Йыл эсендә айҙар (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ун ике аҡҡош ҡыуыша,
Берен-бере уҙа алмай. - Ун ике аҡҡош, бер торна,
Шуны белмәй ултырма. - Ун ике ботаҡ аҡ тирәк.
- Ун ике туған,
Теҙелешеп торған. - Бар ун ике батыр,
Береһе артынан икенсеһе йөрөп ятыр,
Йөрөр, йөрөр ҙә,
Тағы әйләнеп, урынына ҡайтыр. - Аҡ тирмә,
Күк тирмә,
Ун ике индем,
Бер сыҡтым.