Эстәлеккә күсергә

Йәшен (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ем-ем итә,
    Емелдәп китә.
  2. Боҙ өҫтөндә болан уйнай,
    Ҡойроғонда йылан уйнай.
  3. Өй башында ялт та йолт.
  4. Тәңәүелдә тәңре ҡамсыһы.
  5. Йылтыр, йылтыр, йылт итә,
    Йылтырбикә йөн тетә.
  6. Өнө бар — үҙе юҡ,
    Төҙәп атырға күҙе юҡ.
  7. Ялт-йолт итте,
    Йылғаға төшөп китте.
  8. Ялт-йолт итте,
    Тамырланып та китте.
  9. Ялт-йолт итә,
    Ете саҡрым ер китә.
  10. Ялт-йолт итер —
    тейгән ерен юҡ итер.
  11. Бер күренер — юғалыр,
    Тейгән ерен ут алыр.
  12. Уҡ атылды —
    Борсағы сәселде.
  13. Өй түбәмдә сатлы ҡамсы.
  14. Өй түбәмдә сатлы-сотло тимерсыбыҡ.