Каруанһарай/Данлы һарай - башҡорт халҡының мөлкәте
Каруанһарайға - 150 йыл
1845 йылдың февраленә барлығы 84295 һум 41 тин көмөш аҡса тотонолған. Ассигнацияларға әйләндергәндә, был 295034 һумға яҡын тәшкил итә, йәғни башта уҡ Перовский тарафынан билдәләнгән сумманан артмаған. Брюллов ул саҡтағы хаҡтарҙың иҫәпләүҙәрҙең дөйөм ҡабул ителгән нормалары менән һанауы арҡаһыеда, уның сметаһында ҡаралған менән сағыштырғанда, сығым өс тапҡырға кәм килеп сыҡҡан. Башҡорт һәм мишәрҙәргә ғәҙәттәге ялланған эшселәргә ҡарағанда байтаҡҡа кәмерәк түләү ҙә үҙ ролен уйнағандыр.
Иң күп тотоноуҙар мәсеткә һәм манараға киткән, сөнки унда төҙөүселәр ҙә, биҙәкләүселәр ҙә юғары квалификацияға эйә булған, оҫталарҙы башҡа губерналарҙан саҡырып килтерергә тура килгән.
Мәсеттең осло ҡыйығы һәм манараһы Мәскәүҙә эшләнгән. Осло ҡыйыҡ - тимерҙән, ә ярым ай - алтын ялатылған баҡырҙан. Улар 185 һум 71 тин көмөшкә төшкән. 72 шәмдән торған гәлсәр люстра - иң ҡиммәткә һатып алынған нәмә. Ул 1075 һум көмөшкә барып баҫҡан. Унан тыш, һәр береһе 4 шәмгә иҫәпләнгән стеналағы 8 шәм тотҡос һатып алынған. Былар бөтәһе лә Петербургта эшләнгән һәм запас гәлсәр менән менән бергә 1549 һум көмөшкә төшкән.
Эш менән туранан-тура етәкселек итеүҙе Ырымбур айырым корпусының хәрби инженерҙары ғәмәлгә ашырған: төҙөлөш осоронда өлкән инженер вазифаһын подполковник Шарон һәм һуңынан Тафаев башҡарған. Корпус инженеры ҡарамағына поручик Синьков буйһондоролған, архитектура йыһазлауын күҙәтеү Урал ғәскәрҙәренең архитекторы Голиусҡа тапшырылған.
Төҙөлөштөң икенсе яғына ла туҡталырға кәрәктер: төҙөүселәрҙең һәм төҙөлөшкә етәкселек итеүселәрҙең, шулай уҡ башҡа эштәрҙә эшләүселәрҙең составы күп милләтле булған. Мәҫәлән, мәсет һәм манара өсөн осло ҡыйыҡты Ырымбур айырым корпусы казактарының йыйылма полкы командиры подполковник Назаров Мәскәү сауҙәгәре Макарухиндан һатып алған. Төҙөлөштә күпселекте тәшкил иткән башҡорт һәм мишәрҙәрҙән тыш, башҡа милләт вкилдәре ләэшләгән. Төҙөлөш һәм биҙәкләү эштәре менән башлыса урыҫ оҫталары шөғөлләнгән.
Каруанһарайҙы асыу көнө
[үҙгәртергә]Мәсетте биҙәкләү 1846 йылдың авгусына тамамлана, был көндө тантаналы итеп, намаҙ уҡып, һәйбәт церемония менән үткәрергә ҡарар ителә.
Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәренең командующийы тантаналы байрамға Өфө ҡалаһынан мөфтөйҙө, шулай уҡ ырымбур ҡалаһына яҡын булған башҡорт, мишәр кантондары башлыҡтарын, ҡайһы бер чиновниктарҙы, халыҡты саҡыра. Шуның менән бергә, комплексты асыу көнөнә арнап, ат сабыштырыу буласағы хаҡында ла хәбәр итәләр. Ырымбур сиге комиссияһы аша ҡырғыҙ далаларынан (хәҙерге Ҡаҙғстан) кешеләре лә саҡырыла.
1846 йылда әллә нисә көн буйы ямғыр яуа. Көндәр һыуыҡ тора. Өҫтәүенә, август айында мосолмандар ураҙа тота, ошоларҙың барыһы ла йәмһеҙ хәлгә килтереүе мөмкин ине: тантана булмаҫ, халыҡ йыйылмаҫ тигән хафалы уйҙар башҡа килә. Әммә ысынбарлыҡ көтөлгәнгә ҡарағанда һәйбәтерәк булып сыға: Ырымбурға бик алыҫ ерҙәрҙән башҡорттар. мишәрҙәр, ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар) килә. Ҡайһы берәүҙәр намаҙ уҡыр өсөн килә, икенселәре ат сабыштарында ҡатнашыу өсөн үҙҙәре менән һәйбәт йүгерек аттарын да алып килә. Быға тиклем яумалап торған көндәр, 30 августа, изгеек теләгәндәй, аяҙып, йылытып ебәрә. Күктә бер генә болот киҫәге лә булмай.
Иртәнге сәғәт туғыҙҙа ғәскәрҙәреҙе теҙгәс, мөфтөй мосолман дине әһелдәре һәм кантон башлыҡтары менән Каруанһарайға йүнәлә.
Ғибәҙәт ҡылғандан һуң, корпус командующийы күп һанлы эйәрсәндәре, штабы менән Каруанһарайға килә, сәғәт 12-лә мөәзин манаранынан аҙан әйтә. Йөҙәрләгән мосолман күнеккән ғәҙәттәре буйынса мәсет ишеге алдына тубыҡлана. Шул ваҡытта мөфтөй һәм уның эргәһендәге ахундар, имамдар, мөәзиндәр мәсет алдына баҫып, намаҙ уҡый.
Мәсеттә намаҙ уҡығандан һуң, мөфтөй мәсет һалыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн мосолмандарға рәхмәт һүҙе әйтә. Унан һуң ат сабышы, һыйҙан ауыҙ иткәнсе ауыҙ асыу...
Ҡомартҡының артабанғы яҙмышы
[үҙгәртергә]Каруанһарайҙа башҡорттарҙың идара итеүе оҙаҡҡа бармай. Александр батшаның реформалары башланып, уның менән бергә башҡорттар тормошонда яңы осор башлана: улар хәрби хәлдән граждандар идаралығына күсерелә. Башҡорт ғәскәрҙәре һәм айырым башҡорт идаралығы "бөтөрөлә". Ошо уңай менән Каруанһарай губернаһы башлығының һәм чиновниктарының башҡорт ерҙәрен межалау комиссияһының бинаһына әүерелә. Каруанһарайҙаҙа ваҡытлыса мәсетте хеҙмәтләндереү өсөн ахун менән мөәзин генә тороп ҡала.
Каруанһарайҙы үҙенең милке итеп күргән башҡорт халҡы араһында был үҙгәрештәр ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, шуға күрә лә улар был бинаны үҙҙәренә биреүҙе юлларға була. Башҡорттар айырым ғариза яҙа, уға 10 меңләп кеше ҡул ҡуя: был эш ул саҡта Өфө губернаһына күскән Бәләбәй, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрендә башлана. Ырымбур генерал-губернаторы Н. Крыжановский (1864 йылдан 1881 йылға тиклем хакимлыҡ иткән) был мәсьәлә буйынса иң ҡәтғи саралар күрә.
Башҡорттарҙың өндәшмәүе генерал-губернаторҙы ҡанатландыра төшә һәм ул, Каруанһарайҙы үҙенең фатирына әйләндереп, шундай фекергә килә: Каруанһарай мәсетен икенсе урынға күсерергә. Был бурысты үҙ өҫтөнә алырға торған кеше лә табыла - Чурен бүлегенең Чикле ырыуынан ҡырғыҙ бейе Боғжан Джангилдин.
Крыжановский ошо мәсьәлә менән ул саҡтағы эске эштәр министры П. Балуевҡа мөрәжәғәт итә. Әммә Балуев, халыҡ нәфрәтенән ҡурҡып, мәсетте күсерергә рөхсәт итмәй.
1873 йылда Каруанһарай мәсетенең муллаһы итеп Сөләймән Дауытов раҫлана.
1917 йылғы революциянан һуң Каруанһарайҙы башҡорт халҡына биреү мәсьәләһе күп тапҡыр күтәрелә. 1917 йылдың 27 июлендә Башҡорт өлкә ҡоролтайы тамамланыу уңайы менән манифестация үткәрелә. Көндөҙгө сәғәт 12-лә ҡоролтай делегаттары, Каруанһарайҙы башҡорт халҡына биреүҙе талап итеп һәм плакаттар тотоп урамға сыға. Манифестацияла ҡатнашыусылар Каруанһарай мәсетенә йүнәлә, намаҙ уҡый, шунан һуң башҡорттарҙың вәкиле мәсетте ремонтлау өсөн төрлө ваҡытта 7000 һум тотонған дингә ышаныусыларға рәхмәт әйтә.
1917 йылдан Каруанһарай башҡорт халҡының мөлкәтенә әйләнә. Башревком күсенгән саҡта Каруанһарай Ырымбур губерна башҡарма комитеты тарафынан ҡала Советы башҡарма комитетының һәм партияның ҡала комитеты секциялары ҡарамағына бирелә.
1918 йылдың ғинуарында элекке башҡорт Өлкә Советы ағзаһы, 1918 йылдың 1 авгусында мөрәжәғәткә ҡул ҡуйған дүрт кешенең береһе Ш. Ә. манатов, РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комисариаты эргәһендәге Мосолмандар комиссариаты ағзаһы булараҡ, Каруанһарай мәсьәләһе буйынса В. И. Ленин менән әңгәмәләшә. Ленин башҡорттарҙың һорауына ыңғай ҡараш белдерә һәм уның күрһәтмәһе буйынса 1918 йылдың февралендә Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты Каруанһарайҙы, "башҡорттарҙың өлкә советы йөҙөндә тулыһынса хеҙмәтсән башҡорт халҡы ҡарамағына бирергә", тигән декрет сығара.
1921 йылда Каруанһарай бинаһында Башҡорт педагогия техникумы асыла. Әммә типография ошо уҡ бинала ҡалыуын дауам итә. Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ) АССР-ы төҙөлгәндән һуң, ул дәүләт нәшриәтенең рус-ҡырғыҙ типографияһы тип атала башлай. Башҡортостандан алыҫ булыуы сәбәпле, Каруанһарай бинаһы Ырымбур губернаһына бирелә. Педагогия техникумы ошо бинала ҡала.
1927 йылда Каруанһарайҙа яңы ҡурҡыныс тыуа. Шундай ҡарар сығарыла: Каруанһарай баҡсаһын К. Либкнехт баҡсаһы менән берләштереп, ошонда уҡ стадион төҙөргә. 1928 йылдың 6 апрелендә ҡала советы башҡарма комитеты президиумы, төҙөлөштөң 80 проценты ғәмәлгә ашырылған тип иҫәпләп, ошо проектты раҫлай. Каруанһарайҙа ҡалған башҡорт халҡы вәкилдәре был ҡарарға ҡырҡа ҡаршы сыға.
1932 йылда ҡала Советы, Каруанһарайҙы башҡорт педтехникумының ятағы итеп, ошо техникумға бирә. Башҡорт педтехникумы был бинала 1936 йылға тиклем эшләй, шул йылда техникум ябыла. Комплекс хәрбиҙәргәбирелә һәм улар ҡулында 1960 йылға тиклем ҡала. Шунан уны геология идаралығы ала. Республика әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән комплекс хужаларының бына ошолай алмашынып тороуы арҡаһында биналарҙың биҙәлеше лә үҙгәреп бөтә.
Мәҡәләне төйөнләп, шундай фекергә килмәү мөмкин түгел:
1. Башҡорт халҡы. күп аҡса йыйып һәм көс түгеп, Каруанһарай һалған - ул хәҙерге көндә лә Ырымбур ҡалаһын йәмләп торған ҡомартҡы, ул ҡаланың символына әүерелгән. бынан 150 йыл элек - 1846 йылдың 30 авгусында - тантаналы рәүештә асылған был ҡоролманың юбилейын башҡорт халҡы оло байрам итеп үткәрергә хаҡлы. Ул байрамға башҡортостандың район, ҡала хакимиәттәре, күрше өлкәләр етәкселәре, хатта Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар саҡырылырға тейеш.
2. Үҙгәртеп ҡороу, реформалар заманында, бына тигән биналарҙың бушлай тиерлек шәхси кешеләр ҡулына күскән бер ваҡытта, Каруанһарай ҙа юҡҡа сыҡмаһын өсөн, уны кисекмәҫтән башҡорт халҡы ҡарамағына биреү хәйерле. Әгәр, ул Башҡортостандан алыҫ тигән һылтау табып, быға кәртә ҡуйыла икән, Ырымбур өлкәһендә йәшәгән башҡорт халҡы ысын хужа була алыр ине, тип фараз итәйек.
3. Каруанһарай комплексының төп хужаһы башҡортостан исеменән һүҙ ҡуҙғатып, Ырымбур өлкә хакимиәтенә, Ырымбур ҡалаһы мэрияһына түбәндәге тәҡдимдәрҙе индерге килә:
а) Ырымбур өлкәһе геология идаралығын күсереү өсөн урын табып, Каруанһарайҙы үҙенә хас булмаған ойошманан азат итеүен һорау урынлы булыр ине;
б) Оҙаҡ йылдар буйына файҙаланып килеп, комплексты емерек хәлгә килтереүе сәбәпле, уға капиталь ремонт үткәрергә аҡса табыу кәрәклеген иҫтәренә төшөрөргә;
в) Каруанһарай комплексы баҡсаһын тергеҙеү сараһын күрергә.
4. Каруанһарайҙы һалып бөтөүгә 150 йыл тулған көндә уны төҙөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең исемдәрен атап, уларға, хөрмәт йөҙөнән, таҡтаташ ҡуйыуҙы лы ойошторорға кәрәк.
Авторы - Рамаҙан Ҡотошов, философия фәндәре кандидаты, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. "Башҡортостан" гәзитенең 163-164 һандарында 1996 йылда баҫтырылған. Бында 164-се һандағы мәҡәлә бирелде.