Эстәлеккә күсергә

Йәшелсәле кәтлит

Викидәреслек проектынан



Кәрәкле аҙыҡ-түлек

[үҙгәртергә]
  • Картуф
  • Үткәрелгән ит
  • Кишер
  • Кәбеҫтә
  • Һуған
  • Манный ярмаһы
  • Йомортҡа
  • Тәмләткестәр (тоҙ, борос)

Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

- Ҡыҙым, һин ус аяһындай ғына итте лә әллә нимә эшләтеп бешерәһең инде ул!- ти әнейем. - Апайымдың шул булыр инде, йәшелсә ҡуша ла бөтә фаршҡа, рәхәтләнеп ит кәтлите итеп кенә бешермәй,- тип көлә һылыуым. Ысынлап та, мин үткәрелгән иткә йәшелсәләр ҡушып бешерергә яратам. Шундай кәтлитте яратҡас, ни эшләйем һуң!! Самалап әйткәндә, 300гр.фаршҡа 3 картуф. кишер, саҡ ҡына кәбеҫтә, бер баш һуғанды ҡырғыс аша үткәреп һалам. Картуфтың һыуын һығырға онотмағыҙ түлкә!!! Шунан 4 ҡалаҡ өйөбөрәк манный ярмаһы (он һалһағыҙ ҙа була), тоҙ, борос, 2 йомортҡаны ҡушып бутайым. Фарштан йомарламдар әүәләп майлы табаға һалғас, ҡапҡасын ябам. Ой, әйтергә оноттом да, табаны башта ныҡ ҡына ҡыҙҙырып алам!!!! Аҙаҡ яй ғына утта ике яҡтан да бешерәм. Бер яҡтан эконом, икенсе яҡтан ныҡ ТӘМЛЕЕЕЕ! (Гөлназ Ишемғолова)