Эстәлеккә күсергә

Йомортҡа (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Шаҡ-шаҡ, шаҡ-шаҡан,
    Шаҡ эсендә аҡ шалҡан,
    Шалҡан эсендә һары бал,
    Ҡулыңдан килһә, һалып ал.
  2. Тышы тамаҡҡа ултыра,
    Эсе йөрәккә ята.
  3. Бәләкәй генә аҡ келәт,
    Эсе тулы һары май.
  4. Таш келәт,
    Аҡ келәт,
    Аҡ келәт эсендә һары алтын.
  5. Өй артында ҡойом бар,
    Ике төрлө һыуым бар.
  6. Бауға бәйләнмәй,
    Сөйгә эленмәй.
  7. Аҡ тирмәнең эсендә
    Һары сәсле ҡыҙ йоҡлай.
  8. Аҡ тирмәнең ишеге лә, тишеге лә юҡ.
  9. Бәләкәй генә аҡ таш пулат,
    Ишеге лә юҡ, тишеге лә юҡ.
  10. Таш пулат,Көмөш пулат,
    Эсендә һары балауыҙ.
  11. Бәләкәй генә аҡ һандыҡ,
    Асҡыс-биге юҡ һандыҡ.
  12. Туҫтаҡ өҫтөндә туҫтаҡ.
  13. Йомро ғына аҡ һарай,
    Эсе тулы бал да май.
    (Эсе тулы һары май.)
  14. Аласыҡта аҡ алма —
    Ике төрлө һыуы бар.
  15. Аҡ көмбәҙле бер таш мәсет,
    Инергә ишеге юҡ.
  16. Аҡ тәпән, Аҡ тәпән эсендә һары май.
  17. Аҡ күл,Аҡ күл эсендә һары күл.
  18. Аҡ тунымдың еге юҡ.
  19. Аҡ мискәнең йөйө юҡ,
    Ҡоршауы юҡ, сөйө юҡ,
    Эсендә шыйыҡ балы бар,
    Һарыһы бар, ағы бар.
  20. Аласыҡта бер ил,
    Уртаһында һары тал.
  21. Аҡ һарайым эсендә һары тауығым ултыра.
  22. Йәнленән йәнһеҙ тыуа,
    Йәнһеҙҙән йәнле тыуа.
  23. Йәнһеҙҙән йәнле тыуыр,
    Ул ни булыр? Шуны бел!
  24. Эсе һары,
    Тышы аҡ,
    Ул ни булыр?
    Әйтеп баҡ!
  25. Аҡ май — ағы.
    Һары май — һағы.
    Бөгөн үле,
    Иртән тере.
  26. Боҙон ватһаң, көмөш сығыр,
    Көмөшөн ватһаң, алтын сығыр.
  27. Бер мискәнең эсендә ике төрлө аш.
  28. Бер сүлмәктә ике төрлө май.
  29. Бер батман эсендә ике төрлө ашамлыҡ(эсемлек).
  30. Бер сынаяҡ эсендә ике төрлө һөт.
  31. Бер батмуста ике төрлө ҡамыр.
  32. Бер мискәлә ике төрлө бал.
  33. Бер өйҙөң эсендә ике төрлө шаршау.
  34. Бер ҡойонан ике төрлө һыу сыға.
  35. Бер мискә эсендә ике төрлө һарыҡ бәрәсе.
  36. Ҡаты-ҡаты аҡ ҡала,
    Аҡ ҡаланың эсендә һары бала.
  37. Аҡ шыйыҡса эсендә һары туп.