Йәшелсә һуты

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Blender.jpg

Йәшелсә һуты — төрлө йәшелсәләрҙе һығып, барлыҡҡа килгән эсемлек. Бөтә халыҡтар аш-һыуында ла урын алған. Үҙең әҙерләгән һут һаулыҡҡа зыян килтерә алырҙай ҡатнашмаһыҙ булыуы менән файҙалы.

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

  • уртаса ҙурлыҡтағы 3—4 кишер,
  • уртаса ҙурлыҡтағы сөгөлдөрҙөң дүрттән бер өлөшө,
  • 3—4 кәбеҫтә япрағы,
  • теләккә ҡарап сельдерей, петрушка, салат япрағы, ашҡабаҡ киҫәктәре өҫтәргә мөмкин.

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Һут һығыусы ҡорамалда һутын һығып алып, шунда уҡ бергә ҡушып болғаталар. Эсер алдынан ғына әҙерләйҙәр. Йәшелсә һутын уртаса ҙурлыҡтағы 3—4 кишерҙән, сөгөлдөрҙөң дүрттән бер өлөшөнән һәм 3—4 кәбеҫтә япрағынан әҙерләйҙәр.

Һәр кемдең теләгенә ярашлы сельдерей, петрушка, салат япрағы, ашҡабаҡ киҫәктәре өҫтәргә мөмкин.

Бындай һут кальций, натрий, калий, тимер кеүек минераль матдәләргә бай. Оҙаҡ, ялҡытҡыс эш менән мәшғүл булғанда, күреү системаһына көс төшкәндә, һуттың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ.

Йәшелсә һуты һеҙҙең көн тәртибенә теш таҙартыу, йыуыныу кеүек ғәҙәти рәүештә индерелергә тейеш. Йылдың дүрт айында — сентябрҙән башлап декабрь бөткәнсе йәшелсә һутын эсергә кәрәк. Яңы йылдан һуң йәшелсәләрҙәге витамин миҡдары ҡырҡа кәмей.