Йылан (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Оҙон-оҙон эҙ килер,
Оҙон буйлы ҡыҙ килер,
Ҡабаҡтары ҡалтырап,
Маңлайҙары ялтырап. - Оҙон-оҙон юлдарҙан
Оҙон-оҙон ҡыҙ килә,
Башҡынайы ҡалтырай,
Күҙгенәйе ялтырай. - Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ерҙән китә.
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ атлап йөрөй.
- Урмандан сығар,
Һырты сыбар,
Түше менән шыуар,
Ауыҙын асыр,
Телен һуҙыр,
Уға кем сыҙар? - Урмандан сығар,
һырты сыбар,
Түше менән шыуар;
Әфәләм төрлө,
Алтын һырлы,
Төймә башлы,
Тоҙ күҙле. - Оҙон-оҙон оҙон юл,
Оҙон юлды кем уҙыр?
Бауыры сыбар күкәлтәйҙең
Йомортҡаһын кем табыр? - Таба, таба, табалама,
Таба арҡылы юрғалама.
Айғыр күрһәң, кешнәмә,
Кеше күрһәң, тешләмә97. - Тыума тыуыр, тауға шыуыр.
- Тауға менә таяҡһыҙ,
Тауҙан төшә аяҡһыҙ. - Ялан ерҙә яу ҡамсыһы.
- Ялан ерҙә утлы ҡайыш.
- Ялан ерҙә майлы ҡайыш.
- Үлән араһында оҙон ҡамыш.
- Шағанайҙың сыбыртҡыһы
Шартламай ҙа яндыра. - Майлы ҡайышым юлымда,
Тота алмайым ҡулыма. - Яҫы ерҙә яу ҡайышы.
- Ер өҫтөндә еҙ ҡамсы.
- Урмандан сығыр,
Түше менән шыуыр. - Яҙ етһә — терелә,
Көҙ етһә — үлә. - Юл буйында майлы ҡамсы.
- һыуҙа йөҙә,
Ерҙә шыуа. - Ҡойроғо осло,
Туҙ башлы. - Оҙон эсәк,
Бер осо төйөнсәк. - Сытыр-мытыр араһына
Ҡара ҡайыш ташланым.