Йоҙаҡ һәм асҡыс (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Шырт итте, мырт итте,
Ауыҙын асты, тороп ҡасты. - Шырт итте, мырт итте,
Уртаһына инеп китте. - Аҫылынған аҫыл ҡоштоң
Асылырға уйы бар,
Аса белһәң — һинеке,
Аса алмаһаң — китеп ҡал. - Ишек алдым абалай,
Бүре килһә, аралай. - Ишеккә килә, керә белмәй.
- Бәләкәй генә бер көсөк,
Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. - Бәләкәй генә бер этем йорт һаҡлай.
- Бер тумалаҡ ит кенә,
Башы, күҙе ныҡ ҡына. - Был донъяла бер эт бар,
Өй һаҡлай, өрмәй.
Аяғы юҡ, йөрөмәй,
Әҙәм телен белмәй,
Тамағын тыҡһаң, һөйләй.
Шул эттән һорауһыҙ
Өйгә берәү инмәй. - Бәләкәс кенә быстыҡ,
Елкәһенә баҫтыҡ.
Бер нәмәһе бар ине,
Уны ла урлап ҡастыҡ. - Бәләкәй генә, бит кенә,
Ҡара киҫәк ит кенә,
Өйҙө һаҡлай тик кенә. - Бәләкәй генә, бит кенә,
Ҡараҡ килһә, кит кенә. - Өрмәй-нитмәй,
Ташлап китмәй,
Берәүҙе лә ебәрмәй. - Өрмәй-нитмәй,
бер кемде лә керетмәй. - Кескәй генә көсөгөм,
Аяғы юҡ, йөрөмәй,
Кеше килһә, өрмәй,
Уғры килһә, ебәрмәй. - Бәләкәй генә турғай өйөмдө һаҡлай.
- Бәләкәй генә турғай
Тау-ташты ҡарауыллай. - Бәләкәй генә бер малай
Ишек төбөм һаҡлай. - Үҙе тора, үҙе өрмәй,
Аяғы юҡ, йөрөмәй,
Күмәйен тыҡһаң, һөйләшә. - Телен бер кем дә белмәй,
Унан башҡа берәү ҙә өйгә инмәй. - Бәләкәй генә булһа ла өйҙө һаҡлай.
- Бәләкәй генә бер сәпсек
Келәт һаҡлап ултыра. - Келт-келт итә, өйөнә кереп китә.
- Сылт-сылт итә, сылт эсенә кереп китә.