Эстәлеккә күсергә

Йәнгүҙәй тарихы

Викидәреслек проектынан

53°14′23″ с. ш. 58°29′44″ в. д. (G)

Йәнгүҙәй тарихы


Йәнгүҙәй тауынан Талҡаҫ күле, Иҫән ауылы күренеп тора.Тауҙың итәгендә ғәҙеллек өсөн көрәшкән башҡорт батыры,уның кәләше Йәнгүҙәй ерләнгән. Тарихы бик ҙур hәм ҡыҙғаныс.

Ирәндектең Йәнгүҙәй түбәһе төньяҡтараҡ, Иҫәнбәт ауылы эргәһендә, үркәсләнеп ҡалҡып тора. Ул Темәс ауылы, Һаҡмар йылғаһы буйынан да, Әбйәлил яҡтарынан да күгәреп күренә. Ә башына менеп ҡараһаң, Талҡаҫ күле ус төбөндәге кеүек кенә.

Йәнгүҙәй исеменең килеп сығыуын төрлөсә аңлаталар. Берәүҙәр уны гүзәл, йәмле булып күренгәнгә “Йәнгүзәл” тип йөрөткән, ә һуңынан ул Йәнгүҙәй булып киткән, ти. Икенселәр иһә, Йәнгүҙәй исеме “йән күҙләй” тигән һүҙҙән алынған тип тә аңлата, сөнки һунарсылар был бейек түбәнән тирә-яҡты, шулай уҡ ҡырағай йәнлектәрҙе лә күҙәткән.
Ә бына “Йәнгүҙәй” йырының легендаһы 250 йыл элек хәҙерге Баймаҡ районы ерҙәрендә булған тарихи ваҡиғаларға барып тоташа. 1755 йылдың яҙында Петербургтан Башҡортостанға Брагин тигән ҡаты бәғерле кеше етәкселегендә тау-тикшеренеү партияһы килә. Ул батша һалдаттары һағы аҫтында Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышына Бөрйән ырыуы башҡорттары араһына ла килеп сыға. Брагин үҙе туҡталған башҡорт ауылдарында башҡорт батырҙары, тимерселәре, ҡорал эшләүселәре, ҡурайсылары тураһында мәғлүмәт йыйған. Темәс ауылы эргәһендәге Таш ауылында (Ташауыл) оҙаҡ ҡына туҡталып тора, сөнки Брагин был ауылда башҡорт батыры һәм тимерсе Әмин йәшәгәнлеген алдан уҡ белгән була. Ул Әмин батырҙан һорау алған, уның тимерҙән нимәләр эшләүе менән ҡыҙыҡһынған. Шул уҡ ваҡытта ауыл эргәһендәге тауҙан ниндәйҙер таштар сығартҡан һәм уларҙы тикшергән.
Брагин үҙе булған ауылдарҙа ғәскәре менән халыҡты ҡурҡытып тотҡан, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын мәсхәрәләгән. Хатта эш шуға барып еткән: ул кейәүгә сығырға әҙерләнгән ҡыҙҙарҙы иң тәүҙә өс төнгә үҙенә биреүҙе талап иткән. Уның баш-баштаҡлығы башҡорт халҡының асыуын ҡабартҡан. Төрлө ауылдарҙан башҡорт батырҙары, Йәнгүҙәйгә йыйылып, Брагинды үлтерергә һөйләшә. Ә Брагин был ваҡытта Талҡаҫ күле буйында лагерь ҡороп ятҡан. Батырҙар һаҡлыҡ менән, һиҙҙермәйенсә генә, Талҡаҫ күлен уратып алған ҡарағас урманына килеп, унан үс алыу өсөн уңайлы ваҡытты көтә башлай.
Бер көн Брагин үҙенең һөйәркәһе менән кәмәлә күл уртаһындағы утрауға табан йөҙгән. Уның менән бергә йөрөгән кешеләр ҙә күл буйына төшкән, хатта Брагинды оҙатып йөрөгән һалдаттар ҙа, мылтыҡтарын бер урынға һөйәп, күлдә һыу инә башлай. Ә башҡорт батырҙары ошо мәлде оҫта файҙаланып, тиҙ генә лагерҙы баҫып ала. Брагиндың кешеләрен бөтөнләй тиерлек ҡырып бөтөргәндәр.
Батырҙарҙың араһынан Исмаҡай исемлеһе Брагиндың кәмәһенә уҡ атҡан. Уҡ кәмәгә барып ҡаҙалғас, Брагин:
— Исмаҡай, мине үлтермә! Батшаның ҡойроғо оҙон, һине лә тоторҙар! — тип ҡысҡырған. Шул ваҡыт Әмин батыр менән Сураш батыр атып ебәрә. Уларҙың уҡтары Брагинға һәм уның һөйәркәһенә тейә. Кәмә түңкәрелә, икеһе лә күл төбөнә китә.
Башҡорт ихтилалына әҙерлек алып барған Батырша, Талҡаҫ күлендәге ваҡиғаны ишеткәс, ихтилалды башлауҙы тиҙләтә. Шулай итеп, Талҡаҫ күле янындағы ваҡиға Батырша ихтилалына юл аса. Ул көҙгөһөн генә башланырға тейеш була. Ихтилал баҫтырыла башлағас, Әмин, Сураш һәм Исмаҡай батырҙар ҡаҙаҡ далаларына ҡасырға мәжбүр була.
Унда китер алдынан батырҙар тағы ла Йәнгүҙәйгә йыйылған. Уларҙы халыҡ ҙур хөрмәт менән оҙатырға сыҡҡан. Шунда Сураш батыр үҙе сығарған йырҙы йырлаған. Ул йыр хәҙер “Йәнгүҙәй” тип атала.

Ирәндеккәй тауҙың, эй, башында
Үркәсләнеп ята Йәнгүҙәй.
Шунда ғына тыуҙым, шунда үҫтем,
Йәнгүҙәйҙе күрмәй йән түҙмәй.
Ирәндеккәй тауын, эй, буйланым,
Йәнгүҙәйҙә ҡурай уйнаным.
Тыуған ерҙе ташлап китә алмай
Йырланым да, шунда иланым.
Йәнгүҙәйҙә ҡалған ҡурайымдың
Ике башҡайҙары еҙ генә.
Үҙ башыңды үҙең һаҡламаһаң,
Сит илдәргә китеү тиҙ генә.


"Башҡортостан"гәзитенән. Информатор:Вагида Кужагильдина