Йәш киленгә кәңәштәр
Хаҡ Тәғәләбеҙ ҡушҡан изге ғәмәл - никах ғәмәлен башҡарҙың икән, ошоноң менән үҙең, ата-әсәң, ҡанбабаларың, Раббыбыҙ алдында кәләшең, тыуасаҡ балаларың өсөн яуаплы бурыс алдың.
Рәсүлуллабыҙ, ғәләйһиссәләм, былай тигән: «Ҡатындарға байлығы, дәрәжәһе, сибәрлеге, динлелеге өсөн өйләнәләр. Ҡулың туҙанға батып бөтһә лә, динлеһенә өйләнергә тырыш». «Туҙанға батыу» - динле ҡыҙға өйләнгән осраҡта хатта «ярлылыҡтан ҡулың ҡара эштән бушамаҫ булһа ла» тигәнде аңлата. Әммә кәләшеңдең үрҙә әйтелгән сифаттары булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Байлыҡ та, дәрәжә лә, сибәрлек тә - юғалыусан, шулар өсөн генә өйләнгән булһа, динһеҙ, йәғни, хаяһыҙ, ирен ололоҡлай белмәгән ҡатын менән нисек донъя көтөр?
Ислам ҡатын-ҡыҙға гүзәл мөнөсөбәт талап итә, һәм уны һис бер диндә булмаған бейеклеккә күтәрә. Әсәләргә, ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәттең иң камил өлгөләрен беҙ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһмссәләм хәҙистәренән күрәбеҙ. «Камил иманлы кеше ул - холҡо күркәм булғаны, шулар араһындағы иң яҡшыһы - ҡатынына яҡшы булғаны», - тигән Рәсүлуллабыҙ.
Исламда никах хайуани хистәрҙән юғары тора, ғаилә башлығы сабырлығы, шәфҡәтлелеге, өй эсендәге ваҡ-төйәк етешһеҙлеккә иғтибар итеп бармауы, асыуын тыя белеүе, киң күңеллелеге менән айырыла. Хатта ҡатынының диндән сыҡмай торған ваҡ-төйәк етешһеҙлектәренә лә бик иғтибар итмәй, матур яҡтарын күрергә тырыша. Ғаиләлә берлек һәм мөхәббәт хөкөм һөрөргә тейеш. Әфәндебеҙ Мөхәммәт ғәләһиссәләм: “Һеҙҙең хәйерлегеҙ – ҡатындарығыҙ өсөн хәйерле булғанығыҙҙыр», - тигән.
Ә бына Рәсүлебеҙҙең сәхәбәләренең берәүҙең ҡыҙын никахлағанда әйтелгән кәңәштәр: 1. Ҡәнәғәт була бел, үҙ хәлеңә шөкөр ит. Йәғни, ирең өйгә ни алып ҡайтһа ла - ашар ризыҡ булһынмы, кейем булһынмы - уны иң гүзәл мөнәсәбәт менән, йылы итеп ҡабул ит. Иреңә рәхмәт әйтеп, ризалыҡ күрһәт. Бәхетле ғүмер кисереүҙең беренсе юлы - үҙ хәлеңә шөкөр итеү. Хәленә шөкөр итмәгән, үҙ ҡаҙаныштарынан ҡәнәғәтләнмәгән күңел хозурлыҡ тәмен, ҡәлеб (күңел) рәхәтен тоймаҫ.
2. Иреңә итәғәт ит, ҡушҡандарын эшлә, ҡушмағандарынан тыйыл. Иреңдең ҡолағын һаҡла - ул һинән тик матур, наҙлы ауаздар ғына ишетһен. Шулай итһәң, Аллаһы Тәғәлә һинән разый булыр, һәм йортоғоҙ шатлыҡ менән тулыр.
3. Ирең күрәсәк ерҙәргә ныҡ иғтибар ит. Иреңдең күҙен һаҡла - ул һине бөхтә итеп күрһен, өйөңдөң эсен-тышын бик таҙа тот. Уның күҙенә бысраҡ, ерәнгес нәмәләр күренеүҙән һаҡлан.
4. Иреңдең танауын һаҡла. Йәғни, өйөңдән дә, үҙеңдән дә насар еҫтәр килеп тормаһын, һинән күңеле ҡайтырлыҡ булмаһын. Шуны бел, таҙартыу һәм пакландырыуҙың иң һәйбәт ысулы - һыу.
5. Аш-һыуҙы ваҡытында яҡшы итеп әҙерлә. Сәғәте етеү менән алдына аш ҡуй. Килеп кергән уңайы ашъяулығыңды йәй. Шуны бел, ас кешенең асыуы яман.
6. Йоҡоһон һаҡла. Ҡайһы мәлдә йоҡларға ғәҙәтләнһә, шул мәлгә яҫтығын әҙерлә. Уға кәрәк сағында уят. Йоҡоһо туймау кешене йонсота, тимәк, һөйөү хисе лә юғала.
7. Иреңдең мал-мөлкәтенә һаҡсыл бул. Уның малы - һинең малың. Иреңдең байлығын урынлы ҡуллан, исраф итмә. Был да - һөнәр һәм ҡәҙер күрһәтә белеү.
8. Иреңдең туған-тыумасаһына хөрмәт күрһәт. Уларға иғтибарлы булыуың - иреңдең күңелен күреүең. Уларға хөрмәтең - иреңә хөрмәт күрһәтеүең. Был - кешеләрҙең ҡиммәтен һәм ҡәҙерен белеү.
9. Иреңдең серҙәрен һис кемгә һөйләмә. Әгәр һөйләһәң, уны түбәнһеткән һәм һиңә булған ышанысын юғалтҡан булырһың. Шуның арҡаһында ғаилә нигеҙегеҙ боҙолор.
9. Иреңдең серҙәрен һис кемгә һөйләмә. Әгәр һөйләһәң, уны түбәнһеткән һәм һиңә булған ышанысын юғалтҡан булырһың. Шуның арҡаһында ғаилә нигеҙегеҙ боҙолор.
10. Иреңдең дингә ярашлы һәр әмерен еренә еткереп үтә. Ҡаршылашыуың ыҙғышҡа килтерер һәм ғаиләгеҙҙән тынғылыҡ китер. Шуны ла бел: ирең хәсрәтле саҡта - шатланып, ул шатланғанда көйһөҙләнеп йөрөмә. Тәрбиәһеҙҙәр генә шулай ҡыланыр, һәм ҡылығың уның хис-тойғоһон һанламайһың кеүек тойолор.
Балам! Иреңә ни ҡәҙәр ҙур хөрмәт һәм ҡәҙер күрәһәтһәң, үҙеңде шул тиклем һөйҙөрөрһөң. Әйткәндәремдең киреһен эшләһәң, йәһәннәмдә утын булырһың. Заты шундай төркөмдән булған ҡатындарҙың ғаиләһе менән йәһәннәмдең айырмаһы юҡтыр. Бындай ҡатындар менән йәшәү – донъяла уҡ йәһәннәмгә юл тотоу. Ата-бабаларыбыҙ, ирен дәрәжәләмәгән ҡатынды йортоңда тотма, тигәндәр. Бына шундай өгөт-нәсихәт биргән бынан мең йылдан әүәл йәшәгән әсә үҙ ҡыҙына, һәм ул нәсихәттәрҙең, Аллаһ хозурында булғанлыҡтан, һис иҫкергәне юҡ.[1]