Эстәлеккә күсергә

Ишек келәһе (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ҡараңғы өйҙә ҡарт ҡоҙа
    Ҡармаҡ һалып ултыра.
  2. Кискә керһә, келт итә.
  3. Келт-келт итер,
    Келтегенә китер.
  4. Көндөҙ сөйҙә эленеп тора,
    Төнөн өңөнә керә.
  5. Көндөҙ тик тора,
    Кисен урын эҙләй.
  6. Көндөҙ йоҡлай,
    Төндә өй һаҡлай.
  7. Көндөҙ үҙ урынында тора, кис эленә.
  8. Иртә киткән ҡара тәкә,
    Кис ҡайтып, тоҡонлоҡ эҙләй.
  9. Төн еткәс тә ҡармаҡ һала.
  10. Урманда юҡ, ҡырҙа юҡ,
    Өйҙә эленеп тора.