Иҫке Монасип ауылы тарихы
Иҫке Монасип ауылы тарихы(2019 йылдың 6 июлендә “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!” байрамында һөйләнгән докладтан)
Ауылға нигеҙ һалыныу
[үҙгәртергә]Иҫке Монасип ауылында ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәшәй. Иҫке Монасип ауылы халҡы 1669 йылда, унан да алдараҡ уҡ Һарт ауылы булып хәҙерге Мишәр (Яңы Монасип) ауылы ултырған туғайҙа йәшәгән. Ул ваҡытта Ағиҙел йылғаһы һыуының йырҙаһы тар булыу сәбәпле, ташҡын ваҡытында тәпәш ярлы туғайҙарҙы һыу баҫа торған булған.
Йылдар үтеү менән Ағиҙел ярҙары һыуҙан ашалып киңәйгән. Ауыл халҡы ла күбәйгән, йорттар төҙөү өсөн ер етмәй башлай. Шуға күрә Һарт ауылы халҡы Үрге туғайҙан (хәҙерге Мишәр ауылы ултырған туғай элек шулай аталған) Ҡарағай туғайына (ауылдың хәҙерге урыны) күсенеп ултырған.
Шул ваҡыттағы мәсет йортон да үҙҙәре менән күсереп алып килеп , хәҙерге урынында күтәргәндәр.Ул осорҙа ауылдың имамы Буран Йылҡыбай улы булған, Рахманғол Яҡшыбаев – йорт старшинаһы, Шаһиәхмәт Хоҙайбиргәнов – сәркәтибе булған. Ауылдың төп халҡының яңы урынға күсенеп ултырыуы 1817 була.
Ҡулъяҙма шәжәрәләрҙән күренеүенсә, 1817 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Буран Йылҡыбай улы 57 йәштә, улы Ишемғужаға – хәҙерге Ишемғужиндар, Бурановтар, Көнәфиндәр, Абдуллиндарҙың олатаһы - 27 йәш. Хәҙерге Әмирхановтар, Ғәлиндар, Ишмурзиндарҙың олатаһы Мөхәмәтғәле Рәхимовғолов 41 йәштә.
Баймурзиндар, Юлдашевтарҙың олаталары Юлдаш Ҡужағоловҡа 55 йәш. Ҡужағол – Вәлиев Вара ағайҙың олатаһы. Хоҙайбиргән Ишҡоловҡа 32 йәш, улы Шаһиәхмәткә 5 йәш (ул һуңынын йорт старшинаһы була, Хоҙайбиргәновтар, Биргановтарҙың олатаһы).
Әюповтарҙың олатаһы Әюп Ишимбәтовҡа – 24 йәш. Йомағужа Ишҡоловҡа 40 йәш, уның улы Исламбайға 7 йәш була. Исламбай ауылына уның исеме бирелгән булырға тейеш. Исламбай Йомағужин 1828-1829 йылдарҙа урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан ҡайтҡас Исламбай ауылына нигеҙ һала.
Ағиҙелдең уң яҡ яры туғайында Йылҡыбай Буранбаевтың ағайы Яҡшыбайҙың ейәндәре нигеҙ ҡора (Рахманғолға 31 йәш, Муллағолға 32, Йомағолға 23 йәш була). Монасип Юлдашбаевҡа 63 йәш, уның улы Исмәғилгә - хәҙерге Исмәғилевтарҙың олаталарына – 22 йәш була.
1806-1807 йылдарҙа рус-прусс- француз һуғышында Иҫке Монасиптан зауряд-есаул Рахманғол Яҡшыбаев, рядовойҙар Хоҙайбирҙе Ишҡолов, Зиянғол Туғыҙбаев, Иҫәнғол Ишембәтовтар ҡатнашҡандар.
Монасиптан Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан Ҡотлобаев Шәкир ситенән көмөш менән ялатылған Георгий тәреһе ордены һәм башҡа миҙалдар (аслыҡ йылдарында әбейе миҙалдарын аҙыҡ-түлеккә алмаштырған) менән бүләкләнгән. Буранов Сәғит һәм Засов Евсий күп миҙалдар менән бүләкләнгәндәр.
Аралар тарихы
[үҙгәртергә]Ауылда бер төрлө фамилиялы кешеләр күбәйгән. Шунлыҡтан ололар кәңәшләшеп, ауылды араларға бүлгәндәр һәм һәр береһенә исем ҡушҡандар. Бының өсөн бер баш малды һуйғандар һәм өлөшләп бүлеп таратҡандар.
Баш һөйәген алғандар- бүкән баш, елкә һөйәгенән өлөш алғандар –сәкәш, эс ҡарынын алғандар – сәрмә булып киткәндәр. Ә ҡалғандарға малдың күҙе эләккән.
Күҙ кепсәндәп торғас, уларға кепестәр тип әйткәндәр. Улар үҙҙәре айырым, йылғаның икенсе яғында йәшәгәндәр. Ауылдың артындағы тауҙы ла Кепес тауы тип йөрөтәләр. Хәҙерге көндә -Кепес яғында 2 урам бар. Үҙәк урам Кепес, аҫтағы урам Суҡтал тип атала. 58 өй бар. Бөтәһе 198 кеше йәшәй.
Тимер ауылынан күсеп килеүсе Көҫәпҡоловтар - ҡушыҡ; Аллабирҙиндар һәм Дәүләтбирҙиндар – шаҡым (Шахморат олаталарының исемдәре ҡыҫҡартып алына) була.
Рахманғоловтар – сәкәш; Баймурзиндар һәм Юлдашевтар – ҡыҙылбаш; Газиндар – ҡалмыҡ; Атауллиндар, Көнәфиндәр, Ишемғужиндар, Бурановтар – бүкәнбаш; Исмәғилевтар –сәрмә; Хәлитовтар һәм Әмирхановтар –тауым (?); Вәлиевтар – ҡара табан; Ҡарағоловтар – көшөл; Ҡотлобаевтар – бешкәк; Хоҙайбиргәновтар - өшә; Муллағоловтар, Йомағоловтар, Бикмәтовтар – кепестәр.
Кепес һүҙенең икенсе мәғәнәһе лә бар: төрки теленән “бейек булмаған текә ярлы тау” тигәнде аңлата.
Ауылдың совет осорондағы тарихы
[үҙгәртергә]Ауыл тарихы ил тарихынан айырылмай. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң иң ауыр һәм ҡатмарлы бурыстарҙың береһе булып ваҡ крәҫтиән хужалыҡтарын эре коллектив хужалыҡтарға берләштереү тора. 1929 йылдың март башында Бөрйән улусы Аралбай ауыл советының Иҫке Монасип ауылында ҡортсолоҡ артелен ойоштороу эше башлана.
Артелдың рәйесе һәм кассиры вазифаһын Аралбай ауыл советы рәйесе Буранов Нәжмитдин алып бара. Ҡортсолоҡ артеленә “Маяҡ түбә” исеме бирелә.
1929 йылда бөтәһе 14 хужалыҡ була: Рәхмәт һәм Афзал Баймырҙиндар, Зата һәм Йосоп Юлдашевтар, Хәсән Ғәзизов, Моратша Ғиззәтуллин, Мөхөмәтдин Әмирханов, Моталлап һәм Шәрифулла Хәлитов, Йыһанур һәм Зәбир Газиндар.
Партия ҡарарына ярашлы “Маяҡ түбә” артеле нигеҙендә Иҫке һәм Яңы Монасип, Тимер, Аралбай ауылдары крәҫтиәндәре колхозға берләшәләр һәм ул “Монасип промколхозы” исемен йөрөтә. Тәүге етәксеһе Өмөтҡолов Нөғәмән, сәркәтибе Баймурзин Афзал була. Артабан Зата Юлдашев, 1931 йылдан Рәхмәт Баймурзин колхоз рәйесе итеп һайланалар.
Үтәбаев Фәхретдин, Бикмәтов Рәшит, Буранов Моталлап, Әхтәмов Сабирйән төрлө етәксе вазифаларҙа эшләп, колхозды нығытыуға тос өлөш индерәләр.
Ләкин тыныс тормош фашистик Германияның мәкерле һөжүме менән өҙөлә. Ҡорал тота алырлыҡ ир-егеттәр фронтҡа китә. 1941 йылдың декабрендә иң яҡшы ат һәм сбруялар Башҡорт атлы кавалерия дивизияһын төҙөү өсөн оҙатыла.
Ауылдың төп эшсе көсө булып ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр, тартыу көсө булып үгеҙҙәр, хатта һыйырҙар ҡала. Ул ваҡыттарҙағы тыл хеҙмәтсәндәренең хеҙмәтен һуғыш яланындағы батырлыҡҡа тиңләргә мөмкин.
Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: Бикмәтова Ғәлимә, Газина Хөмәйрә, Көнәфина Зәбирә, Ишемғужина Мәрғиә, Көнәфина Мәрзиә, Муллағолова Бибикамал, Буранова Зәбирә, Буранова Ғилмияза, Ишемғужина Маһира, Йомағолова Мәрйенбикә.
Үҫмер егет һәм ҡыҙҙар: Муллағолов Хәкимйән, Рахманғолов Рәмзи, Муллағолова Фәхерниса, Муллағолова Хаят, Ишемғужин Рәхимйән балалыҡтан сығып та өлгөрмәй ауыр эшкә егеләләр.
Бөйөк Ватан һуғышына ауылыбыҙҙан 72 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 42-һе яу яланында ятып ҡала, тик 30 һалдат ҡына ауылына әйләнеп ҡайта. Тере ҡайтҡандар араһынан Әхмәтшәриф Сәғитов ике “Дан” ордены кавалеры. Фронтовиктар ауыл һәм колхоз тормошон яҡшыртыу өсөн эшкә егеләләр.
1950-се йылдарҙа колхоздарҙы эреләтеү башлана. 1951 йылдың март айында “Партизан”, “Маяҡ”, “К. Маркс” колхоздарын берләштереп, Сталин исемендәге колхоз ойошторола, колхоз рәйесе Әхмәт Уразаев, парторгы Халиҡ Буранов була. Колхоз үҙәге Яңы Монасипҡа күсерелә.
Шул йылдарҙа районда тәүге трактор һәм машиналар күренә башлай. Тәүге механизаторҙар Нурмөхәмә, Сөләймән һәм Ниятша Муллағоловтар, тәүге шофер Можаһитдин Буранов була.
Колхоз етәкселәре булып 1955-1959 йылдарҙа Рәхмәт Баймырҙин, 1965-1974 йылдарҙа Рәмзи Рахманғолов эшләй. Артабан был яуаплы эште Ғилман Сәфәрғәлин, Әхәт Буранов, Әхтәм Муллағоловтар алып бара, улар колхозды районда иң алдынғылар рәтенә алып сығалар. Яуаплы эштәрҙә эшләүсе Буранов Хәлиҡ, Буранов Әхәт, колхозды үҫтереүгә күп көс һалалар.
Колхозда ал-ял белмәй эшләгән:
*алдынғы механизаторҙар: Көнәфин Фәрит, Муллағолов Әнүәр, Бикметов Рәжәп, Хисмәтуллин Ғәфүр, уларҙан йәшерәктәр Көнәфин Наил, Муллағолов Азат, Ҡарағолов Мозафар, Буранов Фәнил;
*шоферҙар: Көнәфин Рауил, Көнәфин Ғәфүр, Буранов Шамил, Вәлиев Зәки, Ҡыуандыҡов Рафаил, Буранов Илшат;
*һауынсылар: Муллағолова Фәхерниса, Муллағолова Хаят, Атауллин Миҙхәт, Йомағолова Шәүрә, Көнәфина Хәҙисә, Муллағолова Лилиә, Ишморатова Флүрә, Көнәфина Мәйсәрә, Көнәфина Миңниса һәм башҡалар.
Ауылда мәғәриф эшенең ойошторолыуы
[үҙгәртергә]Октябрь революцияһынан һуң Совет хөкүмәте мәғарифты үҫтереүгә етди ҡарай. Тик Совет власының мәктәптәр тоторға мөмкинлеге булмай, шуға ла был эште муллаларға, халыҡҡа ауҙара. Муллалар үҙ өйҙәрендә, мәсеттәрҙә мәктәптәр асып, эшкә тотона.
Беҙҙең районда ошо күрһәтмә буйынса иң беренсе мәктәп Иҫке Монасипта асыла. Уҡытыусыһы ла, етәксеһе лә, ойоштороусыһы ла Мансур хәлфә Рахманғолов була.
Мәктәп бик тиҙ абруй ҡаҙана, башҡа ауылдарҙан да килеп уҡыйҙар. Тәүге белемде Мансур хәлфә Рахманғоловтан алған бер төркөм райондың төрлө ауылдарына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә.
Бер нисәһе район күләмендә етәксе булып китәләр. Бына улар: Ғизетдин һәм Шаһиғәле Муллағоловтар, Нәжметдин һәм Рәшит Бикмәтовтар, Баймырҙин Рәхмәт, Латыпов Фитрат, Йомағолов Фәсхетдин, Көнәфин Хисаматдин, Бирғәнова Кәримә һәм башҡалар.
Мансур хәлфә Рахманғолов бик уҡымышлы кеше була. Ул Көнсығыш әҙәбиәтен, ғәрәп, фарсы һәм төрөк телдәрен белгән. Күпмелер ваҡыттан һуң уға ярҙамсы итеп Сабирйән сәсәндең ҡустыһы Ғәлимйән Мөхәмәтҡоловты ебәрәләр.
1924 йылда мәктәпкә Ихсанов Ғимат ағай килә. 1965 йылда мәктәп урта мәктәпкә әйләнә. 86 йыллыҡ тарихы булған мәктәп бик күптәргә белем һәм тәрбиә биреп, тормошта кәрәкле һөнәр алырға ярҙам итә.
Улар араһында күп төрлө һөнәр эйәләре бар: уҡытыусылар, табиптар, ауыл хужалығы белгестәре һәм башҡалар.
Ишемғужин Самат Барый улы – нефтсе, техник фәндәр кандидаты, нефть сәнәғәтендә яуаплы урындарҙа эшләй. 22 рационализаторлыҡ тәҡдиме инглиз телендә китап булып баҫылып сыға һәм сит илдәрҙә киң ҡулланыу таба, Самат Барый улы үҙе инглиз телен бик яҡшы белә һәм шул сәбәпле сит илдәргә яуаплы командировкаларға йыш йөрөгән абруйлы белгес була.
Муллағолов Мирза Ғизетдин улы – тарих фәндәре кандидаты, Муллағолов Марат Ғизетдин улы –РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Мәктәпте тамамлаусыларҙың бик күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайлай. Улар араһында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булғандар бихисап. Мәктәп директорҙары булып төрлө йылдарҙы оҙаҡ йылдар Хисаметдин Көнәфин, Зәки Сөләймәнов, Сәлих Дәүләтбирҙиндар һәм башҡалар эшләй. Шәмсениса Абдуллина, Надежда Альхамова, Ишемгужина Сәрүәр Барый ҡыҙы, Буранова Гәүһәр Вәли ҡыҙы, Маликова Фәниә Насип ҡыҙы исемдәрен уҡыусылары оло хөрмәт менән хәтергә алалар.
Монасип ауылынан сыҡҡан иң беренсе табип Ғәфүров Фәүзи, артабан Йәғәфәрова (Ғәфүрова) Хәмдиә, Рахманғолов Рауил, Муллағолова Гөлсөм ошо изге һөнәр эйәләре булып китәләр. Һуңғы йылдарҙа бик күптәр табип һөнәренә уҡып йөрөйҙәр
Үҙҙәренең тормошон хәрби хеҙмәткә бағышлаған ауылдаштарыбыҙ: Көнәфин Хәлил Шәмсетдин улы – отставкалағы подполковник, Тверь ҡалаһында хәрби фәнни тикшеренеү институтында эшләй; Хәлитов Хәниф Мансур улы – подполковник.
Ауылыбыҙ ғорурлығы булған төрлө һөнәр кешеләре күп. Композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин; шағирә, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина; журналист, яҙыусы, публицист Рәсүл Сәғитов; билдәле фоторәссам Флүр Газин; йырсылар Венера Рәхмәтуллина, Сөмбөл Баймырҙина (Моратова), Заһит Көнәфиндар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Әлеге көндә ауылда 215 йорт булып, бөтәһе 886 кеше йәшәй. Шуларҙың 265-е балалар. Йәштәр күпләп ситкә китә, сәбәбе билдәле – ауылдағы эшһеҙлек. Шуға ла балалар һаны кәмей, ауыл ҡартая. Шулай ҙа беҙ ауылыбыҙҙың ныҡлы киләсәге булыуына ышанабыҙ.
Доклад авторы: Муллағолова Рәхимә Фәтхетдин ҡыҙы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, хаҡлы ялда.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә]Доклад Рахманғолов Рәмзи Мансур улының балаларында һаҡланған ауыл йылъяҙмаһына нигеҙләнеп яҙылған.)