Килен туҡмасы
Уҡыу көйләүҙәре
Килен туҡмасы — бындай милли ашты туй көнөндә килен әҙерләй, шуға ла «Килен туҡмасы» тип атала.
Ҡамыр баҫыу һәм туҡмас киҫеү киленден эшһөйәрлеген, оҫталығын күрһәтә.
Килен һалманы йоҡа йәймәнән ни тиклем булһа ла нәҙегерәк итеп киҫергә тейеш.
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Туҡмас ҡуйы ялтыр һурпала әҙерләнә.
Һурпа ошо сифатын юғалтмаһын өсөн туҡмасты тәүҙә ҡайнаған һыуға һалалар, һыу ҡайнап сыҡҡас та һөҙөп алып, һурпаға төшөрәләр.
Туҡмасты ваҡлап туралған ит менән өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибеп табынға бирәләр.