Йәшелсә менән итле туҡмас
Уҡыу көйләүҙәре
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- ит — 70-100 г
- һуғанбаш — 20 г
- кишер — 20 г
- аҡ май — 10 г
- туҡмас — 40 г
- йәшел тәмләткестәр — 3-5 г
- тоҙ, тәмләткестәр тәменә ҡарап.
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Эре мал йәки һарыҡ итенән һурпа әҙерләнә.
Һөҙөлгән һурпаға туралған кәбеҫтә һалып, ҡайнатып сығаралар, аҙаҡ картуф өҫтәп бешерәләр.
Ваҡ итеп киҫелгән кишерҙе, һуғанды енелсә генә ҡыҙҙырып, һурпаға өҫтәйҙәр.
Һурпаны бер аҙ ҡайнатҡандан һун, тәмләткестәр һалып, болғай-болғай туҡмасты төшөрәләр.
Туҡмас һурпаға ҡалҡып сыҡҡас та, кәстрүлде уттан алып, 5-10 минутҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Ашты табынға ит ҡушып, ваҡлап киҫелгән йәшел тәмләткестәр һибеп бирәләр.
Бындай ашты ҡаҡлаған ҡаҙ итенән дә бешерәләр.