Керпек (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Аръяҡта ла йөҙ йылҡы,
Бирьяҡта ла йөҙ йылҡы.
Ҡағыша ла тибешә,
Тояҡтары һыныша. - Аръяҡта ла йөҙ йылҡы,
Бирьяҡта ла йөҙ йылҡы,
Тибешә ла ҡауыша. - Ялт-йолт ябыла,
Төн еттеме —
Йоҙаҡһыҙ бикләнә. - Йөҙлөк аҫтында йөҙ энә.
Керпек, ҡул
- Арғы яҡта алтмыш ат,
Бирге яҡта алтмыш ат,
Ҡыуышыр ҙа тибешер,
Ҡыл ҡойроҡҡа йәбешер. - Аръяҡта ла көрән ат,
Бирьяҡта ла көрән ат.
Атыша ла тибешә,
Араларға ҡырғыҙ барып йәбешә.