Йылға (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Башы — тауҙа,
Аяғы — диңгеҙҙә. - Буйы ла бар, һыны ла бар,
Ҡосһаң, ҡуйында ҡалмай. - Аяҡһыҙ булһа ла йүгерә, туҡтап тормай,
Уны белмәгән кеше тапҡыр булмай. - Аты юҡ, тәртәһе юҡ,
Көн-төн саба, юлы ҡала. - Йүгерә, йүгерә, һаман йүгерә,
Бараһы еренә етә алмай. - Бормалы ла һуҙмалы,
Осона сыҡҡан булманы. - Үҙе сабып бара,
Ҡойроғо күренмәй. - Үҙе бар — күләгәһе юҡ.
- Ҡышын йоҡлай,
Яҙын дулай. - Ҡыш буйы тик тора,
Яҙ еттеме — ҡотора. - Оло юлдан күс килә,
Иртән килә, кис килә. - Үр яратмай әйләнә,
Арты өҙөлмәй бәйләнә. - Күк айғырым елә килә, саба килә,
Күк еләне елгә ҡарап һелкенә килә. - Кеше ҡулы теймәгән,
Үҙе юл һалған.