Эстәлеккә күсергә

Йолаларыбыҙ

Викидәреслек проектынан

«Йүрүҙән» гәзитендә донъя күргән мәҡәлә.

«Ҡарға туйы» — байрам тыуы

[үҙгәртергә]

Редакцияла ғәҙәти эш көнө башланып, сираттағы номерға гәзит полосаһын уҡып ултырғанда телефон шылтыраны.

Алло, «Йүрүҙән» гәзитеме? Был район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Рая Носратуллина. 15 майҙа, йәкшәмбе көндө, Башҡорт Илсекәйендә ҙур байрам — «Ҡарға бутҡаһы» («Ҡарға туйы») була. Шул байрамға бара алаһығыҙмы? Гәзиткә бик шәп материал булыр ине.

Ниһайәт, беҙ байрам билдәләгән көндө юлға сыҡтыҡ. Көн йонсоу, һалҡын, ямғыр һибәләй. Шофёрыбыҙ, Венер һүҙсән булмаһа лабылай мөләйем генә егет икән. Гәпләшеп килә торғас, Башҡорт Илсекәйенә киоеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ямғыр һибәләп, көн һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, ауыл урамдарында байрамса кейенгән йәш-елкенсәк, бала-саға, әбей-һәбей, ҡарт-ҡоро күренгеләй. Ауы лосондағы тау битләүендә лә күҙ яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге милли костюмдар кейгән кешеләр төркөмө мәш килә, тирә-яҡҡа төтөн таралғайны. «Жигули» шул яҡҡа йүнәлде.

Бик матур урын икән. Тирә-яғы йәм-йәшел, бөҙрә ҡайындар. Ауыл үҙе лә матур урында, тау һыртына һыйынып ҡына ултыра. Йорттары ла, урамдары ла төҙөк күренә...

Бына бер төркөм пенсионерҙар — Венера Ҡәнзәфәрова, Рәшиҙә менән Зөһрә Йәһүҙиналар, Рәхилә Ҡорбанғәлиева, Фәймә Зарипова.

Элегерәк һәр йылды сәсеү бөткәс, төрлө-төрлө йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәре ғәмәлгә ашырылған. Шуларҙан «Ҡарға бутҡаһы» ҙур урын алып торған.

Башҡорт Илсекәйе мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Илсекәй ауыл советы эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Миңһылыу Абдуллина бер ваҡыт ауылдаштарына «Ҡарға бутҡаһы» байрамын ойошторорға тәҡдим итә. Боронғо йолаларҙы бөгөнгәсә онотмай хәтер һандыҡтарында һаҡлап килгән оло йәштәге инәйҙәр Мәүзифа Бәҙретдинова, Әҙибә Ғиләжева һәм башҡалар уның тәҡдимен хуплай. Ысынлап та, ауылда өлкән быуындан башҡа байрамды үткәреү тәртибен белгән бүтән кеше лә юҡ.

...Байрамға кешеләр ағымы туҡталмай. Хатта тирә-яҡ ауылдарҙан да ҡунаҡтар бар. Хатта тирә-яҡ ауылдарҙан да ҡунаҡтар бар. Тирмән ауыоынан Фәризә Йомаҙилова беренсе булып килеп еткән. Уның боронғо йоланы — «Ҡарға бутҡаһы»н күрергә, өйрәнергә теләге лә, күршеләренә әйтер һүҙҙәре лә бар.

Саҡ ҡына түбәнерәк зифа ҡайынға теләктәр яҙылған плакат эленгән:

Эй, хоҙайым!
Ямғыр яу, иген үҫһен
             тау-тау!
Өҫтәлдәребеҙ мул
              булһын!
Тамағыбыҙ туҡ булһын!
Өҫтөбөҙ бөтөн булһын!
Күңелебеҙ киң булһын!
Йөҙөбөҙ көләс булһын!
Бала-саға һау булһын!
Мал-тыуар ишле
              булһын!
Күгебеҙ аяҙ булһын!
Донъялар имен булһын!
Рухыбыҙ һынмаһын!
Күңелебеҙ ҡараймаһын!
Өмөтөбөҙ өҙөлмәһен!

Шунан уйындар башланып китә. Оло-оло инәйҙәр, йәштәр, балалар, мәктәп уҡыусылары, студенттар зифа ҡайын тирәләй «Аҡ ҡайын»ды йырлай. Күмәк йыр алыҫтарға яңғырай...

Байрамбикә (алып барыусы—тәрбиәсе Зилә Хөрмәтуллина — Ишморатова) балаларҙы түңәрәк уртаһына саҡыра. «Ҡоштар бейеүе» «Ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!» «Ҡарға бутҡаһы» көйөнә түңәрәк буйлап йөрөү ҙә, ҡоштарҙы саҡырыу ҙа иғибарҙы йәлеп итте.

Ҡарҡылдашып килегеҙ,
Һеҙгә бутҡа бирербеҙ.
Йомошобоҙ күп түгел —
Йылға уңыш теләгеҙ!
Ҡарғалар, килегеҙ!
Етһен һәр береһенә,
Етһен һәр икеһенә.
Һеҙгә лә булһын,
Беҙгә булһын,
Теләгеҙ, ҡоштар,
Йылдың уңышын.
Ҡош-ҡош, китегеҙ,
Ҡоҙғондар, ҡарсығалар!
Бер күҙегеҙгә япраҡ,
Бер күҙегеҙгә тупраҡ!
Атаң-инәң үлгәндер,
Бесәй барып күмгәндер!

Унан һуң ямғыр теләй башланылар:

Ҡарғалар, килегеҙ!
Баҡсаларҙа алмағас
Ҡороно ямғыр яумағас,
Баҡсаларҙа һис тә
                йәм юҡ,
Ямғыр яуып тормағас.
Ямғыр! Яу! Яу! Яу!
Ҡарғалар!
Һеҙ ҙә тапбеҙҙең кеүек
Йыйылып һыйланығыҙ.
Ямғыр яу, теләгеҙ,
Ҡабул булһын
            теләгегеҙ!
Ямғыр, яу!
Иләкләп бир,
 Силәкләп бир
Хайуандар бәхетенән!
Сабыйҙар бәхетенән!

Түңәрәк уртаһына боронғо йолаларҙы онотмайынса бөгөнгө көнгә тиклем күңел түрҙәрендә һаҡлаған өләсәйҙәр, әбей-апайҙар сыға, балалар менән үҙҙәре уйнаған уйындар ойоштора. Балалар «Алырым ҡош, бирмәм ҡош», «Ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!» уйындарын шундай күңелле башҡарҙы. «Инә ҡош» бер генә балаһын да «төйлөгән»гә, «убырлы ҡарсыҡ»ҡа бирмәне. «Бала ҡоштар» өсөн алышта «инә ҡоштар» еңеп сыҡты.

«Фантик алыу» уйыны ла, «Дуҫ булышыу» йолалары ла йәм өҫтөнә йәм өҫтәне. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәләрендә татыған, колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан инәйҙәр мәңгегә дуҫ булышты*, бер-береһенә аҫыл бүләктәр биреште. Тирмән ауылынан килгән ҡунаҡ Фәризә Йомаҙилова байрамды алып барыусы Байрамбикәне — Зилә Хөрмәтуллинаны дуҫ итте — ул муйынындағы муйынсағын сисеп алып бүләк итте. Дуҫ буышҡандар, әхирәттәр бүләктәрен ҡотлап, бейеште...

«Ҡарға бутҡаһы»ның тағы бер әһәмиәтле яғы бар. Ул — таланттар бәйгеһе Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында уҡыусы айһылыу Абдуллина, балалар баҡсаһы мөдире Тәнзилә Миһранова, уҡытыусы Римма Ханова һ. б. моңло тауыш тары менән күңелдәрҙе әсир итһә, оло инәйҙәр, йәш ҡыҙҙар, килендәр, айырыуса Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының хореография бүлеге студенты Нәсимә Йәһүҙина оҫта, дәртле бейеүҙәре менән һоҡландырҙы.

«Ҡарға бутҡаһы»нда иң йәш уҡыусыларҙың береһе, 5-се класс уҡыусыһы Илгиз Таймаҫов уйындың башынан аҙағына тиклем түңәрәк уртаһында булды — үҙен оҫта фантик таратыусы йәки төрлө һөнәрҙәр күрһәтергә «яза» биреүсе итеп күрһәтте. Уның әмеренән бер кем дә тайпылманы, йырламайынса, бейемәйенсә, шиғыр, әкиәт һөйләмәйенсә ҡалманы.

«Дуҫлыҡ» кооперативы етәкселәре лә әүҙем ҡатнашты. Ә Илсекәй төп мәктәбенең математика уҡытыусыһы Ансар Ғөзәйер улы Ғайсаров байрамды музыкаль биҙәүгә тос өлөш индерҙе. Оҫта гармунсы ла икән ул.

Тау битләүенең бер ситендәрәкҙур ҡаҙан аҫҡандар, шул ҡаҙан тирәһендә ике кеше мәж килә. Улар — ашнаҡсылар, тары бутҡаһы бешереү оҫталары Барый Зарипов менән Мөғтәбәр Хәкимов.

Ҡыҙҙар йырлай:

 Тирәклектән үтә төшә
Яҙғы ҡояш нурҙары.
Ҡарға бутҡаһына сыҡҡан
Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары.
Ҡаҙандарҙа бутҡа бешә,
Бутыр-бутыр итәлер.
Ағас башында ҡарғалар
"Ҡарҡ-ҡарҡ" итәлер.
Ағастарҙан ағастарға
Бутҡаларҙы һалабыҙ.
Һеҙҙең өсөн, ҡошҡайҙар,
Ҙур байрамдар ҡорабыҙ.
Ҡарға әйтә: ҡарр-ҡарр,
Ҡарғатуйға барр-барр.
Сәй-май алып бар-бар,
Шәкәрен дә һалып ал-ал...
Ҡарға әйтә: ҡарр-ҡарр,
Ҡарғатуйға барр-барр.
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тарр-тарр.

Һәммәһе лә ҡаҙан тирәһенә йыйыла. Шунда уҡ буйлап йәйелгән ашъяулыҡ өҫтөндә төрлө ризыҡ, тәм-том ҡуйылған. Һәр кем табын тирәләй урын ала. Мулла Сәхәүетдин Бәҙретдинов, оҫтабикәләр Мәмдүха Хәкимова, Сания Ғиззәтова иҫәндәр именлегенә, әрүахтар рухына аяттар уҡыны. Хәйер-саҙаҡа тараттылар.

Һөткә бешкән ҡаймаҡлы тары бутҡаһы бик тәмле булды. Ҡаҙан төбөндә ҡалған бутҡаны, иң изге теләктәр әйтеп, ҡарғалар өсөн ағас олондарына, төптәренә буяп, һалып сыҡтылар...

Йәнә уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр, халыҡ мәҡәлдәре, табышмаҡ-йомаҡтарға маһирҙар бәйгеләре...

Илсекәй ауыл советы эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Миңһылыу Абдуллина, уйындарҙы алып барыусы Байрамбикә — Зилә Хөрмәтуллина «Ҡарға бутҡаһы» байрамын ябыҡ тип иғлан итә һәм, изге байрам иҫтәлеге тип, ҡунаҡтарға бүләктәр тарата.

Илсекәй ауыл хакимиәте башлығы Илһам Ильяс улы Таймаҫов та ситтә ҡалманы, ауылдаштарын, күрше ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарҙы изге байрам менән ихлас ҡотланы, һәммәһенә һаулыҡ, бәхет, тыныс тормош теләне. Халҡыбыҙҙың матур йолаларын тергеҙеүгә, уны ойоштороуға күп көс һәм тырышлыҡ һалған уңған ҡатын-ҡыҙҙар — уҡытыусы, ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Миңһылыу Абдуллина, тәрбиәсе Зилә Хөрмәтуллина, бухгалтер Илфира Йомағужина, ауыл советы хакимиәтенең эштәр башҡарыусыһы Гөлшат Ғиләжева-Дмитриева, клуб мөдире Мәҙинә Сисәнбаеваларға ҙур рәхмәт белдерелде.

Илһам Ильяс улы бер төркөм пенсионерҙарҙы, яңғыҙаҡтарҙы бушлай «Йүрүҙән» гәзитенә яҙҙырырға вәғәҙә бирҙе. Был — социаль яҡланмаған кешеләр өсөн ҙур бүләк булыр тине ул. Тимәк, бәхетлеләр ошо йылдың икенсе ярыт йылынан «Йүрүҙән»де алдырып уҡыясаҡ.

Хакимиәт башлығы һөйләүенсә, тормош һәр саҡ байрамдарҙан ғына тормаҫ, алда ҙур эштәр тора: ауылды төҙөкләндерергә, төҙөргә, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләргә һәм башҡа эштәр башҡарырға кәрәк.

Илсекәйҙәр һынатмай: эшләй ҙә, ял да итә беләләр.

Сығанаҡ

  • Зилә Ғәббәсова «Ҡарға туйы» — байрам тыуы, «Йүрүҙән» гәзите, 1994 йыл, 28 май, 1 июнь, № 42, 43

«Ҡарғатуй»

[үҙгәртергә]

«Ҡарғатуй» һәм «Ҡарға бутҡаһы» бер-береһенән нимәһе менән айырыла, тиерһегеҙ?

Бар шул айырмаһы. «Ҡарға бутҡаһы»н айырым бер ауылда үткәргәндәр. Ә «Ҡарғатуй» — ул бер аймаҡҡа ҡараған ике йәки бер нисә ауылдың бер-беренә ҡунаҡҡа йөрөү маҡсатында ойошторолған байрамы. Бер көн мәҫәлән, Башташ (Илсекәй) ауылы Ҡарағолдар менән Урмансыларҙы саҡырһа, бер аҙҙан, ҡунаҡ ашы — ҡара ҡаршы принцибынан сығып, Урмансылар Башташ һәм Тирмән ауылы йәштәрен саҡырған.

«Ҡарғатуй» ҙа «Ҡарға бутҡаһы» байрамы кеүек, киңерәк һәм тәрәнерәк эстәлекле итеп, ауылдар араһында ярыш кеүек, ойошторолған. Һәм ул йәш-елкенсәктең үҙ-ара танышыуына, дуҫлашыуына, хатта ғаилә ҡороуына ярҙам иткән. Уйын-көлкө, һәләттәр танытыу майҙанына әүерелгән бындай байрамдар.

«Дуҫ булышыу» йолаһы

[үҙгәртергә]

Атайым менән бер туған Сәүиә апайым Шәһадатова (Фәссәхетдинова) тыуған ауылыбыҙ Илсекәйгә (Башташҡа) ҡайтһа, гел генә «Ғәзизә дуҫым», «Ғәлиә һандуғасым», «Миңдефәйә туғаным», «Ғәфиә серҙәшем» тип хәбәр һөйләр ине. Һәм ғүмер бары ошо шәп дуҫлыҡ ҡанунына тоғро булып йәшәне, әле лә, ҡайтһа, күстәнәстәрен, бүләктәрен тотоп, «һандуғасы» Ғәлиә апайға бара, уны күрмәй китмәй. Осрашһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.

Үрҙә әйтелгәнсә, «Ҡарға бутҡаһы» йәки «Ҡарғатуй», «Кәкүк сәйе» кеүек йола байрамдарында ҡыҙҙар, үҙ-ара бүләк бирешеп, бер-береһе менән «дуҫ», «һандуғас», «туған», «серҙәш», «әхирәт» булышҡандар.