Йәшелсәле бутерброд
Уҡыу көйләүҙәре
Мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған, 2012 йыл, 8 декабрь, № 246 (26336)
100 грамм эремсекте һауытҡа һалып, сәнске менән иҙегеҙ. Тоҙ, борос,бер аш ҡалағы ҡаймаҡ һалып бутағыҙ.
Бер ҡыярҙы, болгар боросоноң яртыһын, ике теш һарымһаҡты, петрушка, базилик, укроп үләндәрен (ҡул аҫтында булһа) ваҡ ҡына итеп турап, эремсеккә ҡушығыҙ. Ошо массаны икмәк телемдәренә яғығыҙ. Өҫтөн ҡалған йәшел тәмләткестәр менән биҙәгеҙ.
Ҡыҙҙырылған ит менән айырыуса тәмле була.
Әлфиә Әйүпова яҙып алды