Йәй, йәй айҙары (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Йәшел елән йәйеп ҡуйҙы,
Бар ҡайғыны алып ҡуйҙы. - Кейгән кейеменең биҙәге
Бар донъяны биҙәне. - Бер байҙың өс бисәһе бар,
Көнө-төнө йүгерәләр,
Барыһына ла өлгөрәләр,
Беҙгә ризыҡ килтерәләр. - Берәүҙең өс килене,
Өсөһө лә егәрле,
Көнө-төнө эшләйҙәр,
Беҙгә ризыҡ өҫтәйҙәр.