Йәшел һуған менән йомортҡанан пирожки

Викидәреслек проектынан

Йәшел һуған менән йомортҡанан пирожки

Составы[үҙгәртергә]

  • Он
  • Кефир 0,5-1 л
  • 5-10 йомортҡа
  • Йәшел һуған
  • Аҡ май
  • Үҫемлек майы
  • Тоҙ
  • Сода

Пирожки өсөн эслек[үҙгәртергә]

Йомортҡа бөтәүләй бешереп алына. Һыуынғас, тышын әрсеп, ваҡлап турайҙар.

Йәшел һуғанды эре итеп турап, аҡ майҙа йәки үҫемлек майында бер аҙ ҡыҙҙырып алалар. Йомортҡа менән һуғанды (1:1) ҡушып, тоҙ менән тәмләйҙәр.

Ҡамыр әҙерләү[үҙгәртергә]

0,5−1 л тирәһе кефирға самалап он, тоҙ, сода ҡушып, сөсө ҡамыр баҫалар.

Ярты сәғәт тирәһе полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып торһаң, ҡамырҙың сифаты яҡшыраҡ була. Шуға ла уны эслектән алдараҡ баҫып ҡуйырға кәрәк. Эслек микдарын ҡамырға ҡарап самалайҙар.

Пирожки ҙурлығына ҡарап, ҡамырҙан йомарлаҡтар эшләп алалар. Унан йәймә итеп йәйеп, уртаһына эслек һалып ситтәрен бөрәләр. Ҡайнап торған үҫемлек майында ике яғын да бешереп алалар.

Туҡлыҡлы аҙыҡ та, дауа ла[үҙгәртергә]

Һуғандың бөтә төрҙәре лә көслө дауа. Йәшел япраҡтары ла, һуғанбашы ла эфир майҙарына, сапонин, инулин, фитин, азот берләшмәләренә бай.

Бынан тыш составында каротин, витамины В1, С, РР витаминдары, флавоноидтар бар.

Грипп, туберкулез, шеш, эренле яралар, сиҡан кеүек сирҙәрҙән дауалай. Баш мейеһе атеросклерозын, тиреләге бәшмәк ауырыуҙарын, диабетты, тын юлдары сирҙәрен дауалау өсөн дә файҙаланалар.

Аш һеңдереү системаһының эшмәкәрлеген көйләй. Фитонцидтары эс китеү, трихомонадлы кольпитты баҫа. Бешкән һуған шеш процестарын дауалай.

Йомортҡа — аҡһым сығанағы. Һарыһында А, Д, B12 витаминдары бар.

Липидтар төркөмөнән булған, организм өсөн бик әһәмиәтле лютеин һәм лецитин тигән матдәләр менән тәьмин итә.

B12 витамины ҡан яһалыу факторы. Тағы ла майҙарҙың тарҡалыу процесын көйләүҙә ҡатнаша.

Йомортҡа — организм тарафынан тулыһынса тиерлек эшкәртелә (97-98 %) торған берҙән-бер аҙыҡ.