Эстәлеккә күсергә

Кейекбай ауылының дин әһелдәре

Викидәреслек проектынан

Мәсеттәрҙең дә бар тарихы

Кейекбай ауылының дин әһелдәре

[үҙгәртергә]

1859 йылда Бөрйән районының Кейекбай ауылы мәхәлләһенең тәүге мәсете төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған. Ауылда йәмғеһе: 371 ир-ат, 310 ҡатын-ҡыҙ булған.

Унда Мәндәғолдан (4 саҡырым), Аҡбулаттан (8 саҡырым) мәсеткә йөрөгәндәр. Рәсәй Эске Эштәр Визаратының (Министрлығының) Ырымбур виләйәте идарараһы (ЫВИ) тарафынан 1875 йылдың 17 июнендә раҫланған.

2022-се Мәншур, имам Юлтимеров Заһитулла Фәйзулла улы (1825 -1909 йй.) Ырымбурҙағы “Хөсәиниә” мәҙрәсәһендә уҡыған. Ауылда тәүге мәсет төҙөтөүгә өлгәшкән. 1895 йылда мәзин Юлтимеров Зәйнулла Фәйзулла улы, 1910 йылда имам-хатип (мөғәлим) Фәйзуллин Ғәбделҡәйүм Заһитулла улы эшләгән.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле, абруйлы аҡһаҡал, имам-хатип Юлтимеров Заһитулла батша Николай II-нең указы менән яңынан мәсет төҙөүгә ризалыҡ алып (нәҫеле муллалар затынан, улдарынан Фәйзуллин, Алтыншин, Хәйруллиндар тарала) юғарыла әйтелгән имам, мәзин туғандары менән берлектә үҙ аҡсаларына яңы мәсет төҙөлөшө эштәренә етәкселек иткән.

1894-1895 йылдарҙа Кейекбай ауылында иҫке мәсетте һүтеп, йәнә яңынан мәсет төҙөү өсөн Мәсем тауы яғынан халыҡ ат менән ҡарағас ағасы ҡырҡып ташый башлай. Мәсетте бурарға Үрге Әүжән урыҫтары саҡырыла. 1905 йыл 7×12 ҙурлыҡтағы ҡарағас мәсет яңынан файҙаланыуға тапшырыла.

1905 йылда имам-хатип вазифаһын Алтыншин Заһитулла Фәйзулла улы башҡара. 1916 йылдар тирәһендә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, мәсет мәҙрәсәгә үҙгәртелеп, мәҙрәсә мөҙәрисе, мөғәллим булып эшләгән. Мәҙрәсәлә үрҙә әйтелгән ауылдарҙан тыш, Ғәҙелгәрәйҙән дә шәкерттәр уҡый.

Артабан муллалыҡ вазифаһында улы Алтыншин Фитратулла (1905 йылғы) 1929-30 йылдарғаса эшләй, һуңынан мәсет ябылып ҡуйыла. Фитратулланы “Яңы тормош” колхозында эшләп йөрөгәнендә, 1937 йылдың 31 авгусында төнөн килеп алып китәләр. Нахаҡҡа хөкөмгә тарттырылып, 10 йылға иркенән мәхрүм ителеп, 12 йыл йөрөп, кире әйләнеп ҡайтҡан.

XX быуаттың 30-сы йылдарында нахаҡҡа хөкөмгә тарттырылып, һөргөнгә ебәрелеп, сәйәси золом ҡорбаны афәтен кисергән муллалар: 1930 йылда Алтыншин Дәүләтғәле Ғәлләм улы (1901 йылғы) ҡулға алынған, 1932 йылда имам-хатип Алтыншин Ханнан Заһит улы (1894 йылғы) 5 йылға иркенән мәхрүм ителгән. Ошо уҡ йылдың 18 июлендә Шәрәфетдиндең ике кәлешенән өс улы:

  • Алтыншин Лотфулла (1882 йылғы), белемле,
  • Алтыншин Нурмөхәмәт (1865 йылғы),
  • Алтыншин Ырыҫмөхәмәт (1851 йылғы) ун йылға иректән мәхрүм ителгәндәр, кире әйләнеп ҡайта алмағандар.
  • Алтынсурин Дәүләтғәле Ғәлләм улы ла (1876 йылғы) ҡулға алынып, шул уҡ йылда кире аҡланған.

Мулла Ҡунаҡбаев Һаҙый Хәйрулла улы (1910 йылғы), “Яңы тормош” колхозы бухгалтеры, комсомол ағзаһы, 1937 йылдың 17 декабрендә 10 йылға иркенән мәхрүм ителеп, иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан, 1959 йылдың 11 декабрендә аҡланған.

1937 йылда Алтыншин (Фәйзуллин) Хәбир Заһит улы (1888 йылғы) ун йылға иркенән мәхрүм ителгән. 1940 йылда ла дин әһеле Мырҙабаев Ғәйзулла Мирсаяф улы (1888 йылғы) 5 йылға иркенән мәхрүм ителгән, Кейекбай ауылының дин әһелдәре кире әйләнеп ҡайтмаған.

Революциянан һуң, Башҡортостанда меңәрләгән мәсет емерелә, манаралары ҡолатылып, клубтарға, колхоз-совхоз келәттәренә, утынлыҡтарға, хужалыҡ биналарына әйләндерелә. Шул осорҙа Кейекбай мәсете лә үҙгәреш кисергән: иң тәүге мәктәп, унан колхоз идаралығында контора булып хеҙмәт иткән.

Байтаҡ йылдар ауыл клубы булды, мәктәп спортзалы итеп йыһазландырып ҡулландылар, мәктәп бинаһы ла булды.

Аллаға шөкөр, һуңғы осорҙа йәмғиәтебеҙ дин, иман йәһәтенән яңырыу кисерә. 2012 йылдың июнь айынан алып быуаттан артыҡ ултырған (113 йыл) ҡарағас мәсет бинаһы халыҡҡа ҡайтарылды.

Мәзин вазифаһын Сафин Әмир Ғәлимйән улы башҡара. Мәсет яңынан ремонтланды, баҡса рәшәткәләре яңыртылып буялды, ти Әмир ағай Сафин. Уның маҡсаты изге – кешеләрҙе изге йортҡа йөрөтөү, үҙ аллы доға уҡырға өйрәтеү, ауылыбыҙға иман ҡайтарыу. Йома һайын Ғәфифә Ибраһимова, Сания Исламова, Гөлдәр Хәйруллина, Зөлфирә Алтыншина, Зөлхәмирә Әминева, Миңзәлә, Фәриә, Вазифа Ырыҫҡоловалар һ.б мәсеткә килеп, аят, сүрәләр уҡып ҡайталар.

Мәсеттәрҙең дә үҙ тарихы бар. Кейекбай мәсете Башҡортостаныбыҙҙа быуаттан ашыу ултырған һәм һаҡланған мәсеттәр иҫәбендә.

(Яңы мәғлүмәттәр еткереүселәргә рәхмәтле булыр инем. Д. АЛЛАБИРҘИН.