Эстәлеккә күсергә

Йәйге эконом чебуректар

Викидәреслек проектынан

Йәй көнө күптәребеҙ итте һуғым осорондағы кеүек мулдан тотонмай. Ғөмүмән, запас етерлек булған хәлдә лә, йәй миҙгелендә итте бер аҙ кәметеп, организмды йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары менән туҡландырыу яҡшыраҡ. Шунан сығып иң отошло рецепт:

  • 2 йомортҡа
  • 1 сәй ҡалағы тулыр-тулмаҫ тоҙ
  • 1 сәй ҡалағы шәкәр
  • 300 мл ҡайнар һыу
  • 2 ҡалаҡ 9%-лы аш һеркәһе (уксус)
  • 40 мл көнбағыш майы
  • сама менән он

Йомортҡа + тоҙ + шәкәр + көнбағыш майы = болғатабыҙ. Ошо массаға + 1 стакан он һалып = сәнске менән болғай-болғай өҫтөнә әкренләп ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Артабан аш һеркәһен һалып йәнә болғайбыҙ ҙа, ҡалған ондо ҡушып, оҙаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Бешергәндә "шишкалары" күпереп сыҡҡан, кетерләп кенә торған, йоп-йомшаҡ ҡамыр килеп сыға.

  • ҡуш устай фарш
  • 4-5 бәрәңге
  • 3 баш эре һуған
  • ус аяһындай ҡаҙ майы (ҡушмаһағыҙ ҙа ярай)
  • тоҙ
  • ҡыҙыл борос

Бәрәңгене ит үткәргестән сығарып, һыуын һығып алабыҙ, артабан һуғанды ла үткәрәбеҙ. Шулай итһәң фаршҡа ҡайнар һыу өҫтәргә кәрәкмәй, үҙе үк һутлы була. Артабан фарш, ҡаҙ майы, тоҙ, борос һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ.

Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйгәс, сынаяҡ аҫты менән түңәрәктәр ҡырҡабыҙ. Ярты яғына эслек һалып, икенсе яғы менән ҡаплайбыҙ ҙа, ситтәрен сәнске менән йәбештереп сығабыҙ. Әкрен генә утта майҙа йөҙҙөрөп бешерәбеҙ. Үҙе матур, үҙе кетерләүек чебуректар әҙер!

Аштарығыҙ тәмле, донъяларығыҙ йәмле булһын, дуҫтарым!

Һылтанмалар

[үҙгәртергә]