы бөгөн төштә күрҙем,

Борсолоуы сыҡҡан йөҙөнә.

Йәнәш ултырып ул, һүҙ башланы,

Тура ҡарап минең күҙемә.


«Уланым, – ти, – бөгөн байҡап сыҡтым

Йәшлегемдә үткән эҙҙәрҙе.

Үтенесем шул: бар халыҡҡа еткер

Минең әсенеп әйткән һүҙҙәрҙе!

Ҡайһы тарафҡа мин юл тотһам да

Ҡыйырһытылған бит тәбиғәт.

Кем ҡотҡарыр ошо вәхшилектән

Йәнтөйәкте, уланым, йә һин әйт?!


Тау араларында һирәк ҡалған

Шәм һымаҡ ҡарағайҙар.

Төйәктәрен ташлап китмәй

Мышы һәм ҡоралайҙар.


Шишмә баштары ҡороған,

Ишетелмәй ҡоштар тауышы.

Урман кейектәре ерһенмәй…

Кем ҡулында улар яҙмышы?


Йылға, күлдәр элек мул һыулы ине,

Йәй көндәре аттар йөҙҙөрҙөк.

Әле күреп, бына хайран ҡалдым:

Сабый бала кисеп үтерлек.


Тыныс күңел менән буйламаным

Ағиҙелкәй һыуы буйҙарын.

Завод һәм фермалар ағыулайҙар

Ейәндәрҙең эсәр һыуҙарын.


Нөгөш, Күжә, Үҙән һыуҙарында

Тонсоғалар күпме балыҡтар.

Ошоларға бер сик ҡуйыу өсөн

Көрәшһендәр ине халыҡтар!


Ер әсәбеҙ түҙмәй мәсхәрәгә,

Яраланған йөрәк өлөшө.

Яуыз йәндәр бирһен быға яуап,

Был бит ана шуларҙың эше.


Тыңла, уланым, һиңә һуңғы һүҙем –

Минән ҡалды һиңә аманат.

Солоҡтарың ултыра етемһерәп,

Аманатҡа итмә хыянат!».


Шулай, тип әйтте лә, олатайым,

Ҡапыл ғына күҙҙән юғалды.

Мин һиҫкәнеп, шул саҡ уянып киттем,


Башта төрлө уйҙар сыуалды.

Күптән гүр эйәһе – олатайым,

Бар әрүахтар – уның ишеләр –

Изге йәндәр беҙгә риза түгел,

Аңлайыҡ беҙ тере кешеләр!

Ғәлиә һылыуымдың 50 йәше тулыуға арнайым

[үҙгәртергә]

Үткән ғүмер үтеп кенә тора

Һорамай ул беҙҙән һис кәңәш.

Кисә генә тыуған Ғәлиәгә

Тулған икән бөгөн 50 йәш.


Аяманы йылдар, һин кисерҙең

Шатлығын да һәм дә ҡайғыны.

Әгәр үлсәп ҡараһаң бизмән менән,

Еңер ине икән ҡайһыһы?


Юҡ һин бирешмәнең ҡайғыларға,

Барыһын да еңдең эш менән

Тормош һуҡмаҡтарын таба белдең

Намыҫ, тәүфиҡ һәм дә сәм менән.


Гел шулай бул, һылыу,

Хас сифаттар һиндә

Тормош һуҡмаҡтарын айырыу.

Ҡалған ғүмерең үтһен матур,

Йөҙҙәреңдән китмәһен йылмайыу!


50 йәшең менән ҡотларға тип килдек,

Оҙатып ҡалды Бөрйән гүзәл ил.

Һиңә оҙон ғүмер, һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләп,

Шиғыр яҙҙы ағайың Исмәғил.

Ниңә йәшлек бик тиҙ үттең?


Ниңә әле бөгөн тулҡынланам,

Эш тә бармай минең ҡулдарға?

Күңелем менән урап ҡайтам

Йәшлегемдә үткән йылдарға.


Их, һин йәшлек!

Ниңә шулай бик тиҙ үттең?!

Әле генә бала саҡ…

Сабаталар кейеп, йәрҙәр һөйөп,

Клубтарҙа бейегән саҡ…


Юҡ, мин үкенмәйем үткән йәшлек өсөн,

Йәшлегемдә дөрләп яндым мин.

Өлөшөмә төшкән көмөшөм менән

Үҙ бәхетемде таптым мин.


Бәхет түгелме ни ун бер бала?!

Ун бер терәк беҙгә һәм илгә!

Үҫтерәләр улар ейән-ейәнсәрҙәр,

Булырҙар хужа ергә…


Тик бәхет еңел яуланмай,

Ауырлыҡты еңде – ғорурлыҡ!

Киләсәктә лә беҙгә юлдаш булһын

Ихтирамлылыҡ һәм дә тоғролоҡ!


35 йыл донъя йөгөн

Бергә тарттыҡ, ниҙәр күрмәнек.

Йәшәмәнек кешенән кәм-хур булып,

Бер-беребеҙҙән һис тә көлмәнек.


Ниңә әле бөгөн мин уйланам,

Эш тә бармай минең ҡулдарға?

Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел,

Әжәл һис аямаҫ,

Алып китер һуңғы юлдарға.


Юҡ, үлемдән ҡурҡмайым мин –

Йәшәү бирелмәгән мәңгелек.

Теләгем шул: керәйем гүргә

Тормош юлдашымдан иң элек.


Онотмағыҙ, балалар,

Һеҙгә йәшәү бүләк иткән

Әсәйҙең изгелеген.

Онотмағыҙ, һыуытмағыҙ

Атайығыҙ нигеҙен.

Яңы йыл теләге

[үҙгәртергә]

Яңы йылда яңы теләк

Әйтәм мин һеҙгә төбәп:

Булһын беҙҙә матур әҙәп

Онотолһон иҫке ғәҙәт


Күңелдәрҙә булмаһын кер,

Байрамдар үтһен һәйбәт.

Йырла, бейе, уйна ла көл,

Тик һөйләмәйек ғәйбәт.


Айырырға өйрәнәйек

Яманды һәм яҡшыны.

Индермәйек арабыҙға

Ғәйбәтсене, шаҡшыны.


Булмаһын арала урын

Спекулянт, бурҙарға.

Ҡыҙыуыраҡ тотонайыҡ

Ундайҙарҙы хурларға.


Һаҡ булайыҡ ялағайҙан,

Ул бит – төлкө, хәйләкәр.

Эш сәғәтен урам тапап

Үткәреүсе эшмәкәр.


Яңы йылда яңы теләк:

Нығынһын беҙҙең дуҫлыҡ!

Булмаһын илдә һис ҡытлыҡ,

Булһын донъяла тыныслыҡ!

Депутатлыҡҡа кандидат

[үҙгәртергә]

Депутатлыҡҡа кандидат

Менде трибунаға.

Бик эшлекле телмәр тотто,

Залда халыҡ ҡул саба.


Һайлаусылар һүҙ алалар:

Үткән хаталарға юл ҡуймайыҡ!

Ышанысығыҙҙы аҡлармын, ти,

Мыйыҡ аҫтынан йылмайып.


Наказ бирә һайлаусылар,

Бер-береһен бүлдереп.

Кандидат теркәй ҡағыҙға,

Ризалығын белдереп.


Кәрәк беҙгә аҙыҡ-түлек,

Магазин һәм больница.

Һорауҙарығыҙ ҡәнәғәтләндерелер,

Беҙҙең баштар һау булһа!


Кәрәк беҙгә яҡшы юлдар,

Булһын аҫмалы күпер!

Булыр, булыр, барыһы булыр

Ҡулдан килә был, шөкөр.


Депутат мандаты алғас,

Ышандырып халыҡты.

Һыуға төшкәндәй юҡ булды,

Хәтерләтеп балыҡты.


Бына шулай тиҫтә йылдар

Халыҡ көтә мәрхәмәт.

Депутаттар эш күрһәтһә

Әйтер инек ґур рәхмәт.

Нөгөшөмә

[үҙгәртергә]

Тау-таш араһынан бөгөлөп аға Нөгөш,

Ярҙарына бәреп тулҡынын.

Тулҡындарын оҙата ҡая таштар,

Моңаялар, гүйә, юҡһынып.


Урал армыттарын уртаға бүлеп,

Араһында Нөгөшөм ағаһың.

Тауҙар түбәһенә менеп, хайран ҡалып,

Һинең ағышыңа бағамын.


Яҙҙар етеп, боҙҙар киткән саҡта

Оҡшатам мин һине ярһыу аттарға.

Һинең ағышыңа шатланғандай,

Йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар ҙа.


Туғай болондарың күмелгәс сәскәләргә,

Йәшел кейем кейгәс ағас һәр тауҙа,

Мин оҡшатам һине шул ваҡытта

Уралып ятҡан ебәк билбауға.


Япраҡтар биҙәлгәс төрлө төҫкә,

Ҡыҙарып балан бешкән ҡырҙарҙа.

Мин оҡшатам һине ҡупшы күлдәк кейгән,

Алҡа таҡҡан матур ҡыҙҙарға.


Ҡарҙар яуғас тынып ҡалаһың һин,

Һалҡындары түшәй аҡ күпер.

Моңаймасы, Нөгөшөм, тағы йәнләнерһең,

Күп көттөрмәҫ тағы ла яҙ килер.


Атай-олатайҙар һинең буйҙарыңда

Быуат-быуат ғүмер кисергән.

Туй мәжлестәр ҡороп, ҡыҙ оҙатҡан,

Улдарына килен төшөргән.


Яу сапҡандар улар, ирек даулап,

Һыуһағанда һыуың эскәндәр.

Таш ҡуйындарыңды түшәк итеп,

Төштәр күреп, серем иткәндәр.


Усаҡ яғып, ҡаҙан аҫҡан улар,

Ашнаҡсылар аштар бешергән.

Иртәге көнгә хыялланып,

Еүеш силғауҙарын киптергән.


Саф һауаны һулап буйҙарыңда,

Сәскәләрең еҫенә иҫергән.

Тарих һөйләй – комбриг Мортазин да

Һыуҙарыңда атын эсергән.


Мин үҙем дә иҫ белгәндән алып

Буйҙарыңды иңләп-буйланым,

Балыҡ ҡармаҡланым, ҡомдарыңда ҡыҙындым,

Һыуҙарыңда ҡойоноп уйнаным.


Бесән саптым, йырлап һабан һөрҙөм,

Ағас ҡырҡтым, һалдар ағыҙҙым.

Тирләп бешеп, һыуһап йөрөгәндә,

Һыуың эсеп, һыуһын ҡандырҙым.


Бер аҙналыҡ юлға сыҡһам да мин

Һағынып ҡайттым һине, Нөгөшөм.

Юҡһындым мин серле ағышыңды,

Ыраманы минең һис эшем.


Шишмәләрҙе ҡушып ағаһың һин, Нөгөш,

Ҡушылам тиеп Ағиҙелдәргә.

Тау-таш араларын ярып сыҡҡас,

Әйләндең бит үле күлдәргә.


Быуаттар буйы ултырған өс ауылдың халҡын

Йәнтөйәктән айырып ҡыуҙылар.

Уның урынына Мәскәү хужалары

Һинән диңгеҙ яһап ҡуйҙылар.


Йөҙәр гектар әрәмелектәрҙе ҡырҡып,

Буйҙарыңды мәсхәрә иттеләр.

Аяманы улар , изге йәндәр һөйәктәрен

Бульдозерҙар менән һөрөп, түктеләр.


Ғәфү ит һин, Нөгөшөм, һинең яҙмышыңа

Һис ғәйепле түгел тәбиғәт.

Үтәр йылдар, бәлки килер бер көн,

Асыҡланыр әле хәҡиҡәт.


Һиңә арнап шиғыр ишараһы яҙҙым,

Нөгөшөм, мин булмам йылдар аша.

Бәлки һине миндәй үҙ итһәләр

Балаларым, ейәндәрем ҡылыр тамаша.

Үҙгәреш

[үҙгәртергә]

Үҙгәртеп ҡороуҙар еле

Байҡап үтте илдәрҙе.

Демократия, гластность, тип

Сарлап алдыҡ телдәрҙе.


Тамаҡ ярып ҡысҡырабыҙ,

Менеп трибунаға.

Талашабыҙ, тартышабыҙ,

Тик файҙа юҡ донъяға.


Намыҫлылар, тырышып эшләп,

Планды арттыралар.

Илке-һалҡы йөрөүселәр

Юҡ барҙы таптыралар.


Берәүҙәр йөрөй талонға ла

Аҙыҡ- түлек ала алмай тилмереп.

Икенселәр сәлдереп артҡы ишектән,

Мискә кеүек йөрөй һимереп.


Хәләл көсө менән мал тапҡандар

Тир түгәләр, һыҙғанып еңдәрҙе.

Ярым-ас, яланғас булһа ла түҙә улар,

Ҡайыш менән быуып билдәрҙе.


Депутаттар Мәскәү юлын тапай –

Бөгөн съезд, иртәгә сессия…

Һайлаусылар ҡайғыһы уларҙа: власть бүлешәләр

Үткәрәләр тиерһең репетиция.


Үҙгәртеп ҡороу… киң юл асылды

Спекулянт, бурҙарға.

50 тинлек сигаретты

5 һум менән һата баҙарҙа.


Үҙгәртеп ҡороу ҡиммәткә төштө,

Милләт менән милләт ыҙғыша.

Әрмән, Азербайжан ҡан ҡойоша,

Татар менән башҡорт хоҡуҡ бүлешә.


Социаль демократтар үҙгәртеүгә

Бигерәк тә дәррәү тотондо.

Тиҫтә йылдар ер ҡуйынында ятҡан мәрхүмдәр

Тәнҡит уттарына тотолдо.


Ҡыҫырыҡлап сығарҙылар

Партияны, Ленинды.

Ленин юлы нигеҙһеҙ, тип,

Шаулатып бөтә илде.


Ябай халыҡ белмәй ни эшләргә,

Баштарҙы ҡаңғырттылар.

Үҙгәреүҙең сигенә еттек –

Союзды тарҡаттылар.


Горбачев тигән шәхесебеҙ Уңышһыҙлыҡҡа юлыҡты.

Иҫтәлеккә талон ҡалдырып,

Пенсияға олаҡты.


Дилбегәне ҡулына алды

Ельцин ҡорҙаш, уҙаман.

Уның эш һөҙөмтәләрен дә

Күрһәтә килә заман.


Үҙгәрештәр заманаһы

Ялҡытты беҙҙе тамам.

Социалистармы, беҙ капиталистармы

Төшөнә алмайбыҙ һаман.

Тормош иптәшем Зәйтүнәнең 60 йәше тулыуына арнайым

[үҙгәртергә]

Һиңә ҡотлау һүҙе әйтеү өсөн Күп китаптар уҡып ҡараным. Тик тапманым унда йылы һүҙҙәр Йыуатырлыҡ йөрәк яраһын.

Ғәйепләмә, мин бит шағир түгел – Матур теҙә алмайым һүҙемде. Уй-хистәрем яҙырға мәжбүр итте 60 йәшең менән ҡотлап үҙеңде.

Ҡотлау өсөн күңелем менән Изге, йылы һүҙҙәр эҙләйем. Иң мөһиме, һаулыҡ, оҙон ғүмер, Аҡ бәхеттәр генә теләйем!

Балалар ҙа бөгөн йыйылғандар, Туған-ырыу, дуҫтар бик ишле. Бөгөн беҙҙән һиңә изге теләк Етмешең дә үтһен емешле.


Ултырайыҡ әле, ветерандар

[үҙгәртергә]

Ултырайыҡ әле, ветерандар, Тыл фронтынан үткән яугирҙәр, Ил инәһе булған ҡатын-ҡыҙҙар, Бил бирмәгән таһыллы зат-ирҙәр!

Уйлашайыҡ әле, ветерандар, Һүтәйексе хәтер йомғағын. Һөйләйек беҙ булған ысын, хағын, Һөйләмәйек һис тә ялғанын.

Серләшәйек әле, ветерандар, Беҙ серләшер һүҙҙәр әҙме ни?! Ил саҡырғас, икенсе фронт астыҡ, Илең өсөн көсөң йәлме ни?

Һуғыш беҙҙе ҡапыл ир еткерҙе, Таңдан тороп гиҙҙек томанды. Мәктәп партаһынан сығып, артына баҫтыҡ Станоктың һәм дә һабандың.

Ирҙәр эше һеҙҙең иңгә төштө, Һалдат ҡатындары, инәйҙәр, Нәфрәтләнеп эшләп еңеү өсөн, Йән һөйгәнен көттө еңгәйҙәр.

Иҫкә алайыҡ әле, замандаштар, Үҙебеҙ үткән моңһоу юлдарҙы. Хәтерләһәң, күҙгә йәштәр тула Сабаталы ауыр йылдарҙы.

Үлән-тамыр ашап, тамаҡ ялғап, Эшләнек беҙ йәнде аямай. Маҡсатыбыҙ изге ине ас булһаҡта, Тынысланманыҡ еңеү яуламай.

Ә шулайҙа күңелдәр көр булды, Йәшлек үҙенекен ҡуйманы. Йыр-моң, уйын-көлкө беҙгә юлдаш булды Зарланырға ваҡыт булманы.

Замандаштар быны онотмайҙар, Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә. Минең дә бит йөрәк әрнеп ҡуя, Иҫтәремә килеп төшә лә.

Замандаштар бөгөн аҡ һаҡалдар, Ил тотҡаһы тормош юлдашы. Олатай-өләсәй булыу бәхете тейҙе, Ғаиләләрҙә улар нур ташы.

Ветерандар, беҙҙең маңлайҙарға Юлаҡ-юлаҡ һырҙы һалынған Ап-аҡ булып салланған сәстәргә лә Һуғыш шауҡымдары ҡағылған.

Тик бирешмәйек әле, ветерандар, Маңлайҙарҙа һырҙар ятһа ла, Тормош дауам итһен, ҡартлыҡ бәхетле үтһен, Таңдар тыныс атһын алда ла.


Ғәлиә һылыуымдың 55-йәшенә арнайым

[үҙгәртергә]

Күптән түгел генә ҡотлағайныҡ 50 йәшең менән үҙеңде. Тағыла 5 йыл ғүмер үтеп киткән, Һағыштарға һалып күңелеңде.

Тормош ҡанундары бик аяуһыҙ, Һис уйламай һинең күңелде. Тотоп бәйләп булмай арҡан менән Үтеп барған йәшлек ғүмерҙе.

55-кә еттем, тиеп бойоҡма һин, Һүрелмәһен дәртең һәм көсөң. Яңы ғына һүтә башлайһың бит Ғүмереңдең ярты өлөшөн.

Ағиҙелкәй аға, ҡая таштар ярып, Урап-урап үтә оҙон юл Һин дә, һеңлем, ошо йылға кеүек Оҙон-оҙаҡ ғүмерле бул! Намыҫ менән эшләп үткәрҙең һин Ғүмереңдең ике өлөшөн. Инде хәҙер хаҡлы ялға сыҡтың, Татып йәшә хеҙмәтең емешен.

Ғәҙәтем юҡ минең һәм булмаҫ та Ярты юлда ғына туҡтарға. Һин саҡырғас, тағы килеп еттем 55-ең менән ҡотларға.

Күңелең бойоҡмаһын, Тағы ла йыйылырбыҙ, Тәбрикләрбеҙ 60 йәшеңде! Тик донъялар имен булһын. Күрһәтмәһен утлы йәшенде.

Йыйылырбыҙ, мотлаҡ йыйылырбыҙ, Ҡапламаһа ҡара ҡорғандар. Изге теләктәрем ошо минең – Һау булһындар дуҫтар, туғандар.

Ғәйепләмә, һеңлем, мин бит шағир түгел Матур теҙә алмайым һүҙемде… Ошо шиғырымды уҡығанда Ағайың менән һөйләшкәндәй Хис ит үҙеңде.


Ете ҡайын – ете ҡыҙым

[үҙгәртергә]

Бейек тау һыртында үҫкән ете ҡайын Ултыралар ирәйеп сағылда. Барып серләшәм мин улар менән Моңһоуланып йөрөгән сағымда.

Ете ҡайын – минең ете ҡыҙым Исеме менән билдәләнеп яґып ҡуйылған. Ошо ҡайындар янына килһәм, Арынамын төрлө уйымдан.

Әкрен иҫкән елгә сайҡалышып, Шыбырлаша улар үҙ-ара. Атай күңеле былай ҙа тыныс түгел, Йөрәгенә һалмайыҡ ауыр яра.

Бер аҙ хәл йыйғас та урап ҡарап сығам, Ҡосаҡлайым һәр бер ҡайынды. Эй, ҡыҙҙарым, килдем әле тиеп Һөйләр өсөн һеҙгә ҡайғымды.

Рәүфә ҡайынына туҡтап һүҙ башланым, Ниңә инде, ҡыҙым, ҡайтмайһың? Әллә инде атайыңа үпкәләп, Берәй төрлө үс һаҡлайһың?

– Юҡ-юҡ, атай, һис тә үпкәләмәйем, Йылына бер ҡайтам бит. Шунан артығын ҡайтып булмай, Атаҡайым, инде ғәфү ит.


Шунан килеп туҡтаным мин Рәйлә ҡайыны ҡаршыһында. Минән алда үҙе һүҙ башланы, Аңланым мин барыһын да.

–Атай мин бит йыш ҡайтып торам, Алып ҡайтам донъя кәрәген. Һау булһам, ҡайтып торормон, Әрнемәһен йөрәгең.

Шулай тигәс, күңелем күтәрелеп, Килдем Рәмилә ҡайыны янына. Ул мине һүҙһеҙ ҙә аңланы, Ҡолаҡ һалды зарыма.

–Ҡайтып булманы шул, атай, Мин бит хөкүмәт эшендә… Һеҙҙең һағынғанығыҙҙы Күреп уянам төшөмдә.

Юҡҡа борсолоп йөрөмә, атай, Әсәй көтәлер, ҡайт өйгә. Күңелеңде киң тот, шайтан ейәндәрең менән Ҡайтып төшәрбеҙ йәйгә.

Шулай тигәс, күңелем болоҡһоно, Килдем Гөлдәр ҡайынына… – Бошонма, атай, ҡыґґарың, Бер йыйылып ҡайтыр, Тик сыҡһын яйы ғына.

Әле япа-яңғыҙ түгелһегеҙ, Мин йәшәйем ауыл өҫтөндә. Хәлегеҙҙе белеп торам, Мөмкин булһа, иртә-кисен дә.

Арынғандай булдым ҡайғыларҙан, Йөрәгемдә янған ҡыҙыу уттан. Ә йөрәгем дарҫлап тибә, Күңелдәрем тула шатлыҡтан.

Шунан киттем ҡыҙыу атлап Гөләйшә ҡайынына. –Атай, мин бит өйҙә оҙаҡ торҙом, Эшкә килдем яңы ғына.

Әсәйем менән икәүләп Ейәндәрегеҙҙе ҡарағыҙ. Ваҡыт булһа, ҡайтып етермен, Йыраҡ түгел бит арабыҙ.

Йүгереп барып ҡосаҡланым Гөлсәсәктең ҡайынын. –Нишләп йонсоп йөрөйһөң, атай, Ҡайт, хәҙер ҡояш байыны.

Йәй буйына өйҙә торҙом, Бергә бесән эшләнек. Һау булһам, ҡайтып йөрөрмөн, Йөрөмә инде хисләнеп.

Иң һуңғы ҡайынға еттем, Ул – Гөлнара ҡайыны. Һәм уға һөйләй башланым Эсемдәге ҡайғыны.

–Үҙ һаулығыңды белгертеп Хат хәбәрҙәр яҙмайһың. Әсәйеңдең сабырһыҙлығын Һин үҙең дә аңлайһың.

–Ҡайтыр инем дә ул, атай, Йөрөйөм бит уҡыуҙа… Йәйге каникулды көтәм, Ваҡыты ла яй уҙа.

Әсәйемә сәләм тапшыр, Түҙегеҙ инде бер аҙға. Һалҡын ҡыштар үтеү менән Ҡайтырмын йәмле яҙҙа.

Мин серҡайындарым менән, Кискә ауышты инде көндәр ҙә. Хушлашып, сыҡтым ҡайтыу юлына, Вәғәҙә биреп тағы килергә.

Ҡайындар ҙа шыбырлашты, Баш эйҙеләр әкрен елдәргә. Оҙаттылар улар мине, гүйә йыуатып, Сабырлыҡтар теләп йәндәргә.

Миҙгелдәр

[үҙгәртергә]

Уйҙарымдан арынырға теләп, Тышҡа сыҡһам, Сал сәсемдән һыйпай таң еле. Уйлап торһаң, мөғжизә бит Тәбиғәттең һәр бер миҙгеле. Ҡыш миҙгеле һис яратмай Ебегән егеттәрҙе. Ыжғыр буран, селлә һыуыҡтар менән Һыҙлата електәрҙе.

Ябалаҡлап яуған ҡарҙар Баҫа урман-ҡырҙарҙы. Көрәгеңде әҙерләп ҡуй, Баҫһа йорт-ҡураларҙы.

Ә шулай ҙа үҙе йәннәт Саңғы шыуыуы тауҙа. Саф һауа һулап йөрөүе Йөрәктәргә ҙур дауа.

Яҙ миҙгеле етһә, арта төшә Донъя мәшәҡәттәре. Кем генә иҫенә алмайҙыр Тәүге мөхәбәттәрен.

Гөрләүек аға, боҙ ҡуҙғала, Оҙата боҙҙо Нөгөш ярҙары. Морон төртөп сыҡҡан сәскәләр Уңалта яраларҙы.

Ҡоштарҙың сихри моңон тыңлап, Уҙам мин болондарҙан. Тәбиғәт гүзәллегенә иҫереп, Яҙам мин быуындарҙан.

Йәйге миҙгел үҙе ожмах – Бар тәбиғәт төрөнә йәшелгә. Күңелгә дәрт, шатлыҡ өҫтәй, Көс һәм илһам бирә йәшәүгә. Күҙ яуҙарын алып тора Ҡыҙарып бешкән емеш-еләктәр. Бесәнгә төшөргә лә ваҡыт – Түҙһен генә беләктәр.

Бесән эше лә яратмай Ығышҡан, һәлкәүҙәрҙе. Онотмағыҙ: көнө – йыл туйҙыра, тигән Фәһемле мәҡәлдәрҙе.

Баҫыуҙа эш туҡтамай Тәүлек әйләнәһенә. Һәр кем тырыша уңыш өсөн Үҙенең биләмәһендә.

Тыңғыһыҙҙар эш өҫтөндә Йыя көҙгө уңышын. Тәбиғәт йәме – үҫемлектәр Һулай һуңғы һулышын.

Ҡоштар китә йылы яҡҡа, Өйөрҙәргә тупланып. Яҙға килеүҙәрен көтөп, Оҙатабыҙ уфтанып.

Аҡ ҡайындар йәшел шәлен Һары шәлгә алышҡан. Ҡоштар тынған, тайыш табан Тауыш бирә алыҫтан.

Мөғжизәгә тап буламын, Ҡалыу һыртына баҡһам: Саған, уҫаҡ баштарына Әйтерһең дә ут ҡапҡан. Бына шулай нисә быуат Алмашына миҙгелдәр. Тик бәндәгә ҡыйыныраҡ – Үҙгәрмәй холоҡ-фиғелдәр.

Йәшәнек беҙ шөкөр итерлек

[үҙгәртергә]

Көҙгө муллыҡ – уңыш айы, Шул ваҡытта тыуғанһың. Кендек инәң ғүмер, бәхет теләп, Уҡығандыр изге доғаһын.

Етмеш йыллыҡ ғүмереңдең Илле өс йылын бергә үткәрҙек. Тормош һуҡмаҡтарын йырып үтеп, Йәшәнек беҙ шөкөр итерлек.

Тормош ҡорҙоҡ ауыр замандарҙа, Булманы туй, изге теләктәр. Хәләл көсөбөҙ менән донъя йыйҙыҡ, Төшмәһә лә затлы бүләктәр.

Ошондай ауыр ваҡыттарҙа ла Төшөрмәне ул күңелен. Донъя йөгөн бергә тарттыҡ: Бүлешмәнек ауыр, еңелен.

Ихлас күңел менән донъя көттө, Сарыф итте барлыҡ көсөн дә. Бүрәнәнең башынан мин күтәрһәм, Ул йәбеште бер яҡ осона. Донъя бит ул шулай миһырбанһыҙ: Бер күрһәтә алдын, бер артын. Үтәмәйсә һис тә мөмкин түгел Уның ҡуйған бөтә шартын.

Бына шулай, һиҙҙермәйсә, Үтеп киткән йәшлектәр. Үтһә лә үкенерлек түгел – Ҡалдырҙыҡ иҫтәлектәр.

Етмеш биш йәш ғүмер сиге түгел, Үкенмә әле бер ҙә. Ғүмер булһа, көңгөр-ҡаңғыр Йәшәрбеҙ әле бергә.


Яңғыҙ кәмә

[үҙгәртергә]

Яңғыҙ кәмә туғайында Утыҙ йыл бесән саптым. Үлән еҫтәренә иҫереп Йән тыныслығы таптым.

Йөҙйәшәр ҡайын төбөндә Бесән ҡыуышы ҡорҙом. Һандуғас һайрауын ишетеп, Йөрәкһеп иртә торҙом.

Аш бешерәм, сәй ҡайнатам, Сүкейем салғыларҙы. “Торорға ваҡыт, подъем”, – тип Уятам балаларҙы.

Бер-бер артлы теҙелешеп Һалабыҙ бакуйҙарҙы. Бесән мәле һис кенә лә Яратмай ялҡауҙарҙы.

Ярҙамға тип ҡайтып төшә Ҡыҙҙар менән кейәүҙәр. Бер аҙ “кәйефләнгәс”, китә Мәҙәк һүҙҙәр, көлөүҙәр.

Күңел асыу яҙыҡ түгел Килеп сыҡҡанда яйы. Гармун моңона күмелә Яңғыҙ кәмә туғайы.

Эргәбеҙҙә Нөгөш аға Тулҡынын ҡағып ярға Ҡолаҡҡа салына тауыш – Өкө ҡысҡыра тауҙа.

Тайыш табан таң алдында Килә хәл белешергә. “Бимазалап йөрөмә әле, Ваҡыт юҡ һөйләшергә”.

Бигерәк күңелле үтте Йәйге бесән мәлдәре. Күмәкләгән – яу ҡайтарған Ҡойолдо кәбәндәре.

Бына шулай көсөм барҙа Тырышып бесән саптым. Тик хәҙер һөйләргә ҡалды – Һикһән өҫтөнә баҫтым.

1994 йылдың 17 июнендә үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына

[үҙгәртергә]

Мин шағирҙа түгел һәм йырсыла Күңелемдән уйлап яҙырға. Ауылдаштар ҡайтыу хөрмәтенә Мәжбүр булдым инде яҙырға.

Ауылдаштар, аяҡ баҫтығыҙ һеҙ Тәпәй баҫҡан тыуған ерҙәргә. Һеҙ ҡайтҡас та ҡапыл йәнләнделәр Шиңеп барған моңһоу гөлдәр ҙә.

Тормош тулҡындары һеҙҙе Сит ерҙәргә илтеп ҡаҡһа ла, Онотмайбыҙ һеҙҙе һис бер ваҡыт Араларҙа йылдар ятһа ла.

Йылдар үтер, тормош дауам итер, Онотмағыҙ тыуған илдәрҙе . Атай-олатайҙар төйәк иткән Нөгөш буйын, зәңгәр күлдәрҙе.

Ауылдаштар, ҡан ҡәрҙәштәр, Беҙҙән һеҙгә изге теләктәр: Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер Бәхет, шатлыҡ һәм дә изге юл.


Вәхит кейәүҙең 35 йәше тулыуына арнайым

[үҙгәртергә]

Шиғыр яҙыу картуф ҡаҙыу түгел , тиһәләр ҙә Баҙнат иттем әле яҙырға. Вәхит кейәүҙең юбилейына арнап Мөмкин түгел яҙмай ҡалырға.

Үтеп китте ғәмһеҙ бала сағың, Елдәй елгән егет саҡтарың. Үткәндәрең ҡалды хәтерләргә Тотондоң үтәргә иңеңә төшкән тормош шарттарын.

Ярты ғүмереңде сарыф иттең, Үрмәләнең белем тауына. Ауырлыҡтар кисерҙең, бирешмәнең, Эләкмәнең мәкер ауына.

Тырышлығың бушҡа һис китмәне – Алып сыҡтың ғилем дипломын. Ышаныслы аҙым менән башланың Тәүге үҙ аллы юлың.

Милләттәштәремә белем бирәм, тиеп Өҙгөләнәһең иртән кисен дә. Тынғы бирмәй уйҙар, йоҡлағанда Күреп уянаһың төшөңдә.

Һынатмайһың әле, Вәхит кейәү, Һынатмайһың физик эштәргә. Ғүмер баҫҡыстары аша атлай-атлай Килеп баҫтың 35-кә лә.

35 йәш ул йәшәү дәүеренең Иң-иң көслө, дәртле миҙгеле. Ғүмер һуҡмаҡтарын барлағанда Иҫтә ҡалырлыҡ йәшәү билгеһе.

Үкенерлек түгел әле үткән ғүмерең Йылдар үткән һайын артта ҡалалар. Гөлдәр менән бергә үҫтерәһегеҙ Киләсәк дауамығыҙ – балалар.

Азаматың хәҙер ат егерлек, Ә Айнурың атҡа менерлек, Айһылыуың йөрөй айҙай балҡып Һау булһа түгел һыр бирерлек.

Йәшәгеҙ һеҙ татыу ғүмер итеп, Балаларың булһын үҙеңә иш. Ҡотлап һине һаулыҡ, бәхет теләйем, Йәшә тағы ике утыҙ биш!

Мөхәрәм кейәүҙең иҫтәлегенә арнайым

[үҙгәртергә]

Беренсе март тыуған көнөң , Һиңә ҡырҡ алты йәш тулды. Ошо тыуған көнөңдә һин Ҡәбер эйәһе булдың.

Егерме йыл бергә йәшәнек, Их, кейәүем Мөхәрәм… Ҡырҡ алты йәшендә генә Бигерәк булдың әрәм.

Кейәү, беҙ бит нисә рәт Баҙал һыртын артылдыҡ. Эскән буш шешәләрҙе Тау башында ҡалдырҙыҡ.

Онотолмаҫ инде, кейәү, Һыбай атта барғаның. Яңғыҙ кәмә яланында Йүгереп йөрөп кәбән һалғаның.

Оноталмам инде, кейәү, Бергә-бергә үткән көндәрҙе. Баяныңды алып, моңло көйҙәр һуҙып, Бергәләшеп үткәргән төндәрҙе.

Мәңгелеккә, кейәү, айырылышһаҡ та, Күңелкәйҙәр булыр гел бергә. Ауыр тупраҡтарын еңел булһын, Йәнең булһын ожмах түрендә.

Ярар инде, ғүмерең ҡыҫҡа булды, Үкенестә ҡалдың ғүмергә. Ҡалғандарыбыҙ иҫән-һау булайыҡ, Йәшәргә яҙһын оҙаҡ был ерҙә!.


=Азатлыҡтары өсөн көрәшкән чечен халыҡтарына

[үҙгәртергә]

Чечен халҡы үҙаллылыҡ даулап, Әүҙем күтәрелде көрәшкә. Өлкән ағайҙарға был оҡшаманы, Бирәбеҙ беҙ, тинеләр, һеҙҙең кәрәккә. Бойороҡ бирҙе улар ғәскәрҙәргә, Кисекмәҫтән баҫып инергә. Баш эймәгән чечен халҡын Ҡорал менән турап һалырға.

Һүҙҙәрендә торҙо Кремель эшнәләре – Чечен ерен утҡа тоттолар. Тыныс йәшәгән халыҡтың йорт-ҡураһын ватып Бына инде нимә оттолар?

Меңәрләгән кеше ҡорбан булды, Күптәр ҡалды йортһоҙ, урамда… Китте улар, һыйыныр урын эҙләп, Нәфрәт белдерҙеләр уларға.

Мәғәнәһеҙ һуғыш уттарынан Күпме һалдат ғүмере өҙөлдө. Ғәзиз улдары табут менән ҡайтып, Күпме әсәнең йәше түгелде.

Үҙ иленең азатлығын яҡлап, Ғәҙел көрәшә ғорур чечендәр. Уларҙан баш эйҙерә алмаҫтар, Шуны белһә ине Ельциндәр…

Ауыҙлыҡларға тип чечен халҡын Күпме дауам итер ҡан ҡойош Ошо вәхшилектәре өсөн Кемдер яуап бирергә тейеш.

Хурлыҡ һеҙгә, хөкүмәт әһелдәре, Көс ҡулланыу әҙселек милләткә. Туҡтатығыҙ һуғышты, тип оран һалам, Төшмәгәйне тиеп бигерәк ҡиммәткә. Хөрмәтле аҡһаҡал Абдулхаҡ ағай Ҡәһәрмәновтың 70 йәше тулыуға арнайым

(шаяртыу ҡатыш)

Тәбрикләйбеҙ бөгөн һине 70 йәшең менән, уҙаман! Үткән ғүмер үкенерлек түгел, Һис кенә лә бушҡа уҙмаған.

Сабатаңды кейеп, ун биш йәштә Тормош юлына баҫтың. Тәүге хәрефтәр өйрәтеп, Балалар күҙен астың.

Тилбер булдың бар эшкә лә, Йөрөмәнең ығышып. Атҡаҙанған исеме алдың, Эшләгәнгә тырышып.

Талапсан да булдың һәм ғәҙел дә, Иҫбат иттең һәр саҡ һүҙеңде. Ошо сифаттарың менән Ҡыҙартманың йөҙөңдө.

Райком, райсовет ишектәрен Иҫәбе юҡ – күпме шаҡының… Йомошоңдо йомошламайынса Кабинеттан сыҡмай ялҡыттың.


Бигерәк тә тыңғыһыҙ булдың, Юлдар үттең ыжғыр буранда. Мәй-мәй тиеп һүҙ башланың, Ҡатын-ҡыҙҙар осораһа урамда.

Ат арбалары менән Урамға таш түшәттең. Сессия, исполкомдар менән Депутаттарҙы йөҙәттең. Ә шулай ҙа рәхмәт һиңә Эште алға йүнәлттең.

Арымай, талмай намыҫ менән Хеҙмәт иттең халҡыңа. Шәхси тормошта ла һыр бирмәнең, Донъя көттөң килтереп шартына.

70 йәшең тулған сағыңда ла, Илем, һыуым, тиеп янаһың. Тыныс йәшә, хыялың тормошҡа ашыр, Әрнетмә һин йөрәгең яраһын.

Бөгөн һинең 70 йәшең тула, Балҡып тораһың айҙай Минең теләк 100 йәшкә ет, Хөрмәтле Абдулхаҡ ағай.

Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арнала Илебеҙгә баҫып инергә, тип Фарман бирҙе Гитлер ҡәбәхәт. Миллиондарҙың күҙ йәштәрен түктереп, Йөрәктәргә һалды йәрәхәт. Ҡоторонған дошман алға ынтылды, Өмөт итеп байлыҡ-табышҡа. Ил күтәрҙе ул һәм ҡыҙҙарын Яуыз дошманға ҡаршы алышҡа.

Ант иттеләр хушлашҡанда Еңмәй тороп ҡайтмаҫҡа. Ҡарттар, ҡатындар, үҫмерҙәрҙе Ҡалдырҙылар тылда алмашҡа.

Колхоз рәйесе булып ҡалды Сулаҡ Мөхәмәт ағай. Бригадир йөгөн тарта Әүҙем Ғимран бабай.

Ферма мөдире әсәйем, Сәйҙә апай – хисапсы. Үҫмерҙәр ҡапыл ир етте, Их, сабыйҙар булһаҡсы…

Парта артынан сыҡтыҡ та Егелдек колхоз эшенә. Ил яҙмышын хәл иткәндә мөмкинме һуң Эшһеҙ ятыу намыҫлы кешегә.

Үгеҙ егеп, һабан һөрҙөк, Һыйыр ектек тырмаға. Йыла һөйрәп тә ташыныҡ Колхоз малына – фермаға.

Урман ҡырҡтыҡ, бесән саптыҡ, Кәбән һалдыҡ тиргә батып. Сәсеүгә орлоҡ ташыныҡ, Яуырындарға аҫып. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә Еңеүгә өлөш индерҙек. Байлыҡҡа өмөт иткән фашизмдың Татлы хыялдарын емерҙек.

Йәшен тиҙлегендә баҫып алам тигән уйы Селпәрәмә килде дошмандың. Белмәй ҡалдылар арт һабаҡтарына алып Үҙ иленә сигенеп, боҫҡанын.

Беҙҙең девиз булды: Дошман еңелһен тиҙлектә. Өмөтөбөҙ аҡланды беҙҙең, ғәскәр еңде Тылдағылар менән берлектә.


=Бөйөк Еңеү байрамы

[үҙгәртергә]

Бөйөк Еңеүґең 60 йыллығын Байрам итә халҡыбыҙ. Беҙҙә бит өлөш индерҙек, Ғорурланырға хаҡлыбыҙ!

Аслыҡ-яланғыслыҡ үттек Ул һуғыш заманында. Яҙып, һөйләп бөтөрлөк түгел Уларҙың барыһын да.

Һәр береһен күңелдән үткәрәм, Уйҙарға сумамын да… Хәтерҙә һаҡлана бесән эшләү Күперле яланында.

Звенола дүрт ҡыҙ, ике ир йораты, Береһе уның Таштимер. Ҡыҙҙарыбыҙ араһында Иң олоһо Шәмсинур.

Ишбикә, Миңнекмал апайҙар… Уларға ун биш тула. Араларында иң йәше Ун өс йәшлек Фатима.

Мин бәләкәй, тип тормай бакуйҙы Алдырып саба, ҡәһерең. Хәҙер үксәңде ҡырҡам, тип янай Таштимергә, Сәсеп утлы зәһәрен.

Балтырған, һарына аштарын Бешерәбеҙ табаҡлап. Колхоз биргән һоло кәбәген Бүлешәбеҙ ҡалаҡлап.

Күперленең яланында Күкрәп үҫкән этҡолаҡ. Кәбәк ҡушып икмәк әүәләйбеҙ, Һис тормайбыҙ аптырап.

Кәбәк бүлергә тигәндә Иң өлгөрө Таштимер. Үҙенә ҡалаҡты өйөп ала Ул яҡҡа ҡулы тилбер.

Ғәҙел бүлмәйһең, тип әрләп, Ҡыҙҙар теҙелеп тора. Мин күҙ ҡыҫам уға, Минең яҡты ла ҡара! Ял иткәндә ҡыҙҙар еләк йыйып ҡайтһа, Ҡулын һоноп, Таштимер уҡый мөнәжәт Йоҡлап ятма йыйып аша, Мөнәжәтең ник хәжәт

Колхоз рәйесе килеп, фарман бирҙе: Ит, май кәрәк фронтҡа! Сапҡан бесәнегеҙ ҡурап ята, Влетайте, как пробка!

Килеп етте өҫтәлмә көс – Йыйыусы, ҡойоусылар.

Тейәп килтергән тәкәгә Табылды һуйыусылар.

Ҡыҙҙар йүгереп бесән йыя, Ишбулды күбә күбәләй. Күбәләре бигерәк эре, Ҡарап торһаң, дөйәләй!

Тайыш бурыл күбә һөйрәй, Ат башында – Таштимер. Абдулла, Ташбулат кәбән һала, Тик ташып ҡына өлгөр.

Шәмсинур күбә ебәрә, Күбәләр ауып китә. Шәмсинурға ярҙамға Фатима барып етә.

Нәҙерша ҡарт таған ҡырҡа, Йүнләп йөрөй барыһын да. Харис, Әйүп бабайҙар Торалар кәбән башында.

Шаулап, гөрләп торҙо ул көн Күперленең яланы. Бесәндәр кәбәнгә ултырҙы, Беҙҙән һуң эш ҡаламы?

Үкенесле, һирәк ҡалды Балалыҡ замандаштар. Еңеү көнө менән ҡотлайым, Хөрмәтле ветерандар.

Еңеүҙе яҡынайтабыҙ, тип ауылда Күпме көс, тир түктеләр. Күптәре тиҫтә йылдар элек Ер ҡуйынын төйәк иттеләр.

Онотолмай, һәр саҡ иҫкә алам Һеҙҙе һағынып, бойоғоп. Ғүмерлеккә урын алып йөрәгемдә, Буй, һынығыҙ ҡалған уйылып.

Хөрмәтле ауылдашыбыҙ,

уҡытыусы Фәрит Әминевҡа

Күҙ алдымда тора һәлмәк атлап, Урамдарҙан атлап килеүең. Ике ҡулың һуҙып күрешергә, Башың эйеп, йылмайып-көлөүең.

Киң күңелле, ғәҙел булдың, Айыра белдең аҡты ҡаранан. Үкенесле, ғүмерең ҡыҫҡа булды, Иртә киттең беҙҙең аранан.

Оло юғалтыу кисерҙе ауылдаштар, Юҡһыналар ҡыҙҙар, егеттәр. Донъяға тыуһа ла һирәк тыуыр Алтын ҡуллы һинең кеүектәр.

Иҫән булһаң, оло юбилейыңда Төшөр ине затлы бүләктәр. Һәм әйтелер ине йылы һүҙҙәр Һәм теләнер ине изге теләктәр.

Йыр-музыка тауыштарына Моңға тулыр ине урамдар. Һинең һаулыҡҡа, тип, телмәр тотоп, Күтәрелер ине бокалдар.

Онотмайҙар һине ауылдаштар, Үткәрәбеҙ хәтер кисәһен Тик һин генә беҙҙе ишетмәйһең Ауыр тупраҡ ҡәберең кәртәлә.


Чечен һуғышынан цинк табутта ҡайтҡан ауылдашыбыҙ Илдар Ғәбитовҡа арнала

[үҙгәртергә]

Изге бурысымды үтәргә, тип Дарҫлап типте һинең йөрәгең. Саҡырыу ҡағыҙы алас, хәрбиҙәрсә Әҙер булды юлға кәрәгең. Ил саҡырғас, ҡулыңа ҡорал алдың, Тоғро ҡалдың хәрби антыңа. Ғәҙел көрәш өсөн сафҡа баҫып, Ҙур ышаныс күрһәттең халҡыңа.

Аяманы утлы пулялар Дошман менән ҡаты алышта. Йәшләй генә ғүмерең өҙөлөп, Дусар иттең ҡайғы-һағышҡа.

Кемдәрҙеңдер ғәмһеҙлеге менән Күмелдең һин Волхов ерендә. Әммә һин табылдың, цинк табут менән Әйләнеп ҡайттың тыуған илеңә.

Бөгөн асабыҙ таҡтаташ Тыуып үҫкән илеңдә. Һинең ҡаһарманлығың Мәңге йәшәр халҡың күңелендә.


==================Миңнурый һылыуыма 60 йәш

[үҙгәртергә]

Ҡыш уртаһы, һыуыҡ селлә айы, Юл йөрөүҙәр михнәт ҡарттарға. Ә шулай ҙа килеп еттек әле Тыуған көнөң менән ҡотларға

Тыуҙың ҡыштың селләһендә Ап-аҡ ҡарҙар яуғанда. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ Һин донъяла булғанға. Тормош һынауҙарын йырып үтеп, Менеп баҫтың 60 өҫтөнә. Әле генә кеүек сабый сағың, Ышанғылар килмәй һис кенә. . .

Шулай инде, тормош ҡанундары Йәш көйөнсә ҡалдырған кемдәрҙе? Ваҡыт арғымағы елдәй етеҙ елә, Алмаштыра төндәр көндәрҙе…

60 йыл йәшәү дәүерендә Шатлыҡ, ҡайғың барҙы йәнәшә. Тормош тигән нәмә рәхимһеҙ, Яҡты донъя бирмәй көнләшә.

Тормош йөгөн тартып, хыял менән Ашҡынғанда бейек үрҙәргә, Бер-бер артлы ике улыңды Оҙаттың бит ҡара гүрҙәргә.

Ауыр ҡайғылар кисерһәң дә Рухыңды һындыра алманы. Ҡайғы хәсрәтһеҙ үтһен Ғүмереңдең ҡалғаны.

Бөгөн һинең тыуған көнөң, Һиңә арнала алҡыштар. Һаулыҡ, бәхет һәм сабырлыҡ Юлдаш булһын һиңә тормошта!

60 йәшкә еттем, тиеп, Күңелең һүрелмәһен. Алда 70, 80-не бар. Йәшәүҙән төңөлмә һин. Ҡотлау өсөн күңелем менән Изге, йылы һүҙҙәр эҙләйем Иң мөһиме, һаулыҡ, оҙон ғүмер, Аҡ бәхеттәр генә теләйем.

Улым Рәфистең 45 йәшлек юбилейына

[үҙгәртергә]

1962. Декабрҙең 17-һе… Хәтерҙә әле был кис. Яҡты донъға сабый тыуҙы, Исеме уның Рәфис.

Шул көндән бөгөнгә тиклем Байтаҡ ғүмерҙәр үткән. Рәфис үҙе лә һиҙмәгән, 45 йәшкә лә еткән.

Бына шулай бик тиҙ үтә Был ғүмер тигәндәре. Ал да гөл генә булманы Күргән- кисергәндәре.

Тыумыштан уҡ хоҙай дусар иткән, Һаулыҡ яғың һинең самалы. Ә шулай ҙа йөрәгең тынғы белмәй Эшкә көсөң, дәртең бар әле.

Күрәсәк маңлайға яҙыла, тиҙәр Бәндәләргә тыумыштан. Шулай булғас, ҡотолоп булмайҙыр ул Хаҡ тәғәлә яҙған яҙмыштан.

Яҙмыштарҙан уҙмыш булмағанға, Үтәһең һин яҙмыш талабын. Яҙмыш ҡушыуына сабыр итһәң, Алырһың һин Хоҙай сауабын.

Хас сифаттар һиндә, уйың изге, Сабый балаларҙыҡылай саф күңел. Һинең менән беҙ бәхетлебеҙ, Донъя көтөүе еңел.

Йәшә әле оҙон-оҙаҡ, Ауырыу сырхыуҙарға бирешмә. Донъя йөгөн һин тартаһың Төп таяныс һин һәр эштә.

Бөгөн беҙ һине ҡотлайбыҙ Тулғанда 45 йәшең. Киләсәктә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирешмә, Уңышлы барһын һәр эшең.

Атай, әсәй рәхмәтен алып, Йәшәнең һин ғүмер буйына. Беҙҙең биргән фатихабыҙ менән Рәхәт йәшә ғүмер юлыңда.

Ҡотло булһын тыуған көнөң, Дарҫлап типһен йөрәктәр Һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр – Ошо булыр беҙҙең теләктәр.

Июнь айы

[үҙгәртергә]

Июнь айы тәбиғәттең Иң гүзәл бер миҙгеле. Сыҡһаң тәбиғәт ҡосағына, Әсир итә һәр кемде.

Болондар күмелгән сәскәләргә, Сайҡалышалар елгә. Әйтерһең, төрлө биҙәк төшөрөп, Келәм түшәлгән ергә.

Миләш, балан сәскә атҡан, Шатланалар яҙғы һулыштан. Миңдек әҙерләргә ваҡыт еткән, Ҡайын япраҡтары тулышҡан.

Урман йәнлектәре, ҡош-ҡорттарҙың Ишәйешеү осоро. Ана һуйыр, ҡор, селдәр ҙә Балаларын осорҙо.

Урман ҡырлап үтеп барһам, Ҡапыл торҙом һиҫкәнеп. Тайыш табан яйлап ҡына Сығып килә еҫкәнеп.

Урман һылыуы мышы, ҡоралайҙар Ирәйешеп яталар, онотоп ҡайғыны. Ҡыш буйына туң ағас кимергән һылыуҡайҙарға Шәп һыҙырыла ағас ҡайыры.

Солоҡ күстәре лә гөжләй, Ялыҡҡандар оҙайлы ҡыштан. Саған балына туйынғас, Әүҙем осалар шатлыҡтан.

Ғашиҡтар ҙа, ҡоштар моңон тыңлап, Бергә булыу бәхете кисерә. Ысын мөхәбәткә кер төшөрмәй, Һөйөү хистәренә иҫерә.

Мин дә шаһит булдым мөғжизәгә, Урап ҡайттым йөрөгән төйәктә. Хозур тәбиғәттән илһам алдым, Йәшәү дәртем артты йөрәктә.

Июнь айы, гөл- сәскәләр айы, Гөл сәскәләр үҫә баҡсала. Тәбиғәттең йәмен ебәрмәйек, Һатып алып булмай аҡсаға!

Тиле йәшлек

[үҙгәртергә]

Беҙҙең йәшлек булды тиле йәшлек – Сабаталар кейеп бейенек. Үтмәне заяға ғүмер: Йәшәнек һөйөп, һөйөлөп.

Клубтарҙа саң туҙҙырып, Ахрита һуғабыҙ. Төртмә таҡмаҡтар әйтешеп, Беҙ ҡыҙҙарҙы уҙабыҙ:

«Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң Исемдәре Мортаза. Аяҡ баҫыуҙарың матур – Гел генә сыҡ уртаға».

Эйе, үтте йәшлек уға әгәр ҙә әйләнеп ҡайта алһам, үҙебеҙҙең республикабыҙҙың Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы хеҙмәттәренә ошолай йырлар инем:

Башҡортостан халҡы өсөн Янып йәшәй Мортаза. Аллаһ уға һаулыҡ бирһен, Бирмәһен бәлә-ҡаза!

Республика Президенты Мортаза Ғөбәйзулла улының эш һөҙөмтәләрен Рәсәй Президенты Владимир Путин күрмәй ҡалманы.

Путин Мортазаның эшен Юғары баһаланы. Биш йыл өҫтәлмә ҡалдырып, Беҙгә бүләк яһаны.

Иншаллаһ, биш йыл ваҡыт Йәшәрбеҙ тыныс ҡына. Сафин, Веремеенко кеүек олигархтар Йөрөһөндәр тынып ҡына.

Мортазаның эшенән Башҡортостан ҡәнәғәт Әйткән һүҙе елгә осмай – Ҡулдарыңда бәрәкәт.

Һәр ҡала, райондарҙа Бара яңы төҙөлөш. Мәктәп, дауаханалар асыла – Һәр кемгә тейә өлөш. Үҙенең изге эше менән Бөрйәнде таң ҡалдырҙы. Баш ҡалаға тоташтырып, Асфальт юлдар һалдырҙы.

Эш сәфәре менән сыҡһа, Белмәй ул төндө, таңды. Бер көндә урап сыға ул Ярты Башҡортостанды.

Осрашҡанда халыҡ менән Ысын күңелдән һөйләшә. Мохтаж түгел йор һүҙгә лә Һәм аҡыллы кәңәшкә.

Милләт-ара татыулыҡҡа Тос өлөшөн индерә. Йөҙҙән артыҡ милләт халҡын Барыһын бер тигеҙ күрә.

Мортаза Башҡортостандың Сәйәсмән, һөнәрмәне. С. Юлаев хоккей командаһының Иң әүҙем көйәрмәне.

Донъяға күберәк тыуһа ине Мортаза кеүек ирҙәр. Ундай етәкселәр булһа яуларбыҙ Һәр саҡ юғары үрҙәр.

Был шиғырымды Башҡортостан дәүләт ҡур-саулығының Ағиҙел буйы филиалында умартасылыҡ буйынса ғилми хеҙмәткәр, һуңынан директор йөгөн тартҡан Ивни Вәхит улы Шафиҡовҡа арнайым. Хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй.

Ивни Вәхит улы Шафиҡовҡа

Йәшлегең үтте Бөрйәндә, Тыуған яғың Мәсетле. Хозур тәбиғәтле Бөйрән Итте һине бәхетле.

Ауыл хужалығы буйынса юғары белем алып, Эш башланың Шүлгән-таш ҡурсаулығында. Бал ҡортоноң телен өйрәндең, Тикшерҙең ауырыу һаулығында.

Тырышлыҡ бушҡа китмәне, Юғары үрҙәр яуланың. Фән кандидаты исеме алып, Бөрйәнебеҙҙе данланың.

Хеҙмәттәштәрең дә һинән өлгө алып, Үрмәләйҙәр белем тауына. Ике фән кандидаты, бер профессор Үҫеп сыҡты тағы ла.

Ғаилә ҡорҙоң, яуаплылыҡ артты Бәрәкәтле Бөрйән ерендә. Донъя көтөү мәшәҡәттәренең Тиҙ төшөндөң серенә. Тормош иптәшең Асияны Бер күреүҙән әсир иттең. Һуңынан, мөхәббәт емештәре итеп, Ике ҡыҙ бүләк итте.

Ҡыҙҙарығыҙҙы үҫтереп, уҡытып, Сығарҙығыҙ оло юлдарға. Тәбиғәт биргән таланттары менән Сорнанылар моңдарға.

Оло ҡыҙың Әминәнең 40 йәшлек юбилейы. Оло хөрмәткә лайыҡлы, Белемле, мәҙәниле.

Ошо сифаттары менән Юғары күтәрелде. Бөрйән ҡыҙы Әминә Шафиҡова Мәҙәниәт министры.

Яҡташтарың ғорурлана Мәҙәниәт йылында. Өмөттәрҙе бағлап, ышанысты аҡлап, Үтәп сығырһығыҙ барыһын да.

Гөлнара ҡыҙымдың 40 йәшлек юбилейы айҡанлы

Яҙҙың тәүге сәскәләре – Умырзая ла ҡалҡты. Ошо сәскәләр атҡанда Беҙҙең дә шатлыҡ артты.

Умырзая менән бергә Ауаз һалды ҡыҙ бала. Бәхет-тәүфиҡлы бул, тиеп, Исем ҡуштыҡ – Гөлнара.

Теләгебеҙ ҡабул булды – Үҫеп етте Гөлнара. Айҙай балҡып, эшләп йөрөй, Йөрәккә һалмай яра.

18 йыл хеҙмәт итә Сибай филармонияһында. Уңышлы ижад теләйбеҙ Алдағы йылдарында.

Күрмәнек тә, һиҙмәнек тә 40 йәшкә еткәнеңде. Онотмайбыҙ, һәммәбеҙгә Изгелек иткәнеңде!


Кейәү менән йәшлектәрен Бәхетле кисерәләр. Ай менән ҡояш шикелле Ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Юбилейың менән ҡотлап, Йылы һүҙҙәр эҙләйем. Һаулыҡ һәм дә оҙон ғүмер, Аҡ бәхеттәр теләйем.

Кейәү менән пар аҡҡоштай Йәшәгеҙ гел серләшеп! Ҡартлыҡта ла түрҙә генә Ултырығыҙ гөрләшеп! Исмәғил Яманаев

Үкенерлек түгел үткәндәр…


Ҡағыҙ форматы 60х84/16. Офсет ҡағыґы. «Литературная» гарнитураһы. Ризографта баҫылды. Шартлы баҫма таб. 9,8. Иҫәп-баҫма таб. 10,5. Тиражы 100. Заказ 1626

Сибай ҡала типографияһы – БР ДУП-ы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы

453833, БР, Сибай ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 22-се йорт. Тел.: (34775) 2-55-22.