Килен һөйөү

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Килен һөйөү туйҙың икенсе көнөндә үткәрелә.

Киленде бүлмә уртаһына ултырғысҡа ултырталар. Иң тәүҙә ҡәйнәһе килендең иңенә шәл яба ла арҡаһынан һөйөп изге теләктәрен әйтә.

Шәл кизе йәки мамыҡ була. Хәҙер аҡ мамыҡтан яба ҡәйнәләр.

Шунан кейәү яғынан туйға килгән бөтә ҡоҙағыйҙар киленгә яулыҡ ябып, һөйөп теләк теләй.

Теләктәр араһында: «Ҡәйнәң менән ирешмә, апһындарға бирешмә» тигән кеүегерәк шаян һүҙҙәр ҙә ишетелә.