Йылҡы ите менән тултырылған ҡабаҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Алырға
[үҙгәртергә]- 2 кг ҡабаҡ
- 1 кг йылҡы ите
- 100 гр грек сәтләүеге
- 3-4 баш һуған
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Ҡабаҡты эсендәге еменән таҙаларға. Йылҡы итен, ваҡ ҡына итеп турап, һуған ҡушып, әҙерәк быҡтырып алырға. Уттан алыр алдынан, ҡырғыстан үткәреп, торма, тураҡлап грек сәтләүеге һалырға. Ҡушымтаны, әҙерәк тоҙ һибеп һәм болғатып, ҡабаҡтың эсенә тултырырға. Ҡабаҡтың башын майлап ябып, духовкаға ҡуйырға.