Йүтәлде дауалау өсөн ҡатнашма
Уҡыу көйләүҙәре
Башҡорт ҡатын ҡыҙы төркөмө тәҡдим итә:
Тәүҙә 1 стакан һөт ҡайнатығыҙ.
Шуға 1 аш ҡалағы аҡ май һәм 1 аш ҡалағы бал һалырға кәрәк.
Айырым һауытта йомортҡа һарыһына бал ҡалағының осона ғына сәй содаһы һалып һәйбәтләп болғатығыҙ.
Шунан ике ҡатнашманы бергә ҡушҡас тәмле ризыҡ килеп сыҡмаҫ, әлбиттә, тик файҙалылығы буйынса тиңдәр булмаҫ.
Ошо боронғо микстура менән әбейҙәребеҙ бронхит, ларингит, хатта трахеитты ла дауалаған.
- Флүрә Нафиҡованан