Эстәлеккә күсергә

Картуф менән һоло котлеты

Викидәреслек проектынан

Картуф-һоло котлеты

Ингредиенттар

[үҙгәртергә]
  • 1 стакан һоло ярмаһы
  • 2 картуф
  • 6 аш ҡалағы көнбағыш майы
  • 2 аш ҡалағы он
  • тоҙ, борос

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Һоло ярмаһына (тиҙ бешә торғанын алмағыҙ) бер стакан ярым ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың ҡапҡасын ябып, 30 минут (утһыҙ) бүрттерергә ҡуйырға. Картуфты ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә. Тоҙ, борос һалып, бүрткән һоло менән картуфты болғарға. Һуңынан ике аш ҡалағы он ҡушып тансҡап алырға. Фарш шыйыҡ килеп сыға, шуға күрә ҡыҙған майлы табаға аш ҡалағы менән һалырға кәрәк. Ике яҡлап ҡыҙҙҙырып алырға. Котлеттарҙы эҫеләй көйө йәшелсә, ҡаймаҡ менән бирергә.