Эстәлеккә күсергә

Йыртыш

Викидәреслек проектынан

Йыртыш һәр яҡта төрлөсә уҙғарыла торған йола. Хатта бер районда йәшәүселәр араһында ла айырма була. Йыртышты егет яғынан әсәй- атай килтерә .Шул йыртышҡа өҫтәп улар ҡыҙ эҙләргә ярҙамлаша сыҡҡан еңгәйҙәргә яулыҡ та килтерәләр. Мул ғына, метрлы тауар . Кейәү менән ҡыҙҙы ҡушыусы еңгәйҙәр кейәүҙе ошо тауарҙы йыртҡансы баҫып инһен өсөн алдан бер урынын йыртып әҙерләйҙәр, ә егет шуны үтәп, ҡыҙ янына инә. Был тик йәшерелгән ҡыҙҙы тапҡандан һуң ғына башҡарыла.. Тик ул выкуп түгел, т.е.выкуп ҡыҙ өсөн мәһәр һалыу була. Йыртыш- мәһәргә инмәй. Еңгәйҙәр иң матур теләктәрен әйтеп кейәүҙе бикәсе янына индереп кенә уларҙың эше тамам булмай әле. Иртәгеһенә ана шул ҡулына алған йыртыш хаҡын еңгәйҙәр иртәнге кейәү сәйе менән тамамлайҙар.Йыртыш менән бергә ҡыҙ ҡушыусы еңгәйҙәргә кейәү егетенең ата- әсәһе яғынан яулыҡтар ҙа бүләк итеп бирелә. Шулай булғас, тауар икегә бүленгәнен иҫәпкә алып, иң яҡын ике еңгәһе был эште атҡарып сыға.

Раиса Исянбаева [1]

Бөрйән районында ла, тап шул рәүешле үткәрелә был йола. Шулай уҡ бөйөк фольклорсы ғалимыбыҙ, сәсән Мөхәммәтша Буранғолов хеҙмәттәрендә лә, нигеҙҙә, ошо тәртиптә башҡарылыуы күрһәтелә. Мин үрҙә , был йоланың элекке тәртибен яҙыусылар булырмы икән тигән маҡсатты күҙ уңында тотоп, уны тулы килеш яҙмаған инем. Бына бит бар?! Һеҙгә ҙур рәхмәт! Тағы ла шул : йыртыш йолаһының үткәрелеү рәүеше көньяҡ - көнсығыш башҡорттарында, нигеҙҙә, бер үк. Быны мин 1970 йылда Әбйәлил районында үткән бер туйҙа ла аңғарып йөрөгән инем, гәрсә мин ул саҡта үҫмер генә ҡыҙ бала булһам да.

Гадиля Булякова [2]

Беҙҙә (Әбйәлил ) кейәү йырта баҫып ҡыҙ йәшергән өйгә инә торған ишеккә арҡыры еңгәйҙәр тотоп торған туҡыманы аяҡ баҫҡыһы тейҙәр Ә йыртышты ике ҡоҙағый һөйләшеп килешеп туй ваҡытында йә булмаһы туйҙан һуң килен сәйе үткәргәндә егет яғынан алып киләләр Йыртыш таратыу мәжлесендә тик ҡатын ҡыҙҙар була Уларға ҡоҙағый дәрәжәләренә ҡарап бүләктәр тарата Аҙаҡ йыртыш сәйенә саҡырышыу китә инде

Һылыу Нәҙершина [3]