Катерина юлы, Таш күпер (Бөрйән районы)
Катерина юлы, Таш күпер йәки өнһөҙ шаһиттар
(Тарих һөйләй бында таштар ҙа...)
Беҙ оло юл буйында йәшәнек һәм йәшәйбеҙ. Ул Рәсәйҙең масштаблы картаһында тәүгеләрҙән булып “Центральная дорога” тип күрһәтелә. Урыҫтар уны “большая дорога” тип йөрөттө. Ошо юл буйында урынлашҡан ауылдарҙың исемдәре картаға индерелгән. Унда беҙҙең ауыл Большой Бритяк тип яҙылған. Әүжән менән беҙҙең ауыл араһында Малый Бритяк тип йөрөтөлгән урыҫ ауылы булды. Хәҙер ул юҡ инде. Был юлды беҙ элек “Катерина юлы” тип тә йөрөнөк. Хәҙер был исем онотолдо. Был юлды Екатерина II төҙөтә. Уның маҡсаты – Европа менән Азияны тоташтырыу. Ул сауҙа юлы ла була. Беҙҙең яҡ – Европа, аръяғы – Азия. Ул юл үлем язаһына хөкөм ителгән каторжандар тарафынан һалына. Уларҙың яртыһынан күберәге башҡорттар була. Пугачев менән Салауат Юлаев тураһындағы тарихты бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Был шуның менән бәйле.
Яу баҫтырылғас, каратель отрядтары ебәрелеп, меңдән артыҡ башҡорт ауылдары яндырыла. Эшкә яраҡлы халыҡты юл эшенә ҡушалар. Оло юл 1776 йылда һалына. Күперҙәр ҙә төҙөлә. Стәрлетамаҡтан Белоретты үткәнсе 250 саҡырым юл түшәйҙәр. Үлем язаһына хөкөм ителгәндәр аяҡ-ҡулдары сылбырлы килеш йөрөп эшләргә мәжбүр булалар. Таштарҙы йылғаларҙан ташыйҙар. Ҡар, ямғыр һыуҙары йыйылырҙай урындарға ағастар түшәгәндәр. Ҡайһы берҙәре бөгөн дә күренгеләп ята. Һыуҙа шешенгән ағас тиҙ серемәй бит. Ағастар өҫтөнә таш һалалар, эргәләп канауҙар ҙа ҡаҙалар. Шул замандарҙа ҡаҙылған воронка һымаҡ канауҙар бөгөн дә күренеп ята. Ташты йылғаларҙан носилкалар менән тау баштарына ташырға мәжбүр булалар. Түшәлгән таштарҙы тығыҙлап шымартҡандар. Ул ваҡытта каток булмағандыр, тейеүселәр бар. Булғандыр. Әүжән сөгөн ҡойоу заводында (ул ваҡытта ул Твердышевтыҡы була) катоктар ҡойғандар. Шуларҙың икәүһе Әүжән сельпоһы контораһы келәте артында ятҡан. Ул хәҙерге катоктарҙан ауырыраҡ булған. Уларҙы арҡан тағып һөйрәп йөрөгәндәр. Текә тауҙарҙы төшкәндә арттан тотҡандарҙыр. Әлбиттә, ауыр хеҙмәткә сыҙамай вафат булыусылар ҙа күп булған.
Юл әҙер булғас, Әүжән заводында сөгөн ҡоялар. Плитәләр төрлө ҙурлыҡта, төрлө ауырлыҡта була. Шуларҙың бишәүһе миндә әле лә бар. Береһе бик ауыр, оҙонлоғо 1 м 20 см, ҡалынлығы 15 см. Ағасты уртаға ярған һымаҡ. Мунсала бер ҡаҙаны бар, ике кешеһеҙ күтәреп булмай, бик ауыр. Тутыҡмай торған сөгөндәрҙе һал менән дә, ат менән дә Стәрлетамаҡҡа ташып, баржаларға тейәп, СанктПетербургҡа оҙатҡандар. Емельян Пугачев та Әүжән заводында пушкалар ҡойҙорған. Был заводта башҡорттарға солоҡ балтаһы ла ҡойоп биргәндәр. Ҡәүи Харрасов бер танышынан ярым ай һымаҡ балта алып ҡайтты.
Әүжәндә төрлө яҡтан күсеп килгән кешеләр күп булды. Араларында француздар ҙа, немецтәр ҙә бар ине. Калуганан ҡыуылып килгән крепостнойҙар өйҙәрен крепость һымаҡ төҙөр булғандар, фамилиялары Дураков, Волков һымағыраҡ ине. Уларҙың баҡсаларына бесәй ҙә инә алмай.
Юл әҙер булғас, Европа менән Азия үҙ-ара сауҙаны киңәйтеп ебәрә. Мәҫәлән, Тула заводынан еҙ самауырҙар, баҡырса-ҡомғандар, батмустар килә башлай. Ҡытайҙан фарфор сәйнүк, сынаяҡтар... 1918 йылдың авгусында Блюхер армияһы беҙҙең ауылда ике көн туҡталып китә. Уның штабы ла бар ине.
Катерина юлынан беҙ бәләкәй саҡта Үҙән, Ҡағы, Түбәнге һәм Үрге Әүжән яҡтарына халыҡ бик күп үтә ине. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең дини йырҙарын йырлап үтә, аяҡтарында сабата. Улар үткән саҡта беҙҙең ауылда йәшәүсе мәрйә ҡатындар аҡ таҫтамал өҫтөнә иконаларын һалып, суҡына-суҡына, уларға аҡ ҡына моҡсайға һалынған ризыҡ биреп ебәрәләр ине. Шуныһы ныҡ хәтерҙә ҡалған – улар моҡсайҙы алған саҡта туҡтамайҙар ҙа, хатта әйләнеп тә ҡарамайҙар ине. Йолалары шулай булғандыр. Беҙ, малайҙар, мәрйәләр буҙлап үтеп китте, тип ҡарап ҡала инек. Улар Красноусольск яғына монастыргә барып йөрөгәндәр, имеш. Унда сиркәүҙәре бар. Тоҙло күлдә дауаланып, тоҙ ҡайнатып алып ҡайтҡан саҡтарында Бәштин тауы аша үткәндәр. Ул беҙҙән 6-7 саҡырымда. Ул юл Табын юлы тип йөрөтөлә. Урыҫтар менән аралашып йәшәгәс, беҙ был күренешкә күнегеп бөткәйнек инде. Дөйәләр менән дә үтеүселәр булды. Дөйә карауандары тип йөрөттөләр.
Бер эпизод хәтерҙә. Хәҙерге медпункт урынында күл бар ине. Юл аша Засовтарҙың картуф баҡсаһында ла бәләкәй күл булды. Беҙ, малайҙар, шул күлдәр эргәһенә барып оҙон сыбыҡ тотоп, баҡалар менән булыша инек. Ә ул мәлдә баҡа күп булды. Күлдән баштарын сығарып, бығырлашып, беҙҙе үсекләгән һымаҡ ята торғайнылар. Беҙ барыу менән сумып юҡ булалар. Шулай бер йөрөгәндә күл эргәһенә дөйөләр менән үтеп барыусылар туҡтап, ял итеп, сәй ҡайнатып эсеп киттеләр. Кешеләренең баштарында сәллә, өҫтәрендә буйлы халат, билдәренә өсмөйөш итеп ҙур яулыҡ бәйләп алғандар. Туҡтағас, яулыҡтарын сисеп ергә йәйеп, намаҙ уҡып алдылар. Сәйгә һыуҙы Нөгөштән ҡом көршәк менән алдылар. Ҡом көршәкте улар ҡибра тип йөрөтәләр. Беҙ уларҙы ҡыҙыҡһынып та, сәйерһенеп тә күҙәтә инек. Дөйәләренә артмаҡлаған буйлы тоҡтары бик ауыр күренә ине.
Ауылдашым Йосоп Халиков уларҙың ике тапҡыр үткәндәрен хәтерләй. Дөйәләр ҡомло далала йөрөр өсөн яраҡлашҡан, уларҙың аяҡтары баҫҡан саҡта йәйелеп китә. Ҡомда батмаҫ өсөн Хоҙай шулай иткән уларҙы. Бәлки, Әстрәхан сауҙагәрҙәре булғандыр улар. Ебәк туҡыма менән сауҙа иткәндәрҙер, бәлки, тоҙҙары ла булғандыр.
Катерина юлы бик таҡыр ҙа, шымала ине. Юлдан сығып ятҡан сәтләүек ҙурлыҡ та таш булманы. Бына шуның өсөн дөйә карауандары йөрөй алған да инде. Асфальттан артыҡ ине ул юл. Таштары саң осороп, иҙелеп ятманы, ҡояшта ялтырап яттылар. Беҙҙең яҡта Күкәй тауы тигән тау бар. Юл буйлап ошо тау башынан йомортҡа тәгәрәләтеп ҡарағандар. Йомортҡа тауҙың аҫтына төшкәнсе бер ташҡа ла һуғылмаған, ярылмаған. Шунан юлдың нисек булғанлығын уйлап ҡарағыҙ инде.
Был юлдағы һәр ташҡа катаржандарҙың ҡаны, тире һеңгән. Катерина үҙе был юлдан бер тапҡыр ҙа үтмәгән. Ул башҡорттарҙан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡҡан. Хатта Салауат тигән исемде ҡушырға ярамағанлығы шуға дәлил.
1945 йылдың йәйендә ошо юлдан власовсыларҙы ла Белорет, Магнит заводтарына эшкә ҡыуғандар. Әлбиттә, Екатеринаның юл төҙөү буйынса хеҙмәте ҙур, күперҙәре лә күп. Беҙҙең ауыл менән Ишембайҙың Һәйет ауылы араһында ғына ла ике күпер бар. Береһе ағас күпер, икенсеһе таш күпер. Тәүгеһе беҙҙән бер генә саҡырым алыҫлыҡта, Нөгөш йылғаһы аша һалынған. Ул тирәнең тәбиғәте бик матур, ҡар ҙа бүтән ерҙән алдараҡ ирей, умырзая сәскәһе лә алданыраҡ морон төртөп ҡояшҡа үрмәләй. Шуға ул тирәгә сәскә йыйырға ла йөрөй торғайныҡ. Пионерға ла шунда алдылар. Байрамдарҙа ла күпергә барып йөрөнөк. Теге яҡтан һәйеттәр килер ине. Тап шул күперҙә ике ауыл йәштәре осрашып, танышыр, уртаҡ яҙмыштар яҙылыр булды. Мин белгәндән генә лә утыҙлап кеше өйләнеште.
Ул тирәлә революцияға тиклем Михаил Аверьяновтың олаталары йәшәгән. Күпер тирәһендә уларҙың ултырыш урындарының нигеҙ таштары күренеп ята. Туристар ҙа Нөгөш күперенә килеп ағалар. 1989 йылдарҙа Һәйеттең мәктәбен төҙөшөп йөрөгәндә туристар мине туҡтатып, күперҙең һәм юлдың т арихын һоранылар. Сит ил туристары ине. Мин һөйләгәнде тәржемәселәре аңлатты.
Нөгөш күпере лә (уны Салауат күпере тип тә йөрөтәләр) 1776 йылда төҙөлә. Ул ҡыҫҡа брустарҙан төҙөлгән. Ике яҡ яр ҙа бик ҡалын таш стеналар менән нығытылған. Стенаның ҡалынлығы 8 метр. Ул төпкә ингән һайын киңәйә бара. Мөйөштәре тимерҙән Т хәрефе һымаҡ итеп нығытыла. Таштары ишелмәһен өсөн шулай эшләнгән. Стенаның алғы күренеп торған яғының таштарын тигеҙләп, шымартҡандар. Мөйөштәр әйләнеп киткән урындарҙы ослағандар.
Һәр бер стенала Әүжән заводында ҡойолған улаҡҡа оҡшаған бишәр сөгөн бар. Уларҙың өҫкө һәм аҫҡы яғы ҡыя итеп ҡойолған. Һыу ятмаһын өсөн, һәр улаҡтың уртаһында 7-8 сантиметр йыуанлығында торбалар кейҙерелгән. Улар төпкә үк инеп, юлдың арҡырыһына һалынған оҙон торбаларға тоташтырылған. Күперҙең бир яғында һәм арғы яғында ике торба бар ине, ямғыр һыуы ла, ҡар ҙа төшмәһен өсөн, уларҙың башы текә итеп ябылғайны. Фронтонһыҙ өй ҡыйығы һымаҡ тишек ҡалған еренән торбалар эсенә таҙа дегет ҡойоп торғандар. Ул торбалар хәҙер юҡ. Дегетте урынында ҡайнатҡандар. Дегет ҡайнатҡанда текә ярҙы мәмерйә һымаҡ соҡоғандар. Элек күренә ине, хәҙер ер ишелеп төшөп, көпләнгән. Эҙләһәң, табып була. Дегетте иң таҙа йәш ҡайын туҙынан әҙерләгәндәр. Уға сайырлы түмәрҙе ярғылап ҡушҡандар. Иң тәүге аҡҡан шыйыҡ сифатлыһын ҡулланғандар. Күперҙең брустарын да шул дегеткә һалып ҡайнатҡандар. Солоҡ ағасын ҡулланғандар. Ағасты ҡыш тәбиғәт йоҡлағас, ағас туңғас әҙерләгәндәр. Күперҙең брустарын оҙон һәм йыуан болттар менән арка һымаҡ итеп нығытҡандар. Ауыр йөктө һәйбәт күтәрһен өсөн шулай арка рәүешендә эшләгәндәр. Күпер 150 йылға иҫәпләнгән булған, ләкин ул оҙағыраҡ торҙо. Әле лә торор ине, Әүжән урыҫтары яндырып, яңынан һалдылар. Уныһы бер айға ла етмәне, ағас тейәгән К-700 күперҙең уртаһында ишелеп төштө. Ҡомартҡыны шулай әрәм иттеләр. Күперҙең бер ере лә, аркалары ла серемәгәйне, бары аҙ ғына ыҡҡайны. Болттарын бушатып, һәр береһен айырым тарттырғанда, төҙәтеп була ине.
Нөгөш күперен – ағас күперҙе һаҡлауға Катерина ҡарауылсы ҡуйҙырта. Революцияға тиклем күперҙе майлап, арканың балкыларындағы болттарҙың гайкаларын нығытып торғандар. Күперҙе шулай ҡәҙерләп һаҡлай белгәндәр. Батшалар бына шундай ҡомартҡылар ҡалдырған.
Ошо күперҙән ике саҡырым ары, Һәйет ауылына етәрәк, онотолған Таш күпер бар. Уны хатта олораҡтар ҙа белмәй. 45-50 йылдар самаһы элек Таш күперҙең ике яҡ башында ла таш ҡоймалары булды. Оҙонлоғо 3 метр, бейеклеге метр ярым, яҫылығы 60-70 сантиметр ине. Иң аҫтына һандыҡ һымаҡ ауыр таштар һалынған, өҫтөнә яҫы таштар һалып, һыуланмаһын өсөн, иң өҫкө өлөшөн ике яҡҡа ла ҡыя итеп балсыҡ менән шымартып һылағандар. Күперҙең аҫҡы өлөшө торбаға ла, мәмерйәгә лә оҡшай. Таштарҙы шына һымаҡ ослағандар, икмәк мейесенең көймәһе һымаҡ итеп ултыртып, йәки теҙеп һалғандар. Күперҙең оҙонлоғо 8 метр. Уның эске өлөшөнөң дә таштары балсыҡ менән бик шыма итеп һыланған. Ул ваҡытта цемент булмаған, балсыҡты нисек шулай әллә нисә быуаттар торорлоҡ итеп ҡатырҙылар икән, тиһегеҙме? Халыҡ араһында, балсыҡҡа йомортҡа ҡушҡандар, тиеүселәр ҙә, бал ҡушҡандар тигән фекерҙә булғандар ҙа бар. Бәлки, ул ваҡытта ла бик сифатлы цемент булғандыр, ләкин исеме башҡасараҡ йөрөтөлгәндер. Йомортҡа ҡушылған тигән вариант дөрөҫлөккә тап киләлер, минеңсә. Тағы шуныһы мөһим – таштарҙы ышҡып, шына һымаҡ итеп ослаған саҡтағы таш онон да ҡушҡандарҙыр. Ләкин йомшаҡ таштар ҡулланылмаған. Йылға эсендә меңәр йыллап ятҡан таштар һыу һеңдермәй. Ә бына ер аҫтынан сығарылған бәғзе бер таштарҙы алып, ауырлығын үлсәп, һыуға бер нисә көнгә һалып ҡарағыҙ, һыу һеңеп, уларҙың ауырлығы артҡанын күрерһегеҙ. Ҡайһыларын хатта ҡул менән дә бүлеп һындырырлыҡ була. Тимәк, тәбиғи ҡомдо ҡушмағандар тигән һүҙ. Мейес һалғанда ҡулланған ҡом да бармай. Урта Азияла балсыҡҡа ҡыл ҡушалар. Ә бына ҡаты таш оно балсыҡҡа берегә, дымланмай, таш аралары мүкләнмәй, үлән үҫмәй. Әүәле урыҫтарҙың өй мейесенең төтөн юлына кирбесте балсыҡ менән шымартып һалып барғандар. Уларға ҡором йоҡмай, төтәмәй.
Таш күпер өҫтөнән 45 тонналы япон тракторҙары үтеп йөрөй. Шулай уҡ 16 тәгәрмәсле “Ураган” дизель машиналары ла үтә. Уларҙың тәгәрмәстәренең бейеклеге генә лә ике метрға яҡын. Таш күпер шул ауырлыҡтарҙы күтәрә. Ул техникаларҙағылар таш күпер аша үткәндәрен дә белмәй үтәләр, сөнки билдә-фәлән юҡ. Минеңсә, был ҡомартҡы урынында ла билдә ҡуйырға кәрәк. Сөнки уның тотонолоу мөҙҙәте күптән үткән, ишелеп төшөүе бар.
Беҙ Һәйет малайҙары менән бергә уйнап үҫтек. Ямғырға эләккән саҡтарҙа Таш күперҙең эсенә инеп йәшенә инек. Таш ҡоймаларының өҫтөнә менеп ҡолас йәйеп ятҡан саҡтар ҙа булды. Катерина юлы, Таш күпер – улар барыһы ла күҙ йәштәрен, яраларынан һарҡҡан ҡандарын һеңдереп юл һалған каторжандарҙың иҫтәлегенә тере һәйкәл ул. Тарихты оноторға ярамай. Улар бит үҙҙәре ҡулға алынғас, ғаиләләренең тереләй өйҙәрендә яндырылып, көл-күмергә әйләнгәнен дә белмәй йөрөгәндәр. Шулай һәйбәтерәк тә булғандыр, бәлки.
Граждандар һуғышынан һуң, 1922 йылдар тирәһендә, беҙҙең яҡтар аша Әүжән, Белорет, Магнитогорск, Силәбе ҡалаларына газ торбалары һалына. Тәүгеһе – 1957 йылда, икенсеһе 1964 йылда. Юл тура булғас, гел юл эргәләп үткәрәләр. Эйе, тыңлай белһәң, хатта таштар ҙа тарих һөйләй шул...
(Рафаэль Атауллин. Брәтәк ауылы) Таң гәзите. 2013 йыл, 5 март, шишәмбе, № 27 (9505)