Эстәлеккә күсергә

Йәш бала (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Бауын ташлай,
    Баҡыра башлай,
    Саҡыра башлай,
    Аҙ-маҙ ашай,
    Күп йоҡлай.
  2. Уйнамай-көлмәй,
    Һүҙен әйтә белмәй,
    Уны аңлаған кеше булмай.
  3. Тәнем дә ул,
    Йәнем дә ул,
    Һикертә лә ул,
    Йүгертә лә ул.
  4. Ҡунаҡ килде, сығып алығыҙ:
    Аяғы бар — йөрөмәй,
    Күтәрмәйенсә өйгә инмәй.
  5. Көйҙөрә, һөйҙөрә,
    Батшаны баш эйҙерә.