Йүтәл
Йүткереү(йүтәл) — ҡурылдайҙа ҡуҙғыу барлыҡҡа килгәндә ауыҙ аша ҡапыл рефлектор һулап сығарыу.
Йүтәл
[үҙгәртергә]Йүтәл —үҙ-аллы сир түгел. Ул ҡайһы бер сирҙәрҙең симптомы булып тора.
Йүткергән кешене күрһәк, ғәҙәттә, һалҡын тейҙергән, тип уйлайбыҙ. Ләкин, киҫкен респиратор-вирус ауырыуҙарынан тыш, башҡа сирҙәрҙең дә йүткереү ҡатыш үтеүе бар. Шуға ла табиптар йүткереүҙең бөтә билдәһенә лә иғтибар итә:
- Оҙайлылығына. Өс аҙнанан ашыу дауам иткән йүтәл хроник тип атала. Шуға тиклем дауам иткәне - киҫкен.
- Дауамлылығына. Был билдә буйынса йүтәл әллә ниҙә бер, ҡыҫҡа, өйәнәкле, даими була.
- Тембрына. Ҡоро, еүеш, өҙөк-өҙөк, сәсәп һ.б.
- һыҙатына. “һөҙөмтәһеҙ” тип аталған йүтәл еңеллек килтермәй, ә “һөҙөмтәлеһе”(ҡаҡырыҡ сыҡҡанда) организмды зарарлы матдәләрҙән ҡотолдора.
- Йүтәлдең ниндәй осраҡта килеп сығыуына. Мәҫәлән, уның айырым миҙгелдә йәки тәүлектең билдәле бер мәлендә башланыуы ихтимал. Төрлө инфекциянан, дарыу ҡабул иткәндән, ашағандан һуң башланыуы бар. Зарарлы матдәләр менән эшләү, аллергия ла үҙ өлөшөн индерә.
Киҫкен йүтәлдең сәбәптәре
[үҙгәртергә]Киҫкен һәм обструктив бронхит нескәлектәре
[үҙгәртергә]Йыш ҡына киҫкен респиратор- вирус ауырыуҙарынан (киҙеү, ҡыҙылса, сәсәтмә һ.б.) һуң барлыҡҡа килә. Кинәт кенә температура күтәрелә (38,5 - 39°), тәрән йүтәл мәлендә ҡуйы ҡаҡырыҡ бүленеп сыға, хәлһеҙлек күҙәтелә. Ғәҙәттә, төндә арҡала ятҡанда йүтәл көсәйә.
Обструктив бронхит менән ауырығанда кеше ыҙаланып, сәсәп йүткерә, ауыр һулыш ала, тын алғанда ғыжылдау күҙәтелә. Нимә эшләргә?
Тәү сиратта симптоматик дауа тәғәйенләнә:
- температураны төшөрөүсе,
- ҡаҡырыҡ сығарыу өсөн дарыуҙар,
- ингаляциялар.
Бактериаль бронхитты шулай уҡ антибиотиктар менән дә дауалайҙар.
Киҫкен фарингит,ларингит,ларинготрахеит
[үҙгәртергә]Ларингит менән ауырығанда йүтәл ҡоро һәм интектергес, кешенең тауышы ҡарлыға.
Балаларҙың тамағы ҡурҡыныс ҡыҫылып, һыҙғырып ауыр тын алыуы күҙәтелә, улар ғыжылдап, өҙөк-өҙөк йүткерә (ялған тын юлы шеше).
Фарингит мәлендә тамаҡ ауырта, ҡысыта, сәнсә, шуға ла ауырыу кеше, тамағындағы төйөрҙө сығарырға маташҡандай, көсәнеп йүткерә.
Нимә эшләргә?
ЛОР-табипҡа күренергә, ларингоскопия эшләтергә. Дауалауҙа антибиотиктар ҡулланалар. Ялған тын юлы шеше булғанда, кисекмәҫтән “Тиҙ ярҙам” саҡыртырға кәрәк, сөнки тамаҡ шешен үҙаллы бөтөрөү ифрат ҡатмарлы.
Киҫкен респиратор-вирус ауырыуҙары, киҙеү
[үҙгәртергә]Ҡоро йүтәл еүешкә әйләнә. Ҡаҡырыҡ үтә күренмәле (вируслы инфекция билдәһе) йәки эрен ҡатыш (бактериаль инфекцияның ҡушылыуы билдәһе) була.
Башҡа билдәләре:
- юғары температура,
- маңҡалау,
- хәлһеҙлек.
Нимә эшләргә?
Вирусҡа ҡаршы дауа тәғәйенләнә. Еүеш йүтәл мәлендә ҡаҡырыҡты шыйығайтыусы һәм уның сығыуы на булышлыҡ итеүсе препараттар ярҙам итә.
Сәсәтмә (быума йүтәл)
[үҙгәртергә]Был сир яйлап барлыҡҡа килә. Кеше быуылып йүткерә (йүтәл көсәйеп, ҡоҫоуға тиклем барып етеүе ихтимал). Йүтәл ҡоро була
Нимә эшләргә?
Диагнозды ҡанға анализ үткәргәндән һуң ҡуялар. Антибиотиктар, ҡаҡырыҡты шыйығайтыусы дарыуҙар, саф һауа талап ителә.
Пневмония һәм плеврит
[үҙгәртергә]Тәүҙә йүтәл ҡоро, һуңынан ул еүеш, сәсәп йүткереүгә әйләнә.
Үпкә шешеүенә :
- температураның кинәт күтәрелеүе, *
- өшөп ҡалтыраныу,
- тын алғанда күкрәк ситлегендә,
- ҡабырғаларҙа ауыртыу,
- тутыҡ төҫөндәге ҡаҡырыҡ бүленеү хас.
Фридлендер таяҡсалары арҡаһында барлыҡҡа килгән пневмонияла бүленделәр кирбес йәки иҙелгән ҡарағат төҫөндә була.
Стафилококк арҡаһында барлыҡҡа килгән инфекция мәлендә ҡаҡырыҡ асыҡ ҡыҙыл төҫтә була.
Стрептококк иһә эренле ҡаҡырыҡ бүлендертә.
ҠалынМикоплазма бактерияһына ҡуйы ҡанлы бүленделәр хас.
Плеврит (үпкә ярыһының шешеүе) ваҡытында йүтәл ҡоро, күкрәк ситлегендә йүткергәндә һәм тәрән тын алғанда көсәйгән сәнсеп ауыртыу күҙәтелә.
Нимә эшләргә?
Диагностиканың төп ысулы—үпкәгә рентген яһау, төп дауалау - бактерияларға ҡаршы терапия.
Үпкә туберкулезы
[үҙгәртергә]Билдәләре:
- Көслө йәки уртаса еүеш йүтәлдең ҡан төкөрөү менән оҙатылыуы мөмкин.
- Оҙаҡ ваҡыт температураның күтәрелеп тороуы, төндә тирләү.
- Лимфа төйөндәренең шешенеүе күҙәтелә.
- Ҡаҡырыҡ аҙ ғына, лайлалы йәки күп һәм эренле булыуы ихтимал.
Нимә эшләргә?
Фтизиатрға мөрәжәғәт итергә, үпкәгә рентген эшләтергә, ҡаҡырыҡты ҡат-ҡат тикшертергә.