Эстәлеккә күсергә

Картуф (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ер аҫтында еҙ бүкән.
  2. Ер аҫтында еҙ түңгәк.
  3. Аҫты туҡмаҡлы,
    Өҫтө ботаҡлы.
  4. Сәскәһе ағасында,
    Алмаһы тамырында.
  5. Башы елбәҙәк,
    Төбө түңәрәк.
  6. Берәү генә ер аҫтына күмелде,
    Көҙ етеүгә балалары күренде.
  7. Инәләре ултырып тора,
    Балалары ҡуба тора.
  8. Тупырлаған туп ҡына,
    Аяҡ-ҡулы юҡ ҡына.
  9. Төбө алмалы,
    Башы салмалы.
  10. Башы — тәтәй,
    Төбөндә — унлап күкәй.
  11. Башымды ла киҫәләр,
    Билемде лә киҫәләр,
    Бер туҡмаслыҡ он тапмайҙар,
    Минең менән көн итәләр.