Эстәлеккә күсергә

Иҫке Усман тигән ауыл да булды

Викидәреслек проектынан
Иҫке Усман тигән ауыл да булды
Автор: Фәрит СӘЛИХОВ. Әтек ауылы
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: башҡортса.
ҠАРАҒЫҘ: Үткән быуаттың 60-сы йылдарында “перспективаһыҙ” мөһөрө тағылып, күп кенә ваҡ ауылдар юҡҡа сыҡты. Шуларҙың береһе – минең тыуған ауылым Иҫке Усман (Иҫке Тарыуал). Был ауылдың тарихына килгәндә, уның ҡасан барлыҡҡа килеүе хаҡында архив материалдары һаҡланмаған. Мин боронғо бабайҙарҙың һөйләүе буйынса тарих бәйән итмәксемен. НӘШЕР.: 2020 йыл, 24 ноябрь, шишәмбе, № 94 (10438). СЫҒАНАҠ: Таң гәзите, 2020 йыл, 24 ноябрь, шишәмбе, № 94 (10438)  

1 53°48′13″ с. ш. 58°12′10″ в. д. (G)

Иҫке Усман тигән ауыл да булды


Борон Усман исемле кеше, эш хаҡы алмайынса, күп йылдар урман һаҡсыһы булып эшләгән. Шунан уға батша чиновниктары эш хаҡы иҫәбенә ер алырға тәҡдим иткәндәр.
Ул Тарыуал йылғаһы буйында ер алып, Усман ауылына нигеҙ һала. Ваҡыт үтә килә ауыл, ултырған еренә нигеҙләнеп, Тарыуал тип йөрөтөлә башлай.

Ауыл халҡы малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм урмн эше шөғөлләнә. Халыҡ арта килә ауылда йәшәр өсөн ер етмәй башлай. Шуға күрә Ишбулаттың туғаны Ишморат ике ғаиләһе менән ер эҙләп Бетерә йылғаһы буйына барып сығалар һәм шунда ер алып, Яңы Усман ауылына нигеҙ һалалар.

Бер нисә йылдан улар янына Әтек ауылынан күп кенә ғаиләләр күсеп бара. Ғалимдар менән бәхәсләшеүе бик ауыр – бының өсөн белем яғы бик һай.

Тарихсы-ғалим Ә. Әсфәндиәров Яңы Усман ауылынан бүленеп сыҡҡан, тип яҙа – ул архив материалдарына таянып эш итә . Архив материалдары тултырылған ваҡытта был ауылда сығышы Әтектән булған күп ғаиләләр йәшәй һәм шулай тип нигеҙләргә була.

Ләкин ауылдың исеме үк бының киреһен дәлилләй. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы миҫал килтерергә була. 1800 йылдар аҙағында - 1900 йылдар башында минең әсәй яғынан олатай (ярлы ғаиләнән Ишбулатов Ялал) Яңы Усман ауылынан бер ярлы ҡыҙҙы кәләш итеп әйттерергә бара. Быны Яңы Усман ауылы сауҙагәре Ишморатов Сирғәле ишетеп ҡала һәм, үҙемдең атайолатайҙарымдың тыуған яғы менән араны өҙмәйем, тип Сәлимә исемле ҡыҙын Ялал олатайға кәләш итеп бирә.

Сауҙагәр туйҙы ваҡытында үткәрә. Ә ярлы ғаиләнән сыҡҡан Ялалолатай яғыныҡылар ваҡытты һуҙалар. Шунан Сирғәле олатай сәсән саҡыртып бәйет сығарта.

Бер нисә юлы минең иҫтә ҡалған:
Сирғәле ҡоҙа, йә инде,
Сирғәле ҡоҙа, йә инде.
Быйыл саҡырабыҙ, тиеп,
Бөтөрҙөләр ҡайынды.
Сирғәле ҡоҙа аттарын
Бәйгеләрҙә саптырыр.
Ҡайын бөтһә, имәне бар –
Сана бөгөп саҡырыр...

Үкенескә күрә, башҡа юлдары хәтерҙә ҡалмаған. Сирғәле олатайҙың вариҫтары әлеге көндә лә Яңы Усман ауылында йәшәйҙәр һәм улар менән бәйләнеш тотабыҙ. Был турала миңә 1903 йылда тыуған Уйылдан бабай һөйләй торғайны.

Ул бабай тураһында айырым яҙып үтмәйенсә булмайҙыр. Колхозлашыу осоро башланғас, Иҫке Усман ауылынан Тәтегәс (Яҡшығол) ауылы бергәләп “ Ҡыҙыльяр ” колхозын ойошторалар.

Бик күп йылдар ете йәшлек сағынан ике аяғы ла парализовать ителгән һәм бер класс та белеме булмаған Уйылдан бабай колхоз рәйесе, бригадир булып эшләй. Ҡайһы берәүҙәр, ул ваҡытта наҙан кеше лә ундай вазифа биләй алған икән, тип әйтергә мөмкин. Ә Уйылдан бабай улай уҡ наҙан булманы – быға уның олоғайғас та (1960 йылдарҙа) колхозда ревкомиссия ағзаһы булып, шарт-шорт итеп счет төймәһе тартып, ревизия үткәреп ултырыуы дәлил.

Шулай уҡ тыумышы менән Тәтегәс (Яҡшығол) ауылынан булған бер аяғына зәғиф Исмәғилева Яңылбикә апай тураһында ла яҙып үтергә кәрәктер, тип уйлайым. Аяғы сатан булыуына ҡарамаҫтан, йәйәү йөрөп колхоз һарыҡтарын көттө. 1950 йылдар башында, яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәтеп, Мәскәүгә ВДНХ-ға юллама менән бүләкләнә.

1950 йылдың яртыһында Иҫке Усман ауылы Әтек ауылы менән берлектә “Алға” колхозын ойошторалар һәм ауыл йәшәүен дауам итә. Алтмышынсы йылдар башында балалар һаны етмәү сәбәпле ябылған башланғыс мәктәп кире асыла. Дизель генераторы ярҙамында электр уты ҡабына.

Ә инде 60-сы йылдар аҙағында , ауылға “перспективаһыҙ” мөһөрө тағылғас, былар барыһы ла юҡҡа сыға. Тәүге сиратта мәктәп ябыла, унан – магазин. Халыҡ яйлап тарала башлай.1982 йылда һуңғыларҙан булып Хәмитов Шәкир, Ишбулатов Бәҙретдин ағайҙарҙың ғаиләләре ауылдан китергә мәжбүр булалар.

1995 йылдың май айында ошо ауылда тыуып үҫкәндәрҙең йә нисектер тамырҙары менән ауылға бәйле булғандарҙың көсө һәм инициативаһы, Әтек ауыл советы ярҙамы менән ауылдың зыяраты кәртәләнде, Тәтегәс (Яҡшығол) һәм Иҫке Усман ауылдары кешеләренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылары һәм яу ҡырында ятып ҡалыусылары иҫтәлегенә обелиск ҡуйылды.

Ауылдан 3 саҡрым алыҫлыҡта булған Тарыуал яланында башҡорт халҡының ете ырыуы йыйындар үткәргән ер билдәләнеп, р а й о н хакимиәте башлығы И. Ф. Зарипов инициативаһы менән стела ҡуйылды.

Тирә-яҡтың атамаларына килгәндә, Тарыуал яланына сыҡҡан тау юлы Түңгәүер тип атала. Һаман да шул бабайҙарҙың һөйләүе буйынса, ул тауҙа Түңгәүер ырыуы башлығын аты алып ҡасып, башлыҡ шунда һәләк була һәм тау Түңгәүер тип атала башлай. Тау аҫтында зыярат булдырыла.

2010 йылдар тирәһендә Өфөнән бер төркөм журналистар (Вәсилә Яныбаева етәкселегендә) килеп, бергәләп ул башлыҡтың ҡәберен эҙләп ҡараныҡ. Үкенескә күрә, таба алманыҡ.


'Р.S. Мин был яҙмамда тыуған ер тарихын бер аҙ белеүемде файҙаланып, уны киләсәк быуынға яҙып ҡалдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Фәрит СӘЛИХОВ