Эстәлеккә күсергә

Картуфлы-итле билмән

Викидәреслек проектынан

Картуфлы-итле билмән, вареники — сөсө ҡамыр эсенә картуф һәм итле фарш урап бешерелгән ризыҡ.

Бөгөн бер тәмлекәс бешерҙем әле, әхирәттәр. Картуфлы-итле билмән тип әйтәйемме, вареники,тиһәм, дөрөҫөрәк булырмы? Нисек кенә атаһаң да, танһыҡҡа тәмле инде.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек

[үҙгәртергә]
Ҡамыр өсөн
  • он
  • көнбағыш майы
  • 2 йомортҡа
Эслек өсөн
  • 2 картуф
  • фарш

Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

Башта билмән ҡамыры әҙерләнем. Онға 2 йомортҡа, саҡ ҡына тоҙ, стаканды тултырмай һыуыҡ һыу, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып ҡамыр баҫтым да ситкәрәк алып ҡуйҙым. Шунан, йәһәт кенә эслеген әҙерләнем: 2 ҙур ғына картуфты ҡырғыс аша үткәрҙем. Һыуын һыҡҡас, һуған, тоҙ, борос, ярты йомарлам фарш менән бутаным.

Үтә йоҡа итмәй генә ҡамырҙы йәйеп, түңәрәктәр ҡырҡтым. Аҙаҡ һәр түңәрәктең эсенә эслекте һалып билмәнде (вареники) эшләнем дә, ҡайнап торған һыуҙа бешереп алдым!!!! Әҙерәк бутап торорға ла онотоп китмәгеҙ,йәме! Майлаптырып, йәшел тәмләткестәр, соус-моус ҡушып ашаһаң...ммм.....Тәмле!!!!!

Гөлназ Ишемғолова әҙерләне