Иҫке Мөсәт ауылының ер-һыу атамалары
Иҫке Мөсәт ауылының ер-һыу атамалары. Иҫке Мөсәт — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.
Иҫке Мөсәт ауылының ер - һыу атамаларын һәм уларҙың тарихын оло кешеләрҙең күбеһе белмәй. Ҡайһы берҙәрен Ҡулбирҙин Нуретдин ағайҙың хәтерләүе буйынса ғына яҙып алдым.Садиҡ БАЙҒУСҠАРОВ
ТИРМӘН ТАШЫ
[үҙгәртергә]Иҫке Мөсәттән тура Алағуян йылғаһына алып барған Уй буйынан уңдараҡ (ауылдан 1 саҡырым – сыҡырым ярым көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә) тау теҙмәһенең иң бейек өлөшөн элек - электән Тирмән таш тип йөрөтәләр.
Элек оҫталар ошо тауҙағы ташты тирмән эшләү өсөн файҙаланған. Ысынлап та, таш эшкәртеү өсөн ҡулайлы булған һәм ярыла һалып бармаған. Элек бындай тирмәндәр Иҫке Мөсәттең һәр өйөндә булды. Уларҙа бойҙай һәм арыш тарттырып, һәр өй икмәкле булды.
Байғусҡаров Баһауетдин олатай ошо таштарҙан тирмән эшләп, бер бот бойҙайға алыштыра торған булған.
СЕЙӘЛЕ МОРОН
[үҙгәртергә]Иҫке Мөсәттән Иҫке Собханғолға сыҡҡан элекке юлдың уң яғындағы тәүге морон унда элгәре ишелеп уңған сейәгә бәйле Сейәле морон тип атала. Һуңғы 20-30 йыл эсендә малдарҙың ишәйеүе һөҙөмтәһендә сейәлек ныҡ тәләфләнде.
ХӘЙБУЛЛА МОРОНО
[үҙгәртергә]Нурдәүләтов Хәйбулла олатай Иҫке Мөсәт ауылының иң түбәнге осонда йәшәгән. Шуға күрә ауыл ултырған тауҙың түбәнге осон Хәйбулла мороно тип атағандар. Күптәр был тауҙы ла Хәйбулла тауы тип әйтеп ҡуя. Хәйбулла мороно шаулаһа, көн боҙолоуын көт тә тор – ҡышын йә буран була, йә ҡар яуа, йәйен йәшенле, елле ямғыр башлана. Хәйбулла олатай Нуретдин ағайҙың бер туған олатаһы булған.
ӨСУЙ
[үҙгәртергә]Элек оло юл Иҫке Мөсәт ауылы аша үтә торғайны. Оло юлдан бер саҡырым тирәһе барғас, һул яҡҡа, йәғни көнбайышҡа, юл инеп китә. Уның буйлап ярты саҡырым тирәһе барғас, Өсуй яланына барып сығаһың. Элек был ялан, бәләкәй булһа ла, һөрөлдө лә, сәселде лә. Ошо яланда айыу бер ҙур ғына һыйырҙы йыға. Алты һунарсы был айыуҙы ҡарауыллап йөрөп, бер нисек тә атып ала алмайҙар. Ошо тирәлә мал көтөп йөрөүсе Юлбирҙин Сабирйән ағай уларҙан: “Алты әзмәүерҙәй ир бер айыуҙай ҙа була алмай”, - тип көлә лә, йә был ялан ни өсөн Өсуй тип атала, тип һорай. Берәү ҙә белмәгәс, һорауына үҙе яуап бирә: “Был яланға уң яҡтан бер уя төшә, һул яҡтан ике уя төшә, шуға күрә тәүҙә Өс уя тип йөрөткәндәр, һуңынан Өсуй булып киткән”.
ҠЫУ СОЛОҠ ЯЛАНЫ
[үҙгәртергә]Нуретдин ағайҙың атаһы Фәтхетдин бабайҙың ошо яландың осонда ҡыу солоғо булған. Ул уны йыл да ябып, ҡорт ҡундырған. Ә яландың үҙендә бесән әҙерләгән. Шуға ла был ялан Ҡыу солоҡ тип атала башлаған. Унда әле Зөһрә апай Маликова бесән эшләй.
ҠАРАҒАСЙОРТ
[үҙгәртергә]Хәҙерге Ҡарағасйорт яланында һәм уның тирә-яғында элек ҡарағас ағасы күп үҫкән. Элек йәйләүҙә аласыҡты (йорт) ҡарағастан төҙөгәндәр. Шуға ла был ялан-йәйләүгә Ҡарағасйорт исеме бирелгән. Был яланда Ғәлиәкбәргә бара торған юлдың уң яғында ҡарағас ағастары күп. Уларҙан кешеләр әле лә ҡарағас һағыҙы ала.
ИМӘНЙОРТ
[үҙгәртергә]Ғәлиәкбәр юлы буйында Әлеш яланын үткәс тә Имәнйорт яланына тап булаһың. Был яланды имән ағастары уратып алған булған. Унда имән әле лә күп. Элек колхозсылар бында имәндән йорттар бураған.
ЯРЛЫ ЙЫЛҒА
[үҙгәртергә]Ярҙары текә булғанға был йылға Ярлы йылға исемен алған. Йылға үренә барған һайын ярҙары текәрәк була бара. Ул Баҙалдан төшөүсе иң оҙон йылғаларҙың береһе. Ярлы йылға башы тигән яландан шишмә булып урғылып сыға ла, Алағуян йылғаһына ҡоя.
ҠАРАН ЙЫЛҒА
[үҙгәртергә]Ярлы йылғаның бир яғында Ҡаран йылғаһы аға. Туңмағанға күрә ошо исемде алған. Колхоз мәлендә был йылғаның һул яғындағы яланда тауыҡ фермаһы була торғайны. Унда Иҫке Мөсәттән Ҡулбирҙин Зиннәт бабай эшләне.
ИҪКЕ ЫҘМА
[үҙгәртергә]Элек Иҫке Мөсәт халҡы йәйен Ярлы йылға, Буҙ бейә, Аҡбейеҡ йәйләүҙәрендә йәйләгән, ә ҡышлауға ауыл эргәһенә Иҫке Ыҙма яланына ҡайтҡандар. Был ялан Белоретҡа бара торған юл буйында ауылдан бер саҡырымдай арала һул яҡта урынлашҡан.
ТЕЛӘҮБАЙ БАҘЫ
[үҙгәртергә]Иҫке Мөсәт менән Яңы Собханғол ауылдары араһында Тәкә һуйған йылғаһы аға. Йылғанан ярты саҡырым тирәһе үрҙәрәк Теләүбай баҙы тигән ер бар. Унда Яңы Собханғол ауылы кешеһе Теләүбай баҙ ҡаҙып, дегет ҡайнатҡан. Исем шунан ҡалған.
УЙ БУЙЫ
[үҙгәртергә]Иҫке Мөсәттән сығып Иҫке Собханғолға барған юлдан ярты саҡырым тирәһе барғас, юл айырылып Алағуян тауына, уң яҡҡа инеп китә. Был оҙон һәм текә юл менән Алағуян тауына үрләйһең. Тауҙы менеп еткәнсе әллә нисә уй уйлап өлгөрәһең, шуға ла бын урынды беҙҙең ата-бабайҙар Уй буйы тип атаған. Садиҡ БАЙҒУСҠАРОВ.
Шыйыҡ бутҡа
[үҙгәртергә]Иҫке Мөсәт ауылын үтеп Байназар юлында һул яҡ ялан ята. Һаранлығы менән даны сыҡҡан байҙың сабынлығы булған. Эшкә ҡушҡан кешеләрен шыйыҡ бутҡа менән һыйлаған. Финат Гильмутдинов Бөрйән районы
Тәкә һуйған буйы
[үҙгәртергә]Борон ул ерҙә ялан булған. Ауыл халҡы унда бесән сапҡан. Мөсәт ауылы халҡының шундай бер йолаһы булған. Һәр йәй еткән һайын тәкә һуйып байрам итә торған булғандар. Шунан бирле был ерҙе Тәкә һуйған буйы тип атап йөрөтәлә. Финат Гильмутдинов Бөрйән районы