Ишек тотҡаһы, бауы (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бер үгеҙҙең ҡойроғона
Меңләп кеше йәбешкән. - Бер һыйырҙың ҡойроғона мең кеше тотонған.
- Астым, яптым, кендегенән тарттым.
- Кергән менән керә,
Сыҡҡан менән сыға. - Өй алдында ҡәйенһеңлем бар,
Килгән-киткән ҡул бирә. - Уны гелән тоторҙар,
Тоторҙар ҙа тартырҙар. - Бер тоторҙо мең тотор.