Карта (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Диңгеҙе бар — йөҙөп булмай,
Юлы бар — йөрөп булмай,
Ере бар — һөрөп булмай. - Ҡалаһы бар — халҡы юҡ,
Диңгеҙе бар — һыуы юҡ. - Ҡалалары йортһоҙ,
Диңгеҙҙәре һыуһыҙ. - Бәләкәй генә ҡағыҙға
Бөтә донъя һыйған. - Ямауы бар — йөйө юҡ,
Ҡалаһы бар — өйө юҡ. - Бар ауылы,
Бар шәһәре — кешеһе юҡ,
Диңгеҙе бар,
Йылғаһы бар — һыуы юҡ. - Бик күп төрлө илдәре,
Диңгеҙҙәре, күлдәре.
Йылғалары тар, ҡыҫҡа —
Атлап сығыр ҡырмыҫҡа.