Эстәлеккә күсергә

Кесерткән (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Өй ҡашында уҫал еңгә
    Семтеп ала, өтөп ала.
  2. Яҡын барма,
    Яҡын барһаң, ҡулыңа алма,
    Ҡулыңа алһаң, бәлә һалма.
  3. Япрағы, һабағы бар,
    Ҡамсы түгел — һыҙҙыра.
    Һыҙҙырғанда ут кеүек,
    Бөтә тәнде ҡыҙҙыра.
  4. Йәшел айғыр кешнәп ала,
    Барып тотһаң, тешләп ала.
  5. Ут түгел — тәнде яндыра.
  6. Өй артында йәшел ут,
  7. Үҙе үлән, үҙе мут.
  8. Күмер түгел, ут түгел,
    Тотһаң — ҡулды бешерә.
  9. Аяҡ тыҡһаң — аяҡҡа хас,
    Ҡулың тыҡһаң — ҡулыңа хас.
  10. Үҫә ҡойма буйында,
    Гел сағыуҙыр уйында.
    Уты ла юҡ — яндыра,
    Ҡорт саҡҡан эҙ ҡалдыра*.
  11. Һин ҡул һуҙһаң,
    Ул һиңә ут бирә.
  12. Миңә кемдер ҡул һуҙһа,
    Бешерәм мин ҡуҙһыҙ ҙа.