Иҫке Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары
Иҫке Монасип— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районына ҡараған ауыл.
Иҫке Монасип урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Ҡотлобаев Азамат Йәмил улы төҙөгән:
БӘРҘЕЙЫЛҒА, шишмә, Үҙән йылғаһының уң ҡушылдығы. Иҫке Монасип ауылынан төньяҡ-көнбайышта Саңдау тигән ерҙән баш ала. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға һәм Үҙән йылғаһына уның тамағынан 27 км алыҫлыҡта ҡоя. Оҙонлоғо – 7,75 км. Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға бассейны ландшафты ҡатнаш урман, таулы-урманлы һоро тупраҡтта ҡарағай өҫтөнлөк ала.
ГӨРҘӘҮЕК, шишмә, , Үҙән йылғаһының уң ҡушылдығы. Иҫке Монасип ауылынан төньяҡ-көнбайышта Оло Делянка тигән ерҙә баш ала. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға һәм Үҙән йылғаһына уның тамағынан 29 км алыҫлыҡта ҡоя. Оҙонлоғо – 5,95 км. Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға бассейны ландшафты ҡатнаш урман, таулы-урманлы һоро тупраҡтта ҡарағай өҫтөнлөк ала.
ҠАРСЫҒАЙЫЛҒА, шишмә, Үҙән йылғаһының уң ҡушылдығы. Иҫке Монасип ауылынан 5,5 км көнсығышта баш ала.. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға һәм Үҙән йылғаһына уның тамағынан 33,5 км алыҫлыҡта ҡоя. Оҙонлоғо –3,3 км. Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға бассейны ландшафты ҡатнаш урман, таулы-урманлы һоро тупраҡтта ҡарағай өҫтөнлөк ала.
ҠӘЛМӘРҒӘН, шишмә, Үҙән йылғаһының уң ҡушылдығы. Иҫке Монасип ауылынан 6 км төньяҡ-көнбайышта баш ала. Төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай аға, Үҙән йылғаһына уның тамағынан 40 км алыҫлыҡта ҡоя. Оҙонлоғо – 5,6 км. . Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға бассейны ландшафты ҡатнаш урман, таулы-урманлы һоро тупраҡтта ҡарағай өҫтөнлөк ала.
ҠАМЫШАҠ, шишмә, Иҫке Монасип ауылынан 5,5 км төньяҡтараҡ баш ала. Көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай аға. Оҙонлоғо - 4,3 км. Иҫке Монасиптан 3 км алыҫлыҡта карст ҡыуышлығына ағып төшә. Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға бассейны ландшафты ҡатнаш урман, таулы-урманлы һоро тупраҡтта ҡарағай өҫтөнлөк ала. ЯҘҘАУЫР, шишмә, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы. Иҫке Монасип ауылынан көньяҡ-көнбайышта Үлек Арҡа тигән ерҙә баш ала. Төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай аға, һәм Ағиҙел йылғаһына ҡоя.. Оҙонлоғо – 4 км. Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға бассейны ландшафты ҡатнаш урман, таулы-урманлы һоро тупраҡтта ҡарағай өҫтөнлөк ала. .
ОСЛОТАУ, тау. Иҫке Монасип ауылының көнсығыш сигендә урынлашҡан. Абсолют бейеклеге – 602 м. Субмеридиналь һуҙылған. Көнбайыш битләүе текә, көнсығыш битләүе -һөҙәк. Урта палеозой эраһы һәүерташтарынан, карбонатлы тоҡомдарҙан тора.
ҠЫЙРАТ, тау. Иҫке Монасип ауылының төньяҡ сигендә урынлашҡан.Абсолют бейеклеге – 460 м. Субмеридиналь һуҙылған. Көньяҡ битләүе текәрәк, төньяҡ битләүе һөҙәк. Урта палеозой эраһы һәүерташтарынан, карбонатлы тоҡомдарҙан тора.
ТӘПӘНӘК, тау. Иҫке Монасип ауылының көнсығыш сигендә урынлашҡан. Абсолют бейеклеге – 428 м. Субмеридиналь һуҙылған. Көнбайыш һәм көньяҡ битләүе, төньяҡ битләүе-һөҙәк. Урта палеозой эраһының карбонатлы тоҡомдарынан тора.