Йомортҡа тәбейәһе (омлет)
Уҡыу көйләүҙәре
Йомортҡа тәбейәһе (омлет) — тиҙ генә әҙерләнә торған туҡлыҡлы ризыҡ.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек
[үҙгәртергә]- 5 йомортҡа
- 250 мл һөт
- 0,5 сәй ҡалағы тоҙ
- бер семтем сода
- сыр теләк буйынса
- форманы майлау өсөн һыйыр майы
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Тәрән һауытҡа һөттө ҡоябыҙ ҙа, әҙерләнгән йомортҡаларҙы һытып һөт өҫтөнә һалабыҙ. Бер төрлө масса барлыҡҡа килгәнсе туҡыйбыҙ. Тик күпертергә кәрәкмәй.
Тоҙ һәм сода өҫтәп тағын болғатабыҙ. Форманы һыйыр майы менән майлайбыҙ. Форма тарыраҡ булһа, һөҙөмтәлә омлет бейегерәк була.
Әҙер массаны формаға ҡоябыҙ. 200 градус температурала 45 минут самаһы, тышы ҡыҙарып бешкәнсе тотабыҙ.
Теләк буйынса әҙер булырҙан бер нисә минут алда ҡырылған сыр һибергә мөмкин. Порцияларға телергә һәм өҫтәлгә бирергә мөмкин.