Йыл хисабы (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Crystal Clear app date D1.png
  1. Өс йөҙ алтмыш биш сыйырсыҡ, ҡырҡ һигеҙ тубырсыҡ, ун ике аҡҡош, бер торна, шуны белмәй ултырма.
  2. Өс йөҙ алтмыш биш бала турғай, ҡырҡ һигеҙ инә турғай, ун икеһе аҡҡош, шуны белмәгән — йолҡош.
  3. Ун ике ыласын,ҡырҡ һигеҙ сәүкә,өс йөҙ алтмыш биш сыйырсыҡ бер йомортҡа һалдылар.
  4. Өс йөҙ алтмыш биш бала ҡаҙ, ҡырҡ һигеҙ инә ҡаҙ, ун икеһе өйрәк. Бында кем белгәк?
  5. Ун ике батыр егет өс йөҙ алтмыш биш өйрәк алып ҡайттылар.
  6. Ҙур тирәк,
    Ун ике ботаҡ,
    Ботаҡ һайын дүрт тармаҡ,
    Тармаҡ һайын ете япраҡ,
    Япраҡтың бер яғы ҡара,
    Бер яғы аҡ,
    Уйлап тап та менеп ят.
  7. Яҙ ҙа килә арғымаҡ,
    Көҙ ҙә килә арғымаҡ,
    Ун ике япраҡ аҫтында
    Юшап йөрөй арғымаҡ.
  8. Бер тирәк,
    Ун ике ботаҡ,
    Һәр ботаҡта дүрт һабаҡ,
    Һәр һабаҡта ете япраҡ.
  9. Бер имән үҫә:
    Ун ике сатлы,
    Ҡырҡ һигеҙ ботаҡлы,
    Һәр ботағында етешәр япраҡ бар.
  10. Бер өйәңкелә ун ике ботаҡ,
    Ботаҡ һайын утыҙ япраҡ,
    Һәр япраҡтың бер яғы ҡара,
    Бер яғы аҡ.
  11. Өйәңке, өйәңке,
    Ботаҡ һаны — ун ике.
    Һәр ботаҡтың дүрт тармағы,
    Һәр тармаҡтың ете япрағы,
    Ҡара булыр бер яғы,
    Аҡ булыр бер яғы.
  12. Бер баҡса,
    Баҡсала ун ике түтәл,
    Түтәл һайын утыҙ үҫемлек,
    Үҫемлектә дүрт емеш,
    Бер емештә ете бүлек,
    Бүлек һайын егерме дүрт орлоҡ.
  13. Бер күркә,
    Ун ике аҡҡош,
    Илле ике инә ҡаҙ,
    Өс йөҙ алтмыш биш бала ҡаҙ.
  14. Ун ике аҡҡош осоп бара,
    Бүлкә-бүлкә төшөп бара;
    Һәр бер бүлкәлә өсәр ҡош,
    Һәр бер ҡошта дүртәр ҡанат,
    Һәр бер ҡанатта ете ҡауырһын,
    Һәр бер ҡауырһында егерме дүрт мамыҡ.
  15. Ун ике йондоҙға бер ай.
  16. Өс йөҙ алтмыш биш турғай,
    Ҡырҡ һигеҙ һайыҫҡан,
    Ун ике торна, бер аҡҡош.
    Белә алһаң, һин тутыйғош,
    Белә алмаһаң, һин байғош.
  17. Тирмә, тирмә,
    Тирмә башы кирмәгә,
    Эсе ун ике кирәгә.
  18. Донъяла бар бер ағас,
    Өс йөҙ алтмыш биш япрағы,
    Япрағының бер яғы аҡ,
    Бер яғы ҡара,
    Ни булыр шул? Йә, әйтеп ҡара!
  19. Бер ағас,
    Был ағаста ун ике ботаҡ,
    Һәр ботаҡта утыҙ япраҡ,
    Һәр япраҡтың бер яғы ҡара,
    Бер яғы аҡ.
  20. Бер төп борсаҡ,
    Ун ике ҡуҙаҡ,
    Шулар эсендә
    Өс йөҙ алтмыш биш борсаҡ.
  21. Ун ике сыйырсыҡ,
    Илле ике тубырсыҡ.